АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
10 Февраля 2022, 10:45

ЯҘҺЫН ӘЛЕ БЕҘГӘ ЙӘШӘРГӘ

Вәсимә (Мәзүнә) Сафа ҡыҙы Күсәрбаева Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында йәшәй. Ошо ауылда тыуып, буй еткереп, ошонда уҡ төпләнгән. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, фермала һауынсы булып эшләй. Унан Ҡырмыҫҡалыла бухгалтер курсын үтеп ҡайтҡас, фермала хисапсы-лаборант булып эшен дауам итә. Әле хаҡлы ялда. Ике улының, бер ҡыҙының тормошона ҡыуанып, өс ейән, бер ейәнсәр һөйөп ғүмер кисерә. 53 йәштә руль артына ултырған сос ханым 9 йыл инде ауылдағы “Хазина” ансамблендә шөғөлләнә. Һәр яҡлап уңған ҡатын бәләкәйҙән ижадҡа ғашиҡ, шиғырҙар яҙа. Хатта бер йылы уйламаҫтан пьеса яҙып, уны ауылдаштары менән сәхнәләштереп район конкурсына тәҡди итә һәм “Йыл асышы” исемен алыуға өлгәшә. Бала саҡтан көндәлек тотҡан Вәсимә Сафа ҡыҙы кисерештәрен шиғыр итеп аҡ ҡағыҙға төшөрһә, күңел йылыһын буй балаҫтарға бирә. Ысынлап та, ул һуҡҡан балаҫтар күҙҙең яуын ала шул. Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы тип белмәй әйтмәгәндәрҙер инде. Шундай һәләтле яҡташыбыҙҙың шиғырҙарын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

ЯҘҺЫН ӘЛЕ БЕҘГӘ ЙӘШӘРГӘЯҘҺЫН ӘЛЕ БЕҘГӘ ЙӘШӘРГӘ
ЯҘҺЫН ӘЛЕ БЕҘГӘ ЙӘШӘРГӘ

Вәсимә (Мәзүнә) Сафа ҡыҙы Күсәрбаева Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында йәшәй. Ошо ауылда тыуып, буй еткереп, ошонда уҡ төпләнгән. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, фермала һауынсы булып эшләй. Унан Ҡырмыҫҡалыла бухгалтер курсын үтеп ҡайтҡас, фермала хисапсы-лаборант булып эшен дауам итә. Әле хаҡлы ялда. Ике улының, бер ҡыҙының тормошона ҡыуанып, өс ейән, бер ейәнсәр һөйөп ғүмер кисерә. 53 йәштә руль артына ултырған сос ханым 9 йыл инде ауылдағы “Хазина” ансамблендә шөғөлләнә. Һәр яҡлап уңған ҡатын бәләкәйҙән ижадҡа ғашиҡ, шиғырҙар яҙа. Хатта бер йылы уйламаҫтан пьеса яҙып, уны ауылдаштары менән сәхнәләштереп район конкурсына тәҡди итә һәм “Йыл асышы” исемен алыуға өлгәшә.

Бала саҡтан көндәлек тотҡан Вәсимә Сафа ҡыҙы кисерештәрен шиғыр итеп аҡ ҡағыҙға төшөрһә, күңел йылыһын буй балаҫтарға бирә. Ысынлап та, ул һуҡҡан балаҫтар күҙҙең яуын ала шул. Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы тип белмәй әйтмәгәндәрҙер инде. Шундай һәләтле яҡташыбыҙҙың шиғырҙарын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

 

Ғүмер

Елдәй елеп ғүмер үтеп бара,

Алмашына миҙгел миҙгелгә.

Маңлайҙағы һырҙар тәрәнәйә,

Олоғайыу бер аҙ һиҙелә.

 

Аҙымдар ҙа элеккеләй түгел,

Абындыра тигеҙ юлда ла.

Буш хыялдар ғына арта бара,

Күңелдә дәрт ташып торһа ла.

 

Әле генә башланғайны һымаҡ

Мәшәҡәтле тормош юлдарым.

Ҡай арала үҫеп, буй еткереп

Парланышты ҡыҙым, улдарым?

 

Уйҙар диңгеҙендә ятып китәм

Өмөтләнеп матур көндәргә.

Үпкәләмәй килгән ҡартлыҡты ла

Яҙһын әле беҙгә йәшәргә.

 

Һағынамын әсәй!

Ярҙарынан ашҡан ташҡын кеүек

Һағыштарым ашты ярынан.

Йылдар үткән һайын мин нығыраҡ

Әсәкәйем, өҙөлөп һағынам.

 

Күҙ алдымда әле бөгөнгөләй

Ҡолас ташлап бесән сабыуың.

Ҡыҙҙҙарыма ти(е)п, арыһаң да

Суҡ еләктәр йыйып ҡайтыуың.

 

Һиҙмәһендәр тиеп етемлекте

Әсәкәйем, һин бит тырыштың.

Иңдәреңә һалып күндәм тарттың

Ауырлығын бары тормоштоң.

 

Илай-илай еүеш мендәр ҡосоп,

Көткәнһеңдер таңдар атыуын.

Өмөт усағыңа ҡуҙҙар өҫтәп,

Бәхет тигән йондоҙ балҡыуын.

 

Күҙ ҡараңдай күргән өс ҡыҙың

Хәҙер өләсәйҙәр үҙҙәре.

Рухың, әсәй, тыныс булһын,

Онотмайбыҙ һинең һүҙҙәрҙе.

 

Ауылыма

Ауылымдың урамдарын

Буйлап һис тә туйманым.

Бала сағым, йәшлегемде

Уйлай-уйлай ураным.

Эй, ауылым матурһың һин

Болондарың, ҡырҙарың.

Һиндә үҫә ғорурланып

Егеттәрең, ҡыҙҙарың.

Борғоланып Һаҡмар аға

Ауылымды уратып.

Таңдарыңда ҡоштар һайрай

Күңелдәрҙе уятып.

Айға оҡшаш айгүл ята,

Күстәнәһе—ғорурлыҡ.

Һиндә үткән һәр бер көнөм

Хазинаға торорлоҡ!

 

Аймылыштыҡ

Аймылыштыҡ, юлдар айырылды

Ғәйеплене эҙләп ни файҙа?

Йылдар аша тауыш бирәм һиңә

Өҙөлөп һөйгән йәрем һин ҡайҙа?

Бөрөләнгән һөйөү гөлөбөҙҙөң

Өҙҙөң сәскәләрен йәлләмәй.

Аңлашыуҙар кәрәк булған да бит

Саф хистәрҙе ябып бикләмәй.

Бер йылғаның ике ярындабыҙ

Ҡул һуҙымы ғына аралар.

Бергә булыу беҙгә яҙмағандыр,

Ҡалды йөрәктәрҙә яралар.

Саф булғанда һөйөү хистәребеҙ

Аймылышҡа юлдар ҡуймағыҙ!

Үпкәләүҙәр үкенеүгә илтеп

Пар ҡанатһыҙ тороп ҡалмағыҙ!

 

Ҡыш

Ҡарһылыуҡай ер өҫтөнә

Ап-аҡ юрған япҡан.

Наҙлы ҡайын йәш кәләштәй

Аҡ ҡарҙан алҡа таҡҡан.

Һилгә ҡалып бар тәбиғәт

Ҡышҡы йоҡоға талған.

Ара-тирә ҡар өҫтөндә

Ҡуян эҙҙәре ҡалған.

Ниҙәр генә яҙылмаған

Тәбиғәт яҙмышына.

Һис хыянат итмәйенсә

Миҙгелдәр алмашына.

Йылы ҡояш нурын тойоп

Ҡар һыуҙары иреп ағыр.

Һөткә тулған күкрәк кеүек

Ер-әсәм дә һутҡа тулыр.

 

Ауылҡайым Таулыҡай

Йыраҡтарҙан ҡайтһам ҡаршы ала

Тау башында һылыу ҡайынҡай.

Елдәрең дә наҙлап сәләм бирә

Тыуған ауылым минең Таулыҡай.

Туғайыңда үҫкән сәскәләрең

Үҙҙәренсә матур, наҙлыҡай.

Юҡтыр тиңдәр һинең матурлыҡҡа

Ауылҡайым минең Таулыҡай.

Толомдарым йыуып Һаҡмарыңда

Һиндә үҫтем ауылым Таулыҡай.

Мөхәббәтем табып тамыр йәйҙем

Ауылҡайым һинән тайпылмай.

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас