АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
16 Ноябрь 2021, 09:17

Ҡунаҡ ашы. ( Хикәйә. Аҙағы бар.)

       Илай-көлә күрештек, һаулыҡ һораштыҡ. Ҡыҙымдың яңғыҙ булыуы аптырауға ла ҡур­ҡыу­ға ла һалды, нисек инде, әллә теге нимес кейәү ҡыуып та сығарғанмы быны? Булмаҫ, тимә, көнбайыш зимагурына ышаныс бармы! Минең уйым­ды күҙҙәремдән уҡыған Зөлфиәм тынысландыра һалды: “Бөтәһе лә һәйбәт, атай!”

Ҡунаҡ ашы. ( Хикәйә. Аҙағы бар.)
Ҡунаҡ ашы. ( Хикәйә. Аҙағы бар.)

       Тупһаһына саң ҡундырмай барып йөрөгән, ҡатышып йәшәгән Солтановтар ҡунаҡҡа саҡырҙы. Барҙы ниһәң, ни алып ни биререн белмәй аяғөҫтө баҫып һыйлай-ҙар улар, Ғәйфулла дуҫым да, ҡатыны Фәниә лә биге­рәк ихластар, йомарттар, ҡунаҡсылдар. Пар килгән ундайҙар хаҡ­ын­да: «Бер ҡап та бер һап», тиҙ­әр ғәҙәттә, ә бәғзе береһе “Силәгенә күрә ҡапҡасы”мәҡәлен хәтергә төшөрә. Ғәйфулла ауылдарының буш ятҡан көнсығыш өлөшөн иркен итеп кәртәләп ал­ып ҙур йорт кү­тәреп ебәргәй-не, оҫталыҡҡа ҡулы ятып барғас шуны ике йыл арауығында бөтөрөп тә ҡуйҙы, әле өйҙәренең дауамына  тәсәйҙәй итеп хужалыҡ ҡаралтыларын теҙҙе; аласыҡ, келәт, мунса, мал ҡаршылау өсөн ялан кәртә ҡапҡаһы урман яғына ҡаратып асылған, шифер менән көпләнгән ҙур һарай, ары умарта баҙы, ишек алдында төшөр урынына ҡулайлап, ҡыйыҡлап өкәлтәк эшләнгән ҡар баҙы. Картуфлыҡ ҡырында таҡтанан, солоҡҡа оҡшатып түмәрҙән эшләнгән ике тиҫтәгә яҡын умарта күренә. Иртә таңдан бал ҡорттары күңелле геүелдәп бал йыя, йүнсел хужалар дыу килтереп донъя көтә. Эшсән, бөтмөр булғастары бер ҙә генә замана ауыр­л­ыҡтарына зарланып күктән төшкәнде көтмәйҙ­әр, йән биргәнгә йүн биргән, тигәндәй тырышҡа яйы табыла.  

       Был юлы барғаныбыҙҙа ла шулай булды: Солтановтар оло мәжлескә туған-тыумасаһын, яҡындарын, күршеләрен йыйып ҡунаҡ күрһәтеп ебәрҙеләр, оҙон бер урам булып һуҙылған ауылдың бер осонан икенсе осона йөрөп һыйлан­дыҡ.

     Кис еткәс, сираттағы мәжлестән ҡайтышлай ишек алдындағы  баҡса ултырғысына һаҡҡайныҡ, сөкөрҙәшһендәр, тиептер, ҡатындар беҙҙе аулаҡта ҡалдырҙы. Хужа үҙе менән тотоп килгән ҡурайын ойоҫҡотоп уйнап ебәрҙе, шунан килешле, яғымлы ғына итеп оҙон көй ҙә һуҙҙы. Ғүмер буйы аралашып йәшәгәс Ғәйфулланың холоҡ-фиғелен беләм, ул бына ошолайтып йәшәүенең һәр мәленән матурлыҡ эҙләй, шунан ләззәт таба, көс-дәрт ала.

    Йыр-моңдан кинәнес алып һүҙҙе һүҙгә ялғап ултыра биргәс ул башынан үткән бер ғи­брәтле хәлде һөйләп ташланы. Ғәйфулла артыҡ һүҙсән булмаһа ла телгә бөт-кән, күргән-кисер­гәндәрен мауыҡтырғыс итеп еткерә белә.

            – Ҡорҙаш, минең ҡыҙҙың Германияға китеп шунда кейәүгә сыҡҡанлығын бел­әһең. Берҙән-беребеҙ булғас уны һөйөп, иркәләп, ҡәҙерләп кенә үҫтерҙек. Йә-шермәйем, ҡыҙыбыҙ сит тарафҡа юлланып, шундағы институттарҙың береһендә тел буйынса уҡытып, фән кандидаты дәрәжәһенә күтәрелгәс, ҡатын менән бик тә ғорурланд­ыҡ. Күрегеҙ, йәнәһе, төпкөлдән сығып та, Европа кимә­лендә бирешмәй эшләп йөрөй, ят телдә  һөйләшкән студенттарға һабаҡ бирә! Торараҡ, ҡыҙыбыҙ немец егетенә кейәүгә сығам, тигәс, ошоға­са булмышыбыҙҙы ҡымырйытҡан ҡыуанысыбыҙ һү­рәнләнде, һүрәнлән­еү генә түгел, икәүләп, бот һынып ултырып көйәл-әнә башланыҡ. Күҙ алдына килтер - ейер ризығыңдың яртыһын өҙөп ҡаптырып үҫтергән балаң сит ил егетен яҡын күр­еп ға­илә ҡорорға йыйынһын әле! Ниндәйҙер күрмәгән-белмәгән нимес өсөн ҡыҙ үҫтермәгәнмен дә. Нимә, беҙҙә, даст-уйный егеттәр бөткәнме, тип янып киттем башта, ана, беҙҙән ике өй аша йә­шәгән агроном Фәнил кемдән кәм, алыҫтаныраҡтан һайлайым тиһә күрше ауылдағы ҡор­лаштың нефть институтын бөтөргән улы бар! Оҙаҡ туҙындым шулай, йәшерен-батырын тү-гел, инәнән күргән тун бесә, бөтә бәләнең башында һин генә, тип тел менән Фәниәне туҙҙырып ташлан­ым да пуштыға елтерәп барып ауылдан халыҡ-ара  телегр-амма ебәреп булмағанлыҡтан ҡош телендәй хат яҙып оҙаттым: «Кейәүгә сығыуыңа минән, туйыст, беҙҙән рө­хсәт юҡ. Ҡалғанын ҡа­йтҡас һөйләшербеҙ! - Рәсми ҡыр-ыҫлыҡты белдерергә теләп иң аҙаҡҡа былай тип тә өҫтәнем. - Ғәйфулла, Фәниә Солтановтар» Үҙемсә план да ҡороп ҡуйҙым: ялға ҡайтып төшһә яйын табып теге Фә-нил менән осраштырып, килештереп, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып бата ла уҡытып ҡуйырбыҙ әле. Шунан һикрәңләр-һикрәңләр ҙә тынысланыр бер килеп, ҡайҙа ғына барһын, тулаған ат ошоғаса тәртә һындырғаны юҡ әле. Мәктәпте бөтөргәнсе быларҙың яҡын итеп дуҫлашыуҙар­ын да урыҡ-һурыҡ ишет­кәнебеҙ бар ине. Элек оҡшат-ҡас, моғайын хәҙер ҙә яҡын кү­рер, прусты, ситкә кит­кән дә һыуына төшкән, иҫтән сығарып ебәргән! Уҡытам, тиһә беҙҙә лә юғары уҡыу йорттары етерлек, шуларҙың бе­реһенә урын­лашыр, ҡалаға күсһәләр беҙҙең ярҙам менән фатир мәсьәләһен дә хәл итергә мөмкин. Ҡорған пландарым бына ошолайыраҡ ине. Уйымды ҡатынға ла еткерҙем. Шик белдерә был: “Кем етте шуға етәкләтеп оҙа­тырға ҡыҙ­ыбыҙ бүлтерәк һарыҡ бәрәсе түгел дә, ауылса фекер­ләп, ба­һалап еткермәһәк тә ғали­мә бит ул. Фәнил тиһәң дә, хәҙерге йәштәр бит үҙҙәренсә, һөймәгән­гә һөйкәлдереп булырмы икән?” “Булыр! Бына хәҙер Фәрит ҡорлашҡа барам да яйын тап кил­тереп төшөн-дөрәм.” “Йөрөмәйһең, ике аяғыңдың береһен баҫмайһың, белекһеҙ! Баҙа­ры үтмәг­ән ултыраҡ ҡыҙ түгел Зөлфиәбеҙ!” Бирәм ти­гән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына, ти­ҙәрме әле, иртәгеһен Фәрит беҙгә үҙе килеп инмә­һенме! Һитәле балдан ҡойолған бал сығарҙым. Зәхмәтле эсемлек ҡеүәтенән теле сиселә төшкән ҡунағ­ым һүҙ араһ-ын­да, ҡағып-һуғып ҡына үҙенә  иш таба алмаған улы хаҡ­ында әйтеп һалды, беҙҙең ҡыҙ хаҡында ла белеште, йәштәр килешә ҡалһа-лар ҡоҙа булышып татыу йәшәр инек, тип тә ебәрҙе. Әйтелгәндәр йәнемә майҙай яғылды.

     Ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы, ике аҙна үтеүгә яуап телеграммаһы ки­леп төштө. “Генрих менән граждан никахындабыҙ. Ҡунаҡҡа килегеҙ.” Бына һиңә, мә, аңлам-аҫһың хәҙерге йәштәрҙе, йә кейәүгә сығам, тип башты ҡатыралар, рөхсәт итмә­йем, ти­һәң һылтауын табалар. “Граждан никахы ғәҙәти өйләнеүҙән ҡайһы яғы менән айырыла?”, тип һораным бисәнән. “Йәштәрҙең үҙ-ара бер ниндәй бурыс­тары ла бул­май. Ҡыҙыҡһыныуҙары, мауығыуҙары, ынтылыштары тап килмәүе асыҡланһа ике-һе ике яҡҡа китә лә бара.” Бына килде бит көни­тмеш, бата уҡытһаң һин ҡорған ғаиләң өсөн Алла ҡашында яуаплыһың, был яңыса өйләнеү сараһы бер ниндәй әхлаҡ ҡалыптар­ына, тәртип сиктәренә һыймаған еңел-елпе бер нимә икән, ҡороғор. Шулай үҙ алдыбыҙға янып-бөтөрөндөк тә, ни хәл итәһең, башты ташҡа бәреп булмай, күн­дек. Аҙна-ун көндән Зөлфиә ҡабатлап телеграмма һуҡты: “Көтәбеҙ. Килегеҙ.” Ҡатындың күҙ-ҡарашы барам, тип янһа ла, яйымды яйлап өйрәнгән бит инде ул, өн-һөҙ тиҫкәре­лә­неүемде самалап ауыҙ асып һүҙ өн­дәшмәне. Тағы ла бер нисә көн үтеүгә йәнә саҡ­ырыу килеп төштө. Ниһайәт Фәниәнең сабырлығы һынды шикел-ле, шырпылай тоҡанып китеп ми­не әрләп ташланы: “Был тиклем дә һере, таш бәғерле булырһың икән, әйтәгүр, баланың һағынып үҙәге өҙ­өләлер, юғиһә ҡат-ҡат хәбәр ебәрәме тағы? Теләмәһәң ҡал әйҙә, үҙем барам, алыҫ ер булһа ла бер нисек табырмын әле!» Утты ут менән һүндермәйҙәр, шуға өндәшмәй ҡалып алыҫ ҡитғаға юл-ланырға риза икәнлегемде һиҙҙерҙем.  

  Ҡунаҡҡа күрше ауылға бармайбыҙ бит, әкренләп йыйына башланыҡ; район үҙәгендәге эске эштәр бүлегенә ҡайта-ҡайта мөрәжәғәт итеп сит ил пас­портын юллан-ыҡ, медицина тикшереүе үттек, бараһы еребеҙгә рәсми рөхсәт алыуға ла апаруҡ ваҡыт китте. Ҡатындың хәстәре башҡа, уның бар белгәне алып бараһы күстәнәс-тәрҙе хәстәрләү. Күрмәгән-белмәгән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙың алдында мах бирге килмәй, әҙәм күрке сепрәк бит, шартына тап килтерергә тырышып өҫ-башты ҡараныҡ, ми-ңә яңы фасонда тегелгән затлы пинжәк, Фәниәгә ҡыҫҡа итәкле күлдәк, осло тағалы туфлиҙар, капрон колготкиҙар һатып алдыҡ. Ҡатыным ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып сәсен бөҙрәләп-ҡабыртып лак менән ҡатырҙы, ҡарауһыҙ ҡаштарын йолҡоп тигеҙләне, ҡултыҡ аҫтарына, ҡолаҡ һырттарына хушбый ышҡып, ирендәренә асыҡ ҡыҙыл помада тигеҙеп, бит-йөҙөнә кершән яҡты. Һиңә әйтәйем, хәләл бисәм күҙ менән ҡаш араһында ун-ун биш йәшкә йәшәрҙе лә китте бит, ҡәләмдәй нескә итеп йолҡолған ҡаштары аҫтынан ҡараған күҙҙәре лә һоро түгел, сер бөрккән йәшкелт икән дә баһа, биҙәнеү-яһаныу бына нисек үҙгәртә ҡатын-ҡыҙҙы, һөйкөмлө, ылыҡ-тырғыс итә. Бал ҡортоноң да күҙҙең яуын алған хуш еҫле сәскәгә йәбешеп ятыуы бер ҙә юҡҡа түгел бит, мин дә Фәниәмдең тирәһендә уралғылайым, яңылыш ҡына әле май бөрөп өлгөрмәгән һырттарына, тығыҙ янбаштарына ҡағылып алған булам, йә шаяртҡанға һалышып нескәлеген юғалтмаған билдән ҡармайым.

     Юлға сыҡтыҡ, Өфөнән Мәскәүгә остоҡ, шунан Домодедово аэропортынан Бер-линға. Германияның башҡалаһына өсөнсө көн тигәндә, төштән һуң барып еттек. Са-молетҡа трап биргәстәре ҡаршы алыусылар алдында ыҫбай күренергә теләп башымда ялпашҡан фетр эшләпәмде төҙәтә биреп кейҙем, нисәнсе көн инде муйыным-ды бы­уып ыҙалатҡан галстугымды төҙәттем. Түбәнгә төштөк, аэропорт пассажирҙары өсөн тәғәйенләнгән, ян-тирәһе асыҡ автобусҡа ултырып аэропорттың иркен за-лы­на килдек. Беҙҙе әллә ҡайҙан күреп ҡалған ҡыҙыбыҙ йүгереп килеп муйыныбыҙға һырылды. Танымаҫ­лыҡ кимәлдә матур, күркәм, шул уҡ ваҡытта беҙҙәгеләргә оҡ-шатмай ыҫбай кейенгән. Саҡ таныныҡ, бындағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан һис айырырмын тимә. Илай-көлә күрештек, һаулыҡ һораштыҡ. Ҡыҙымдың яңғыҙ булыуы ап-тырауға ла ҡур­ҡыу­ға ла һалды, нисек инде, әллә теге нимес кейәү ҡыуып та сығарғанмы быны? Булмаҫ, тимә, көнбайыш зимагурына ышаныс бармы! Минең уйым­ды күҙҙәремдән уҡыған Зөлфиәм тынысландыра һалды: “Бөтәһе лә һәйбәт, атай!”

Автор:Хайдар Тапаков