АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
17 Ноябрь 2021, 14:07

Ҡунаҡ ашы. (Хикәйә. Аҙағы.)

       Беҙ хәйерселәр ише төйөнсәктәребеҙҙе күтәреп ишек төбөнә баҫҡанбыҙ. Үҙ урынымды, кимәлемде, бәҫемде белгәнгә, шу­ны әйтәм, ошоға саҡлы бер тапҡыр ҙа был тиклем дә мыҫҡыллы түбәнселеккә төшөргә тура килмәг­әйне.

Ҡунаҡ ашы. (Хикәйә. Аҙағы.)
Ҡунаҡ ашы. (Хикәйә. Аҙағы.)

     Һәйбәт булғас һәйбәттер инде, сығып ҡиммәтле иномаркаға ултырҙыҡ. Зөлфиә машинаны оҫта йөрөтә, урамдарҙы үтеп тыҡрыҡтарға боролғанда ла һыуҙа йөҙгән балыҡтай иркен ҡылана, ҡаланы биш бармағылай яҡшы беләлер. Ул эргәһендәге миңә һирпелде: “Үҙемдең шәхси машинам, атай. Бында маши­на байлыҡҡа иҫәплән-мәй, бары уңайлы хәрәкәтләнеү сараһы ғына.” Ә беҙ өйләнешкәндә ҡара төтөн борхотҡан, туҙыуы еткән «кәзә» матайым ғына бар ине, шуны ла ҡәҙерле мө­лкәт­кә хисаплай инек.

 Мине иң беренсе әйләнә-тирәләге бөхтәлек хайран итте, саң-туҙан, ҡый-һай ҡун­ған ерҙе күрмәҫһең, урамдар, юл ҡырҙары аллы-гөллө сәскәгә күмелгән, үрмә гөл-дәр хат­та бағаналарҙы уратып юғарыға үрелгәндәр. Бөтә урында ла күҙҙе сағылдырған йәшеллек. Ожмахҡа барып юлыҡтыҡ, вәлләһи, фани донъяла сәскә атҡан ожмахҡа! Юл ыңғайы туҡтап Зөлфиә беҙҙе супермаркетҡа алып инде, әсәһенә шәшке тун, ҡиммәтле итектәр, миңә костюм-салбар, туфлиҙар бүләк итте. Кәшелүге-ндәген көндә йөрөткән аҡсалай күреп еңел генә иҫәпләште. Үәт, йәшәй бит бындағы халыҡ, беҙҙәге шәш­ке түгел, мутон тунды ал­ыр өсөн генә лә билеңде етенән бы-уып ике-өс йыл бил бөгөргә тура килер ине әле. Тик бер нимә баштан уҡ күңеле-мә ятманы: бындағы кешеләрҙең ташҡа әүер­елгән туң йөҙҙәре. Улар бер ниндәй хис тә, тойғо ла белдермәйҙәр. сағылдырмайҙар, әйтерһең аҡ мәрмәр таштан юнылғандар. Шаулашмайҙар ҙа, ҡысҡырыш­майҙар ҙа, тере мәйеттәй ҡабал­анмай ғына ҡым-ғырлайҙар, Сит илдә кейгән кейемгә артыҡлап иғтибар итеп бармайҙар икән, күптәренең өҫтөндә футболка, төҫө уңған джинсы салбар, аяҡтарында кроссовкалар. Беҙ генә ситтән ҡарағанда ҡаҙ көтөүенә яңылыш килеп ингән аҡҡоштар һымаҡбыҙ, шуғалырмы һиҙҙермәҫкә тырышып ятһырап һирпелеп алалар. Ә ҡыҙ-ыбыҙ әсәһенә, миңә яратып ҡарап мауығып, саф башҡортсалап хәбәр һөйләй, көлөп ебәрә. Бала саҡтағы асыҡ-ярыҡлығы, алсаҡлығы ҡалмаған тимәк.

  Тәҙрә аша Берли­нды күҙәтәм, боронғо менән хәҙерге һыйышып йәшәгән мөһабәт ҡа­ла. Быяла­нан хасил замана йортона, бер нисә быуат элек төҙөлгән хараба һы-йынып ҡалҡҡан. Иҫ­кене берәү ҙә дөйөм камиллыҡты боҙа тип һүтеп ырғытмаған. Боронғ­оноң хәҙерге менән берләшеүе ҡайһылыр кимәлдә ниндәйҙер бөтөнлөк, там-амлан­ғ­ан­лыҡ хасил итә. Семәрләп, дәү хәрефтәр менән яҙылған атамаһы әллә ҡайҙан йәлеп итеп саҡырған отель янында туҡтал­дыҡ, беҙҙең бараһы ер моғайын да ошо тирәләлер тип уйлап ҡуйҙым. Яңылы­ш­ҡанмын икән, ҡыҙыбыҙ беҙҙе шунда ин­дереп алдан хәстәрләгән номерға урынлаштырҙы. Аң­шайып, юғалып ҡалып асҡан ауыҙыбыҙҙы йома алмай торабыҙ. Зөлфиәбеҙ хәлде ябай ғына итеп төшөндөрҙө: “Һеҙгә ял итергә ҡул­ай булыр, иң ҡиммәт номерҙы һайланым. Бында бөтә ҡулайлыҡ-тар ҙа бар, хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә. Туҡланыу өсөн борсо-лорға кәрәкмәй, бүлмәгеҙгә үк килтерерҙәр. Германияла ҡунаҡты өйҙә йоҡлатыу йолаһы юҡ шул. Беҙҙә ҡуна ҡалһағ­ыҙ быны Генрих аңламаҫ, ҡабул итм­әҫ.”

            – Ә ҡоҙа-ҡоҙағый, кейәү ҡайҙа? - Аптырап һораным.

            –  Генрих футболға китте. Бөгөн бундеслигала хәл иткес осрашыу, уны бер нисек тә ҡалдырырға ярамай. Ә ҡайным менән ҡәйнәм этебеҙ ауырып китте, шу­ны ветеринарға алып бараһы бар, тип шылтыраттылар, ғәфү үтенделәр.

            – Ә-ә-ә, шулайҙыр инде, - тип һуҙҙы Фәниә күп нимә аңына барып етмәһә лә.

       Йәшерен-батырын түгел, кәйеф китте, күңелемдән: “Ер аяғы ер башынан ки-лгән ҡоҙаларына ҡарағанда эттәре ҡәҙерлерәк икән”, тип уйлап ҡуйҙым.

       Зөлфиәбеҙ ҙә оҙаҡ тотҡарланманы, кисектергеһеҙ осрашыуға барам, иртәгә сәғәт һигеҙҙә килеп етербеҙ, тип сығып китте. Һағыныуы шул сама­лыр инде, йәнә, күршең һуҡыр булһа күҙеңде ҡыҫ, тигән мәҡәл дә бар бит әле, ул да йәшәй-йәшәй бындағы халыҡтың яйына күнеп баралыр.

    Аулаҡта ҡалғас сиратлап ванна бүлмәһендә юл туҙанын сайып алдыҡ. Уң­ғансы һыйыр телендәй бутерброд менән минералка килтерҙеләр. Үтә лә наҡыҫ тәғәм ас-ығ­ы­уҙы баҫаһы урынға оторо ярһытып ҡына ебәрҙе. Киске ашҡа ла шул ҙурлыҡ­тағы бутерброд менән кефир эләкте. Ҡатыным аппетитым юҡ, тигән булып һыйҙан баш тартты, һиҙәм минең тамаҡты ҡайғыртыуы. Өйҙән инселәп кил­тергән өй аҙыҡтарына оронманыҡ, төшкә тиклем йыйған балын төштән һуң йыпырған һағыҙ­аҡ ише Европаға килеп үҙ күстәнәсеңде үҙең ашап ултырыу килешмәҫ.

       Иртәгеһен иртәнсәк теңкәгә тейә башлаған бутердрод менән һыйланып бөтөп кенә то­ра инек ишекте ҡаҡтылар. Сәғәтемә күҙ аттым, бер минут та һуңламаны-лар. Теүәллектәре оҡшаны шулай ҙа. Зөлфиә ынтылып икәүбеҙҙе бер юлы ҡосағына ҡыҫты, беҙҙе уйлап төнө буйы йоҡламауын әйтте. “Шул тиклем дә һағынғас ни-шләп туп-тура йо­ртоңа апҡайт­маның, балам, төн оҙоно һөйләшеп ултырыр инек!” Ишек яғына күҙ аттым, унда сеп-сей һары, ҡолғалай буйлы тыртыҡ кәүҙә һерәйгә-йне. Күҙҙәре суртандыҡылай ташбыҡ­тар, ҡаштары ла бешкән арыш төҫөндә. “Был, ҡойма яуын йылы буй­ ебәргән сибек көнбағыш ҡайһы ере менән Фәнилдән артыҡ инде?!” “Генрих…” ҡыҙыбыҙ немец телендә нимәл­ер аңлатты ла тегене беҙҙең янға этәреп көсләп тиерлек ҡулдарыбыҙҙы тоташтырҙы. Кейәүҙең йөҙөндә шатлыҡ ос-ҡондарын да, ҡыҙыҡһын­ыу сатҡыларын да күрмәнем. Ул битараф ҡиәфәттә түргә үтеп ҡәнәфигә һеңде лә ризаһыҙ йәмрәйгән йө­ҙөндәге таш­быҡ күҙ­ҙәрен секрәйтеп үҙе менән тотоп ингән гәзитте ҡараштырырға кереште. “Кисә яратҡан футбол командаһы еңелде, Генрих шуға бошона”, тине Зөлфиә. Ҡайғы-хәсрәте ҡаты икән дә баһа был кейәү йоратының!

       Ҡоҙа-ҡоҙағыйыбыҙ көтә, тигәс йыйынып, көс етмәҫ күстәнәстәребеҙҙе эләктер­еп аҫҡы ҡатҡа төштөк. Номерҙың асҡысын администратор иргә тапшырҙыҡ. Кисә килгәс үк шуға иғтибар иткәйнем, бында барлыҡ хеҙмәтләндереү мәшәҡәттәрен ир-ег­еттәр башҡара. Администраторҙың яһалма итәғәте, битлек һымаҡ итеп йөҙөнә япҡан һалҡын йылмайыуы оҡшаманы. Бутафор аҙыҡ һымаҡ бит ул яһ­алмалылыҡ, тышы ялтыраһа ла тәме лә таты ла юҡ.

     Граждандар никахының айырылғыһыҙ йолаһылыр инде, кейәү менән ҡыҙыбыҙ үҙ машиналарында айырым-айырым, эйәртенешеп килгәндәр икән. Ҡаланың сит-енә юл­ландыҡ, бер ҡатлы, тимер ҡоймаһы асыҡ йәшел төҫкә буялған йорт янына килеп туҡ­таныҡ. Овчарка өрөүе ҡаршы алды. Хәрби киноларҙағы концлагерь эттәр-ен күҙ алдына баҫтырып һипһенеп киттем. Овчарка ысынлап та ата бүре дәүмәле ҙур ине, муйын бауын өҙә яҙып артҡы аяҡтарына баҫҡан, ҡан һауған күҙҙәре ашар-ҙай итеп ҡарай­ҙар. “Ярһып абалауына ҡарағанда был йыртҡыс сырхау эткә шыпа ла оҡ­ш­амаған”, тип уйлап ҡуйҙым. Ихатаға индек, кирбестән һалынған йорт күркәм һәм ҙур. Ишек алдында күрер күҙгә ят декоратив үҫемлектәр үҫә, таш һуҡмаҡты ҡайсы менән тигеҙ итеп киҫелгән акациялар ҡайыған, ихата түрендәге беседканы то-тошлайы менән үрмә гөлдәр ҡаплаған. Көнитмештәрендә көндәлек ҡулланған тәртип, ғәҙәттәренә айырылғыһыҙ булып һеңгән таҙалыҡ йәһәтенән беҙгә немецтарҙан күп нимәгә өйрәнәһе әле. Аяҡ кейе­м­дәребеҙҙе күтәрмәлә ҡа­лдырып инеп үткелектә туҡталдыҡ. Өй эсендә шылт иткән тауыш та ишетелмәй, ҡунаҡ ҡаршылауҙың бил-дәһе хуш еҫ тә танауҙы ҡы­тыҡламай. Әҙерәк урындарыбыҙҙа тапанғас кейәү менән ҡыҙ зал яғына үттеләр ҙә һыуға батҡандай юғалдылар. Беҙ хәйерселәр ише төй-өнсәктәребеҙҙе күтәреп ишек төбөнә баҫҡанбыҙ. Үҙ урынымды, кимәлемде, бәҫемде белгәнгә, шу­ны әйтәм, ошоға саҡлы бер тапҡыр ҙа был тиклем дә мыҫҡыллы тү-бәнселеккә төшөргә тура килмәг­әйне. Биниһая ваҡыт­тан һуң яныбыҙға 60 йәштәрҙе ашатлаған, бирән ҡорһаҡлы ир һәм ҡаҡланған балы­ҡ­тай ҡаҡса кәүҙәле һалам сәс-тәре һибелеп таралған ҡатын сыҡт­ы. Быларҙың йөҙ­ҙә­рендә лә ирәбелектең семтеме, хатта остоғо ла юҡ. Һонолған ҡулымды алмаһа ла “Гутен таг”  тине ир үркәсле эйә­ген һелкетеп. Ниһайәт ҡатыным да хәрәкәткә килде, төйөнсәктәрҙе хужаларҙың алдына теҙҙе: “Күстәнәс, - тине ул башҡортсалап, аңлайыш­лы булһын өсөндөр, “күстинсә”, тип тә өҫтәне.” Ҡоҙа менән ҡоҙағый ҙа кәрәкһеҙ, ерәнес нимә­нән һаҡланырға теләгәндәй ҡулда­рын сатрашлап болғап, алдарына, иҙәнгә ҡуйылған күстән-әстәребеҙҙе аяҡтары менән беҙҙең яҡҡа эттеләр: «О-о-о, данке шон, найн, найн!» Шулай тинеләр ҙә кире инеп киттеләр. “Әҙәмсә мөнәсәбәт, аш ҡәҙерен бел­мәгән таҙҙар! Инәңде…”, тип әсе һүгендем эстән. Бер аҙҙан яныбыҙға кей­әү менән Зөл­фиә сыҡтылар. Ҡулдарына ике кәсә тотоп алғандар. Һыу­ынып бөткән ҡара кофе икән һыйҙары, үткән быуаттағы йот йылында ас малай теҙеп һандыраған «үҙе ҡаралай, үҙе ҡоролай, үҙе мәтрүшкә, үҙе көрөшкә» тигән нимә була инде. Ныҡ ас­ыуым ки­лде әй, көй­ләнеү­емде белдермәһәм дә сығырымдан-сығып шартлар сиккә еткәнмен. Кәсәне кире тоттор­ҙом: “Рәхмәт ҡыҙым, минең кофе яратмағанды беләһең!” Са-рсап киткәйнем, тип ҡаты­ным кейәүенең ҡулындағына үрелә. Уны ла ҡырт киҫеп туҡтат­тым: “Был нимә һыуһынды ҡандырмай, һыуһаһаң ҡайтҡас самауырҙы йыҡҡан-сы, эсең йәйелгән­се сәй һемерерһең!”

       Беҙҙе оҙатыусы булманы, бары артыбыҙҙан эттәре генә өрөп ҡалды.

       Зөлфиә машинаға сығып ултырғас ғәйепле төҫтә әйтте:

       - Сәғәт туғыҙ­ға эшкә. Бын­да бер минут та һуңларға ярамай!

       - Борсолма, беҙҙе әлегә ҡуна­ҡханаға ғына апар.

       - Һеҙгә төш мәлендә килеп китермен.

       - Ваҡытың тығыҙ икән, килмәҫкә лә мөм­кин, үҙе­б­еҙсә көңгөр-ҡаңғыр итеп нисек тә көндө үткәрербеҙ әле…

       Ҡунаҡхананың һыйы был юлы ярайһы ғына мул: тәрилкәләргә бесәй балаһына һалған миҡд­арҙағы бутҡа менән, ике телем ҡара икмәк, йәнә бер йотмалы, ҡоҙ-алар тә­ҡдим итеп тә ауыҙ итмәгән һалҡын кофе. “Былай бармай, - тинем ҡатынға, - нимес­тәргә тигәнде ҡалдыр ҙа, өй икмәген киҫ, ҡаҙыны ҡырҡ әле, эргәһенә һары майҙы ла өҫтә, юғиһә асығыуҙан аяҡтарҙы һуҙырға мөмкин!”

        Төш мәленә ҡайтыр әйберҙәребеҙҙе төйнәп бөткән инек инде. Ҡыҙыбыҙ юлға йый­­ыныуыбыҙҙы күреп аптырап китте:

       - Ҡайҙа ҡабаланаһығыҙ ул, килеүегеҙгә яңы. Берлинды күрһәтербеҙ, Бранденбург ҡапҡаһын…

       - Рәхмәт ихласлығыңа, бө-гөн үк, хә­ҙер үк ҡайтабыҙ, Берлинды күргебеҙ

килмәй, Бөрйәнде һағындыҡ, Бранденбург ҡапҡаһын теләгәндәр күҙҙәре талғансы ҡараһын, үҙәгебеҙ өҙөлә яҙып ауыл ҡапҡа­һын һағындыҡ! Әсәйең ҡулдарының йы-лыһын ҡушып ҡайның менән ҡәйнәң ҡабул итмәгән ошо күстәнәстәрҙе әҙерләне, бәлки улар аша тыуған яҡ йылыһы һеңер үҙеңә… - Кинәйәләп әйттем. Ошоға ти-клем һиҙгер, зирәк ине ҡыҙыбыҙ, әле лә әйткәндәремде моғайын да бөтә тәрәнлегендә төш­өнгәндер.

     Аэропортта Зөлфиәбеҙ бер яҡ ситкәрәк баҫып моңайып ҡарап ҡалды. Уны сит-яттарға ҡалдырып китеүе үтә лә йәл ине. Беҙгә белдермәһә лә үҙ мөхитендә тәрб-иәл­әнгән бала моғайын да күңеленә тап килмәгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йәпһеҙ тәрти-птәрҙе ҡа­бул итә алмайҙыр. Хатта ағастың ағасы ят тупраҡҡа тамыр ебәрә алмай ҡороп ҡуя бит ҡайһы саҡ. Айырылышыу мәлендә шуларҙы уйлап  йө­рәгем һыҡ­р­ағайны, ҡатыным да мин кисергән тойғоно кисерҙе шикелле, күҙҙәре йәшләнде.

       Мәскәүгә төн уртаһында килеп төштөк. Иң беренсе тәүлек әйләнәһенә эшләгән кафыны табып туйғансы ашаныҡ. Беҙҙәге һыуҙың татын, аҙығыбыҙҙың тәмен, туйым­лы бәрәкәтен әле генә яңынан тойғандай булдым. Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай, ти бит ха­лыҡ мәҡәле, мин дә сит илгә барып халҡыбыҙҙың күңеле бөйөк һәм саф икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инандым. Бар йәһәттән цивилизациялы иҫәпләнгән Европанан ар­тыҡ булмаһаҡ кәм түгелбеҙ.

      Шулай тип тамамланы хикәйәһен Ғәйфулла.

   Уңғансы Фәниә күпереп бешкән икмәк, ҡаҙы, ҡымыҙ ҡуйылған батмус тотоп ки-леп сыҡты. Күңелле булып китте, ҡаныбыҙға, булмышыбыҙға һеңгән йомарт их-ласлыҡҡа,  телеңде йоторлоҡ үҙебеҙҙең милли аҙыҡҡа бер нимә лә етмәй шул. Етмәй!

       Иртәгәһен Ғәйфулла менән Фәниә хуш аяғынан һуң мул күстәнәс төрөп ауыл-дарының осона ҡәҙәр оҙатырға сыҡтылар, күҙ яҙлыҡҡансы ҡул болғап ҡалдылар.

   

            

Автор:Хайдар Тапаков