АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
15 Ноябрь 2021, 20:10

Юҡ! Бүтән алданмайым!

Йоҡоһонан әллә ҡасан уянһа ла, урынынан ҡалҡынырға йыбанып оҙаҡ ҡына тик ятты бөгөн Нәбир. Ҡайҙа ҡабаланырға һуң?! Эшкә барам тигән мәле үткән - күптән хаҡлы ялда ул, шулай ҙа бот һоноп диванда көноҙоно аунап ята торған заттарҙан түгел дә үҙе. Кәртә тултырып ваҡ мал көтә, бейә аҫырай. Тик быйыл шул күҙ терәп торған Ялбырының ҡыҫыр булыуына ғына бер аҙ эсе боша...

Юҡ! Бүтән алданмайым!
Юҡ! Бүтән алданмайым!

Йоҡоһонан әллә ҡасан уянһа ла, урынынан ҡалҡынырға йыбанып оҙаҡ ҡына тик ятты бөгөн Нәбир. Ҡайҙа ҡабаланырға һуң?! Эшкә барам тигән мәле үткән - күптән хаҡлы ялда ул, шулай ҙа бот һоноп диванда көноҙоно аунап ята торған заттарҙан түгел дә үҙе. Кәртә тултырып ваҡ мал көтә, бейә аҫырай. Тик быйыл шул күҙ терәп торған Ялбырының ҡыҫыр булыуына ғына бер аҙ эсе боша. Былтыр был мәлдә бейәһенең ҡолонлауын ҡарауыллап төн һаҡлап сыға ине хатта, ҡайҙа ул мөһим осорҙа ҡояш ауғансы йоҡлап ятыу? Бейәһен әйтәм, ҡыһыр ҡалырлыҡ ҡышты йонсоу ҙа сыҡманы, арт һикертеп йөрөнө хатта, кешенең бейәһе кеүек тиҙәк тибеп туйынып көн күрһә бер хәл! Йәп - йәшел туғай бесәнен ҡырт сәйнәп ҡараға баҫты ла, бәс, ҡыҫыр ҡалған имеш. Шулай ҙа, төҫө барҙан төңөлмә тигәндәй, бейәһенең оло ҡорһағына арыуыҡ ҡына тексәйеп һарайҙа тотоп сығарҙы Нәбир үҙен ҡырға , ывдырук теге витвыраштың тоҫмалы яҙыҡ булыр?! Шунан?! Ҡырҙа ҡолонлап эт - ҡош тәләфләһә?! Кемгә ҡарап үпкәләр? Ә?
Түрбаш яғында тәпешкәһе менән ҡыпшыр - пыпшыр итеп тауыш сығарып "шыуып" йөрөгән Мәймүнәһенең радионы ҡабыҙып ебәреүенән бар уйҙары таралған Нәбир ятҡан диванын шыңғырлатып тауышландырып тороп ултырҙы.
— Мдәәә... Арҡа һыҙлағансы ятылған... - тип ҡуйҙы үҙалдына үҙе.
Радионан ағылған талғын көй шауҡымында бер аҙ күңеле күтәрелеп, егеттәрсә йәһәт кенә кейенеп түрбаш яғына сыҡты ул.
— Мәймүш, бөгөн нисәһе ул?
Плитәлә ниҙер шырылдатып ҡойопмо, болғапмы торған ҡатыны, бер аҙ башын ҡалҡытып ҡаршылағы тәҙрә аша урам яғына ҡарап торҙо ла :
— Кисә утыҙ бере булғайны түгелме , бөгөн бере инде!- тип ҡуйҙы.
— Бере тиһең инде тимәк... Ярай, булһын әйҙә бере...
Аяғына быйма башы эләктереп тышҡа сығып барған иренең был һүҙҙәренең айышын шундуҡ төшөндө Мәймүнә. Иҫләй, тимәк...
Шулай ҙа, иртәнге сәй артында мөһим "иҫкәртмәне" тағы бер ҡат киҫәтеп ҡуйырға һүҙ самаланы.
— Ҡара уны бавай, бер һүҙенә лә ышанма шул Фәхрисеңдең! Ыштубы, бөгөн һаумы тиһә лә һүҙ ҙә ҡушма! Шилма! Шул тиклем "шутник", хатта йышылып бөткән, ултыртҡансы алдай ҙа ҡуя бит үҙеңде, әй! - тине ул бер тынала онотмаҫ борон тип бар хәбәрен саҡ сәй ҡалағына тотонған иренә ҡарап.
Уныһы:
— Эй! Өйрәтереп ултырма әле! Ике йыл пәҙрәт отолдом, инде быйыл алданаһым юҡ! Антым-шинтым! Мына!- тип,
стеналаш күршеһе йәшәгән яҡҡа күкиш сөйөп ҡуйған булды. Үҙе лә һиҙмәҫтән уның ыңғайына Мәймүнә лә йоҙроҡ төйөп "глухой" стена яғына ҡарап ҡабатланы:
— Мына һиңә, Фәхрис! Быйыл үҙеңде "ултыртҡансы" шыпайтабыҙ! Күреп тор!

— Шулай ҙа, уҙған йылғы әкәмәткә һаман көлкө килә әле ул. Һине әйтәм, шуның хәбәренә ышанып тиртун йөкмәп силсәүиткә китеп ултырыуыңды әйт әле!
— Һуң, нисек ышанмайһың?! Ҡыйҙыҡҡа табан кәритә һөйрәп китеп барһам, Фәхрис ҡорҙаш ҡайтып килә кәртәһе артынан. Үҙенән дә өлкән тиртунын йөкмәп алған. Апрель бит инде , көн буйтым йылы. Минең тапҡырға етә туҡтап миңә сәләм бирҙе лә, маңлайының тирен һыпырып һөртә һөртә хәбәрен теҙҙҙе лә китте.
— Әҙерәк башында аҡылы бар кеше шуның хәбәренә ышанмай инде?! Кемгә хәжәт бынау заманда ауыр тиртун? Эйй! Һине лә әйтәйем!
— Лысма тир булып тун йөкмәп килгәс, һораным шул. Силсәүиткә пенсионныйҙан кешеләр килгән, үтә мохтаждарға өҫтәлмә аҡса яҙалар ти. Бар әле ҡорҙаш һин дә, мин ошо тиртунды кейеп ингәйнем, "сыразы" путпис итеп сығарҙылар ғаризама ти. Әллә ҡасан келәт башына елсәгән, ат менән күрше ауылға ҡунаҡҡа йөрөгәндә бөркәнгән тире тунды төшөрөп өҫкә һалып киттем инде мин дә силсәүиткә.
— Хи- хи, хи- хи... Шунан, килгән инеме һуң теге " пристәвителе"?
— Ҡайҙан! Силсәүит тупһаһына баҫып та өлгөрмәнем, "зимләмир" егет ҡаршы сыҡты. "Ағай, ни булған?"- ти. Аңлаттым инде хәлде.
Фәхристең хәбәрен ысынға алып барып, "ыстырам" була яҙҙым. Ярай әле силсәүиттең үҙенә үк инеп өлгөрмәнем. Күҙҙе лә астырмаҫтар ине хәҙер.
— Ҡуй инде.
— Щыбыр тиргә батып ҡайтып инеп йығылдым, ә һин тораң " ғаризаңды патписать иттеләрме? Нисаҡтыға арта ти пинсейәң ?"- тип. Мин генә түгеел, бисәкәй һин дә алдандың ул шилма Фәхристән.
— Хи- хи - хи - хи... Хәҙер ҡыҙыҡ, көлкө килә.
— Эйе, ха- ха- ха- ха...
— Һуң, унан алдағы йыл һуң?! Зәйнәш ҡарттың кәзәһе кәртәгеҙгә ҡыҫылған тип "забур" аша ҡысҡырып ней, һин өйҙә юҡ инең, мин һарай туҙҙырып кеше кәзәһен эҙләнем бит?!
— Һарай араһына һирәк сыҡҡаныңа төрттөргән инде, шилма! Тора бара "раднуй" бавайыңды ла танымай башларһың әле, шәп иткән!

… Күҙаллауығыҙ, һиҙемләүегеҙсә, беренсе апрель иртәһендә бара был ваҡиғалар...
Яҙ еҫе аңҡый барған татлы иртәнең саф һауаһын танау киреп тәрән тын алып, эре аҙымдарҙа һарайына табан ныҡлы баҫып атлаған ир - ул Нәбир.
Хәҙер һыйырҙарын асыр... һарыҡтарын әүеҫтеккә ҡыуыр...
уның артынса тиҫтә тиҫтә тауыҡ ем һорап аяҡ аҫтын сыбарлар...
тызылдашып ектән морон ҡыҫтырып бесән һораған кәзәләр "моңо" ла, иртәнге симфонияға үҙенсә генә йәм һибер...

— Әһееүү! Күрше-е-е! Нәбир ҡорҙаш! Һин бындамы-ы-ы-у?!
Яндаш күршеһе менән ике урталағы ҡойма аша кемдеңдер уға төбәп өндәшен ишетеп һарай эсендә йөрөгән Нәбир яланкәртәгә йүгереп килеп тә сыҡты.
— Ә-ә-ә-ү! Кем икән тиһәм, Фәхрис икән дә... Йә, шәпме, ҡорҙаш?!
Иртәнге сәй артында Мәймүше биргән "күрһәтмәләрҙе" буйтым иҫтән юйған Нәбир, һәнәге һабына эйәк терәп тороп ҡорҙашы менән хәл-әхүәл һөйләшеп тә китте.

— Бейәңде мәйтәм, иртәрәк сығарғанһың икән ҡырға. Ул витвыраш б..ғымды ғына белһенме ни уның эсендә ҡолон бармы юғын?! Анау йылды мин шуның хәбәрен тыңлап әрәм иттем бит танамды. Ҡыһыр ул бының, ағай, һуй ҙа ҡуй , һыйырың иртә быуаҙ , тигәс танамды йығып салһам... аныһының уҫтаптай быҙауы сыҡты. Иртә быуаҙ тип ышандырған һыйырым ҡыҫыр булып ауыҙҙы ғына йырҙы бит әй һөтһөҙ. Так ышту,ҡорҙаш, һин ул малайға һис ышанма!

Фәхрис күршеһенең ауыҙынан сыҡҡан һәр хәбәргә бирелеп йомолған Нәбир, ҡырҙа йөрөгән Ялбырының хәлен бөгөн үк белешеп ҡайтырғакәрәк тип эстән уй төйнәне.
Фәхристең кеҫәһендә ятҡан телефоны тауышланыуына ғына "гәп" тәре ярты юлда өҙөлдө уларҙың. Аниһа, буйтым арғы остан бирге осҡаса буйлап сығырға уйҙары бар ине уларҙың.
— Эй ҡорҙаш, ошо замана рәхәтен "иметь" итмәйһең бит үҙең! Йәнең рәхәте бит әй! Торор инекме ни ошолай ҡойма аша һөйләшеп, дауна диванда ҡырын ятып "тетеп" бөтәр инек кәрәген...
Тынмай йырлаған телефонын усына тотҡан көйө ауыҙ асып аңшайған Нәбир ҡорҙашы яғына арыу һүҙ ырғытып та өлгөрҙө Фәхрис.
Өйрәнә алманы шул Нәбир шул телефон тигән нәҫтәгә. Яҙа баҫып бөтөрмөн, мин йәш кешеме хәҙер уны тоторға, бармағым ипкенер тиһеңме, тип ҡырҡ һылтаулап телефон алыуҙы һәр саҡ артҡараҡ шылдырып һылтауҙар тапты.
Фәхрис кеүек башҡаларҙың да ошолайтып, өйрәнеп алмай ней, тигән һүҙен ишетһә, яман сәменә тейә тейеүен. Шулай ҙа тиҙ һыуына торған яғы бар уның. Дөрөҫ тә инде, үпкәләп ней..
Фәхристең ҡойма аша мөңгөрҙөгө сығып кем менәндер һөйләшеүен тыңлай- тыңлай Нәбир һыйырҙарына бесән һалып, ваҡ малдарының аҫтын да көрәп сыҡты.

— Ҡорҙаш! Һе-е-ү! Ҡорҙаш! Һөйөнсө!
Һөйөнсө һүҙен ишетеп, тертләп киткән Нәбир , Фәхристән алда үҙе үк ҡоймаға ынтылып аҫылынды.
— Әү! Ни бар?
— Һөйөнсө, ҡорҙаш! Миңә әле генә Зөфәр ҡоҙаның малайы ызванит итте, һинең Ялбырың ауырыҡһынып тора ти. Тоноғо күренмәй ти, ныу, ятаҡтай ҙа ятаҡтай икән. Мәскәүле һыртынаса өйөрҙө алып килдем, Нәбир апа бейәһен барып апҡайтһын, тине. Вәт! Тапшырҙым!
— Оһо-о-о! Рәхмәт, ҡорҙаш! Бейәм имен булһа, йыуҙырам, брат! Шартына килтереп йыуҙырам!

Ҡойма башынан еңел генә һикереп "егеттәрский" етеҙлектә өйөнә табан йүгерҙе Нәбир.
— Мәймүш! Һөйөнсө! Бейә, бейә!
— Нимә булған? Бейә нишләгән?
— Ауырый ти. Мәскәүлегәсә өйөрҙө Зөфәрҙең малайы әпкилгән. Ыһ! Уф! Ҡайҙа минең теге ҡытай итеге?
— Ай, әттәһе! Быйма менән барһаң ни була?
— Ауыр бит ул! Йә тиҙерәк, ҡарап бир ҙә!
— Ошонда ғына ине... хәҙер...
— Йә, йә!
— Эй, бар ҙа ҡуй шул сүсинкәң менән!
— Көрткә инһәң уның калушы һыпырыла бит һуң!
— Бына-бына, таптым!
— Ҡана бир! Тиҙ бул!
— Мәймүш! Һин аш һал, мул итеп! Ҡаҙы бешер! Берәй "ярты" тап! Һөйөнсөләгәнде буш итеү ярамаҫ. Ни тиһәң дә күршеләр... етмәһә ҡорҙаш...
— Әй ,ярай-ярай... Хәҙер -хәҙер һалам ашты...
— Шулай ҙа мине ҡарап тор тәҙрәнән. Ывдурыг айғыры бейәне бирмәһә, вис ҡыуам өйөрҙө был яҡҡа. Оло ҡапҡаны асырһың, яраймы?
— Ярай-ярай!

Аяғына еңел итек кейеп, ҡолаҡсын кәпәсен үргә сөйөп бәйләп, ҡулындағы йүгәнен аҙым һайын һелкеп һикертә баҫып Мәскәүле яғына атлаған иренең артынан ҡарай - ҡарай, өйҙә ҡалған Мәймүнә йәһәтләп аш ҡайнатыу хәстәре менән өтәләнде.
Тейен етеҙлегендә һикереп баҙға төшөп, Нәбире белмәгән "сикритный" мөйөштән ике йылтыр шешә сығарҙы. Берәүҙе "йыҡһалар" билләһи икенсеһен дә "ҡоҙаларҙары" билгеле, шуға берыңғай эш бөтөрҙө, йәнәһе лә.
Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта, һөйөнсөләгән кешегә күлдәклек ҡарап сығарҙы, моғайын да бисәһе менән саҡырырҙар, уныһына яулыҡ та барыр әле, тип ҡуйҙы. Әтеү! Ҡуштан булып ҡына инә бит ул! Ярамағанмы ни?
Ә кем һөйөнсөләне икән?
Вәт Мәймүш оноттоң бит һорап ҡалырға Нәбиреңдән!
Өй эсендә тәмле еҫтәр сығарып ашы ла ҡайнап сыҡты Мәймүнәнең.
Ашының ҡаҫмағын һөҙөп, ҡаҙыһын кейеҙ энәһе менән төрткәндә лә, ике күҙе тәҙрә аша Мәскәүле һыртында булды уның.
Хәәәҙер... Хәәәҙер... Хәҙер Нәбир килеп сығыр бейә етәкләп... артынан ҡолоно эйәргән булыр...
Бәлки...ҡайтҡас ҡолонлар ҙа әле...
Көтһәң, ваҡыт шул тиклем яй ҡыбырлай бит ул. Бер сәғәт - бер йылдай оҙаҡ тойолдо хатта. "Офоҡта" Нәбир ҙә, бейә лә, теге ҡолон да күренмәне...
Таныш һындың, көтөүҙән тонған күҙенә шәүлә булып яғылып ҡына күренеп ҡайтып килеүенә, Мәймүнә һикерҙе лә йүгерҙе.
— Әттәгенәһе! Ҡайҙа икән әшкиһе?
Шулмы? Түгелме шул?
Атағ-атаҡ! Бынағайыш! Бер үҙе ҡайтып килә се! Айғыр бейәне бирмәне микән ни?
Туҡта... Һоло һалып алып ҡаршы барайым әле... Айғырын әүрәтешһәм, бавай бейәне алып ҡасыр...
Ҡана шулайтайым...

Муйынына иҫке шәленең бер осон урап бәйләгән Мәймүнә елтерәтә баҫып ярым бүҫкәк һололо биҙрә алып Мәскәүле һыртынан яй ғына ҡыймылдап был яҡҡа шылған һынға табан атланы.
Нәбиренә етер етмәҫ үҙ "захват" планын ҡысҡырып аңлатып маташты.
— Бавай! Нәбир, тием! Мин һоло алып килдем, бына! Айғырҙы әүрәтәйем, һин бейәне...
Әйҙә! Борол Мәскәүле һыртына... Борол!
— …
— Атаң башы! Ҡолаҡҡа ҡаттың мәллә? Борол! Мин айғырҙы...
— Тфүй! Айғыр әүрәтергә китеп бараңмы? Бар!
— Һуң, бавай...? Бейәне айырһаҡ тигәйнем... бына һоло...
— Һолоңдо үҙең аша! Алдаған бит беҙҙе был Фәхрис тағы! Тфүй! Шайтан!
— Нимәә? Һөйөнсөләгәнең Фәхрис инеме ни? Бавай, туҡта әле?! Һуң бейә...
— Нимә, бейә?! Йөрөй бейәң! Үҙең һымаҡ... Алдаған бит, заразыы...
Ышанып йүгереп ултырған мин алйот!
— Әйттем бит мин һиңә...ы...ышан- ма, тип...
— Хөрәсән! Как будты үҙе ышанмаған?!
— Мин ней... мин...һиңә эйәреп кенә...

Мәскәүле һыртынан биртабан икәүләшеп эйәртенешеп баш баҫып "көйөп" ҡайтып килгәндәрҙе, ҡыйлығы өҫтөнә менеп ҡарап торған Фәхрис күршеләре генә күрҙе.
Яндаш ҡыр ҡапҡаларын асып инеп килгән мәлдәрен тап итеп :
— Дәәә, Нәбир ҡорҙашым шәәәп, мин бер-ике күршенең хәлен белгәнсе, ул еңгәмде яҙ еҫе еҫкәтеп, прагулкаға алып барып та ҡайтты, тип ҡытырлата көлөп ҡаршы алды.

Асыуы йөҙөнә бәреп сыҡҡан Нәбир башын да ҡалҡытып ҡарамай өйгә үтте лә, өҫтәл өҫтөнә теҙелгән һый ниғмәттән бигерәк "йылтырҙы" күреп, бер һелтәүҙә "ҡытайыский" итектәрен һалып, тиҙерәк "һыуһынын" ҡандырырға ашыҡты.
Бына ул ҡалын ғына теленгән ҡаҙы менән "градус" артын "томаланы" ла :
— Мәймүш, ызнай! Был иң "паслидный" алданыу! Юҡ! Бүтән алданмайым! - тип ҡуйҙы.
Ни тиһен инде Мәймүше. Эйе-эйе, тигәнде аңлатып башын ғына һелкеп ҡуйҙы.

Автор: Миңзәлә СИРҒӘЛИНА.

Автор:Резеда Валиева