Әҙәби мѳхит
17 Февраля 2022, 15:05

Яндырҙылар...

       Камиланы ла “яндырҙылар”. Тамсы ла шик юҡ, ул донъялағы иң шәп шыуыусы, уға тиңләшерлектәр юҡ. Ярай быныһы ла үтер. Камила, был ығы-зығыны ҡурҡыныс төш һымаҡ ҡына итеп ҡабул ит тә онот, әле яңы ғына йәшәй башлағанһың, еңеүҙәрең алда әле, беҙ һиңә ышанабыҙ!

Яндырҙылар...Яндырҙылар...
Яндырҙылар...

         Шулай итеп Пекинда барған Олимпия уйындарында боҙҙағы шыуыуҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирекле сығышы. Беҙҙең ҡыҙҙар лайыҡлы сығыш яһап Анна Щер-бакова Олимпия чемпионы исемен алды, ҡыҫҡа программанан һуң дүртенсе урынды биләгән Александра Трусова дүрт әйләнмәле биш элемент күрһәтеп хаҡлы рәүештә икенсе урынды биләне, йәғни көмөш миҙалға лайыҡ булды, өсөнсө урында Япония спортсыһы. Камила Валиева сезондағы иң насар сығышын күрһәтеп дүртенсе урында тороп ҡалды. Ғәҙел түгел, рухи яҡтан тапанылар, иҙҙеләр баланы, сығышынан алда уҡ спорт чиновниктары кабинеттарында ултырып “аяҡ сал-дылар”. Шул тиклем дә кешелекһеҙ, мәрхәмәтһеҙ, йыртҡыс фиғелле булып була икән!
       Башҡорт милләтенең иң яратҡан, яҡын күргән малы – ат. Шуға урынһыҙыраҡ булһа ла бер ваҡиғаны һөйләмәксемен. Беҙ бала саҡта ат һарайында “Веселый” ҡушаматлы сапҡын ат булды. Сапмай, бейеп кенә бара торғайны, һәм ауырлыҡһыҙ, еңел генә башҡа аттарҙы уҙып һәр саҡ финиш һыҙығына беренсе инә ине ул. Уға тиңләшерлектәр табылманы яҡын тирәлә. Бына  районда барған һабан туйы. Беҙ малай-шалай “Веселый”ҙың еңеренә тамсы ла шик тотмай ат сабышын күҙ-әтәбеҙ. Ә ул иң аҙаҡҡы булып килде. Барып ҡарағанда танымаҫлыҡ ине ул – аҡ күбеккә батҡан, тәне лыс тир, үҙе аяҡтарында көскә баҫып тороп дер-дер ҡалты-рай. Ат ҡараусы Әбдрәхмән ағай шунда ат эргәһенә сүгеп бөгөлөп төштө лә былай тип ыңғырашты: ”Яндырғандар, эҫеләй эсереп махсус яндырғандар. Кемдең этлегелер инде был, мал булмаҫ инде был ат, мал булмаҫ...”
       Камиланы ла “яндырҙылар”. Тамсы ла шик юҡ, ул донъялағы иң шәп шыуыусы, уға тиңләшерлектәр юҡ. Ярай быныһы ла үтер. Камила, был ығы-зығыны ҡурҡыныс төш һымаҡ ҡына итеп ҡабул ит тә онот, әле яңы ғына йәшәй башлағанһың, еңеүҙәрең алда әле, беҙ һиңә ышанабыҙ!

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас