Әҙәби мѳхит
12 Января 2022, 14:23

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Алтынсы киҫәк.)

   Аҡҡош кире төшһә лә күңелде билдәһеҙ шатлыҡ биләп алды. Осасаҡ был ҡош, мотлаҡ осасаҡ! Ҡанаттары ғына нығынһын. Ауыр, төҙәлмәҫ яралар ҙа төҙәлә, йәрәх­әттәр ҙә уңала. Уларҙы ваҡыт дауалай…

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Алтынсы киҫәк.)Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Алтынсы киҫәк.)
Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Алтынсы киҫәк.)

 

       Иҫемде йыйҙым. Көҙгө һалҡын кис айнытып ебәргәндәй итте. Нишләнем һуң әле мин?!. Нишләнем!

       Бер яҡ ситтә бөгәрләнеп ятҡан Розалияға барып теҙләндем:

            – Кисер, үтенәм, кисер! - Бая ҡыҙ инәлә ине, хәҙер мин уның хәленә төштөм. - Барыһы ла ихтыярымдан тыш килеп сыҡты. Кисер! Мин һине яратам, ысын яратам!

        Ҡыҙ өркөтөлгән кейектәй аяҡтарына баҫты ла, йәшле йөҙөн минең яҡҡа бороп нәфрәт тулы ҡарашы менән көйҙөрҙө:

            – Хайуан! Ҡәбәхәт! Бысраҡ йән! Беҙҙе бәхетһеҙ иткәс, үҙең дә ғүмер буйы бәхет күрмәй ғазапланып йәшә, ыҙа сик!  - Ҡыҙ эләгә-йығыла йүгереп китте лә бер аҙҙан ҡараңғылыҡта ирене, әйтерһең уны шул шомлолоҡ үҙенә тартып алды ла кире сыҡмаҫлыҡ итеп йотто...

       Тубыҡланған килеш оҙаҡ һеңгәҙәп ултырҙым. Быуындар таралып бара, булмыш­ым­ды бушлыҡ солғап алған. Дерелдәтә. Тештәр шаҡылдай. Дерелдәү өшөүҙән түгел, ҡайҙандыр эстән килә, әйтерһең, йөрәгем өшөй, ҡылған эштән ытырғанып, йәнем өш­өй.

 Ҡапыл ҡәтғи ҡарарға килдем дә тракторға уҡталдым. «Белорусь» килгән тиҙлеге-н­дә ҡайтыу яғына осто. Ҡайтып, өйҙән ҡулға нисек мылтыҡ алғанмындыр, нисек итеп ошо тауға артылғанмындыр, хәтерләм­әй­ем. Таң һыҙылып килә, мин бында, суйыр таш өҫтөндә ултырам. Сикәмдә ҡушкөбәктең тимер һалҡынлығын тоям. Алдымда яртылаш эселгән араҡы шешәһе. Бармағым тәте өҫтөндә ята. Баҫ ҡына, тинтәк башың хәҙер сәсрәп осасаҡ. Ул сағында анау көңгөрт күк йөҙө, түбәнгә тиклем һалынған ҡарағусҡыл болоттар ҙа юҡ­ҡа сығасаҡ. Йәшәү ҙә шул болоттар ише мәғәнәһеҙҙер. Улар бит өҙлөкһөҙ туҙғы­ш­ып, ҡайҙалыр ашыҡҡан булалар, барыбер, иртәгәме, әллә унан һуңғараҡмы, иреп бө­тәсәктәр, ямғыр тамсыларына әүерелеп теләһә ҡайҙа һибеләсәктәр, һеңеп ғәип була­саҡтар. Юҡ, болоттар әлегә йәшәй, күренәләр, ергә һалынып, ҡуйы томанға буталған итәгенән ҡоштар тауышы ла ишетелә хатта: «Ҡаңҡа-а-а-а, ҡаңҡа-а-а-а, ҡаң-ҡа-а-аа­аа…»

      Әллә был өҙгәләнеү тауышы Розалияныҡымы?.. Ишетәһем килмәй! Ишетәһем кил­мәй!

     Ҡолаҡтарымды баҫам. Тауыштар һаман да яҡыныраҡ, асығыраҡ ишетелә: «Ҡа-ң­-ҡа-а-а-аа… ҡаңҡа-а-а-ааа… А-а-а-аа…»

       Етте! Сикәмә ҡыҫылған мылтыҡты ҡаңғылдашҡан тәңгәлгә тоҫҡап, бер-бер арт­лы атып ебәрҙем. Шартлауҙан шаңҡып, тирә-йүн тынып ҡалды һымаҡ.

      Ни күрәм, болот эсенән ниндәйҙер ҙур ҡош шыҡыйып килеп сыҡты ла, осорға ын­тылып сәбәләнеүенә ҡарамаҫтан, бейеклеген юғалтып тупылдап ергә ҡоланы.

     Был ниндәй ҡәһәрле көн булды һуң?! Мылтыҡты, араҡыны ултырған суйыр ташҡа сәсрәтә һуҡ­тым да ҡошҡа ҡарай йүгерҙем.

     Аҡҡош инде сәбәләнмәй, яралы яғын өҫкә бүлтәйткән дә, муйынын һоноп күккә төб­әлгән. Күҙҙәре тулы моң-хәсрәт. Өҫтә аяныслы ҡысҡырып, ише, икенсе аҡҡош өйрө­лә.

            – Кисер, мине аҡҡош, кисер!  Бит мин һине үлтерергә йыйынманым да. Телә­мә­нем дә… Тоҫҡамай ғына атҡайным бит… Яңылыш… йә үлмә инде… Үтенәм, үлмә…

       Ҡошто костюмыма төрөп алдым да ауыл яғына ҡарай атланым. Яранан аҡҡан ҡан һа­рҡып, аҡ күлдәгемде лысма ҡан итте, ҡыҙылға буяны.

            – Үлмә, йәме? Үлмә… Беҙҙә йәшәрһең, нисек тә икәүләп йәшәрбеҙ әле…

   Баш осонда кәйелгән аҡҡош ауылға ҡәҙәр оҙата килде лә, ихатаға боролғас, һуң­ғы тапҡыр асырғанып ҡаңғылданы ла, әллә ҡайҙа осоп китте, уның был ауазы ише ме­н­ән бәхилләшеүе ине, шикелле. Ҡулымдағы аҡҡош муйынын һоноп уны ҡарашы ме­н­ән оҙатып ҡалды.

    Яра бәхеткә күрә хәүефле түгел ине. Шулай ҙа уң яҡ ҡанат сурт һынған, һөйәк­тә­ре ағарып күренеп тора. Ҡанатты йод менән эшкәртеп стериль бинт менән талыҡлап бәйләгәс, өйгә индем, өҫ-башты алмаштырып кейҙем. Ентекләп ҡырындым, биткә одек­о­лон һөртөргә лә онотманым. Шунан өйҙәгеләрҙең аптыраулы һорауҙарына яуап та биреп тормай, осраҡлы ылауға һағып юлға сыҡтым. Хәҙер бер генә юл - төр­мә. Минең һымаҡ хәшәрәткә кешеләр араһында урын ҡалма-ны.

       Милиция бүлегенә килеп еткәндә төш ауғайны. Дежур милиционер ингәндә иғ­ти­барһыҙ ғына һирпелеп ҡуйғайны, бер аҙҙан алдындағы ҡағыҙҙарында соҡоноп минең турала бөтөнләй онотто ла шикелле. Ике-өс сәғәт ултырғас был ниһайәт ҡағыҙҙарынан айыр­ыл­ып башын ҡалҡытты:

            – Ни йомош, гражданин?

            – Минең турала бөгөн һеҙгә хәбәр итергә тейештәр, шуға мәшәҡәт тыуҙырмаҫ өсөн үҙем килдем.

            – Ниндәйерәк хәбәр инде?

            – Ҡурҡыныслы енәйәтсе мин, гражданин милиционер, шуның өсөн эҫе мәлендә рәшәткә артына ябып ҡуя алаһығыҙ.

       Милиционер аптыраулы ҡарап ултырғас ышанмаусан тонда әйтте:

            – Ҡурҡыныс енәйәтсенең ҡылғандарынан ваз кисеп килгәне хаҡында ишет­кә­н­ем булһа ла күргәнем юҡ ине. Ярай улайһа, көтөгөҙ.

     Көн кискә ауышты. Һаман да ҡулға алмайҙар былар. Көтәм. Сыҙамлыҡ бөткәс, үҙ­емде етәкселәренә индереүҙе үтендем. Милиция начальнигы сал сәсле подполковник көлөмһөрәп үҙе һүҙ башланы:

            – Яза көткән енәйәтсе һинме әле? Ниндәйерәк хилафлыҡтар ҡылып ташланың инде?

            – Минең турала хәбәр итергә тейештәр, - тип баяғы һүҙҙәрҙе ҡабатланым.

   Миңә эйәреп ингән милиционер яурындарын йыйырҙы, «хәбәр итмәнеләр», йәнәһе.

       Начальник ҡул һелтәне:

            – Бар, ҡайтып айныҡ, айнытҡысҡа урын юҡ, бөгөнгә япмай торабыҙ.

            – Мин аҡҡош аттым!

        Милицияға илтеп, мылтыҡ онтаҡтарын тапшырҙым. Ҙур ғына штраф та сә­пәгән булдылар. Үҙенең мөхәббәтен аяҡ аҫтына һалып тапаған миһырбанһыҙға шт­р­аф нимә генә?!.

    Ә Розалия һыуға батҡандай ғәйеп булды. Әйберҙәрен күтәреп юл ситендә  торған­ын ғына күргәндәр. Милицияға хәбәр итеп, ауыл шаулатып түбәнһенергә теләмәгән­дер. Бер ни ҙә йәшереп булмаған ауыл ере булһа ла гөнаһым хаҡында бер кем дә бел­мәне. Әнүәр генә хәйләкәр йылмайып  Розалияның көтмәгәндә китеү хәбәрен минән аша асыҡларға маташҡайны, теге саҡтағынан да хәтәрерәк итеп яғаһынан бөрөп һел­кеткәс ул да телен тешләне. Сибәр генә түгел, ғорур ҙа ине  Розалия, йән яраһын, йө­­рәк серен шулайтып үҙе менән алып китте. Ҡайһы яҡтарҙа йөрөй, ҡайҙа йәшәй - белгән юҡ. Тик шуныһын ғына асыҡ әйтә алам, ул Фәрит менән түгел. Розалияны шулай ит­еп мәңгегә юғалттым, ғазаптары ғына ҡалды. Күңелемә аҡҡош булып ингән беренсе һәм һуңғы мөхәббәтем-дең ҡанатын һындыр-ҙым.

    Фәрит Өфөлә йәшәй, таныла башлаған йырсы тиҙәр. Класташым аша ишеттем, һа­ман булһа ла өйләнмәгән. Иртән радионан ул йырлай ине бит. Башта ҡайтыш­ты­рғы­лай торғайны, хәҙер ҡайтмай ҙа. Бына уның һуңғы бүләге - Әхмәт сикәһендә ялтас­ланып күренгән яра йөйөн һәрмәне.

   Байтаҡ ҡына шымтайышып ултырҙыҡ. Әхмәт тәмәке ҡабыҙып, ҡабаланмай ғына тар­т­ып бөттө, һыпырып алып ташларға теләгәндәй, йәнә теге йөйҙө ҡапшаны.

            – Яра, тигәндәй, уныһы былайыраҡ булды.

      Фәниәгә өйләнгән йылы йәш ҡатыным ай-вайыма ҡарамай, көсләп тиерлек һа­бан­туйға алып китте. Ҡатын-ҡыҙҙы беләһең бит, уларҙы иң әүәл сепрәк-сапраҡ ҡыҙыҡ­һын­дыра. Билдәле булыуынса һабантуйҙа сауҙа шәп була: район үҙәгенән, күрше тир­ә­нән, башҡа яҡтарҙан тауарҙарын тейәп килеп тулалар. Бисә туғайҙа теҙелгән рәттәр буйлап унда-бында тартҡыланы ла: “Эй, ошоно, исмаһам кеше араһында парлашып йөрөп тә булмай!”, тип ҡылтайып китеп тә барҙы. Мин ир-ат-тар эркелгән көрәш майҙанының бер ситенә барып сүгәләнем. Бил һынарға сығырға йыйынмайым да, ош­­­оғаса көрәш­кән­ем дә еткән, әйҙә, маташтырһындар, мәйтәм.

     Ҡайҙандыр ҡунаҡҡа килгән йылғыр әҙәм егеттәрҙе уңға-һуңға атып бәрә генә. Көс һынашырға теләүсе лә табылмай башланы Кемдер: «Ауылды оятҡа ҡал-дырабыҙ ег­ет­тәр, дасадны, уны еңеүсе табылыр тиһеңме», тип өмөтһөҙ һуҙҙы. Быны хуплау итеп ҡабул итҡән ҡунаҡ бөйөрөнә таянып, һауалы йылмайып урта-ла тора: «Кемдең ҡул­ы­н­ан килә, йә көрәшеп ҡарайыҡ», ти һөмһөҙ ҡарашы.

  Ауылдаштар мине эткеләп-төрткөләп тигәндәй уртаға сығарҙы. Бының менән оҙ­аҡ йонсоманым, майҙанды ике-өс тапҡыр әйләнгәс, ҡунаҡ еңел генә итеп эләктереп алырға самалаған мәлдә генә, турайған билен ҡыҫып әйләндерҙем дә һалдым. Абайламай ҙа ҡалды.

       Майҙанда яңғыҙым торам. Хәҙер миңә ҡаршы сығыусы табылмай. Судья вазифа­һын башҡарған тыртыҡ Айнур инәлеп йөрөй башланы:

            – Йә, егеттәр, төп бүләкте быйыл да Әхмәт ала булып сығамы? Тәүәккәллә-геҙ әле, йә, ағай-эне, бүләккә тигән тәкә һимеҙ бит, Һултантимер фермаһынан үҙем барып һайлап алдым. Йәгеҙ, егеттәр көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ, Әхмәт тә еңелмәҫ кеше түгел бит!

            – Мин сығам! – Тауыш бөтөнләй сит яҡтан ишетелде. Халыҡ шул яҡҡа борол­до.

     Унда ҡаласа кейенгән, урта буйлы, ҡаҡса кәүҙәле кеше тора, ҡара күҙлек кейеп ал­ған. Уны таныйым да, танымайым да һымаҡ. Былай үҙендә көрәшсегә хас буй-һын күренмәй. Яҡынланы. Ҡабаланмай ғына галстугын, күлдәген һалды, күҙлеген систе лә ҡаршыма килеп баҫты. Таныным. Фәрит ине ул.

       Ул тишерҙәй итеп миңә ҡараны ла Айнур һонған таҫтамалды биленә ураны:

            – Йә, көс һынашабыҙмы?

       Күҙ алдынан биттәре йәшкә сыланған Розалияның йөҙө йүгереп үткәндәй булды, хатта иңрәүле тауышы ла ҡолағымда сыңлай: «Беҙҙе бәхетһеҙ иткәс үҙең дә ғүмерең буйы ғаз­ап­ланып, ыҙа сигеп йәшә, ҡәбәхәт…» Йәнә күккә ҡараған хәсрәтле моңһоу аҡҡошто яңынан күргәндәй булдым, бейектән килгән асырған-ыулы саҡырыуҙы ла ишеттем…

            – Һынашабыҙ - Тауышым ышанысһыҙ, ҡалтырауыҡлы сыҡты. Ҡулыма таҫ­та­м­алды урай алмай аҙапландым. Эсемдән аңлашылмаған дерелдәү үтте. Теге кистәге кеүек. Көрәшеп башланмаҫ элек үк рухи яҡтан һынғайным инде мин, еңелгәй­нем.

       Башланыҡ. Фәрит ҡарап тороуға ғына сибек икән, көслө ҡулдары менән билдән матҡып, быуып алды, тын алырмын тимә. Ҡаты ғына итеп елтерәтеп тә ебәрҙе. Мин­дә ни көрәш ҡайғыһы юҡ, һөйрәләм инде ҡом тултырылған тоҡ ише.

       Тегенең биленән эләктерер мәлдәр ҙә булды, күтәреп ал да ырғыт инде. Юҡ, ҡул­дар үҙемдеке түгел, тыңламайҙар, тубыҡтар ҙа хәлһеҙләнеп бөгөлгән.

       «Өйләнгәнме? Нисек ҡайтырға итте икән… Розалия менән булған хәлде беләме?  Белмәйҙер… Улай тиер инең, нисегерәк ҡараны… Нәфрәтле, утлы, үсле ҡараш… Кө­с­лө еңмәй - үсле еңә, тиҙәр бит, мине күрә алмауы уға көс-ҡеүәт бирәлер…»

   Үҙем майҙан буйлап әйләнәм, ә башымда шундайыраҡ уйҙар ҡайнай. Бына һиңә көрәшсе!

       Көрмәкләшә торғас, йәйелгән балаҫтан ситкә төшөп киттек. Нишләптер судья ла беҙҙе туҡтатырға йыйынмай, халыҡ та тып-тын ҡалып күҙәтә. «Уф-ф-ф-ф…» Тубыҡ­ланған аяҡтарымды яҙайым тип ҡулдарымды бушатыңҡырауым булды, был минең ҡосаҡҡа сумып, билдән бөрөп алды ла, ажарланып күтәреп, башынан аша алып бәр­ҙе, тәгәрәп барып төштөм, майҙан кәртәһенең ҡаҙығы бите ярҙы.

      Ырғытты ла, ҡанһырап ятҡан миңә, өйкөлөшөп сыр-сыу килгән халыҡҡа ла иғ­ти­бар итмәй, таҫтамалды майҙан уртаһына ырғытып, әллә ҡайҙа китеп барҙы…

       Ҡорҙаш, әллә нисә йыл йөрәктә бикләп тотҡан серемде һөйләнем. Нисектер, еңел булып ҡалды һымаҡ. - Әхмәт көрһөндө, һауа етмәгәндәй муйынын, күкрәген   ыуҙы..

            – Бына шулайтып йәшәп ятабыҙ әле. Яңынан өй бөтөрөп индек. Тик бәхетте йыйған мөлкәт кенә билдәләмәй. Яҡын кешеңә булған йылы хистәр, оло мөхәббәт ул ысын бәхеттең асылы. Уны һорап та, инәлеп тә, көсләп тә алып булмай.

     Иртән эшкә йылмайып китеүселәргә, көр күңеллеләргә, йорттарына тиҙерәк аш­ҡы­ныусыларға көнләшәм, «бәхетлеләр» тим. Ә мин үҙемдекен генә түгел, бәх-етле булас­аҡ ике кешенең яҙмышын емерҙем, аяҡ аҫтына һалып тапаным, бысраттым. Сит ояны емереп кенә, үҙеңә йылы, яҡты торлаҡ ҡороп булмай икән...

       Тау түбәнендә һөт машинаһы боролманан саң борхотоп килеп сыҡты ла, күҙ күреме ерҙән мине шәйләгәс, туҡтап, сабырһыҙланып пипелдәтергә тотондо.

            – Ана, ылауың килде түгелме? Ярай, хуш…

       Әхмәт ултырғысынан торҙо, устарын ыуҙы, ләкин тағы ҡулын бирмәне, хатта уң ҡулын артына йәшерҙе. Мин дә ҡабалан һаубуллашып, эргәмдә ятҡан әйберҙ-әремде эләктереп, машина яғына ҡарай атланым. Кабинаға инерҙән алда сыҙаманым, борол­оп ҡараным.

     Яңғыҙ ҡайын үҙенең һарылығы менән үләндәре ҡыуарған тауҙа иреп юғалған, ун­да ҡарайып Әхмәт кенә күренә. Ул шулай таш һын һымаҡ һерәйеп тороп ҡалды…

       Ауылды ситләтеп үтеп, быуа тәңгәленә еткәс, Илһам машинаһын туҡтатты ла мә­ғәнәле өндәште.

            – Радиаторға һыу ҡоям.

    Миңә уның һүҙҙәре «аҡҡош менән хушлаш» тигән һымағыраҡ ишетелде. Сыҡ­тым. Аҡҡош һаман да ҡаҙҙар төркөмөн ситләтеберәк йөҙә. Шул мәлдә күкте ҡаҙ-ҙар сың­ра­уы телде: «Аң-ҡа-а-а-а… Аң-ҡа-а-а-а-а…»

    Ошоғаса бөтә нимәгә битараф ҡиәфәттәге аҡҡош ҡапыл ҡуҙғып, ярға ташлан-ды ла ҡанаттарын йәйеп йүгерергә тотондо. Бына уның аяҡтары яйлап ҡына ерҙән айы­рылды ла аҡҡош ҡанаттарын талғын елпеп осоп китте.

            - Илһам ҡустым, күрәһеңме, оса бит был, ана һауаға күтәрелде.

       Ҡулдарыбыҙҙы баш өҫтөнә ҡуйып күҙәтә башланыҡ. Ләкин ҡыуанысыбыҙ оҙ­аҡ­ҡа барманы. Аҡҡош «өсмөйөш» тө ҡыуып етте лә кире түбәнләне. Әллә уны ҡәрҙәш­тәре ҡабул итмәне, әллә осорға күнекмәгән, ҡатҡан ҡанаттары ирек бирмәне. Ул бе­йеккә тағы ла бер тапҡыр ынтылып, киткән ҡоштарға тауыш бирҙе.

   Аҡҡош кире төшһә лә күңелде билдәһеҙ шатлыҡ биләп алды. Осасаҡ был ҡош, мотлаҡ осасаҡ! Ҡанаттары ғына нығынһын. Ауыр, төҙәлмәҫ яралар ҙа төҙәлә, йәрәх­әттәр ҙә уңала. Уларҙы ваҡыт дауалай…

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас