АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
19 Ғинуар 2022, 08:45

Кеше эҙләйем

      Бәлки уларҙан шағир һәм яҙыусы ла сыҡмаҫ, беләм, ә мин Диаген ише кеше эҙләйем, йәмәғәт, донъяны яратҡан, матурлыҡ таратҡан, үҙе лә матур булған Кешене!   

Кеше эҙләйем
Кеше эҙләйем

         Тирә-йүнебеҙҙә пандемия ҡотора, ә беҙ балалар менән матурлыҡ, тәүфиҡ, шәфҡәтлелек, мәрхәмәт, һөйөү хаҡында шиғырҙар, новеллалар яҙабыҙ.

         Шиғыр, сәсмә әҫәр яҙырға өйрәтеп булмай, йә ул, Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән илаһи һәләт бар, йә бөтөнләй юҡ. Ундайҙарҙы эҙләп табырға ғына мөмкин. Ошо йәшемә етеп тик бер генә талантлы ҡәләм оҫтаһын табып башҡорт әҙәбиәтенә сығарҙым. Бөгөн ул иң емешле эшләгән әҙиптәрҙең береһе, ошо эшемә ҡыуанам, ошо эшем өсөн оло ҡәнәғәтлек кисерәм.

         Антисфендың уҡыусыһы, боронғо грек философы Диаген Синпский көпә-көндөҙ шәм яғып урам буйлап йөрөй икән, һәм һораған беренә былай тип яуап бирә: “Кеше эҙләйем!”

         Шәкерттәремә әҙәбиәт теорияһының башланғыстарын төшөндөрәм, әҙәби әҫәрҙәр яҙып аҙапланабыҙ. Бәлки уларҙан шағир һәм яҙыусы ла сыҡмаҫ, беләм, ә мин Диаген ише кеше эҙләйем, йәмәғәт, донъяны яратҡан, матурлыҡ таратҡан, үҙе лә матур булған Кешене!

  

 

Автор:Хайдар Тапаков