АТАЙСАЛ
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
9 Февраля 2022, 06:16

Башкириямы, әллә Башҡортостанмы?

       Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, беҙҙең Республика “Башҡортостан” тип атала һәм унда күп милләттәр татыу, берҙәм дуҫ булып йәшәйҙәр, республикабыҙҙы үҙҙәренең туған телдәре, мәҙәниәттәре менән байыталар, күркәм итәләр. Бер тел икенсеһенә һыйынғанда, бер мәҙәниәт икенсеһенең янында булғанда ғына йәшәй үҫә һәм һаҡлана ала. “Болғанған аштың тәме китә”, тигән мәҡәл дә бар, улар боҙолмай, болғанмай, саф килеш һаҡланғанда ғына бөйөк һәм ҡабатланмаҫ!

Башкириямы, әллә Башҡортостанмы?Башкириямы, әллә Башҡортостанмы?
Башкириямы, әллә Башҡортостанмы?

       Яңыраҡ чатта коллегаларым араһында бәхәс ҡупты – беҙҙең республика нисегерәк аталырға тейеш, Башкириямы әллә Башҡортостанмы? Бәлки бәхәстең килеп сығыуы урынлылыр ҙа, сөнки Үҙәк телевидение үҙенең тапшырыуҙарында республикабыҙҙы тартыныуһыҙ рәүештә “Башкирия” тип тылҡый башланы. Билдәле спорт комментаторы Дмитрий Губерниев ҡына беҙҙең төбәкте ауыҙ тултырып “Башҡортостан” тип атай, һәм унда йәшәгән халыҡ, бөгөнгө көндә Ҡытайҙа барған, Олимпия уйындарында ҡатнашҡан, матур һөҙөмтәләр күрһәткән беҙҙең спортсылар  менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

      Башҡортостан Республикаһының 1993 йылдың 24 декабрендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол-тай депутаттары ҡабул итеп раҫлаған Конституцияның беренсе статья-һында: “... Наименования “Республика Башкортостан” и “Башкортостан” равнозначны” тип яҙып ҡуйылған, тимәк, Республикабыҙ закон нигеҙендә “Башҡортостан” тип атала, уны үҙгәртергә йә икенсерәк итеп атарға хаҡыбыҙ юҡ.

               “Стан” һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Ул беҙгә урыҫ һөйләшенән килеп ингән һәм тура мәғәнәһендә “торған урын”, “торған ер”, тип тәржемә ителә, мәҫәлән: станция, полевой стан, баҫыу станы, бригада станы. Шул “стан” ялғауы ерле халыҡ йәшәгән төбәктәргә бирелгән дә инде.  Тулы хоҡуҡлы Рәсәй субъекттары булып Башҡортостан менән Татарстан иҫәпләнә, элекке Советтар Союзының Союздаш республикалары, хәҙер үҙаллы дәүләттәр булып киткән Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Таж-икстан, Ҡырғыҙстан әле лә үҙгәрешһеҙ, үҙ исемдәрендә ҡалған, Ер шары картаһында Афғанстан, Пакистан, Һиндостан бар.

               Тағы һүҙ ыңғайы шуны әйтеп китмәксемен, ир-ат затынан булғандарҙы ҡайһы саҡ “башкирин” тип ебәрәләр. Был бит төптө хата! Әгәр ир-егеттәр "башкирин" икән, ҡатын-ҡыҙ яғынан булғандар "башкиринка" булып килеп сығалар түгелме?

      Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, беҙҙең Республика “Башҡортостан” тип атала һәм унда күп милләттәр татыу, берҙәм дуҫ булып йәшәйҙәр, республикабыҙҙы үҙҙәренең туған телдәре, мәҙәниәттәре менән байыталар, күркәм итәләр. Бер тел икенсеһенә һыйынғанда, бер мәҙәниәт икенсеһенең янында булғанда ғына йәшәй үҫә һәм һаҡлана ала. “Болғанған аштың тәме китә”, тигән мәҡәл дә бар, улар боҙолмай, болғанмай, саф килеш һаҡланғанда ғына бөйөк һәм ҡабатланмаҫ!

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас