АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
10 Ғинуар 2022, 13:34

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк.)

            – Аҡҡошто атыу гонаһ, ҡазаға килтерә тигән ырымды күп тапҡырҙар ишеткән булһам да, ышанмай торғайным, үҙемдең яҙмышта татыным бына. Донъям бөтөн, ҡу­­­рам тулы мал-тыуар, гаражда еңел машина тора, ҡатындан да уңдым, ә барыбер йәшәүемдең бер сите китек, тормоштоң йәме лә, тәме лә юҡ. Ярай, дуҫ кеше, баштан башлайым әле. Юғиһә буталсыҡ һөйләйем, шикелле. - Әңгәмәсем тәҙрә аша ауыл эр­гәһендәге бейек ҡалҡыулыҡҡа оҙаҡ итеп текәлеп ултыр-ҙы ла ҡабаланмай ғына һөйләй башланы.  

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк.)
Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк.)

  Көтөлмәгән хәбәр аптырашта ҡалдырҙы, ни тип яуап бирергә лә белмәнем. Әхмәт тағы бүлмә буйлап йөрөп алды, ултырҙы, тынысланғандай итте.

            – Аҡҡошто атыу гонаһ, ҡазаға килтерә тигән ырымды күп тапҡырҙар ишеткән булһам да, ышанмай торғайным, үҙемдең яҙмышта татыным бына. Донъям бөтөн, ҡу­­­рам тулы мал-тыуар, гаражда еңел машина тора, ҡатындан да уңдым, ә барыбер йәшәүемдең бер сите китек, тормоштоң йәме лә, тәме лә юҡ. Ярай, дуҫ кеше, баштан башлайым әле. Юғиһә буталсыҡ һөйләйем, шикелле. - Әңгәмәсем тәҙрә аша ауыл эр­гәһендәге бейек ҡалҡыулыҡҡа оҙаҡ итеп текәлеп ултыр-ҙы ла ҡабаланмай ғына һөйләй башланы.

            – Ошо ауылдан мин. Һигеҙенсе класты тамамланым да, класташтарымдың күбеһе совхоз үҙәгендәге урта мәктәпкә йөрөп уҡығанда, СПТУ-ны бөтөрөп ҡайт-ып трак­то­р­ға ултырҙым. Шунан бирле тимер-томорҙа соҡонам. Эшкә килгәндә емереп эшлә­й­ем, алдынғылар рәтендә йөрөлә. Егет саҡта бит ҡара таңдан кискә ҡәҙәр трак­то­рҙан төшмәй йөрөйһөң дә, йүгереп ҡайтып йыуынып-кейенгәс, ашарға ла онотоп, клубҡа сығып сабаһың.­

    Киске уйындарҙа яңы ғына медицина училищеһын бөтөрөп килгән Фәниә минең яҡҡа ҡараштырғылай башланы. Буйға сибек кенә, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙҙәре гел ярҙам өмөт итеп ялбарыулы төбәлгән ҡыҙыҡай ҡайһы яғымды үҙ иткәндер, белмәйем.

      Хоҙай Тәғәлә минән буйын йәлләһә лә, көсөн йәлләмәне, һабантуйҙарҙа көрә-шеп, бил би­р­гә­нем булманы, һуңғы йылдарҙа ғына көрәшергә сыҡмайым. Ярай, уныһы тура­һы­нда һуңынан. Тиҫтерҙәрем дә минән ҡурҡыңҡыранылар, ситләштеләр. Тупаҫ телем, таш­ып торған ғәйрәтем өркөткәндер уларҙы. Телгә, ғәйрәткә килгәндә, яндырайланып, йоҙ­роҡтарҙы болғап ҡына ҡысҡырыу минең ҡылыҡ, әммә телемдең бер кемде лә йәберлә­гәне, түбәнһеткәне булманы. Йомоҡлоҡ бар инде аҙыраҡ, ә һөйләй башланыммы - ту­ҡ­татырмын тимә. Бөгөнгө һымаҡ. Бәйелһеҙ көсөм генә көҙгө һалҡын кистә сит бәхет­те емерҙе…

       Фәниәне оҡшаттым, йәшермәйем, ләкин яраттым, ғашиҡ булдым, тип әйтә ал-ма­й­ым. Һәр нимәнең үҙ мәле була, яҙ етеп, көндәр йылытыуға япраҡтар ярып, сәскәләр атырға тейеш булған кеүек.

   Шулай бөтә ауыл йәштәренә баш булып, бошонмай ғына йөрөп ятҡанда класташ­та­рым өлгөргәнлек аттестаттары алып, сығарылыш кисәһенә саҡырҙылар. Киттем со­вхоз үҙәгенә матайға атланып. Фәниәне саҡырып торманым, өйләнешмәгән көйгә ваҡ­ытынан алда тағылып йөрөмәһен, тинем, ир менән ҡатын булғас та өлгөрөр әле.

       Шул кистә башты юғалтып ғашиҡ булдым.

   Ап-аҡ күлдәк кейгән, ҡара бөҙрә сәстәре күпереп иңбаштарына ятҡан осҡон күҙ-ле ҡыҙ һирпелеп ҡарағайны - тәндәрем семерҙәп китте. Буйы ла Фәниәнән артыҡ түгел һымаҡ, йөҙө лә уға ҡарағанда көңгөртөрәк, ослайып торған танауы тирәһе-ндә һип­ке­л­дәре лә беленеп тора, ә барыбер арбаны. Бөтә кис буйы уны ғына күрҙ-ем, гөрләп то­рған ҙур залда уның селтерҙәп көлгән тауышын һағаланым, осраҡлы булһа ла миңә иғтибар итеүенә өмөтләндем. Ҡараманы. уның яғымлы ҡарашы баянын ҡулынан тө­ш­өрмәгән, төҫкә-башҡа ла, буйға-һынға ла уртасанан ары китмәгән егеттә. Былар бер-береһенә йылмайышһалар, Розалия (ҡыҙҙың исеме шулай ине) янып бейергә тө­ш­өп китә, тегеһе (егеттең исеме Фәрит булып сыҡты) баянын тағы лә дәртләнеберәк һыҙ­ҙыра башлай.

       «Хөрәсән, - тип эстән яндым, - әйҙә йылмай әле Розалияға, минән әлегә рөхсәт. Ә бына ҡыҙ­ҙы оҙата башлаһам - өркөрһөң. Дәдәңдән шөрләгәндәр етерлек, тиҙҙән һин дә уларҙың иҫәбен тулыландырасаҡһың! Өтөрәйгән сәсең, тумыртҡа танауың, кәлберләк мөсһөҙ кәүҙәң Розалияға иш тә тиң дә түгел, ул бары минеке, минеке генә буласаҡ!»  Шул яһил уйым мине оторо яр­һытып ебәрҙе.

     Кисәнең ахырын көтөргә түҙемлегем етмәй, атлығып урамға сыҡтым. Июнь тө-н­ө­нөң һиҙгер үтә күренмәле һиллеген йыртып, матайҙы тоҡандыра һалып, ҡайт-ыр яҡ­ҡа елдерҙем. Юҡ, елдермәнем, йылымыс йәйҙе ҡосағыма алып, тәгәрмәстәр аҫтын­да­ғы ерҙе лә тоймай, киң йыһанға, йондоҙҙар донъяһына остом. Өҫтөмә ауған тауҙай бәхеттән көнләшеп, йондоҙҙар емелдәште, тулған ай йомартланып нурҙарын ҡойҙо, ба­рыр тарафтарымды яҡтыртты. Иҫемә килеп, фанилыҡҡа, ысынбарлыҡҡа ҡайтҡа­н­да, анау ҡалҡыулыҡ түбәһендә тора инем ин-де. - Әхмәт тәҙрә үтә әлеге сеүәтәгә тар­тым үргә төрттө. – Бынан ҡарағанда ғына тәпәш һымаҡ, түбәһенә менһәң, бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Ҡор-ҙаш, - яҡын итеп, тәү тапҡыр шулай өндәште, - әй­ҙә, шул ҡалҡыулыҡҡа барып урайыҡ, өйҙә нишләптер  тын тарығасы.

       Ҡыуанып ризалаштым. Ҡайтыр юлым да шул ҡалҡыулыҡтың биленән урат-ып үтә. Һөт машинаһы ла әллә ҡайҙан күренеп торасаҡ.

     Юғарыға үрләйбеҙ. Юлдашыма ҡарайым. Ҡулдарын артҡа ҡуйып, һәлмәкләп ат­лай, үҙе бейектә, түбәлә үҫкән яңғыҙ ҡайынға ҡарап уҡталған. Ҡырыҫ йөҙө-нән ниндә­й­ҙер эске йыйылыҡ бөркөлә, үҙе уйсан да, моңһоу ҙа. Ул әле үҙенең күңел төбөн­дә  ҡә­­ҙерләп һаҡлаған хистәр диңгеҙендә йөҙә ине булһа кәрәк.

            – Килеп еттек. – Әхмәт алдан менеп етте лә ҡайынға терәп эшләнгән ултырғыс­ҡа ултырҙы. - Үҙем эшләнем быны. Теләгән кеше менән менеп ултыр-ырға яҙманы.

  Мин дә уның ҡаршыһына сиҙәмгә сүктем. Түбәндә шәкәр шаҡмаҡтарылай күр­е­н­гән ауылдың аҡ өйҙәрен барлап, киңлеккә, иркенлеккә ирәмһерәп, ҡайындың та-л­ғын иҫкән елгә серле шыбырҙауын тыңлап ултырҙыҡ.

            – Шул таңда тәү тапҡыр үлән-сәскәләр еҫенә иҫерҙем, уйһыуҙарҙа ятҡан аҡ-һыл томанға мөғжизәгә ҡарағандай һоҡланып ҡараным. Офоҡтан ҡыҙыл шарҙай күтәр­е­л­еп килгән ҡояшҡа ҡосағымды йәйеп йылмайҙым: «Һаумы, Ҡояш!  Ишетә­һең­ме, ға­шиҡ булдым, мин яратам! Я-ра-та-а-ам-м!» Тауышымды ҡал­ҡыу­лыҡ­тар элеп ал­ды­лар ҙа, бер-береһенә бәрә-бәрә, әллә ҡайҙарға алып киттеләр.

    Ул көндө арыуҙың ни икәнлеген дә тоймай, ҡыуана-көлә, кинәнеп эшләнем дә эш­ләнем. Әйтерһең дә, ҡулдарым урынына ҡанаттар үҫкән, әйтерһең дә, минең өсөн ке­м­дер осоноп-ярһып йөрөй, сәмләнеп, бирелеп эшләй. Үҙем «Белорусь»

тың рулен бор­ғолайым, үҙем ҡояшҡа ҡарайым. Ә ул әйтерһең дә, иртәнге һөрәнләүемдән өркөп, күк көмбәҙенең иң түренә менеп ҡунған да байырға уйламай ҙа, йыйынмай ҙа.

       Ҡайтышлай класташ егет йәшәгән өйгә һуғылдым да тураһын ярҙым:

            – Бөгөн үк, хәҙер үк Розалия менән таныштыр!

      Диванда китаптар өйөмөнә кәртәләнеп, үҙенә ял бирергә лә онотоп институтҡа им­­тихандарға әҙерләнгән класташым танау аҫтынан ризаһыҙ мығырҙап ҡына ҡуйҙы:

            – Нимәгә ут ҡапҡандай килеп инде был, тиһәм, ел ҡыуып йөрөргә икән иҫәбең.

            – Нисек?

            – Шулай. Уның егете барлығын күрҙең дә баһа. Быйыл улар бергәләп сәнғәт ин­ститутына инергә йыйыналар.

    Класташым кикректе шиңдереп сығарҙы. Инәлә-үтенә торғас, таныштырҙы-тан­ыш­тырыуын. Тик унан ни файҙа, Розалияның ике күҙе әлеге хөрәсәндә. Етәкләшеп кенә йөрөйҙәр былар, аҙға ғына булһа ла айырылышһаларсы. Тәү баштағы ҡыҙҙы еңел ге­нә үҙемә ҡаратырмын, көсөм менән егетен өркөтөрмөн тигән уйҙан һүрелдем дә ҡуй­ҙ­ым. Бер-ике кис арттарынан шәүлә һымаҡ эйәреп барып ҡараным да өмөтһөҙлөккә бирелдем. Шулай ҙа кис еттеме, Фәниәне матайға һаҡтырам да совхоз үҙәгенә киске уйындарға елдерәм. Ә Фәниәне алып барыуҙың сәбәбе – күрһендәр, йәнәһе, беҙ ҙә тө­ш­өп ҡалғандарҙан түгел, беҙҙе лә ҡыҙҙар ярата! Сер бирмәйем, ҡосаҡта - Фәниә, йөрә­к­тә - Розалия. Ятһам да, торһам да, нимәгә генә тотонһ-ам да, уйымда - ул ғына. Он­о­то­рға тырышып ҡарайым, булмай, хет башыңды ташҡа бәр.

 

Автор:Хайдар Тапаков