Әҙәби мѳхит
10 Февраль 2022, 06:23

Йырла егет, киреп киң күкрәгең...

“Йырҙың йыртығы юҡ”, ти халыҡ мәҡәле. Йыртыҡтары уҡ булмаһа ла ҡайһы берҙәрендә тишек-тошоҡтар ҙа осрап ҡуя ҡайһы саҡ. Йыр булғас тексы ла матур, моңо ла хәтерҙә ҡалырлыҡ, йәнде бәүетерлек, йә тетрәндерерлек булһын, шул сағында ғына уны күкрәктәрҙе киреп ебәреп башҡарып, йә мөкиббән китеп онотолоп китеп тыңлап була.

Йырла егет, киреп киң күкрәгең...Йырла егет, киреп киң күкрәгең...
Йырла егет, киреп киң күкрәгең...

“Замана башҡа, заң башҡа”, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та шулай икән, шул заңға ҡушылып ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ, ынтылыштарыбыҙ, хатта көн һайын көйләп йөрөр йыр-моңдарыбыҙ ҙа үҙгәрә икән дә баһа. Бөгөн, теге, коронавирус пандемияһында бер тапҡыр ғына ҡулланылып сүп һауытына ырғытылған шприц ише бер көнлөк, бер тапҡыр ғына башҡарылған йырҙар баҫып алды көнитмеште. Улар хәтерҙә лә ҡалмай, йәнде лә тирбәтмәй, танау аҫтынан көйләп йөрөү ҙә мөмкин түгел. Башҡарыусы йырҙың һүҙҙәрен, көйөн дә үҙе маташтыра. Шуларҙы ишетһәң көн бөләңгертләнеп ҡалғандай була, дәрт ҡайта, сәбәпһеҙҙән эс боша.

Бөгөн әйтерем һәләтһеҙ, моңһоҙ йырсы хаҡында түгел,  ҡайһы бер йырҙарҙың тексы хаҡында.

Яңыраҡ радионан бер йәш егет “Азамат” йырын бик матур итеп, еренә еткереп башҡарҙы. Ҡәнәғәт ҡалдым, мәгәр йырҙың тексында ебәргән хата бер аҙ кәйефте ҡырыңҡыраны. Оло хата лә түгел, әммә... Күп йырсылар ошо йырҙы дөрөҫ итеп башҡара, ә ул иғтибарһыҙлығы арҡаһындамы, әллә вайымһыҙлығына барыпмы:

                           “Алыҫтарҙан ағарып, ай, күренә,

                            Ирәндекәй тауҙың аҡ ташы...” тип һуҙып ебәрҙе.

Ошоғаса Ирәндек тауҙарын арҡырыға-буйға күп гиҙҙем, әммә унда һис ҡасан аҡ таш осратҡаным булманы, һәм булмаҫ та, унда тик һоро суйыр таштар ғына бар. Шулай булғас, башҡа йырсыларҙан үрнәк алып, “Ирәндек”, тип түгел, “Ирәмәл” тип йырларға кәрәк.

Мәшһүр “Сибай” йыры. Уны Рамазан ағай Йәнбәковтан да шәп башҡарған кешене ошоғаса осратманым. “Сибай”ҙы Сибай театрының танылған актеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Хәмзә ағай Ҡурсаев та ифрат оҫта йырлай торғайны.

                         Йәшел дә генә сана, зәңгәр дуға,

                         Ектер һәнә Фатимам тура атҡа...

тип йырлай, хәҙерге билдәле халыҡ артисы башҡа ҡорҙаштарына ҡушылып. Хата ебәрәһең, мырҙа, тип әйтеп тә ҡараным, иҫе лә китмәй бының. Ғалим Вәкил Хажиндың фекерен ҡеүәтләп шуны әйтәм: “зәңгәр дуға”, түгел, “зеңгер дуға”!  Хәҙер йырҙа йырланған күренеште күҙ алдына килтерегеҙ әле: сана йәшел, дуға зәңгәр, тәртә (булғас булһын инде) ҡып-ҡыҙыл икән, ти, был ниндәй мәғәнәһеҙлек, күркәмлекте һанға һуҡмау, һеҙ шундай ен-пәрей санаһына ултырыр инегеҙме?!

Нимә һуң ул зеңгер дуға? Борон кантондар, старшиналар дуғаларына бәләкәй ҡыңғырау тағып йөрөр булғандар. Шул, зеңгерләү тауышын ишеткәндәр: “ана, хужа килә, ил ағаһы килә ята” тип ҡаршы алырға сыҡҡандар.

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле йәмәғәт, халыҡ йырҙарын тыныслыҡта ҡалдырып беҙҙең заман йырҙарына күсәйек, мәҫәлән, Алһыу Бәхтиева яратып башҡарған “Аҡсарлаҡ” йыры. Уның тексын мин яҡшы белгән, талантлы драматург, йор һүҙле, үҙенсәлекле шағир яҙған. Хәҙер инде йырҙың тексына иғтибар итәйек:

                               Аҡсалаҡтар уйнар күлдә,

                               Табып алдым пар ҡанат.

                               Һөйөүемдең билгеһе тип,

                              Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап...

Бында бит бәләкәй ҡаурый тураһында түгел, пар ҡанат хаҡында һүҙ бара!

    ... Шулай итеп, көҙ мәле. Ҡаҙ өмәһендә, ғашиҡ ҡыҙ, һөйгән егетенә пар ҡанат бүләк итте икән, ти. Ә ул тотто ла теге нимәләрҙе ике яҡ түшенә ҡаҙап урамға сыҡты, өҫтәүенә кискеһен клубҡа барҙы. Күҙ алдына килтерҙегеҙме? Ни тиклем йәмһеҙ, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән күренеш, аҡылы дөрөҫ, зиһене саф әҙәм быны һис ҡасан да эшләмәйәсәк!

Элвин Грей, йәғни, беҙҙеңсә атағанда Радик Юлъяҡшин репертуарында “Ҡайындар” тигән йыр бар. Матур ғына, йәштәр яратып ҡабул итә уны.

                               Ҡайһы ҡайында, ҡайҙа һин,

                               Айыралмай тик торам.

                               Яңғыҙ ҡайынды ҡосҡанмын,

                                Мин уны һин тип торам...

Ярай, лирик герой икән ти, шағир бәлки ошо мәлде образлы һүрәтләргә лә ынтылғандыр, уныһын да аңлайым, һәр хәлдә аңларға тырышам, әммә егеттең ҡыҙҙы ҡосам тип, кәкре ҡайынға терәлеп тороуына ышанып бөт-мәйем. Ошо ерҙә, был елғыуар, зимагор, осрашыуға һуҡмыш барғандыр, тигән уй ҙа тырнап ҡуя күңелде.

“Йырҙың йыртығы юҡ”, ти халыҡ мәҡәле. Йыртыҡтары уҡ булмаһа ла ҡайһы берҙәрендә тишек-тошоҡтар ҙа осрап ҡуя ҡайһы саҡ. Йыр булғас тексы ла матур, моңо ла хәтерҙә ҡалырлыҡ, йәнде бәүетерлек, йә тетрәндерерлек булһын, шул сағында ғына уны күкрәктәрҙе киреп ебәреп башҡарып, йә мөкиббән китеп онотолоп китеп тыңлап була.

Радионы йәнә ҡабыҙҙым ә унда йәнә йырлайҙар икән:

                             Күгәрсен ояла,

                             Оялары быяла,

                             Күгәрсендәр кеүек гөрләп,

                             Йәшәйек был донъяла...

Йәшәйеш баштүбән китеп үҙгәрҙе шул, беҙ бала саҡта күгәрсендәргә ояны ҡалын таҡтанан әтмәләй инек, хәҙер ни тиһәң дә ныҡ алға киткәнбеҙ, 21 быуатта көн итәбеҙ, уны төҫлө оргбыяланан ғына етештерә башлағандар. Ысынлап әйтәм, кәйеф китте ҡара таңдан...

 

 

 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас