Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
15 Декабрь 2021, 12:30

БОҘ ӨҪТӨНДӘ ҠАЛҒАН БАЛАСАҠ

Көн һыуыһа мәке һыуы төпкә төшөп китер ине. Биҙрә эсенә сүмес һалып алып барып, һоҫоп ҡына биҙрә тултырып ала торғайныҡ. Һыйырҙар берәмләп кенә, тубыҡланып һыу эсерҙәр ине...

БОҘ ӨҪТӨНДӘ ҠАЛҒАН БАЛАСАҠ
БОҘ ӨҪТӨНДӘ ҠАЛҒАН БАЛАСАҠ

Ял көнө ине. Иртә менән мунсаға һыу ташымаҡ булып, көйәнтә-күнәк алып йылғаға йүгерҙем.
Көн аяҙ, ҡар күҙҙе ҡамаштырып ялтырай. Күҙҙе асалаҡ - йомалаҡ итеп атлайым алға. Иртә менән һыу ташып, иҙәндәрҙе, керҙе йыуып ҡуйһам эштәрем тиҙ бөтәсәк тип уйлап барам юл ыңғайы.
Ярҙың һөҙәгерәк еренә яҡынлау менән, алда--боҙ өҫтөндә кемдер сырт-сырт ниҙер эшләүен ишеттем. Барып еткәс кенә аңланым: күрше апа (диалект, олатай—редакция) мәке уйып йөрөй икән дә. Һаулыҡ һораштым. Артында тауыш ишетеп боролоп ҡарап һаулығымды алды апа.
--Иртә менән һыуға килгән минең ҡыҙым, хә-ә-ҙерр алырһың, уйып ҡына алайыҡ та,--тине лә ҙуур бейәләйе менән танау аҫтын һөртөп тағы ла эшенә тотондо.
Алдан килеп ҡарап тороуы уңайһыҙ икән. Ҡабаланып килеүем бушҡа булды. Ҡыш көнө һыу ҙур проблема. Әллә арғы мәкегә барырғамы икән тип тә ҡуям эстән. Ҡыйынһынып торһам да боҙ өҫтөн осло тимер (лом) менән тумырыуҙарын ҡышҡы сағыу ҡояш аҫтында ҡарап тороуы шул тиклем матур. Әйтеп аңлатырлыҡ түгел! Осло ҡорал ялтырап ятҡан боҙ өҫтөнә төшөү менән әллә нисә бөртөк "осҡон" ян- яҡҡа сәсерәй. Әйтерһең дә мейес төбөндә ятҡан торонбаш өҫтөнә ҡыҫҡыс һуғыла.
Әҙер мәкенән күпме ғүмер һыу ташығанмын! Ниндәй ауырлыҡ менән мәке уйылғанын бер уйлап бирмәгәнмен тип торам.
Бына апа боҙҙо ярғылап бөттө. Хәҙер һоҫма көрәк менән боҙ киҫәктәрен һөҙөп ала башланы. Уныһын эшләп бөткәйне, тағы ла осло ломы менән мәке төбөнә һикәлтә яһай башланы. Башланы ла, минең яр башында һыу алырға көтөп тороуымды иҫләнеме,
--Кил, ҡыҙым, көтөп торма, һыу алып бирәйем, - тине.
Ҡыуанып аҫҡа, мәке эргәһенә йүгерҙем.
- Ипләп төш, хәҙер бынау ерен соҡойом да, - ти үҙе мине һағалап.
Рәхмәт тип шыбырлап ҡайтырға сыҡтым.
Ынйы бөртөгө кеүек ҡәҙерле һыу. Алған һыуҙы сайпылтмаҫҡа тырышып көйәнтә көйөнә атлауҙар...
Урамдарҙа ҡоҙоҡ аҙ. Йыуыныуға һәр саҡ йылға һыуына йөрөнөк. Йомшаҡ ине йылға һыуы. Ҡыш көнө бигерәк тә йомшағандай тойолдо.
Һикәлтәләп баҫҡыстар яһап тороп һыу ташыусы ҡатындарға "уңайлыҡтар" булдырған мәке уйыусы апаларға, өләсәйем әйтмешләй, Хаж сауабы насип булғандыр тип ышанам.
Беҙҙең туралағы мәкене һәр саҡ Ғилметдин апа менән Шаһиғәле апа уйҙылар. Һыйырҙарҙы һыуға сығарыуҙың да, бер ҡайҙа ла яҙылмаған үҙ мәле булды.
Тиҙерәк эште бөтөргә тырышып һыйырҙарҙы иртәрәк һыуға сығарһам, сиратты боҙаң, һыйырҙар һөҙөшөр бит тип әсәйҙең юлдан кире бороуына йәнем көйә торғайны. Бер-береңде (күршеләр) хөрмәт итеү булған икән был.
Мин дәрестән ҡайтып өлгөрмәһәм әсәй һыйырҙарҙы һыуға аса ла, үҙе ферма малына силос һалырға китә торғайны. Хужабикәһе эйәрмәгәс рәхәтләнеп һәптәндәп, туйғансы теге был мәкеләргә йөрөп һөҙөшөп ҡайта торғайны һыйыр. Шуға үҙем мәктәптән ҡайтҡас ҡына һыуға сығара башланыҡ. Һөҙөлөп быҙау һалып ҡуйһа тип ҡурҡыта ине әсәй.
Бер шулай әсәй мал артынан барып өлгөрмәгән, һыйырҙар һөҙөшөп беҙҙең һыйыр мәкегә төшөп киткән. Башы ғына күренеп тора, ҡалған яғы вис һыу эсендә, батты, үлде инде тип урам буйлап ярҙам һорарға йүгерҙем тип һөйләй әсәй. Төшкө аш мәле булғас (элек өйҙә буш ятҡан кеше булманы)ярай ҙа күрше тирә өйҙә булған, ихлас сығып һыйырыбыҙҙы боҙ аҫтынан сығарышҡандар. Тояҡтары һыҙырылып ҡанаған, мөгөҙө һынып сыҡҡан һыйрыбыҙ дер ҡалтырап торҙо һарай эсендә. Эҫе өрә бешереп эсереп, өҫтөнә кейем ябып ауырытмай мал итте тәким шуны әсәй.
Көн һыуыһа мәке һыуы төпкә төшөп китер ине. Биҙрә эсенә сүмес һалып алып барып, һоҫоп ҡына биҙрә тултырып ала торғайныҡ. Һыйырҙар берәмләп кенә, тубыҡланып һыу эсерҙәр ине.
Бер быйма кейеп һыуға барғаным гел иҫтә. Итек кейә торғайным һәр саҡ. Әбейҙәр шикелле быйма кеймәйем тип өләсәйҙең быйма һоноуын кире ҡағыр инем. Әбей булмаҫһың микән, ул ни тиҙ ул, күҙең дә эйәрмәҫ әле ти торғайны өләс минең һүҙемде үҙенең әбейлегенә төрттөргән һымаҡ күреп. Баҡтиһәң шулай икән))))
Был юлы кейҙем инде. Табанлы быйма йылы ғына. Өләсәйҙең үҙе кеүек йомшаҡ та. Ялпайта баҫып барам рәхәтләнеп.
Бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ мәкенән һыу һоҫоп алдым да, көйәнтәмде алайым тип аяғымды боҙҙан тартһам, быймам ҡуша йәбешкән дә ҡуйған)))
Тартһам шытырлап тора. Тик тороп булмай бит инде, ипләп кенә һыҙыра башоаным. Бер быймамдың үксәһен боҙҙа ҡалдырып ҡайтып киттем шулай. Мәкенән сайпылған һыу шәре кеүек ятҡан икән дә, мин шуға йәбешкәнмен икән)))
Яҙға хәтлем, боҙ иреп киткәнсе, өләсәмлең быйма үксәһе боҙҙа ятты мине "ҡытыҡлап" үсекләп))))
Иртә менән ауылдаштары мөнфәғәтенә туң боҙ соҡоп мәке уйған тәүфиҡле апаларҙың хеҙмәтенә дан йырлағым килде бөгөн. Мин телгә алған урамым ҡарттары инде күптән гүр эйәләре. Рәхмәт һүҙем доға булһын ине.
Хәҙер бармы икән ундайҙар, белмәйем. Йылғалар ярҙарынан ҡайтҡас йылға буйына сығарып һыйыр һуғарғандар ҙа кәмене. Беҙ үҙебеҙ ҙә күптән йылға һыуын күргәнебеҙ юҡ, малдар ҙа өйҙән эсә. Йыуыныу өсөн йомшаҡ йылға һыуы танһыҡ кинәнес.
Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: ҡыш, аяҡ аҫтында иртә менән яуған шығырлап торған өрпәк ҡар, сағыу ҡояш нурҙары... Ә тыҡырыҡ буйлап, аяғына сүсинкә быйма, өҫтөнә һырлы фуфайка, башына ҡолаҡсын кәпәс кейгән бабай ат етәкләп килә... Аҙымдары ихлас, олпат уның, ә йөҙөндә мөләйем йылмайыу сағыла...
Бала сағымдың һис ҡасан ҡабатланмаҫ матур күренеше был.

МИҢЗӘЛӘ СИРҒӘЛИНА.

Автор:Резеда Валиева