Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
24 Ноябрь 2021, 11:13

Шыршы (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Аҙағы.)

       Уянып китте. Шаҡыйҙар икән. Ишек ауыҙында өҫтәренә ҡар бөртөктәре ҡунған йөҙҙәре алланған Света менән Зоя торалар. Зояның ҡулында кисәге шыршы.                - Галина Петровна, был һеҙгә…                - Рөхсәт иттеләрме һуң?                - Шыршыны балалар өсөн алалар һәм ҡуялар. Ул минеке! Атай-әсәйемдең кисәге ҡылыҡтары өсөн ғәфү итегеҙ, улар хаҡлы түгел. Барыбер Ер әйләнә, Галина Петровна!      Ҡыҙҙар яҡын итеп, яратып уҡыусыһына төбәлделәр.      Әкрен генә ябалаҡлап яуған ҡар көсәйә төштө, тирә-яҡ тағы ла ағыраҡ, сафыраҡ булып китте.                                                                                                                                                           

Шыршы (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Аҙағы.)
Шыршы (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Аҙағы.)

     Кис еткәс ғауғаланған күңеленә урын таба алмаған Галина Петровна ҡәтғи ҡар­а­р­ға килеп йыйынды ла ҡала үҙәгенә ҡарай атланы. 

     Яңы йыл тантанаһы иртә башланды быйыл. Ни тиһәң дә яңы быуатҡа аяҡ баҫа Ер халҡы, йылдағыны ҡабатламай иҫендә ҡалырлыҡ итеп байрам иткеһе килә. Ҡайҙа ҡарама төрлө төҫтәге уттар бер янып бер һүнеп, күҙ ҡыҫып сәләмләйҙәр, үҙәктә ур­ы­н­лашҡан супермаркет үҙенә саҡыра. Бында сауҙаны ҡайһылай ҙа киң йәйелдереп еб­ә­р­гәндәр, ҙур ҡалаларҙы әйтәһе лә түгелдер. Кеҫәһендә икмәк, һөтлөк кенә аҡсаһы сы­л­тырлаһа ла кереп һый-ниғмәттәрҙән һығылған рәттәр буйлап китте: аҫыл көнъяҡ емештәре, яңы ғына түтәлдән килтерелгәндәй саф йәшелсәләр, ҡиммәтле тәбиғи һуттар, эсемлектәр ымһындыра. Уларҙың бер төрөн алыуға ғы-на ла сумырып аҡса китәсәк. Затлы кейем кейгән ҡалын кеҫәлеләр кәрзиндәрен тултырып алалар төрлөһөн һайлап. Толҡа тапмай кире сыҡты. Арыраҡ майҙанға, боҙ һындар ур­таһына матур биҙәлгән шыршы ҡуйылған, халыҡ апаруҡ ҡына күренә. Боҙ тау­ы­нан шау-гөр килеп бала-саға шыуа.

     Ситкәрәк ҡыҙ бала баҫҡан да тиҫтерҙәренең осоноуын күҙәтә. Алтынсы класта уҡ­ы­ған Светлана Новикованы таныны.

     Әҙәбиәт дәресендә таҡта янында яуап биреүсе Новикова сайҡалып китте лә сте-наға йәбешеп иҙәнгә шыуып төштө, йөҙө ҡағыҙҙай ағарҙы.

     Галина Петровна ҡыҙға ташланды, шымтайып ҡалған уҡыусыларына әйтә һал-ды:

       - Балалар, тиҙ генә медпункттан апайығыҙҙы саҡыртығыҙ!

   Эйелеп ҡыҙҙың иҙеүен ысҡындырҙы, арҡандай һалынған нәҙек ҡулды тотоп пульс­ты табырға маташты:

      - Нимә булды, Света, һиңә насармы әллә, ҡайһы ерең ауырта?

      - Башым әйләнә…

   Уңғансы булмай килеп еттеләр, ҡыҙҙы сығарҙылар.

   Тәнәфес ваҡытында шәфҡәт туташы Галина Петровнаны үҙе эҙләп тапты.

     - Светаның хәле нисек, һеңлем?

     - Хәле тип… Артыҡ ярҙам кәрәкмәй уға. Бала ай буйы йүнләп ашамай икән, мәк­т­ә­п­тәге аш менән генә йән аҫырай. Әсәһе инвалид, атаһы үлгән… Ниндәй мәрхәмәтһеҙ, таш күңелле кешеләргә әүерелдек беҙ, Галина Петровна, балаларыбыҙ асыға, беҙ шуны ла белмәйбеҙ. Ин­в­а­л­ид аҡсаһы фатир өсөн түләүҙән, икмәк алыуҙан да үтмәйҙер. Бахыр, хәйерсе Рәсәй, граждандарын яҡлай, һаҡ­лай, әҙәмсә ашата алмаған көйгә юғары кимәлдә кеше хоҡуҡтары хаҡында фәлсәфә һатып лаф орған була…

     - Света, Света Новикова, кил әле бында! - Галина Петровна ҡыҙға ҡысҡырҙы, тег­е­һе яҡынлағас арҡаһынан ҡаҡты:

     - Нисек, күңеллеме?

     - Мин ҡарарға ғына килдем.

     - Ниңә һин дә шыумайһың?

     - Итектәрем йоҡарыр тип ҡурҡам, йә яңылыш ҡына кейемемде йыртып ҡуйыр-мын…

     - Иртәгә нимә эшләйһең?

     - Әлләсе. Больницаға, әсәйем янына барырмын да өйҙә ултырырмын. Бәлки тағы тау шыуыуҙарын күҙәтермен.

     - Миңә кил әле, йәме. Ҡайҙа йәшәгәнемде беләһең бит. Бөгөн байрам алды, ә ысын ба­й­рам иртәгә башлана. Шыршы һатып алырмын, шуны биҙәрбеҙ, билмән эшләрбеҙ, бәлеш бешерергә өйрәтәм. Ә әсәйеңдең хәлен икәүләп белербеҙ, бер юлы байрам күстәнәстәрен дә алып барырбыҙ. Килерһеңме?

  - Ә мин ҡамасауламаҫмынмы? 

 - Киреһенсә, бик тә урынлы буласаҡ. Китапханамда китаптар күп, теләгәнеңде һайлап ал­ырһың. Яңы йылға бүләгем шул булыр.

    Ҡыҙ ҡыуанып йүгереп китте.

    Бына ул төбәп килгән ер. Туғыҙ ҡатлы йорттоң икенсе ҡатындағы дүрт бүлмәле фа­тирҙың зал тәҙрәләре урамға ҡараған. Унда булғаны юҡ уның. Света Новикова ме­нән йәнәш ултырған Зоя Корягинаның яҙған иншаһы буйынса ғына таныш: зал-да пианино, сит ил телевизоры, йомшаҡ, затлы диван, креслолар, ҡыҙыл ағастан эш­лә­н­гән мебелдәр, иҙәндә эшкәртелгән айыу тиреһе.

    Тәҙрәләрҙәге ебәк ҡорғандар аша ҡунаҡтарҙың шәүләләре төҫмөрләнә. Байтаҡ тапанды бер урында, аяҡтары сәңкеүен тойҙо, әммә бында ниндәй маҡсат менән ки­леүен аҙағынаса аңғармай  һенағастай тороуын дауам итте.

    - Галина Петровна!

  Кемдер артынан ҡосаҡлап алды. Боролғайны, спорт костюмы кейеп алған Зоя Ко­р­я­гинаны күрҙе. Ҡыҙҙың биттәре уттай яна, күҙҙәре осҡонланған.

   - Зоя, һуңғараҡ ҡалғанһың түгелме?

   - Беҙ тауҙа шыуҙыҡ, эй ҡыҙыҡ унда, эй ҡыҙыҡ! Һеҙ Света менән һөйләштегеҙ, мине абайламанығыҙ ҙа.

   - Бар инә һал, һалҡын тейер.

   - Әйҙә икәүләп керәбеҙ. Беҙҙең өй тулы ҡунаҡтар. Араларында һеҙҙең элекке уҡ­ыу­сы­ларығыҙ ҙа бар икән, һағынып һөйләп ултырҙылар мин барҙа. Хәҙер сюрп-риз яһап аптыратабыҙ уларҙы.

   - Зоя, уңайһыҙ нисектер, икенсе ваҡыт, йәме.

  Уҡыусыһы башҡаса өгөтләмәне, етәкләп алды ла китте.

   Инделәр. Залдағы шау-шыу, сәнске, бысаҡтар сыңы, рюмкалар сәкәшеүе бында ла айырым асыҡ ишетелә.

   - Бығаса ҡайҙа йөрөйһөң юғалып?- Еңел хәрәкәтле урта йәштәрҙәге ҡатын сыҡ-ты. - Марш, кухняла ашап ал да бүлмәңдә бул. Саҡырһам ҡунаҡтарға пионинола уйнап ишеттерерһең. - Ҡыҙының яңғыҙ түгеллеген абайлағас, кем һин, нишләп йөрөйһөң ваҡытһыҙ бимазалап, тигәндәй төбәлде.

      - Әсәй, таныш бул, Галина Петровна, беҙҙең әҙәбиәт уҡытыусыһы.

   Булһа һуң тигәнерәк ҡараш йәнә баштан аяҡҡа ҡәҙәр һөҙҙө.

      - Һаман танымайһыңмы, атайымдың яратҡан уҡытыусыһы, беләһең килһә.

   Атай һүҙен ишеткән йорт хужаһы күренде. Ҡыҙмаса булып алған.

     - О-о-о, кем килгән беҙгә, Галина Петровна, ҡәҙерлем минең! - Айыуҙай ир сибек кенә ҡатынды ҡосағына йомарланы.

     - Һаумыһығыҙ, Вячеслав Федорович…

     - Һеҙҙең өсөн мин бары Славик ҡына, насар билдәләргә уҡыған, ҡаланың бер-енсе хулиганы Славик. - Хужа һаһылдап көлөп ебәрҙе лә Галина Петровнаның ке-йемдәренә йәбеште.-  Хәҙер сисенәбеҙ һәм табынға үтәбеҙ!

   Көсләп тиерлек ҡунағын сисендерә башланы.

   Хужабикә лә теремекләнде:

        - Эйе, эйе, сисенегеҙ. Кейемегеҙҙе бына бындараҡ ултырғысҡа ғына һалығыҙ, ар­ты­ҡлап оҙаҡ ултырмаҫһығыҙҙыр бит, алыуға шулай ҡулайлыраҡ булыр.

        - Әйткәндәй, таныш булығыҙ, Галина Петровна, - Корягин ҡатынының биленән ҡосаҡланы, - был минең һөйөклө икенсе яртым - Анастасия Владимир-овна. Хак-имиәттә баш бухалтер булып эшләй.

        - Танышыуыма бик шатмын. - Хужабикә йөҙөн көлдөрһә лә һалҡын, уҫал күҙҙәре көлмәне.

     Ҡунаҡты өҫтәл артындағылар шаулашып ҡаршы алдылар:

        - Галина Петровна, етеп килгән Яңы йыл менән!

        - Бына исмаһам шатлыҡ!

        - Хәтерләп кенә ултыра инек.

   Юғалыңҡырап ҡалған Галина Петровна иң башта бүлмәне йәмләгән, уйын­с­ы­ҡ­тарға күмелеп төрлө төҫтәрҙә янған шыршыға ҡараны, «ҡырҡҡандар һине, бер-ике көндән сығарып та ырғытырҙар», тигәнерәк уй күңелен тырнаны, ары ҡа­р­а­шы аш­а­м­лыҡтарҙан һығылған өҫтәл тирәләп ултырған ҡәнәғәт, ҡыҙарған йөҙҙәрҙе те-үәлләне. Уйламағаныраҡ һүҙ ҙә ысҡындырҙы:

      - Һаумыһығыҙ, балалар…

  Ҡунаҡтар дәррәү көлөп ебәрҙеләр. Хужа аяғүрә баҫты. Уның хөрмәтенә рюмка-ларға затлы шарап тултырылды, тик ҡотлау береһе икенсеһен уҙҙырырға тырыш-ып күркәләй ҡабарған, үҙҙәренең юҡҡа ғына саҡырылмауҙарын белгән төп ҡунаҡтарға йү­нәл­т­е­лгәйне.

    - Ҡәҙерле ҡунаҡтар! - тине хужа күркәсле эйәген абруйлы һелкетеп. - Башҡалар тынып ҡалғас дауам итте. - Бик тә тарихи мәлдә йәшәйбеҙ, иҫке быуатты ослап егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫабыҙ. Ниндәй булыр һуң килер быуат? Билдәһеҙ, ләкин шуға иманым камил - ул көслө кешеләрҙең ҡулында буласаҡ, байлыҡтарын ишәйтә бел­еү­се, тырыш, эшҡыуар кешеләр ҡулында. - Галина Петровна яғына борола биреп ҡайҡайҙы. - Беҙ мә­к­тәптә Николай Гаврилович Чернышевскийҙың «Нимә эшләргә?» әҫәрен уҡыныҡ, һәм әйтер инем дөрөҫ һы­ғ­ымта яһағанбыҙ шикелле, беҙгә Вера Павловна ише төштәр күреп һаташып ятырға түгел, хәрәкәт итергә, өҫтәп әйтер инем, өҙлөкһөҙ, ныҡышмал хәрәкәт итергә кәрәк. Ә унда яҙылған ғәҙеллеккә килгәндә Чернышевский менән килешә алмайым. Минеңсә, кемдең ҡулында власть - шул ғәҙел кеше була. Шуның өс­өн, ағай-эне, беҙгә берләшеү фарыз: закондар ҙа ҡөҙрәтлеләр файҙаһына сыҡһын, кәрәк мәлдә милицияһы ла яҡлаһын. - Күбәләй йәйелгән Виктор Степанович яғына ҡарап хәйләкәр күҙ ҡыҫты. Уныһы сәнскеһен ҡыҙыл балыҡтың арҡаһына бөтөргәнсе ҡаҙап алдындағы тәрилкәгә һалды ла ауыҙын ҙур асып шапылдап ашарға керешеп китте. Ҡатыны башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышып иренең ҡабырғыһына төрттө. Милиция нач­а­льнигы битарафыраҡ ҡиәфәттә булһа ла тыңларға мәжбүр булды. - Шулай итеп был тосты һеҙҙең хөрмәткә тәҡдим итәм, хөрмәтле уҙамандар!

    - Йәшәйештә тик ике төшөнсә хаҡында ышаныслы әйтергә мөмкин - үлем һәм һалым. Ошоғаса уларҙан бер кемдең дә ҡотолоп ҡалғаны юҡ әле. Ерҙә йәмғиәт фармациялары алмашыныр, быуындар сылбыры үҙгәрер, ә һалым булды, бар һәм буласаҡ! ә һалым сәйәсәтен белгәндәр, - һалым идаралығы начальнигы Волков булмышына олпатлыҡ һыҙаттары өҫтәргә теләпмелер йоҡа, кәлберләк кәүҙәһен ҡабарта төштө, - күп түгел, тураһы менән әйткәндә улар юҡ кимәлендә. Шулай булғас…

   - Сергей Владимирович, бында беҙ һалым хаҡында һәм һеҙҙең авторитет тура-һында лекция тыңларға килмәгәнбеҙ. Короче округляйся… - Ҡала прокуроры Пл-атонов хис тойғо белдермәгән битлек-йөҙөн ризаһыҙ йыйырҙы.

   - Некрасовтың «Кемгә Русьтә йәшәүе һәйбәтерәк?» поэмаһындағы атаҡлы ша­ғи­р­ҙың һорауына мин шулайыраҡ итеп яуап бирер инем, Рәсәйҙә йәшәүе беҙгә һәй­б­ә­терәк, бына шул! - закон һағындағы әһелдең кәйефен ебәрергә теләмәгән нача-льник сығышын йомғаҡлай һалды һәм үҙенеке тип яңылыш күршеһенең яртылаш эселгән рюмкаһын ау­ы­ҙына түңкәрҙе.

     Мәжлес ҡыҙғандан ҡыҙҙы. Башта аҡыллыраҡ яңғыраған һүҙҙәр тоҙһоҙланды, маҡтау, маҡталыу, маҡтаныу, саманы белмәҫ, лөғәткә һыймаҫ шапырыныу китте. Өҫ­тәл мөйөшөнән урын алған Галина Петровна бөтөнләй ишек яғына ҡарай ҡыҫ­ы­р­ыҡланды, уның барлығын да иғтибарға алманылар.

     Инде нимәһе менән маҡтанырға белмәгән хужа өҫтәлгә йоҙроҡлап һуҡты:

               - Зоечка, ҡыҙым, сыҡ, пионинола уйнап ишеттер. Хәйерселәр өйөндә бу-лмағ­ан музыка ҡоралы бар миндә! Белегеҙ, штамповка түгел был, әллә күпме аҡса түгеп Мә­скәүҙән ҡайтарылған, вот!

     Әсәһе көсләп тиерлек ҡыҙын алып сыҡты. Уныһы һаман ҡарышты:

               - Әсәй, кәрәкмәй, кәйефем юҡ…

     Ҡунаҡтар ныҡыша башланылар:

               - Йә инде, ҡыуандыр беҙҙе.

               - Оҫта пионистка икәнеңде ишетеп беләбеҙ!

               - Һорайбыҙ!

     Зоя яҡлау өмөт итеп Галина Петровнаға ҡараны.

               - Уйна, һорайҙар бит.

     Ҡыҙ ҡысҡырып иғлан итте:

               - Мин уҡытыусымды яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым һәм ун­ың хөрмәтенә уйнайым!

     Махсус музыка мәктәбендә уҡыған Зоя Корягина ысынлап та оҫта уйнай ине. Тил­бер бармаҡтары клавишалар өҫтөндә ышаныслы, етеҙ йүгерҙеләр, ҡатмарлы классик партияны ла ауырлыҡһыҙ, еренә еткереп башҡарҙы.

     Гөрләтеп ҡул саптылар. Маһайған, күркәләй ҡабарған Корягин сығырынан сыҡ­ты ниһайәт, шәшке бүреген килтереп төбөнә биш мең һумлыҡ ҡыҙыл аҡса та-шланы:

               - Был минән һеҙгә бүләк, Галина Петровна!

     Волков бүректе рәт буйлап йөрөтә башланы. Ҡатындарҙың ҡомһоҙ, һаран ҡар­а­ш­тары ирҙәрен өтһә лә тегеләре хужанан ҡалышырға теләмәнеләр, һуҡмыш йо-мартлыҡ менән ҡағыҙ аҡсалар ырғытыуҙарында булдылар.

               - Волков әфәнде, һин үҙең һалырға оноттоң түгелме? Тағы ла иҫкәрмә - был аҡсалар ниндәй ҙә булһа һалымдан азат, шуны маңлайыңа киртеп ҡуй.

     Һалым начальнигына һаһылдаусыларға ҡушылып көлгән булып буйһоноуҙан башҡа сара ҡалманы.

     Бүрек өҫтәлде урап сығыуға унда байтаҡ ҡына аҡса йыйылғайны. Галина Пет­р­о­вна баҫты, былай ҙа бөхтә күлдәгенең итәген тартыштырҙы, тамағын ҡырҙы:

               - Әфәнделәр… Бынан ике мең йылдар самаһы элек бер дәүләт башлығы былайыраҡ итеп һандыраған имеш: «Заманалар боларҙы, ерҙән ҡот китте, дәүләт мен­ән идара итерлек аҡыллы кешеләр ҙә ҡалмай бара. Тағы ла ике йөҙ йылдан һуң нимә булыры билдәһеҙ…» Аллаға шөкөр, өсөнсө мең йыллыҡҡа аяҡ баҫтыҡ, күрәбеҙ, теге дәүләт башлығы хаталанған, ерҙә аҡыллы кешеләр бөтмәгән әлегә. Донъяны ла матурлыҡ, ғәҙеллек, миһырбанлыҡ тотоп тора минеңсә, тотоп ҡына ҡалмай, әйләндерә лә. Әгәр хәтерләһәгеҙ, язалауҙарға, мыҫҡыллауҙарға дусар ителгән, ҡарт, ауырыу, мөсһөҙ Галилей иң һуңғы мәлдә тубыҡланған еренән ҡалҡып инан­ыу­ҙа­р­ынан ваз кисәһе урынға: « Барыбер Ер әйләнә…», - тип ҡысҡырған. Барыбер Ер әйләнә әфәнделәр… Ә бөгөнгө хәтәр осорға килгәндә, үтер, донъя ҡу-ласа… Мин бер ваҡытта ла иҫкелеккә сат йәбешеп ятҡаным булманы, әммә һәр үҙгәреште лә алҡышлап ҡаршы­л­арға йыйынмайым. Ниндәй ҙә булһа яңылыҡтың, башланғыстың нигеҙендә демок­ра­тик принциптар ятырға тейеш, шунда ғына ул йәмғиәткә файҙа килтерәсәк. Изоп теле менән кинәйәләп әйттем, аңларға тыр-ышығыҙ, берүк… Бай табынығыҙҙа һыйландым, татлы ризыҡтарығыҙҙан ауыҙ иттем. Рәхмәт. Ләкин бү­ләккә йыйған аҡсағыҙҙы ала алмайым, ғәфү итегеҙ һәм мине дөрөҫ аңлағыҙ. - Аптыраулы ҡараштарҙы тойоп тауышын көсәйтте. - Әгәр ысынлап та миңә бүләк эшләгегеҙ килһә үтенестәрем бар ине. Беренсеһе - Виктор Степанович һеҙгә. Он­от­ма­һа­ғыҙ, минең теләһә ниндәй йомошомдо ла үтәргә вәғәҙә биргәйнегеҙ. Ошо юлы ғына риза итегеҙ ҙә башҡаса борсомам. - Милиция начальнигы башын эйеп ҡарашын йәшерҙе. - Урын­һы­ҙы­раҡ булһа ла шуны һорайым, ун биш тәүлеккә ябылған Павел Левашовты сығар­ығыҙ иреккә, ышанығыҙ, уның тамсы ла ғәйебе юҡ. Әгәр штраф түләргә кәрәкһә, аҡ­са­ны бынау кәпәстән алырға мөмкин. Икенсе үтенесем - өй хужаһына. Бүләккә ошо шыр­шыны бирегеҙ, Вячеслав Федорович. Бәлки сәйерерәк тә ишетеләлер, тик аңларға тырышығыҙ, бик ҡәҙерле ул минең өсөн, ябай ағас ҡына түгел…

     Күптәрҙең күҙҙәре түңәрәкләнде, өй хужаһы, уның ҡатыны шаңҡып ҡалдылар.

     Беренсе булып Вячеслав Федорович телгә килде:

               - Хөрмәтле Галина Петровна, ҡалалағы бөтә шыршылар ҙа бер иш инде ул. Ундай шыршыны, хатта бынан да матурыраҡты иртәгә өйөңә үк килтереп ҡуйырҙар, аҡсаһын түләрмен.

              - Миңә фәҡәт ошо кәрәк…

     Хужабикә һөжүмгә күсте:

              - Галина Петровна, һеҙ әҙәп сиген сыҡтығыҙ түгелме? Саҡырылмайынса, әр­һ­еҙләшеп килеп табыныбыҙҙа ултыраһығыҙ ҙа өйҙөң, байрамдың йәмен алып сығып китәһегеҙ. Иртәгә Яңы йыл! Мин әйтер инем - был һөмһөҙлөк, оятһыҙлыҡ!..

              - Настя!

              - Тыйма, былай ҙа оҙаҡ сыҙаным. Был ҡылығығыҙ ҡаланың мәғариф нача-ль­ни­гына барып етәсәк һәм тейешле сараһы күреләсәк, белегеҙ уны! Кисәне боҙ-оп, еще бында!..

              - Ғәфү итегеҙ, берүк, мәжлесегеҙҙе боҙорға теләмәгән инем. Осраҡлы индем шул, бәлки кәрәкмәгәндер ҙә. Матур байрам итегеҙ. Һау булығыҙ. - Галина Петровна ғәйепле йылмайҙы ла сығыу яғына атланы.

 

                                                                                                       ***

     Сәйер төш күрҙе Галина Петровна. Ишек алдына шыршыһын ултыртҡан им-еш, ап-аҡ ҡағыҙҙан эшләгән уйынсыҡтарын элгән. Уйынсыҡтар шул тиклем күп: елдә осалар һауала өйрөләләр, ерҙең өҫтөн ябалар.

     Шыршы тирәләй әйләнеп ул, Павел, Света, Зоя, Нина Александровна бейеп йөр­ө­й­­ҙәр. Павелдың өҫтөндә смокинг, хәрәкәттәре итәғәтле, килешле. Нина Алек-сандров­на ғына элекке ҡиәфәтендә, ҡулындағы тоҡтан тирә-яҡҡа услап-услап көнбағыш һибә нишләптер. Уларҙан ҡарҙа ҡара таптар хасил була.

     Бер яҡтараҡ өйкөлөшөп кисәге табындағылар баҫҡан. Виктор Стапановичтың ҡу­л­ында шаҡмаҡлы шәкәр, ул уны Галина Петровнаға һона ла ниҙер әйтергә итә. Вячеслав Федорович менән Настяның йөҙҙәре борсоулы: «Ни эшләргә, ни эшләргә беҙгә?», - тип үрһәләнәләр. Волков йыуылмаған тәрилкәләр күтәреп сыҡҡан, үҙе «Беҙгә Рустә йәшәүе һәйбәтерәк!», - тип ҡысҡыра, тәрилкәләренең төбөн ялай.

     Уянып китте. Шаҡыйҙар икән. Ишек ауыҙында өҫтәренә ҡар бөртөктәре ҡунған йөҙҙәре алланған Света менән Зоя торалар. Зояның ҡулында кисәге шыршы.

               - Галина Петровна, был һеҙгә…

               - Рөхсәт иттеләрме һуң?

               - Шыршыны балалар өсөн алалар һәм ҡуялар. Ул минеке! Атай-әсәйемдең кисәге ҡылыҡтары өсөн ғәфү итегеҙ, улар хаҡлы түгел. Барыбер Ер әйләнә, Галина Петровна!

     Ҡыҙҙар яҡын итеп, яратып уҡыусыһына төбәлделәр.

     Әкрен генә ябалаҡлап яуған ҡар көсәйә төштө, тирә-яҡ тағы ла ағыраҡ, сафыраҡ булып китте.                                                                                                                                                           

 

Автор:Хайдар Тапаков