Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
8 Ғинуар 2022, 09:40

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Икенсе киҫәк.)

       Көкөрт һымаҡ тоҡанып киткән, тартып ултырған тәмәкеһен ситкә атҡан ирҙең ҡы­ҙ­ыулығына иғтибар итмәнем, тыныс ҡалдым:             – Ҡоштарға ҡанығыу ҡанһыҙҙар, бәғерһеҙҙәр шөғөлө.        Яралы аҡҡошто йәлләү, хәленә инеү тынысландырыр тиһәм, яуабым быны оторо ярһытты ла ебәрҙе:             – Һинең унда эшең булмаһын, аңлашылдымы? һәммәһе лә белдекле, һәммәһе лә аҡыл өйрәтә, тик мин генә хәшәрәт, мин генә ҡанһыҙ! - Ир ырғып торҙо ла, эре-эре аҙымлап, ҡаты баҫып ауыл яғына ҡарай атланы.

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Икенсе киҫәк.)
Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Икенсе киҫәк.)

      Уғаса быуаға яҡынланыҡ. Быуа, киң генә уйһыулыҡты тултырып, алҡынып ята. Алыҫтан ҡарағанда ғына саф көмөш төҫлө икән, эргәһенә килгәс, уның эсе тулы сүп-сар ҡатыш болғансыҡ һыу икәнлеге күренде. Баяғы күңелде елкендергән төпһөҙ күк зәңгәрлеге лә, усаҡтай баҙыраған ҡыуаҡтар ҙа, әбейҙәр сыуағында ирәйеп ятҡан һар­ғыт ҡамыллы ер ҙә ошо болғансыҡ буръяҡҡа мансылып бысранғандай булды.

       Шул саҡ ҡапылда көтөлмәгән мөғжизә тетрәтеп ебәрҙе:

            – Аҡҡош! Ҡустым, ҡара сәле, аҡҡош! Күрәһеңме, ана, ҡаҙҙарҙан ситтәрәк яң­ғы­ҙы ғына йөҙә! Туҡта, хәҙер өркөтәһең бит!

       Яңылыҡ Илһамға бөтөнләй тәьҫир итмәне, ул вайымһыҙ ҡалды. Шулай ҙа мине тыңлап, машинаһын туҡтатып, моторҙы һүндерҙе.

            – Ҡайһылай ғорур! Бөтә тирә-яҡты йәмләй. Ише ҡайҙа икән? Улар яң­ғыҙ йәш­әмәй шикелле.

            – Кем белһен һыңарының ҡайҙалығын. - Кабинанан еңел генә һикереп төшкән шофер тәгәрмәстәрҙе типкеләп тикшерергә керешеп китте. Мин дә әйберҙәремде сит­кә ырғытып, өҫ-башты туҙандан ҡаҡҡыларға тотондом. Илһам машинаһын урап сыҡ­ҡас, быуа янына килеп һүҙен осланы. - Бынан бер ваҡытта ла китмәй ул, көн һай­ын ошонда.

            – Матур…

            – Ҡабаланам, ағай, йә һөттө әсетермен. Әйҙә, ауылда төшөрөп ҡалдырайым да.

            – Ярай, һин ҡуҙғал, ҡалайым әле. Ауылға килеп еттек бит.

            – Эшең оҙаҡҡа һуҙылмаһа кире боролғанда һуғылырмын. Кемдәрҙән эҙләйем?

            – Әхмәт Мырҙабулатов тигән кеше йәшәргә тейеш бында. Шунда ине йомош.

             Беләм уны, өйө клуб ҡаршыһында ғына.

    Машина ҡуҙғалып китте. Мин аптыраулы ла, һоҡланыулы ла ҡарашымды аҡ­ҡо-ш­­тан ала алмай иләҫләнеп торғандан һуң, сиҙәмдә ятҡан плащымды тартып өҫтөнә ул­тырҙым.

     Аҡҡош ҡарашымды тойҙо, буғай, шәп йөҙөп быуа уртаһына китте, шулай ҙа ун­да­ғы әрпеш ҡаҙҙарға ҡушылманы, уларға етәрәк туҡтап, ҡанаттарын ҡабартып, оҙон муйынын дуғаландырып, урынында өйрөлә башланы. Йәнәһе, күрегеҙ, буй-һыным­ды, ниндәйерәкмен!

   Хәтһеҙ генә шулай үҙенең нәфислегенә маһайғас, хәүеф юҡлығын тойоп, ярға яҡ­ын­лашты. Аҙыҡ әҫәре юҡлығын белһәм дә, ҡулдарым икмәк һынығын эҙләп, порт­ф­ель төбөн ҡапшаны.

            – Мәшәҡәтләнмә, дуҫ кеше, сит-яттарҙың ҡулынан алмай ул.

       Тертләп боролоп ҡараным.

       Артыма терәлеп тигәндәй, ят әҙәм килеп баҫҡан имеш.

            – Былай ҙа бирер нимәм юҡ, тешләрлек ризыҡ яңылыш ҡына ятмаймы тип соҡоноуым.

     Ят кешене яуабым ҡыҙыҡһындырманы булһа кәрәк, ул сеүәтәле ҡулын алға һон­оп, ярға ҡарай атланы.

       Килеүсенең буй-һынына иғтибар иттем. Ҡыҫҡа буйлы булһа ла, өрөп тултыры­лған­дай тумалаҡ, ныҡ кәүҙәле ир баҫҡан һайын ерҙең биле һығылып китә­лер һымаҡ, шуға ла ашыҡмайынса һәлмәкләп кенә, саманы белеп аҙымлай.

       Еңһеҙ күлдәгенән күренеп торған ҡабарынҡы мускулдарының бармаҡ йыуан-лыҡ тамырҙарға сырмалыуы уның ғәҙәттән тыш көслө икәнлеген күрһәтә. Атлаға-нда ҡул­ын һелтәмәүе лә сәйер тойолдо. Шуға ул, ситтән ҡарағанда, артҡы аяҡтарына баҫҡан айыуҙы хәтерләтеп тә ҡуя.

    Ир яр ситенә килде, һауытын ялпаҡ таш өҫтөнә ҡуйҙы, эсендәге аҙыҡты һыуға сы­л­­атып, дәү устарында әүәләп, болғатырға тотондо. Ҡабырғалай ултырғас, хәҙер уның йөҙө бермә-бер асыҡ күренә.

   Бынамын тигән йомро баштағы бөҙрәләнеп һибелгән сөм-ҡара сәстәрҙең әҙерәге тир­ле маңлайға йәбешкән, ҡалғандары талғын иҫкән елгә туҙырап торалар. Ирҙәрҙә генә була торған тура, ныҡ танау, тоташып тиерлек үҫкән яҫы ҡаштар, батыңҡыраҡ бул­ғанға тирә-йүнгә шикләнеберәк ҡараған, шулай ҙа йөҙҙө боҙмаған күҙҙәр уны, һис ши­­к­һеҙ, күрмәлеклеләр рәтенә ҡуйыр ине лә бит, бөтә эште бешкән грушаны хәтер­лә­т­­кән һалпышыраҡ бит алмалары боҙа. Алмалар танауҙы, йоҡа иренле ҡымтыҡ ауыҙ­ҙы, ҡаштарҙы ҡап урталай булергә теләгәндәй, ике яҡҡа тартылғандар. Тағы уң яҡ сикәһендә ялтырап тәрән яра йөйө һеңгән. Хәрәкәттәренең айыуға, йөҙөнөң йомранға тар­­тым булыуы уның кеше күркәмлеген күпкә ҡайтышландыра.

       Иғтибарлап күҙәткән арала ир шөғөлөн ҡуйҙы ла гөрһөлдәп торған тауышы мен­ән һаман да һай урындараҡ быстырҙаған ҡошҡа өндәште:

            – Кил, ашап ал, юғиһә ҡайта белмәйһең ошо быуа тирәһенән.

  Аҡҡош ҡабаланмай ғына ярға сыҡты, ҡағынды, суҡыштырғылап ҡауырһындар-ын ҡа­бартып ебәрҙе, һис тартынып тормай иргә яҡын килде лә, алға һонолған устарға йә­­бешкән аҙыҡ ҡалдыҡтарын тәмләгәс, ҡарһаланмай ғына һауыттан ашарға тот­он­до.

            – Йә, ярай, күп ҡалманы һалҡындарға, һыу туңһа, былай ҙа ҡыш оҙоно йонсой торғанһың. - Ҡош ашай, был мөңгөр-мөңгөр һөйләнә. - Нисауа, нисек тә ҡышлар­быҙ әле.

       Ир сүгәләп ултырған еренән бер аҙ аушайыңҡырап, салбар кеҫәһенән тәмәке алып ҡапты, унда-бында һуҡҡылап шырпы эҙләне, таба алмағас теләр-теләмәҫ кенә тороп, миңә ҡарай йүнәлде:

            – Шырпың юҡмы?

            – Тәмәке тартмаһам да шырпы йөрөтәм былай. - Шулай һөйләнеп һорағанын тотторҙом. Тоҡандырҙы. Тәрән итеп һурып тарта башланы. Күренеп тора, гәп­ләшерлек яйы тойолмай бының.

       Һүҙ ялғарға теләп өндәшәм:

            – Быйылғы көҙҙө әйтәм, бигерәк матур.

            – Ыһы.

            – Урып-йыйыуҙы лә әллә ҡасан ослағанһығыҙҙыр инде.

            – Ыһы.

            – Һеҙҙең ауылда алдынғы комбайнер Әхмәт Мырҙабулатов тигән кеше йәшәй, уның тураһында район гәзитенә яҙырға иҫәп, шуны йомошлап килә ятыу әле.

            – Юҡ артынан йөрөйһөң.

       Әле башланып та өлгөрмәгән әңгәмә өҙөлдө. “Йомран” уйсанланып, бейектән кө­н­ъяҡҡа киткән ҡоштар тубына төбәлгән.

     Был сәйер кешегә булған ҡыҙыҡһыныуым артҡандан-артты. Шуға ла килделе-кит­теле һөйләшеүенә артыҡ иғтибар итмәҫкә тырышам.

            – Ҡоштар китә. Был аҡҡош та иштәренә эйәрер, бәлки…

            – Эйәрер булһа бында нишләп ултырһын?! Оса алмағанға ултыра. Ҡанаты һы­н­ыҡ.

            – Улай икән.

            – Нимәһе улай, кем, ҡорҙаш тип әйтәйемме, хәбәрсе, типме, бик ыҫмалаға, бәй­лән­секкә оҡшағанһың бит әле. Һөйләшәһем дә килеп тормай, һин килеп төпсөнөп-төп­сөнәһең. Аҡҡоштоң ҡанаты инде нишләп һынған, тип һора. Атҡандар уны, ише­т­ә­һе­ңме, атҡандар!

    Көкөрт һымаҡ тоҡанып киткән, тартып ултырған тәмәкеһен ситкә атҡан ирҙең ҡы­ҙ­ыулығына иғтибар итмәнем, тыныс ҡалдым:

            – Ҡоштарға ҡанығыу ҡанһыҙҙар, бәғерһеҙҙәр шөғөлө.

       Яралы аҡҡошто йәлләү, хәленә инеү тынысландырыр тиһәм, яуабым быны оторо ярһытты ла ебәрҙе:

            – Һинең унда эшең булмаһын, аңлашылдымы? һәммәһе лә белдекле, һәм-мәһе лә аҡыл өйрәтә, тик мин генә хәшәрәт, мин генә ҡанһыҙ! - Ир ырғып торҙо ла, эре-эре аҙымлап, ҡаты баҫып ауыл яғына ҡарай атланы.

 

Автор:Хайдар Тапаков