АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
19 Ноябрь 2021, 11:52

Шыршы (Хикәйә. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

               - Ерләшкән өсөн араҡылыҡ аҡса теләнселәйһеңме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы өйҙә спиртлы эсемлек тотмайым!      Егеттең төҫө боҙолдо, шулай ҙа үпкәһен тышҡа сығарманы.                - Бөтә кешене лә бер ҡалыпҡа һалмағыҙ, бомж да әҙәм балаһы, яҙмыш мине сү­плеккә сығарып ырғытһа ла эсемдә сүп-сар йөрөтмәйем. Башҡа ярҙам итер сарам юҡ, һеҙҙең рөхсәтһеҙ ирегеҙҙең, улығыҙҙың ҡәберенә шыршы алып барып ултырттым. Матур, күркәм шыршы, ҙур уҡ булһа ла тамырын зарарландырмай ҡаҙып алдым. - Ул ҡанлы, урын-урыны менән ҡабарсыған устарын алға һондо.                - Спасибо, сынок, спасибо добрая душа! Как Вас зовут?                - Павел Левашов.

Шыршы (Хикәйә. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Шыршы (Хикәйә. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

     1988 йыл. Совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла башлағас шатлыҡтарының сиге булманы. Кемуҙарҙан йүгерешеп мәктәптән ҡайталар ҙа телевизорҙы тоҡа­н­д­ы­р­ып уға өмөт менән төбәләләр. Колонналарға теҙелешеп һалдаттар атлай, уларҙы гөл­лә­мәләр тотоп бәхетле әсәләр ҡаршы ала.

               - Ваня, ҡара әле, бронетранспортер башындағы беҙҙең Артем түгел­ме? Юҡ, ан­ауҙы, арты менән ултырғанды әйтәм…

               - Галя, күрһәткәнең бигерәк сибек, беҙҙең Артем бәһлеүәндәй. Күрҙеңме, бор­о­лдо, түгел…

               - Улайһа һин машиналарҙы, мин йәйәүлеләрҙе теүәлләйем, бәлки күренеп ҡалыр.Ҡайтырға булғас хаты оҙаҡлағандыр күрәһең.

     Ниһайәт күперҙә Борис Громов. Командующий тантаналы ант итә:

               - Минең артымда, Афғанстан ерендә  бер генә совет һалдаты ла ҡалманы!

     Бәхетле мәл, Иваны дәртләнеп бейергә төшөп китә, ул ҡыуанып сәпәкәйләй. Ә Ар­т­е­мдан хат килмәне лә килмәне. Уларҙы военкоматҡа саҡырҙылар, эшкә, мәктә-пкә шы­л­тыратҡандар. Секретарь шул хәбәрҙе әйтте лә ғәйепле кешеләй башын баҫып китеп барҙы.

     Артемды ерләшергә ярты ҡала халҡы йыйылғандыр. Ҡара шәүләләй йөрөнө, һөй­л­әшер хәле лә, рәте лә юҡ, илай ҙа алмай. Ваняһы йәшен һуҡҡан ағастай һер-әйгән, өс көн эсендә сәстәре ағарҙы. Бүлмә уртаһында ҡурғаш табут. Шырпы һыҙып бәләкәй генә тәҙрәнән улының йөҙөн һуңғы тапҡыр күрергә итә. Күренмәй. Быяла киҫәген онтарҙай була. Оҙатып килеүсе офицер: « Ярамай…», - тип мығырҙай, ҡултыҡлап ситкә алып китә. Һуңғы тапҡыр бирелгән залп һауаға түгел, йөрәгенә атылғандай булды! Улын үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләгәндәр икән. Военкоматта шуны тапшырған булдылар. Сараға матурлыҡ, йәм, күтәренкелек өҫтәргә теләп мәктәп уҡыусыларын, ҡаланың почетлы граждандарын саҡырһалар ҙа тантана саманан тыш рәсми һәм һалҡын килеп сыҡты. Орденды Ваняһы сығып алды ла оҙаҡ ҡына урынында тапанып торҙо, ҡулындағын ҡайҙа итергә белмәгәндәй бер ҡыҙыл ҡумтаға бер йыйылған халыҡҡа күҙ һирпеп аптырабыраҡ та ҡалды шикелле. «Бик боронғо замандарҙан хакимдәр ҡайһылай ҙа йәтеш аҡланыу һәм алдау сараһы уйлап тапҡандар – батырлыҡ күрһәтеп ҡул-аяҡтан яҙып ғәрипләнеп ҡалғандың түшенә ҡаһарманлыҡ билдәһе итеп тимер киҫәге тағалар һәм эше лә бөттө. Ары ошо кешенең нисегерәк көн итере бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Ул зәғиф, фәҡир донъяһына бикләнә, онотолоуға дусар. Бына улының ғүмере өсөн уларға биш саталы һалҡын тимер тотторҙолар. Уны өйөңдөң түренә элеп ҡуя алаһың, балаңдың батырлығы хаҡында таныш-белештәреңә һөйләргә, маҡтанырға, ғорурланырға мөмкин. Бары шул ғына. Кеше ғүмере түшкә тағылған ялтырауыҡ менән генә баһалана алмай. Алмай! Ер йотһон һине, ҡәһәрле һуғыш, ҡан-ут көҫәгән сәйәсмәндәрҙең йәне тамуҡта ян­һын… Кешеләрҙе, кешелекте юҡ итә торған бөтә төр ҡоралға ләғнәт!..»

      Йәшәүҙәренең ҡото китте. Икеһе ике мөйөшкә текәлеп ауыҙҙарына йөҙөк йәшергәндәй тик ултыралар. Өй эсендә ҡолаҡ тондорорлоҡ тынлыҡ, бары йыуын-ғыстан тамған һыуҙың һәм стеналағы сәғәттең монотон тауышланыуҙары ғына ишетелә. Улар йәшәлмәй ҡалған көндәрен, сәғәттәрен, минуттарын иҫәпләйҙәр төҫлө. Эйәртенешеп мәктәпкә баралар. Ваня нисектер, ул үҙенең нимә һөйләгәнен үҙе аңламай, бары уға өмөт менән төбәлгән балаларҙы ғына күрә, нимәлер төшө-ндөрә, һорай, билдәләр ҡуя. Элеккеләй ләззәтләнеп дәрестәр үткәреү онотолдо. Ял етһә ире күҙ йәшереүҙе ғәҙәт итеп алды. Өҫтөнә Артемдың Армияға китерҙән алда алған курткаһын, кәпәсен кейә һәм  уның һораулы тө­б­ә­леүен тойоп аңлата:

               - Мәрхүмдең кейемен кейеү ҡайғыны еңеләйтә, тип кәңәш бирҙе бер инәй.

     Иваны нисә йыл инде диабет сиренән яфалана. Ваҡытында укол ҡаҙарға, туҡлан­ы­рға кәрәк.

               - Укол һалайыҡ әле, шунан ашап алырһың. Маҡсатһыҙ ҡала ҡыҙырырға өлгөрөрһөң.

     Тегеһе өмөтһөҙ ҡул һелтәй ҙә ишек яғына йүнәлә. Һуңғы осорҙа ауыҙынан ара-ҡы еҫе лә килә башланы.

               - Вань, үтенәм, эсмә, һиңә ярамай!

               - Галечка, мин әҙ генә, күңел көйөгөн йыуыр, баҫыр өсөн генә…

     Бер көн бөтөнләй ҡайтманы. Ана килер, бына күренер, тип көтөп тә ала алмағас төнө буйы бөтә таныштарын теүәлләп сыҡты, урамдарҙы ҡыҙырҙы. Ирен таба алманы. Ир­тә­ге­һен милиция бүлегендә икәнлеген әйттеләр. Барып камераны ас-ҡанда Ваняһы иҙәнгә ятып кәкрәйеп ҡатҡайны. Уны Артем эргәһенә ерләнеләр.

     Аҙна самаһы үткәс өйөнә милиция начальнигы килде.Ҡултығына әллә күпме ҡағ­ыҙҙар ҡыҫтырған. Элекке уҡыусыһы бит, ҡайғыһын уртаҡлашырға булғандыр. Йыу­атты. Хәлбүки һүҙҙәре, ҡыланыштары рыя, яһалма.

               - Иван Васильевич эсте шул һуңғы осорҙа, шуның арҡаһында харап бул-ды. Өйөгөҙгә әллә нисә тапҡыр килтереп ҡалдырҙылар.Үткәндә мин командиров-кала са­ҡ­та йәш егеттәр уны танымай япҡандар. Лаяҡыл иҫерек, үҙенән ацетон еҫе аңҡый ине, ти­ҙәр.

               - Беҙҙең ҡайғыны һеҙгә яҙмаһын Хоҙай. Иван Васильевич ярамағанын бе­лә күрә йотошторҙо, ләкин бер ваҡытта ла эсеү менән мауыҡманы, Виктор Сте­п­ан­о­вич. - Ул тыныс ҡалырға тырышып рәсми яуап бирҙе.

               - Һуң улайһа, эскән килеш бер шаҡмаҡ шәкәр таптырып төнө буйы кам­е­р­а­н­ың ишеген туҡмап сығыуын нисек аңлатырға?

     Ах,бына нисек! Ҡайғыһынан шаңҡып төпсөнмәгәйне шул, табип һығымтаһы яҙ­ы­л­ған ҡағыҙҙарҙы уҡымай ғына ҡултамғаһын ҡуйғайны, милиция өсөн ҡулай диагноз яҙылған булғандыр унда, арттарын нығытыу маҡсатында тағы өҫтәгәндәр ана. Һу­ң­ғы мәленә саҡлы уны көтөп ярҙамына өмөт иткәндер Иваны. Ниндәй үкенес!

               - Их, Виктор, шуны ла аңламағандармы һеҙҙең туң баштар, Иван Василь-евич диабеттан сирләй ине бит. Бер шаҡмаҡ шәкәр уны үлемдән ҡотҡарыр ине!

               - Белмәнем, Галина Петровна, ғәфү итегеҙ…

     Милиция начальнигы ҡағыҙҙарын ҡыштырҙатып оҙаҡ ултырҙы, йә һөйләшмәй, йә сығып китмәй.

               - Виктор Степанович, карьераң өсөн ҡотоң остомо? Ҡурҡма, ҡул ҡуям до-к­у­м­енттарыңа! Һеҙҙең менән судлашыр, ғәҙеллекте иҫбатлар көсөм ҡалманы мин-ең, закон көслөләр яғында. Тик Иван Васильевичтың исемен аҡ, саф ҡалдырырл-ыҡ бер генә шарт ҡуям - документтарҙа иҫерек ине, тигән һүҙҙәр булмаһын.

               - Бөтәһен дә һеҙ әйткәнсә эшләрбеҙ, Галина Петровна. Теләгән йомошоғоҙ менән теләһә ҡайһы мәлдә мөрәжәғәт итегеҙ, һә, тигәнсе үтәрбеҙ. Беҙгә бит ваҡ-ытында отчет бирергә кәрәк, шуға ғына килгәйнем. Тағы Иван Васильевич аңлайышһыҙ шарттарҙа камерала йән биргән. Был фактты ла яуапһыҙ ҡалдырыу мөмкин түгел. Ә министерстволағы етәкселәр кисекмәҫтән отчет талап итәләр. Бөтәһенән элек документтар мөһимерәк…

               - Ҡағыҙ йәндәр!

     Иртәгеһен тышта инергә ҡыймай тороусыны шәйләгән Галина Петровна иш-екте асыу  менән  асып ҡулын һондо:

               - Дайте сюда, подпишу!

               - Галина Петровна, здравстуйте…

     Ҡаршыһында иҫке-оҫҡораҡ кейенгән, ҡырынмаған, етек сәсле, ҡаҡса кәүҙәле әҙәм пәйҙә булған имеш.

               - Мин һеҙҙе танымайым, нимә кәрәк?

               - Бер нимә лә кәрәкмәй, улығыҙҙы, ирегеҙҙе ерләгәндә ҡатнашҡайным, ҡа-йғы­ғ­ыҙ ауыр икәнен дә күреп йөрөйөм. Һеҙ уҡытыусы, шулай бит? Ә мин…бомж.

               - Ерләшкән өсөн араҡылыҡ аҡса теләнселәйһеңме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы өйҙә спиртлы эсемлек тотмайым!

     Егеттең төҫө боҙолдо, шулай ҙа үпкәһен тышҡа сығарманы.

               - Бөтә кешене лә бер ҡалыпҡа һалмағыҙ, бомж да әҙәм балаһы, яҙмыш мине сү­плеккә сығарып ырғытһа ла эсемдә сүп-сар йөрөтмәйем. Башҡа ярҙам итер сарам юҡ, һеҙҙең рөхсәтһеҙ ирегеҙҙең, улығыҙҙың ҡәберенә шыршы алып барып ултырттым. Матур, күркәм шыршы, ҙур уҡ булһа ла тамырын зарарландырмай ҡаҙып алдым. - Ул ҡанлы, урын-урыны менән ҡабарсыған устарын алға һондо.

               - Спасибо, сынок, спасибо добрая душа! Как Вас зовут?

               - Павел Левашов.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков