Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
6 Ноябрь 2021, 13:52

Туй дауам итә. (Хикәйә. Етенсе киҫәк. Дауамы бар.)

    Поптың үтә лә тырышып йола атҡарыуын, хуш еҫле төтөнө быҫҡыған кадилоны уңлы-һуллы болғауын, монашкаға оҡшатып ҡара күлдәк кейеп, ҡара яулыҡ бөркәнгән ҡатынының иң алға быҫып тырышып-тырмашып суҡыныуын асы йылмайыу аша күҙәтте...  

Туй дауам итә. (Хикәйә. Етенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Туй дауам итә. (Хикәйә. Етенсе киҫәк. Дауамы бар.)

 

    Һуңғы осорҙа уның ғәҙәти көнитмеше күнегелгән кәлейәнән сыҡ­ты, нишләптер өҙлөкһөҙ йәне көйә, сәбәп­һеҙ­гә эсе бо­ша.Туйға әҙерлек эштәрен тейеш булғанға ғына ер­­енә еткереп үтәргә тыры­шты, мә­г­әр күңел һалмаған шөғөлөнөң яйы, рәт-сүрәте, йәме тойолманы. “Тапты ла баһа ҡыҙы уға кейәүҙең кәттәһен… Был боламыҡтан баш­ҡа ер йөҙөндә ег­ет-елән бөт­к­ә­нме? Берәй эшлекле ауыл егетен һайлаһа ни булған?” Йөрәген өйкәгән ошо һорауҙарын ҡыҙына түгел, ҡат-ҡат үҙ­енә үҙе би-рә лә яуап таба алмай ауыр көрһөнөп ҡуя, ҡаштарын төй­өп эстән һыҙ­ып йө­рөй башлай. Ҡыҙы яҙ ба­йрам­ында теге егетте эй-әртеп ҡайтып төш­кәс көтөлмәгән хәлдән аптыранып ҡал­ды башта, ни ҡы­­­лырға белмәне, ҡул биреп күрешкәндән үк кейәү йораты менән әңгәмәһе бе­рек­мәне. Килгән ҡунаҡтың яңғыҙын ҡалдырыуҙы килештермәһә лә шөғөл бул­ма­ғанда сәбәп табып, кәрәк-ярағын алып, уныһын-быныһын йүнәтергә тип кә­ртә-ҡура ти­рәһенә йүнәлгәйне теге артынан ҡалмай эйәреп сығып ярҙ­ам итер­гә маташ­ты. Оҫталыҡ шөғөлөнә оһо­л­һоҙ һәм бәсәл тотондо, күренеп тора, ауыл шөғөлөнә дөмбөрө ба­­тмай; йы­ба-нып ҡына, теләкһеҙ генә ҡым­ғы­рлай төҫлө, ботаҡ тап­ҡы­рына ҡаҡҡан ҡаҙа­уы йә ҡыйшайып ҡуя, йә яҙа һуғ­ып ҡулынан сү­кеше төшөп китә, өҫтәүе­нә ике-өс һайғау ҡатҡансы ҡара тиргә батып бышлыҡты.  “Те­ре көйөк, - Ғәлиулла үр­тә­леүҙән сикә мус-кулда­рын бей­етеп тештәрен ҡыҫты, - эш­­ки­нмәгән, инәңде орайым!..” Асыуын баҫ­ырға теләп күңел­ен­ән ҡа­ты итеп һүгенеп ҡуйҙы. Ҡыҙының сит мил­ләт­кә сығыу­ын шыпа ғы­на өнәп бөтө­рмәй. Ҡоҙа-ҡоҙағыйы менән бер-береһенә ҡу­наҡҡа йөр­ө­ш­мә­ҫ-тәре хәҙерҙән элек үк билдәле, шулай ҙа әҙәп йөҙөнән булһа ла һирәк-һаяҡ аралашып йә­ш­әргә тырышырҙар, дөрөҫөрәге мәжбүр булырҙар, тик нимә ха­ҡ­ында гәпләшерҙәр һуң? Икеһе ике мил­ләт кешеһе генә түг­ел, икеһе ике донъянан. Һыу ме-нән ут, ер менән күк, аҡ менән ҡара ише ете яттар бит. Элек ҡайҙал­ыр уҡығаны хәтеренә килде: 

                                                Үтә байҙар бал эсә

                                                Беҙҙең ише ярлы-етем,

                                                Ярҙан ятып һыу эсә…

  Ул һәр хәлдә ярҙан ятып һыу эсеүселәр ҡоронда йөрөмәй, урта хәллеләр иҫәбенә ин­­ә, ингән хәлдә лә, был текә, тәкәббер ҡоҙаһы менән барыбер борсаҡтары бешмәҫ, һүҙҙәре берекмәҫ, шуны алдан күҙаллай. Бө­г­өн ЗАГС-тан һуң ике ауыл араһы-ндағы урман юлы соҡорло-саҡырлы, инмәле-сыҡмалы  булыуға ҡарамаҫтан Васильевкаға елдерҙеләр. Был хаҡта артыҡ­л­ап шауламаһалар ҙа ҡаршыларына осрағандар уларҙың ҡырын, хилаф эш артынан йөрөүҙәрен һи­ҙ­­ем­ләнеләр шикелле, шулай булмаһа Маһибәҙәр ҡарсыҡ өйҙәре тапҡырынан күҙҙән яҙғансы ҡар­ап тороп ҡалмаҫ ине. Сиркәү эргәһенә барғас та ер тиш-егенә инерҙәй булып түб­әнһе­неп, таныш-тоноштар осрап ҡына ҡуймаһын тағы, тип алан-йолан ҡаранып торҙо. Мил­ләт­тәр, ди­н­­дәрҙең һәммәһе тигеҙ, һәммәһе айырым ихтирамға ла­йыҡ, һәр тел, мәҙән­и­әт үҙенсә гү­зәл, үҙенсә ҡабатланмаҫ, әм­мә лә­к­ин ула­рҙы айырып тотҡан, береһе икен­с­е­­һенә яҡ­ы­н­ламаҫлыҡ итеп араларына тар­тылған күҙгә кү­ренмәҫ шаршау ҙа бар бит әле. Шул сик­те ашатлап сығырға ярамай. Ярамай! Ҡан ҡатнашы­уы, милләт­тәрҙең, ди­ндәр­ҙең буталыуы, маңҡортлоҡҡа һәм иблеслеккә ки­л­терә. Ва­ҡ­ыт­һ­ыҙлыҡ, бы­у­ы­н­­һыҙлыҡ тантана итеүе ошомо икән әллә, йәшәйеште бит мәғәнәһеҙ ур­та­сыллыҡ  һәм исемле исемһеҙҙәр баҫып бара. Си­р­кәүҙең эсенә лә һылтауын та­б­ып, тә­мәке та­рт­ҡа­н­ға һалышып иң аҙаҡҡа ҡалып инде лә күңелен баҫҡан шөбһәне еңә ал­май мө­й­ө­шкәрәк һы­й­­ынды, сөнки бәләкәй саҡ­­тан уҡ тәренән һипһенеү һәм тартыныу аң­ына, йәненә һең­г­ән. Ҡы­ҙ­маса ҡу­наҡтарҙың һуҡ­м­ыш тө­б­ә­леүҙәренән боҫһа ла к­а­м­е­р­а­н­ың об­ъ­е­кт­ив­ынан ҡаса алманы, йыл-ғыр, әрһеҙ оператор иреш­те­р­­гәндәй ҡыланып яҡ­ы­ндан да, китә биреп тә, сү­геп аҫтан өҫкә ҡа­ра­т­ып та уны ви­деоға тө­­­ш­өрә баш­л­а­ны. “Сәсрәп кенә кит, мә­й­еле­ң, мат­а­шты­р әй­ҙә, һеҙгә бит шау-шыу, шоу кәрәк!” Пинжәгенең төймәләрен элеп, түш-ендәге мәғариф алдынғыһы значогын төҙәтә биреп, яу­рын­дар­ын ки­р­еп, түбәт­әйен йәтешлеп кейеп, ту­райып баҫты. Поптың үтә лә ты­р­ы­шып йоланы ат­ҡа­р­ыуын, хуш еҫле төтөнө быҫҡыған кадилоны уңлы-һуллы болғауын, мо­нашкаға оҡ­ша­т­ып ҡара күлдәк кейеп ҡара яу­л­ыҡ бөр­кәнгән ҡатыны­ның иң ал­ға баҫып тыр­ышып-тырмашып суҡ­ы­ныу­ын асы йыл­майыу аша екһенеп күҙ­әт­те. Кейемен дә йүнләгән, муйынға таға торған көмөш тәреһен дә тапҡан бит әле! Ысынбарлыҡҡа тиҙ яр­аҡлаша белә шул Ғәлиә, елдең ҡа­й­­ҙан ҡа­йһы йүнәлешкә иҫеүен һә, тигән­се абайлап, шунда уҡ һаҡланыу сараһын күрә һал­ып та ҡуя. Бө-гө­н­гө алыпһатарлыҡтың асылы ла, бәлки, шундалыр, сөнки бе­р­енсе урынға мәңге­лек ҡим­мәттәр түгел, аҡса, килем ҡуйыла. Яйын яйлап, юлдарын табып табышын арттырырға ынтылып яталар бөгөнгө алыпһатарҙар, шуғалыр ҙа эргә­һен­дәгеләрҙе та­м­аҡ­ла­р­ға әҙер, күҙҙәренә ҡан һауған аяуһыҙ ас бүреләй ҡыланалар. Килем, байлыҡ артынан ҡыуыу әҙәм балаһын­ың йөҙ-фи­ғе­л­­ен үҙ­гәр­теп унан быға тиклем күрелмәгән яңы йән эйәһе – бүре лә түгел, эт тә түгел, уртасыл кейек «бүреэт»те әүә­л­әне. Бө­­гөн һәммәһе шул аҡсаны Аллалай күргән мөхиттә әйлә­нә. Аҡсаның алдатҡыс, әүрәткес нимә икәнлеген иҫбатлау бер ҙә ҡыйын түгел, әхирәткә бит әҙәм балаһы шыр яланғас күсә, фанилыҡта тырышып-тырмашып йыйыған мөлкәтенең осмотон да үҙе менән ала алмай. Шул шайтан ҡуласаһында хәләл бисәһе Ғәлиә лә әйләнә, нисегерәк әйләнә бит әле. Юҡ, юҡ уны һис кенә лә яманларға, кәмһетергә йыйынмай. Өй тирәһен ялт итте­р­еп таҙа то­та, ҡара эшкә әр­­һеҙ, аш-һы­у­ға сым­ры, уның өҫ-башын әрпеш йөрөттөрмәй, ә ир-егет өсөн былар  аҙ тү­г­ел. Йәнә нисә йыл уртаҡ тү­шәктә арҡа йылытышалар, бер-бер­е­һенә эҫе­н­еп, өй­р­әнеп бөт­кә­н­д­әр. Тик яр­а­та­мы һуң ул уны? Әйтә алмай… Ошондай илаһи хис­те Фәрзәнә менән ду­ҫла­ш­ҡанда тәү тапҡыр кисергәйне: уны күрһә йәне елкенеп, йө­р­әге дөбө­р­ҙәп бейеп ас­м­анға атлыға тор­ға­йны. Фәр­зә­нә лә уға наҙлы итеп, үҙ итеп, яр­а­тып ҡарай, тойғо­ла­ры ла юғары, хат­та үп­кә­лә­шеүҙәре лә эскерһеҙ. Шул саҡтағы юғары, илаһи хистәрҙе бөгөн генә бар тәрәнлегендә аңланы, мөхәббәт - ул бер-береңә яратып ҡарау ғына түгел, ә бер уйҙа, бер теләктә булып бер йүнәлешкә төбәлеү икән. Ҡыҙ асылып бар­м­а­һа ла Ғәлиулланы ярата ине шикелле, юғи­һә институтты тамамлау менән рес­публи­каның төнъяҡ райондарының бе­реһендә йәшәп тә уның район­ы­на, хатта ауы­л­ына йүнәлтмә алып килмәҫ ине моғайын. Тик бер кистә ерле юҡтан йөй та­бып ҡы­л­т­ай­ы­ш­ты ла ҡу­й­ҙы­л­ар. Дәрес­тәр әҙерләп, онотолоп дәфтәр тик­шереп улты­рып ҡыҙ һу­ңлайһы урынға осрашыуға ул һуңлағайны, баҙарын төшөр­өр­гә теләмәгән ҡыҙ ҡылтайҙы ла ҡуйҙы. Төптәнерәк уйлап ҡара-һаң ул да булдымы үпкә?! Үтә ғо­рур булғанлыҡтан бе­р­еһе икенсеһе­нә яҡынлар­ға һәм ғәфү һор­арға ашыҡ­ма­ны.

     Шул мәлде генә көткәндәй ике уртала Ғәлиә пәйҙә булды. Кис оҙата барғанында Фәрзәнә битенән генә үбергә рөхсәт итһә, был ни шундуҡ, ымһыныулы, сер­ле һы­йҙың мулын һоғон­д­ор­ҙо. Йәш тәндә урғылған теләктән бушанып, ҡырағай дәрте һүрелгәндә рәтләнере рәтләнгән, ҡылыныры ҡылынғайны шул, күлдәк итәге биленән юғ­а­ры күтәрелгән ҡыҙ бүлмә иҙәнен­дә ҡул-аяҡтарын йыя алмай тырпырап ята ине. Шул минутта үкенеүле үртәлеү­ҙән янған Ғәлиулла Ғәлиәне ваҡ ҡына киҫәк­тәргә өҙгөс­л­әп ырғыт­ҡ­ы­һы килде. Әле генә тәне тартылған ҡыҙ был минутта ҡотто осорғос ят һәм һөйкөмһөҙ кү­р­­­енде. Тик ҡатын-ҡыҙҙы ҡул менән түгел, һүҙ менән дә ҡыйырһыта белмәгәнгә таш ба­л­­бал­дай һерәйеп тора биргәс, ярһыуынан бүлмә стена-һын йоҙроғо менән төйҙө, уҡ­тай атылып тышҡа сыҡты, кл­уб кү­тәрмәһе­нән эләгә-йығыла түбәнгә һикерҙе лә буш­л­ат төймә-ләрен дә эл­еп аҙап­лан­май, кәпәсен ҡул­ына йомарлап ыжғыр буранға ҡаршы атланы. Әсе ел уны ғәйепләгәндәй биттәрен уңлы-һуллы сикәләргә тотондо, ә яралы күңеле уны хөкөм иткәндәй өҙлөкһөҙ бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: “Шул кәрәк аҙ-ғын, шул кәрәк… Һин уҡытыусы түгел, аңһыҙ хайуан, әшәке уйнаш…” Иртәге­һ­ен көнө буйы һәүетемсә мәшәҡәттәр менән булашып эңер төшөүгә теге, тәүге тапҡыр кисергән тетрәндергес ваҡиғаның йәнде ҡыйған ҡырҙары һиҙелер­лек тупарғайны, асы­уы тамам ба­ҫ­ыл­ғай­ны. Кл­уб­та бүлмәһе яғына ҡаш һикертеп саҡ­ы­р­ыулы йыл­май­ған Ғәлиәне күргәс йәнендә ҡотортҡос кәр яңынан уйнаны: “Бөгөн генә, һәм… башҡа­са барыу юҡ!” Шулай тип күңеленән ант итте лә йылан ауыҙына үҙе теләп инеп барған ихтыярһыҙ ҡуян ише ымлап саҡырған яҡҡа ыңғайланы.  Ғәлиә лә уның уйын һиҙҙе шикелле, енләнеп яңынан ишек тотҡаһына йәбешкән мәлендә ишетелерлек итеп шыбырҙаны: “Күшеккән Ғәлиулла һыуҙан ҡурҡмай… Тәм татының бит инде, иртәгә лә килерһең, иртәнән һуңға ла… “ Ике көн үтте, өс көн, унан ары… Шунан сыға алмаҫлыҡ бул­ып Ғәлиәнең ҡу-йынына батты. Ауыл ерендә бит бер оста сөскөрһәләр, икенсе оста йәрхәмбикалла, тиҙәр, был хәбәр ҙә йүгерек елдәй бик тиҙ таралды. Тырышып таратыусы Ғәлиә үҙе ине. Ғүмере буйы ғәҙел йәшәп ун­ан өлгө алыуҙарына күнеккән яндырай холоҡ-ло Фазлетдин ҡарт шырпы бөртөгөләй тоҡанып китеп бил ҡайышына йәбеште, улының уҡытыусылығына ла ҡарап тормай уңлы-һуллы бә­ргесләп ташланы һәм өҫтәлгә йоҙроҡ­лап тондороп кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарарын сығар­ҙы: “Төшөп ҡалған, арҡыры ятҡанды өйөнә ташыған Ҡомаҡ Сәләх менән ҡоҙа­л­­а­шырмын, тип, ике ятып бер төшөмә инмәгәйне, яҙмыш тигәнең  шулай бер алдын, бер ар­тын күрһәтә икән ул, ҡәһәрең! Ҡулың менән эшләгәс, иңең менән күтәрә лә бел, ки­л­әһе йомала әйтте-рергә бара­быҙ, ә һин, Сәбилә, күлдәк-яулыҡтарыңды, мәһәреңде әҙ­ерлә! Тағы шуны өҫтәп әйтәм, Фәрзәнә ҡыҙымды килен итеү хаҡында башҡаса хыялланма, һүҙ ҙә ҡуҙғатма!”  Ул өй­лә­н­гәс оҙ­аҡ та үтмәй Фәрзәнә күрше ауылда зоотехник булып эшләгән Фәрискә кейәү­­гә сыҡты. Аптыранды, шаңҡып ҡалды, был мөмкин булмаған, әммә осраҡлы рәүештә тормошҡа ашҡан хәлгә яуап таба алмай ыҙаланды: “Нисек инде улай? Фәрис Фәрзәнәгә лайыҡ, уның ире булырлыҡ кешеме? Ул бит… Үҙе һуң, иң яҡын кешеһен кемгә алыштырҙы бит әле. Тормош ҡуласа, нисегерәк әйләндереп килтереп баҫты, ҡымшанырлыҡ та түг-ел”. Осра­ҡ­лы ғына урам­да тап булышҡайнылар, Фәрзәнә күҙҙәрен моң­һоу­лан­дырып: “Нимә эш­­­­­лә­н­ең һин, Ғил­м­ан, үкен­е­р­һең бер ки­леп…”, тип бышыл­да­­ны. Үк­е­нгән саҡтары бу­­лма­ны түгел, булды, өйләнешеү­ҙә­р­енең тәү­ге йылдарында, ба­р­ы­һ­ын күтә-реп-бәреп башы һуҡҡан яҡҡа сығ­ып китергә йыйынып та ҡуйғайны. “Өйлән­гәс­ең - йәшә, беҙҙең то­ҡ­омда ҡатындарын йәбер-ләүселәр, ташлаусылар, ай­ыр­ы­у­­сы­лар бу­­л­маны һәм булма­я­саҡ!”, тип ҡырт киҫте ҡырыҫ  атаһы. Ғәлиулла үҙе лә бе­лә-күрә йөрөй, Ғәлиә­һе уның өсөн йән атып, үҙәләнеп бармай, түшәктә сағында ир иркәл­ә­ү­енә ҡәнәғәт­һеҙ­­леген бе­­л­де­­реп бер нисә тапҡыр ҡаға-һуға “ҡәнәғәтләндерә алманың, башҡалар ише түгелһең”, тип тә ысҡы­н­дыр­ғы­л­аны. Ти­м­әк, ҡа­ты­ны уны кем мен­әндер сағыштыра, сағыштыра һәм те­гене ун­ан өҫтөн ҡуя. Тә­ү­ге тапҡыр клуб иҙәнендә аунағандарында ла Ғәлиә ни тиклем генә сафлыҡтан яҙ­ыу ролен шар­т­ына тап ки­­лтереп башҡарырға тырышмаһын һиҙҙе - ул ҡыҙ түгел ине. Эсенән һыҙ­һа ла был хаҡта бер та­п­ҡыр ҙа һүҙ күтәреп ғауғалашманы, никах бөтөнлөгөн һаҡлар­ға тырышты. Йыл­дар үтеү менән ғаиләһе ишәйҙе, йәнен өйкәгән ят­һ­ы­н­ыу, әйтел­м­ә­гән, бер тапҡыр ҙа әй­т­е­лмәйәсәк үпкә, рәнйеү һүҙе артҡы планға кү­сеп уның урын­ы­на балал­ары­на булған наҙ һәм уларҙы тел­әһә ниндәй мәлдә лә ҡур­сы­р­ға ынты­лыу той­ғоһо ғы­на то­­р­оп ҡалды. Ҡат­ы­ны ла уны кем ме­н­әндер са­ғыштыр­ыуын бөтөнләй онотоп тормош ғә­менә сумды, көнитмеш мәшәҡәттәренә бат-ты, аҡса хисаплауға әү­әҫ­ләнеп ал­ды. Билдәле, бер  ма­­у­ығ­ыу икен­сеһен бө­төнләй оноттора…

   Килтергән бүләктәрҙе  һалыр мәл еткәс ике яҡтан да вә­килдәр сығарып иҫәпләү ком­ис­­сияһы тәғәйенләнде, кәләш менән кейәүҙе теге таҡта иҙәнле урталыҡҡа сығарып баҫтырҙылар. Иң беренсе һүҙ Ғәлиулла менән Ғәлиәгә бирелде. Теге саҡ, әй-т­те­рә килгәндәрендә кү­пме һал­ырға кәрәк­лекте урата-һуҡтыра белешкәй­не лә ул, ҡо­ҙа­һы “это уже ваши проб­ле­мы”, тип ҡуйыу менән генә сикләнде. Ауыл ер­ендә ҡалыр йә­­ш­тәргә һыйыр бирәләр ғәҙ­әттә, ә быларға ни ҡылырға икәнлекте ҡаты­ны менән оҙ­аҡ кәң­әш­ләшкәндән һуң һат­ыу­ҙан килгән  килем­де ҡырып-юнып аҡсала­та һал­ырға итте­ләр. Бүләк үҙҙәр­е­нең хис­а­бынса түңәрәк һәм йөҙгә ҡыҙыллыҡ кил­те­р­мәҫ­­лек той­олдо. Ғәлиулла тулҡын­лан­ыу­ҙан тамағын ҡырып алды, тағы ла бер тап­ҡыр ҡун­аҡ­та­рын теүәл­ләгән­дәй ҡар­аш­ын өҫтәл буйлап йүгертте. Йөҙөнә яһал-ма йылмайыуын йәбештергән Ғәлиә өҫтәл аҫ-ты­нан уның балтырын бо­р­­оп се­м­теп алды ла ишетелер-ишетелмәҫ итеп шыбыр­ҙа­ны: “Әйт һүҙеңде, һапата, ниңә һен­ағастай һерәйҙең!..” Уйҙарынан тулыһы менән ар­ынып бөтмәгән Ғәлиулланың ҡотла­уы ҡыҫҡа, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡоро һәм рә-с­ми килеп сыҡты. Уның ҡара­уы  Ғә­лиә­һе килештерҙе: оҙон-оҙаҡ теләктәрен әйткән­дән һуң  барып кейәүен һәм ҡы­ҙ­ын “әп”, ит­еп алды, кире урынына килеп баҫ­ҡ­ас күҙен йәшкәҙәтеп ба­лауыҙ һығып алырға ла он­­отманы. Иң һуңынан Ғәлиулла пин­жәгенең түш кеҫәһенән теге төйөрөм кон­вертты сығарып ундағы хаҡты әйтеп уларҙың яғына һонол­ған батмусҡа ырғытты. Туғандары бындай йом­а­р­т­лыҡ­ты көтмәгәнлектән аңшайыңҡыр-ап ултырҙылар башта, шунан хуплап кемуҙарҙан ҡул сабып ебәрҙеләр. Ҡаланан килгән­д­әрҙең иҫе лә кит­мә­не, күҙ ҡырыйы менән шуны ла һиҙҙе, төп ҡоҙаһы түшәмгә ҡарашын атып мыҫ­ҡ­ыл­лы йылмайып та ҡу­йҙы шикелле. Бына Иван Васильевич менән Мария Петровна ҡайҡайып ҡалҡы­н­­д­ы­лар. Улар­ҙың тоҙһоҙ һүҙ сурытыуҙарының рәт-сүрәте булмаһа ла үҙҙәрен һауа­лы, эре тотоуҙары күҙгә та­шлана. Ҡо­тлауын тамам­лаған ҡоҙа йәш­тәргә алдан инсел­әгән фатирҙан тыш мала­й­ына ҡим­мәт­ле иномарка, ә килененә үтә лә затлы, сит илгә барып мах-сус һатып алынған шәшке тун бү­ләк итеүе хаҡ­ы­нда иғ­лан итте һәм батмусҡа машина асҡысына ҡушып теге кейемдең йәр-леген ырғытты. Ауыл­да­ғылар шаңҡып ҡалды, кем­еһелер быныса мө­л­кәтте ғүмер буйы йы­йһаң да туплап булмай инде ул, тип хайран ҡалып телен шартлатты. Ғәлиулланың кә­йефе китте, ғә­рсел кү­ңелен “мир алдында мәс­хә­рәгә ҡалдыҡ”, тигән уй тырнап үтте. Тик тү­бә­нһен­еүе алда булған икән әле, бай ҡунаҡтар береһе икен­се­һ­ен уҙҙырып бүләктәр­ен һа­ла ба­ш­ланы, бы­ндағ­ыл­ар­ килтер­гә­н­дәрен сығарырға тартынып ауыр хәлдә ҡалған. Күпте күргән, ки­сергән Ғи­н­дулла ҡарттың ғына был ығы-зығыға иҫе китмәне, түрҙә бат­ш­алай ҡуҡ­ра­йып һауалы ҡиәфәттә ул­ты­р­ыу­ында булды. Бына сират уға ла етте. Пинжә-ген япҡан орден-миҙ­ал­­да­р­ын сың­ла­тып тороп ба­ҫ­­ты, һүҙ башларҙан әүәл имән ботағылай ныҡ бармағы менән ҡу­пшы һаҡал-мый­ығ­ы­на ҡа­ғылды. Ошоғаса ҡыҙ­ма­са­ланып геү ки­лгән туй  аҙға ғы­на тынды.  

 

 

 

Автор: Хайдар Тапаков
Читайте нас