АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
7 Ноября 2021, 04:14

Туй дауам итә. (Хикәйә. Һигеҙенсе киҫәк. Аҙағы.)

       Йылы ямғырға, шифалы дымға сарсаған тәбиғәттә дауыллы ғәрәсәт ҡоторҙо, ә араҡы йылға булып аҡҡан, тирә-яҡты яң-ғыратып иләмһеҙ сит ил көйө яңғыраған Хәмитовтарҙың ишек алдында туй мәжлесе дауам итте... 

Туй дауам итә. (Хикәйә. Һигеҙенсе киҫәк. Аҙағы.)Туй дауам итә. (Хикәйә. Һигеҙенсе киҫәк. Аҙағы.)
Туй дауам итә. (Хикәйә. Һигеҙенсе киҫәк. Аҙағы.)

– Балаларым, - тине ветеран йәштәргә мөрәжәғәт итеп. - Бөгөн һеҙҙең өсөн иң та­н­та­налы көндә әйтелгән бар теләктәргә инәйегеҙ ҙә, мин дә ихлас ҡушылабыҙ. Бай­л­ыҡ бер айлыҡ, тигәндәй иң әүәл һеҙгә сәләмәтлек, шунан мөхәббәтле, һөйөүле-һөйө­л­ө­үле йәшәү те­ләйбеҙ!

            – Слушай, старик! -  Килгәндәрҙең араһынан ала-сола сәсле, бит-йөҙө буяҡ­та­р­ҙан ғына хасил ҡатын ҡулын болғап сәрелдәне. - Во время взаимного влечения выде­ляется гормон любви доп­амин, и этот гормон жи­в­ет в организме человека  в те­чении 5-6 лет. Исчезает топамин, уходит и любовь. Как врач, ответственно заявляю, нет любви на свете, и никогда не было!

            – Нина!.. - Эргәһендәге йоҡа кәүҙәле күҙлек кейгән ир йораты бүлдерергә иткәй­не лә, был оторо ярһып китте. - Си-ди, чурбан несчастный, ты мне надоел как горькая ре­дь­ка! Так что - горько! – Яһил ҡатын алдын­да­ғы аҡ араҡы ҡойолған рюмканы ауыҙына түңкәрҙе лә ҡомһоҙ ирендәре менән Күҙлектең эргәһендә ултырған ят ирҙең сикәһенә талпандай ҡаҙалды.

       Урынһыҙ бәйләнеүсене бүлдермәй тыйнаҡ ҡына тыңлап бөткән Ғиндулла ҡарт тамағын ҡырып алды:

 – Беҙ­ҙең халыҡта йәштәргә “әсе”, тип ҡысҡырыу хилафлыҡҡа иҫәпләнә, ҡай­ны йортона төшкәндә киленгә ҡаршы сығып бал-май ҡапты­ра­л­ар, йомшаҡ мендәргә баҫтыралар, былар инде татыулыҡ, килешеп йәшәү теләүгә ишара. Ә мөхәббәткә кил­гә­н­дә минең фекерем былайыраҡ, ул кешегә һирәк бирелгән һәләт менән бер, кемгә эләгә, ә кемгә юҡ. Бәс, шулай икән, ер йө-ҙөндә мөхәббәтһеҙҙәрҙең йәшәүенә лә аптырайһы, ғә­жәпләнәһе түг­ел, мөхәб­бәт­леләр донъяны төҙөй һәм гүзәллек тыуҙыра, ә мөхәб­бәт­һ­еҙҙәр кире­һен­сә - емерә. Был, Ер шары үҙенең күсәрендә туҡтауһыҙ әйләнгән һымаҡ мәңге там­амланмаҫ көрәш…

            – Дед, ты же ветеран войны, скажи, за кого воевал? - Йәштәр өҫтәле яғынан ҡы­­с­­­ҡырҙылар. - Лучше бы проиграть эту войну, потому что побежденная Гер­ма­н­ия и Япония сегодня процветают!

            – Беҙҙең ҡотлау ҡотлау булманы, һорауҙарға яуап һымаҡ килеп сыҡты. - Ғин­дул­ла ҡарт көлөмһөрәне. - Шулай ҙа яуап бирәм. Беҙ тыуған ер өсөн, уның азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштек. Дошманға һөжүмгә барған­да күҙ алдымда һәр ваҡыт тыуған ауылым, туғандарым һәм яҡын кешеләрем торҙо, мин улар­ҙы һаҡ­лап, уларҙы ҡурсып дүрт йыл буйы үлемесле яуҙа йөрөнөм. Иманым камил һәр һал­дат ана шул төшөнсәләр өсөн йән аямай алышҡандыр һәм ҡорбан бул-ғандыр. Ошо яуҙа ҡот ос­ҡос юғ­а­лтыуҙарҙан тыш 27 миллионға яҡын кеше башын һалды. Әгәр ең­мә­­һәк бөгөн бына ошолай-тып ултыра алыр инекме икән? Юҡтыр. Беҙгә бит Гер­ма­н­ия­ның ябай халҡы тү­гел, ә уның фашистары ҡан дошман ине. Ҡыр-ағай фашизм­дың ас­ылын аң­латып тороу кәрәкмәҫ, моғайын да белемле кешеһеңдер, улым. Немец һәм япон­дар эш­­лекле һәм эшһөйәр, беҙгә уларҙан күп нимәгә өйрәнәһе бар әле. Ә һин әйткән­дәр ал­ма беш, ау­ыҙыма төш, тип ялҡау Емелялай бейес башынан төшмәй буштан килгәнде көтөп ятҡан, хатта бөгөнгө тыныс шарттарҙа ла ил алды­н­да­ғы изге бурысын үтәп Армия-ла хеҙмәт итәһе урынға ҡасып-боҫҡан булдыҡ­һыҙ­ҙарҙың нигеҙһеҙ ид­еоло­г­и­яһы, сафсата һатыуы! - Көлөүҙән табын геү итеп ҡалды. - Йәштәргә те­ләктәр менән бергә бүләк һал­ыу тигән күркәм йола ла бар бит әле. Беҙ батмусҡа Ғи­н­дул­ла ҡа­рт­тың бер айлыҡ пе­н­с­и­я­һын һалырға ҡарар иттек.

            – Сколько получаешь пенсию, старик, назови сумму! -Баяғы хаяһыҙ егет еңел­ер­гә теләмәй бәйләнә бирҙе.

            – Хөкүмәт күпме тәғәйенләгән, барыһы ла беҙҙеке, ә уның теүәл хаҡын пенсия фондынан барып белеш, сөнки ур-ыны был түгел. 

            - Значит получаешь минималку!

            - Ҡомһоҙланмай булғанына шөкөр итә белеү ҙә аҡыл! – Ғиндулла шулай тине лә ултырған ыңғайы Ғәлиәнең яғына һирпелде.

       Таяҡтың тос осо уның тарафына йүнәлгәнен һиҙгән һиҙгер килен һүҙҙе икенсе йүнәлешкә бора һалды:

            – Барына етешеп ултырығыҙ! Милости просим, кушайте, кушайте дорогие гости!

     Ҡотлау өсөн урта йәштәрҙәге сал сәсле ир менән мөләйем йөҙлө ҡатын тороп баҫтылар. Килгәндән алып башҡаларҙан айырылырға, үҙҙәрен күрһәтергә тырышманылар улар, әле лә ҡыҙмасалар араһында айыҡ һәм һаман да тыйнаҡ инеләр.  Иван Васильевич ашауын ҡуйып тороп баҫты:

            -Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һүҙҙе фән докторы, профессор Андрей Семеновичҡа һәм уның ҡатыны Татьяна Евгеньевнаға би-рергә рөхсәт итегеҙ! Әйткәндәй, Татьяна ла Нина һымаҡ табип. 

           - Ваня, бында дәрәжә менән маҡтана торған урын түгел бит әле, бөтәбеҙ ҙә тигеҙ, бөтәбеҙ ҙә байрам тантанаһына йыйылған ҡунаҡтар!  - Андрей Семенович башлап һин әйт, тигәндәй ҡатынына ҡараны.

       Тегеһе һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:

           - Эйе мин табип, кешеләрҙе дауалауҙан башҡа һөнәр белмәйем. Табип булһам да мөхәббәт юҡ, тип иҫбатлай алмай-ым, һәм ошо урында тулыһы менән ветеран бабайҙың әйткәндәре менән килешәм. Любовь это ключ от счастья, поэтому ни-когда не теряйте этого заветного предмета, желаю здоровья и счастья!

      Андрей Семенович өҫтәп ҡуйҙы:

           - А американский поэт, публицист Уолт Уитмен говорил: “Мужчина велик на земле и в веках, но каждая йота его величия выросла из женщины” Будьте всегда вместе, поддерживайте друг друга во всех жизненных ситуациях!

       Матур, мәғәнәле башланған ҡотлауҙар тора-бара тоҙһоҙ хәбәр һатыуға әйләнде, ә сығыш яһаусыны тыңлаусылар үтә лә аҙ ине. Табынды тиҙҙән шешәләр, рюмкалар сыңы, уфылдап, ухылдып, шапылдап ашау тауыштары баҫты.

      Эсеүе еткән ҡырҡ йәштәр самаһындағы ир ауырлыҡ менән урынынан ҡалҡып бер аҙ бәүелеп торҙо ла ҡарлыҡҡан тауыш менән хәбәр һалды:

           - Я песню вам спою...

  Эргәһендәге ябыҡлау ҡатын быны кире ултыртырға маташҡайны ир яралы айыуҙай ярһып үкерҙе: 

           - Пошла отсюда, круглая дура! Спою не не про чужую жизнь, а про свою.

Вот, уж, двадцатый год живем... Маемся да живем! - Ҡыҫыҡ маңлайындағы тар сикәләрен ҡушуслап бер аҙ онотолоп торҙо. - Как его там... Ээ-ээ... Умом Россию не понять, аршином общим не измерить... - Шулай тине лә ҡан һауған ташбыҡ күҙҙәрен йома төшөп сүместәй йоҙроҡтарын башы өҫтөнә күтәреп һамаҡлап ебәрҙе:

                                              Эх, дубинушка, ухнем!

                                              Эх, зеленая сама пойдет!

                                               Подернем, подернем,

                                               Да ухнем!

      Ҡатыны бер яҡтан, теге күҙлекле ир икенсе яҡтан  йөнтәҫ беләктәргә йәбештеләр ҙә аҫылынып йырсыны сүгергә мәжбүр иттеләр, шунан әллә ҡайҙан килтерелгән ҡырлы стаканды тултырғансы араҡы ҡойоп алтын тештәр йылтыраған оло ауыҙға терәнеләр. Быға шул ғына кәрәк ине лә, имеҙлек ҡапҡан балалай өнө тығылды ла ҡуйҙы.                                             

     Уйындар барышында ползункиҙың балаҡтарына килем-байлыҡтарына маһ­ай­ған, аҡса туҙҙырырға хирес йомарттар тың-ҡыслап аҡса тултырҙы, кәләш менән кейәү бе­йегәндә иҙәнгә ауыл халҡының бер айлыҡ эш хаҡы ким­әлендәге йәшел купю-ралар осто. Ят ҡорға килеп эләккәндәренә үкенгән ғәрсел сабирҙар һиҙҙер­мәй генә таралы­ша башланы, үҙҙәрен ихтирам ит-мәгәндәр, ки­­­­мәлдә­р­ен һанла­м­а­ған­дар, шешә төб­өн күҙләүгә әү­әҫтәр генә ҡалды. Табында мәж­лестәр­ҙе йәмләгән ҡу­рай моңо ла ишет­е­лмәне, йәнде арбар, булмышты сафлан­дыр­ыр оҙон көй һуҙыусы ла, ойота баҫып бей­еп күңел асыусы ла табылма-ны. Кемеһелер телен көрмәлдереп бөгөнгө аҡылһыҙ йәшәүҙең моңһоҙ та­ҡ­ма­ғын һамаҡларға тотондо:

                                               Аҡ кәзә йөндәре,

                                               Күк кәзә йөндәре,

                                              Эрүмкәләр буш ултыра,

                                               Ҡайҙа хәзәйендәре!.. 

 Түр яҡты биләгән ҡунаҡ ҡатындарға етә ҡалды, һеҙ улай булһағыҙ, беҙ былайыраҡ, ти­гәндәй кемуҙарҙан элеп тә алдылар:

                                           С неба звезда упала,

                                           Прямо милому в штаны.

                                           Пусть бы все там разорвало,

                                           Лишь бы не было войны!

   Бының менән генә мөрхәтһенмәне үҙен та­бипмын, тип та­ныш­тыр­ған, эсеүе еткән тотанаҡһыҙ яһил, рәбәғәтһеҙ ҡатын, ул һис тартыныуһыҙ бл­у­зкаһын сисеп та­ш­­лап, былай ҙа бот төбөн генә ҡаплаған ҡыҫ­ҡа юбка­һын биленә ҡәҙәр тартып күтәреп, күкрәксәгә саҡ һыйған түштәрен бәүелдереп, бот төптәрен ялтлатып болғаңлай-болғаңлай һауыт-бабаны ауҙарып өҫтәл өҫ-төнә ме­неп баҫты. Икенсеһе ер иҙән­гә һибелгән ризыҡты затлы туфлийҙары менән тапап сәпәкәй итеп бейергә тотондо. Ая-ғын­да саҡ баҫып торған теге йырсы ир ауа-түнә иҫке өйҙөң ишек тотҡаһына ба­рып аҫ­ылынды ла уны бар көсөнә һелкетә тартты, тик бығау-йоҙаҡ һа­лын­ғ­ан ишек ва­ҡ­ыт­һыҙ бимазалауға үпкә­л­ә­гәндәй арҡыры ҡоршау менән нығ­ытыл­ған тимергә бә­­релеп ауыр сыйнап ҡына ҡуйҙы, ә эс яҡта түшәмдән иҙәнгә саң ҡойолоуы ишетелде. Тынсыу өй эсендәге тар кара­у­­ат­та ала-ма юрғанға төрөнөп ятҡан Сәбилә ҡарсыҡ был мәх­ш­әрҙе кү­р­мәне лә, ишетмәне лә, ул мәң­ге­леккә күҙ­ҙәрен йом­ға­й­ны.

       Әҙәм балаһы әхирәткә шаһитһыҙ күсмәй тиҙәр, уны йәнәһе лә был фани донъялыҡтан мәңгелеккә кем дә булһа оҙата килә. Йыраҡтан, арауыҡ аша булһа ла. Мәрхүмәнең күҙҙәрен йомдороусы табылмаһа ла уның үтеп ҡалыуын һиҙгәндәй Ма-һибәҙәр, ана, ейәне менән ейәнсәрен етәкләп Аҡтау ҡаяһына менеп баҫҡан да тотош ауылды күҙәтә. Аяҡ остарына тиклем төшкән аҡ күлдәге, яҙып ябынған яулығы талғын иҫкән елдә елберҙәй, ҡарсыҡ ояһын ҡурсып ҡаяға менеп ҡунған инә бөр-көткә оҡшаған. Ул ҡул осо менән башындағы яулыҡ ситенән сығып күренгән сал сәстәренә ҡағылып хуш ҡылғандағылай йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөн һыпырғас хафалы ҡарашын башта ҡотһоҙ ауыл өҫтөнән йүгертте, шунан алыҫ офоҡҡа ҡаҙ-аны. Йоҡа ирендәр доға ятлағандай бышылданылар: “Ямғыр ебәр Аллам, ямғыр… Барлыҡ бысраҡлыҡтарҙы йыу, сарсаған ерҙе һуғар, әҙәм балаһының гөнаһлы күңелен таҙарт, сафландыр… Яу, ямғыр, үтенеп һорайым, яу…”       

        Ҡарсыҡтың  ялбарыуын ишеткәндәй әллә ҡайҙан, билдәһеҙ тарафтан килеп сыҡҡан босҡаҡтай ғына болот  үҫә барып тиҙ арала тотош күк йөҙөн ҡаплап алды. Шул аҡһыл-ҡарағусҡыл шаршауҙы утлы ҡамсыһы менән ялландырып тартып, ялт та йолт килеп йәшен йәшнәне, ер һел­кетеп күк күкрәне, мәгәр көткән ямғыр яуманы, ҡорғаҡһыған, дыңғырҙап ҡат­ҡ­ан, ярғыс-ланған ер өҫтө­нән күҙ йәш­тәреләй эре тамсылар ғына йүгереп үтте. Донъя­ны япҡан туҙан да баҫ­ыл­маны, томра һауа ла саф-ланманы. Ас кешенең ым­һ­ы­­ныу­ын ҡу­ҙғытҡан аш быуылай таралғ­­ан танһыҡ ямғыр еҫен, һөткә тулышҡан еле­н­­дәй ҡа­б­а­р­ған теге болоттарҙы ҡибланан иҫ­к­ән ҡыуан ел нисек тиҙ өйөрөп килтерһә шул етеҙлектә тағы си­­ткә, офоҡта тимгел­лә­нгән кирт­л­әс­ тауҙар артына ҡыуаланы. Һоро са­ң­­ды, сүп-са­рҙы күк­кә ауалатып, ба­­ҡ­са ағас­та­рын, эргәләге урманды шомло ша­улат­ып Сабир ауылының өҫтөнән ҡой­он йү­г­е­реп үт­те. Йәшәйештә, көнитмештә ҡоторған шайтан туйына төп ҡунаҡ сифатында саҡы-рылған шыҡһыҙ өйөрмә ерҙе күккә тоташтырып шашып бейей, тантана итә. Йы­лы ям­ғырға, ши­ф­а­лы ды­мға сарсаған тәб­и­ғ­әттә дауыллы ғәрәсәт ҡоторҙо, ә ара­ҡы йылға булып аҡ­ҡан, тирә-яҡты яңғыратып ил­­әм­һеҙ сит ил кө­йө яңғыраған Хәм­ит­ов­тар­ҙың ишек алдын­да туй мәжлесе да­уам итте.  

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас