АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
3 Ноября 2021, 11:51

Туй дауам итә. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)

      Ғәлиә тамаҡ төбө менән:"Туғандарыңдың барыһына ла әйт, тик бер генә шарт, бүләккә һалыр өсөн һыйырҙарын һуйып тотонһондар", тип бурылданы ла арты менән боролоп, иренең ҡаҡ һөйәк арт һынына, мендәрҙәй ҡабарынҡы осаһын терәне.

Туй дауам итә. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)Туй дауам итә. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Туй дауам итә. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)

                                                                         

    Ғәлиә лә өй эс­ендәге ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрен теүәлләгәс аҙбар янындағы ялан кә­р­т­ә­­гә яб­ыл­ған һы­йыр­ҙар­ын һауырға йүнәлде. Ире ишек алдында күренмәй, моғайын да хәл белергә әсәһенең ян­ына инг­әндер, уның менән көңгөр-ҡаңғыр һөйл-әшеп, шул ки­беп бөтк­ән ҡа­р­сыҡтың кәңәштәрен тыңларға, тоторға әүәҫ бит ул. Тәүҙә елтән Ала­ҡ­айын һа­уып алырға ит­­те, һуңынан ны­ҡ­лап себенләй башла­һа яҡ­ын юлатмаясаҡ. Үҙе менән тотоп сыҡҡан бәләкәй ултырғысты йәтешләп ҡуйып уға ағас тирмәндәй йә­й­ен­ке осаһын те­р­ә­не, ҡыҫҡа, йыуан, тар­б­ыҡ сатына капрон биҙрәне ҡыҫтырҙы. “Минең ме­н­ән килделе-киттеле һө­й­л­әшһә лә әс­ә­һе менән сөкөрҙәшәлер әле… Ә бит бейемем ки­лен бу­л­ып төш­к­ә­ндән алып мине мөрхәт­һен­мә­й, йә кә­ң­әш-төңәштәребеҙ, йә һүҙҙәребеҙ бере­к­­­мәй…” Өйҙән эй­әреп сыҡҡан сәкәлә­ш­еү ша­уҡым­ы­на мейеһен йыбырлатҡан асы­уы ҡуш­ыл­ғай­ны йәнендә биреһе ҡоторҙо ла китте, үсеккәндәгеләй һыйырҙың ҡорһаҡ аҫтына маңлайын терәп, һөткә тулышҡан еленгә сат йәбешеп, аяуһыҙ ҡыланып, имсәктәрҙе алмаш-тилмәш тартҡыларға кереште. Бынд­ай тупаҫ мө­ғәмәләне ҡа­­бул итмәгән һыйыр башта һыҡралы ҡойроғо менән биттәрҙе ялландырҙы, шунан ар­т­­ҡы аяҡ­тар­ын күтәреп тө­б­ө­ндә буйтым һөт йыйылған биҙрәне әллә ҡайҙа, ба­һыу буйына тибеп осорҙо, тояҡ саҡ сикә­гә эл­әкмәне, ярай әле сослығына барып кинәт артҡа янтайып өлгөрҙө, мәгәр ауырлығын һаҡлай алмай  ялан кәртә урт­а­һы­нда еҙ батмус­тай йәй­елеп ятҡан шы­й­ыҡ ҡоймаҡҡа ултыра тө­ш­тө, ултыра төшөп кенә ҡалманы, шыйыҡ тиҙәктә ҡулы тайғанлыҡтан әллә күпме уңлы-һуллы өйәҙәне лә әле. “Елене ҡороғ­ор, мине типкән тояғын эт киме­р­гер нәмәҫтәкәй!” Әсе тауышланып, сәрел­д­әп ҡар­ға­н­ып, күлбеп ятҡан еренән туң­ҡа­ң­л­ай-йөгөнөкләй ҡалҡынды ла еүешләнеп өл­гөр­г­ән осаһын усы менән һыпырҙы, әммә йәшел үлә­н­дән ге­нә хасил тиҙәк уның һай­ын ҙур­ы­раҡ йәй­е­л­­де, күлдәген эт алғыһыҙ итте, шыйыҡ өйрәгә буялған ҡул осон ытырғанып һелтәп ебәргәйне сәсрәп һибелгән тамсылар тотош йөҙөн ҡуйы һипкелдәй итеп тапланы, йомран күҙҙәрен томаланы. Ҡул һырты менән быжыр йөҙөн таҙартып маташты ла берәйһе был хәлде тамаша ҡылып тормағайы тағы, тип ыңғайы бер урам яҡҡа ҡарай һалды. Унда әҙәм заты күренмәгәс яртылаш тиҙәк томалаған күҙҙәрен секрәйтеп Алаҡайы яғына һуҡ бармағын төртөп тартыныуһыҙ яр һалды:”Уйнаштан әүәләнгән емтек, быйыл һуғымға һуйылдым, тип иҫәплә, бер көн тотмайым һине, үәт! Теге тиҡый Фәрзәнәгә оҡшап баш бирмәй ҡыланаһың икән, күрһәтәм күрмәгәнеңде!” Һыйыр ҙа яуапһыҙ ҡалманы артҡы аяҡтарын тар-байтып урғытып шаптырлатып ебәрҙе, тиҙәккә болғанған буръяҡлы ағым уның яғ-ына һырғаланы. “Һейҙегеңде һарғайтам мин һинең, башыңды эт ашағыр нәмәкәй!” Шулай һөйләнә-һөйләнә туйтаң­лап мал аҙбарына ҡаршы ур­ын­ла­ш­ҡан мунса яғ­ы­на атланы, өҫтөн һа­л­­ып ҡаҙанда кисә­ге­нән ҡалған йы­лымыс һыу­ҙы тасҡа тулт-ырып ал­ып са­йын­ды, йыуырға тип әҙ­­ерләгән керҙәр араһы­н­ан бикиниға тартым эске ыштанын, атлас халатын та­бып ке­йҙе. Сығ­ы­ш­­­л­ай бер яҡ ситтә тәгәрәп ят­ҡ­ан биҙрәне беләге­нә элде лә өкәл­т­ә­к­тә имергә саб­ы­р­һыҙланып ты­б­­ызыҡлаған бы­ҙау­ҙар­ҙы һыйырҙарына ҡушып өй яғ­ы­на йүн­әл­де. Шөғөл­өнөң рәт-яйы кит­кәйне. Ун-ың көйһөҙлөгөн һиҙгән Алабай ҡойро­ғ­он бот араһына ҡы­ҫып арты мен­ән өңөнә ҡарай шылышты. “Пшол, сабакы!” Алаҡайҙың ҡөһөрөн Алабайға төшөрөп теген-ең яғына ҡулына эләккән балсыҡ киҫәген елгәрҙе. Өң эсендәге эт ҡурҡышынан ялбарыулы сыйнап ҡуйҙы ла шымтайып тынып ҡалды.  Инеп, биҙрәне түрбашҡа ҡуйып, залдағы див­анға сум­ды ла телевизор экранына төбәлде. Унда мө­хәб­бәт хаҡы­н­да сериал күр­һәтәләр ин­е. “Үәт, йәшәй бит башҡалар, ә! Әк­и­әт­тәгеләй мөғжизәле, йә­мле, күңелле көн итәләр, ки­л­­е­ш­ле итеп кейенәләр, торлаҡ­т­а­­ры хан һарай­ы­нан был­а­й­­ыр­аҡ. Ресторандарҙа тәғ­әм­лә­н­гән өҫт­ә­л­дәре һуң, нәзәкәтле ҡылан­­ып мөғ­ә­мәлә итеү­ҙәре! Илереп ғашиҡ тотоуҙа­ры эсмә­й­енсә башты әйләндерерлек, ҡа­у­­ы­шыуҙары серле илаһ­илыҡҡа сорн­а­лған. Ә бит ысы­н­­ында ундай тормош бар бит ул, тик ул ырыҫ­лы­лар өсөн тәғә­й­енләнгән. Күк мен­ән ер араһылай айырмалы ике донъя әйтерһең бер ваҡытта ла киҫешмәҫлек итеп йән­әш һалынған берләм һуҡмаҡ: бе­р­­еһенән ҡотлолар атлай, икенсеһенән уның ише өлө­ш­­һөҙ­ҙәр. Ошонан аҙаҡ ғәҙеллек бар көнитмештә, тип әйтеп ҡа­ра! Бында төртәлән ин­де һуҡыр сы­с­ҡан ише сабынлыҡта, баҡсала, картуфлыҡта соҡ­оноп, кәртә-ҡура тирәһендә һыйыр тиҙәгенә болға­н­ып, бер ниндәй гү­з­әл­лек тә, нескәл­ек тә юҡ …» Ә бит ун­ың да ғаш-иҡ утында янып йө­рөгән саҡтары булманы түгел, бу­л­­ды. Анау мәҙәниәт бү­леге нач­аль­нигы Вәл­итйән аш­арҙай итеп ҡарап, яйы сыҡҡанда, ау­л­а­ҡта, ҡырағай теләкте тоҡа­н­дырырлыҡ ит­еп мул түш­тә­р­енән, дерелдәк оса­һы­нан матҡый то­р­­ғайны. Ваҡыт үтеү менән шул, ҡы­т­ыҡты ки­лтергес һәрмәүҙәр тө­пкәрәк шыл­ып, мөнә­сә­б­әт­тәр тә­р­ән­гә китте. Йәше урта саманан уҙып барғанда уянған хистәре ихластан ине. Һаҡмар­ҙан һыу ин­еп ҡа­й­тып кил­гәнендә сауҡалыҡта ашыҡ-бо­ш­оҡ саф­лығынан яҙ­ҙы­р­ғандан һуң ҡа­й­ҙалыр ки­теп ол­аҡ­ҡан трактарис Камилдан, өйөр айғырылай ҡарыулы куних Рафайылдан һуң Вәлитйән һымаҡ уны бер кем дә яҡын күрмәне һәм, уның һымаҡ бер кем дә ар­ты­­нан оҙаҡ ҡы­­ялып йө­рөмәне. Ә бит тәбәнәк бу­йын, ту­лҡын рәүешендә бүлкәтләнеп, туғарланып май ҡунған ҡабыр­ға­ларын, түш яғынан ос­а­һына ҡәҙәр һы­п­ра тоташҡан бил­ен, бер аҙ ҡамыт ҡыҫҡа ая­ҡ­тарын иҫәп­кә алма­ғ­а­нда, төҫ-башҡа ан­ау тиҡый Фә­р­зәнәнән артыҡ бул­м­а­һа һис тә кәм түгел. Ул эшләгән клубтың сәх­нә ар­ты­ндағы бүл­мә­лә дәртле ҡыҫ­ы­ш­ып, ирен­дә­рҙе  ҡанат­ҡа­нсы үбеше­ү­­ҙәр­ҙ­ең емеше бу­­л­ып Рәмилгә ауырға ҡа­л­ды. Был хаҡта ишетеү менән Вәлитйән­дең мәҙәниәт йортон ҡа­й­та-ҡайта тик­ше­реүе ҡырҡа һирә­г­әй­ҙе, ба­ра-тора бөт­өнләй туҡталды. Ап­тырағас ғор­у­рлығын еңеп район үҙәгенә бер нисә тапҡыр ба­р­ып ураны, на­ча­льн­икты тап итә ал­м­аны, ул район­дың башҡа мәҙән-иәт усаҡтарын тикшерергә, яңы эш башлап торған тәжрибәһеҙ  йәш методистарға методик ярҙам күрһәтергә сығып кит­кәйне. Райондың барлыҡ клубтарында ла ҡатын-ҡыҙ эшләй, уларға даими күҙ-ҡолаҡ булмаһаң мәҙәни-ағартыу эштәренең һүлпәнәйеүен көт тә тор. Шуға күрә лә тынғыһыҙ етәксе көн тимәй, төн тимәй ауылдарҙы ҡыҙыра. Ауыр хә­лдә тороп ҡал­ған Ғәлиә яй­ын тапты ба­р­ы­бер, эсе беленә башламаҫ борон уҡ бе­ш­к­ән дегәнәктәй Ғәлиуллаға сат йәбеште. Теге­һе тиҡый Фәрзәнә менән күптән дуҫлаш­ып йө­рөһә лә ҡатын-ҡыҙҙың күңелен күреп ҡалҡыу ағзаларына үрелеү генә түгел, гөнаһлы урындарға ҡарарға ҡыймаған саф егет булып сыҡты, ҡул­да­р­ын үҙе йүнәлт­мәһә һәр­мәү тү­гел йүнләп ҡо­с­аҡларлыҡ рәте юҡ. Кинос­еанс бөткәс, һуңғы ваҡытта ни сәбәп­тән­дер яң­ғыҙы йөрөг­ән Ғәлиулланы теге бүлмәгә тө­ртөп индереп үҙ­енә көс һалып этләнергә ту­ра ки­л­де. Ярай әле һуңынан шыма ғына китте. Теге һап­алы юғары мат­е­м­а­тик ан­ал­изға оҫта булһа ла ҡа­­тын-ҡыҙ­ҙың серле хисаб­ына мәш­әү икән дә баһа, уның ҡыҙ түгеллеген бе­лмәне лә һи­ҙ­­мәне лә, осрашыу­ҙ­ар­ына аҙна самаһы үткәс күҙ­ҙә­рен йә­ш­ләндереп “һи­н­ән…”, тиг­әйне яңы ҡа­пҡаға тек­с­әйгән һа­р­ыҡ тәкәһеләй йыуаш күҙҙәрен тупайтып ҡарап ыш­­анды ла ҡуйҙы, ике һүҙҙең бе­ре­һендә өй­­ләнешәйектән һалдыра башланы. Ғәл­и­әгә шул ғы­на кәрәк ине лә. Рәмил ар­т­ы­н­ан Ан­же­л­ика тыуҙы, шунан Эмилия. Гөнаһы юҡ, һу­ңғы икәүһе тәғәйен Ғәлиулланан. Тимәк бө­төнләй керһеҙ һәм таҙа, йәш саҡта кем ке­мгә ғашиҡ булмай ҙа кем кем ме­нән йө­р­ө­мәй! Вә­­л­итйән ул кей­әүгә сыҡҡас “бер­енсе һөйөү он­от­олмай ул”, тип бә­й­лә­н­е­ште яң­ыр­ты­рға маташҡайны ла, яҡ­ын­л­а­тма­ны, “мин һине, һин ми­не бел­м­әй­һ­ең “, тип ке­нә ебәрҙе. Ауыл ерен-дә ир өҫтөнән ик­енсе берәү менән сыуалыуҙың үтә хәүефле һәм ике осло икә­нлеген белә ине ул, шуға боҙоҡ йәнендәге аҙғынлығын, йөрөмтәллеген бо­ҫ­ормаларға, баҫырырға үҙендә көс, сыҙамлыҡ тапты. Ярай әле йылан аяғын киҫер аҫтыр­тынлы­ғы, шылғаяҡ­лығы ярҙам итте, быуаҙ­ы­уға алып ки­лгән мауығыуын белеүсе, һиҙеүсе булманы. Вәлитйән би­ләгән ва­з­ифа­һы­нан файҙаланып ҡы­ҫ­ы­м­ға ал­ды, әүрәт­еү, ян­­ау һө­­ҙөмтә бир­мә­гәс, ир көс­ө­нә һал­ы­шты. Был юлы инде итек осо мен-ән йо­м­шаҡ еренә ал­ды, алды ла көйҙөртө­л­гән ата су­сҡалай аҡырып ебәргән­дән һуң хә­ле бө­төп ыңғырашты: “У-у-у-у-й-йй… Ну, смо­т­ри, я тебе устрою, подзаборная су­ка!..” На­ч­а­ль­никтың ҡа­ты үп­­кәләүе тиҙ­ҙән асыуға кү­сте, ас­ы­уы ҡанығыуға ялғанды. Һыныҡтан һылтау табып ул кә­ңәшмә һа­й­ын Ғә­л­иәне ба­ҫтыр­ып ҡуйып тән­ҡит­ләр бул­ып китте. Сыҙаманы эҙәр­лек­ләүгә, эш­­е­н­ән сығ­ып, аҙ-маҙ төй­нән­гәндәренә төйөрөм ге­нә кр­едит өҫтәп алып яңы кү­тәрелеш ала бар­ған ал­­ып­һат­ар­лыҡ­ҡа күсте. Уңышлы ғы­на эш­ләп алды ла китте, йы­лғырлыҡ­ҡа, отоуға, әр­һеҙлеккә бәйле коммер­сант эш­е­н­дә кл­уб сәхнәһендәгеләй  йөҙөңдө ҡыр­а­ма­лай ҡы­рҡ битлек сү­­рәтендә үҙгәр­теп әр­ти­с­лә­н­еү ҙә кәрәк икән дә ба­һа.

       Уйҙарын бүлеп Ғәлиулла килеп инде лә танау аҫтынан мығырҙаны: “Әсәйгә киске ашты алып сыҡһаңсы…”

    Күндәм генә урынынан ҡалҡып ҡабаланмай ғына урын йәйә башланы, гөпөлдәтеп ҡа­б­артып яҫ­тыҡтарҙы һалды, ятыр урынды һыпырып тигеҙләп юрғанды һелккеләне. Йомшаҡ, һы­­­р­ҙары тәнгә тейеп маҙаһыҙламаған түшәктә маҙырап ятырға ярата ул. Түрбашҡа үтеп кәстрүл төбөндәге ҡалған ашты сеүәтәгә бушатып бер һыныҡ икмәк телеп алды ла сығыу яғына йүнәлде. Болдор тупһаһына баҫып тирә-яғына ҡараны: бынан Сабир ауыл­ының түбәнге осо ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Йылға аръяғындағы таштан һалынған ике ҡатлы мәктәпкә ҡарашын атты. Заманында урта ине, шунан оптималләшеү һылтауынан ике йыл элек тулы булмағанға ҡалдырҙылар. Бындай барыш менән барһа бер килеп башланғысҡа күсереп ябып ҡуйыуҙары ла бик ихтимал. Мәктәптәрҙең юҡҡа сығыу сәбәбе лә тәү ҡарашта төплө һымаҡ - хәҙер ауылдарҙа балалар юҡ кимәлендә. Мәктәптәр бөткәс ауыл бөтә, һәм киреһенсә - ауылдарҙың емерелеүе белем усаҡтарын һүндерә. Элек ғаиләләрҙә бала-саға торна тубығынан ине, ә хәҙер өсәү күпкә иҫәпләнә. Ул иренән ике класс түбән уҡыны. Ғәлиулла отҡор булғанлыҡтан мәкт­әп­­те тамамлау менән юғары уҡыу йортона инде, ә ул бүлексәгә һыйыр һауырға сыҡ­ты, тик көн оҙоно ауыр фләгәләр менән айҡашыу, һыҡралы шыйыҡ тиҙәкте шаптырҙатып кисеү тиҙ елкәһенә тейҙе. Мәктәптә уҡыған сағында моңло уҡ булмаһа ла, килешле генә ит­еп йы­рлай, шиғыр һөйләй торғайны, сәхнәгә, халыҡ алдына сығып баҫып тороу ҙа уның өсөн күн­е­ге­лгән шөғөл ине, шуға яйын тап килтереп клубҡа методист булып эшкә күсте, тиҙ­ҙән ойо­ш­тора белеү һәләтен, йылғырлығын иҫәпкә алып завклуб итеп үрләттеләр. Сабир ау­ылы ул за­манда урта мәктәбе, лесничество-һы, врач  амбулаторияһы, балалар баҡ­са­һы, ағ­ас­тан булһа ла иркен клубы булған, өс ауылды хеҙмәтләндергән почтаһы эшләп тор­ғ­ан, сельсовет үҙәге иҫәпләнгән ауыл ине. Кибеүгә дусар күлдәй әүәлге сик­тәре­н­ән тартылды ауыл һуң­ғы йыл­да­р­ҙа, хужалыҡтары күҙгә кү­­­­ренеп һирәгәйҙе, мөр­йә­н­ән төтөн сығар­ған­дары ла ил­ле-ал­т­мыштан артмаҫ. Унда йәшәүсе халыҡ та кәмене. Ош­оға­са тигеҙ тештәр ише тығыҙ ур­ы­нлашҡан өйҙәр әле тотанаҡһыҙ ҡалған өңөрөй ауыҙҙы хәтерләтә, бер уры-н­да өй, йә­нә­шә­һендә буш нигеҙ тупайып ҡалҡып ята. Башҡа йорттарҙан айыр­ылып күрен­гән кибете­нә бер килке текәлеп торҙо, тыңланғандай ҙа итте, бөтәһе лә ур­ыны­н­да, тыныс һәм һил һы­м­аҡ. “Һаҡ­ла­нғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай, эт оя-һ­ын йәй­ге осорға шу­­н­да кү­сере­р­гә кәрәк, хафаланмай, борсолмай йоҡлар исмаһам, Ғәлиуллаға әйт­әйем әле, уның теләген иртәгә үк ур­ын еренә еткереп ҡуй­һын. Бында туй хәстәре менән ҡаңғырып йөрөүҙәре­нән фа­йҙа­ла­нып өп­ләп китеүҙәре бар… Улайға китһә Алабай эйәһе ише йүнләп өрә лә белмәй, саҡ ҡына уға оҡшаһа бер ғәйепһеҙ үткән-һүткәндең балағынан эләктерер, беләктәренә йәбешер ине, тирә-яҡҡа яр һалып абалар ине... Ҡуй инде, бер килке йүнһеҙ, эшкинмәгәндәрҙе ул ғына тотоп тора, ул ғына йәшәтә... “ Ҡарашын ишек ал­ды­на йүнәлтте. “Туй таб­ы­н­ын бы­нау күтә­р­енке ерҙә үткәрерҙәр. Рәхимйән ҡайнағаның ҡулы ипле, та­­­ҡ­­талар­ын йышып оҙ­он өҫ­­тәл, ике яҡлат­ып буйынан-буйына ултырыр урын әтмә­л­әһен, ян-яғ­ын ситәнгә оҡ­ш­а­­т­ып һырғый ҡайын ботаҡтары менән тыҡшырһын, ә башын бр­ез­е­нт менән көп­ләр­ҙәр, ошондай йәйге сатыр ел­әҫ тә күркәм дә була ул… Был бейеме ҡапыл ғына ныҡ­лап ят­ты ла кит­тесе, туй осо­р­онда үл­еп ҡал­ып бә­ләһен һалмаһа ярай ҙа, оҙаҡлатмай бөг­өн-иртән дөмөкһә ваҡ­ыт­тары тығыҙ түгел, ашыҡмай ғына һәйбәтләп күмерҙәр ине…” Хужабикәһенең тын­ыс­­­ланға­нын һиҙгән Ал­а­бай өңөнән сы­­­ғ­ып кирелде-һуҙылды ла, тупһанан төшкәйне аяҡ­тар­ы­на терәлеп һы­р­п-а­ланырға тотон­до. “Алабай түгел, ялағ­ай һин!” Иркә һө­йләнеп эттең ялбыр йө­нлө ар­ҡаһынан һыпырҙы, һалбыр ҡол­аҡ­тар­ын­ың һыртын тырнаны, тегеһе ки­нән­е­с­тән шы­ң­шып уҡ ебә­р­ҙе. Ҡулын­дағы туҡмас­лы сеү­ә­т­әһен эргәләге һауытҡа ауҙар-ып, икмәк һы­н­ы­ғын шунда ырғытҡан ыңғайы бойор­ғандай һөйләнде: “Әйҙә, рәхәтләнеп һы­йланып ал, тик өй­ҙө, беҙ­ҙең мөл­кәт­те һиҙгер һаҡла!”

  Кире ингәнендә Ғәлиулла сисенеп, тәҙрә ҡорғандарын тартып, утты ла һүндер-мәй тү­ш­әккә ятып бөкөрәйгәйне. Ғәлиә лә сыр ялан­ғас сисенеп ташлап трюмо алдына барып ултырҙы. Ҡаршыһындағы көҙгөгә һирпелеп аҙапланманы, сөнки белә, унан уға ҡыш­ҡ­ылыҡҡа өс бот самаһы май йыйған инә айыуҙай һөмһөҙ, ағзалары арҡырыға йәйелә барған һын ҡа­р­аясаҡ. “Был тирәнән трюмоны алырға кәрәк, юғиһә түшәк тирәһен сит бер ке­ше күҙәтеп, ҡарап торғандай…” Шешенке күҙ ҡабаҡ-тарын иҙән­гә ҡаҙап йөн­тәҫ ҡултыҡтары аҫты­на дезодорант ышҡыны, сикләренә, тағы һыйыр ти­ҙәгенең еҫе сыға күрмәһен, тип ос­а тирәһенә, күләгәле сатына һаҡлап ҡына тотонған затлы фран­ц­уз хушбый­ын бышҡылдатты. Баҙлап тор­ғ­ан бү­лмә эсендә юрамал ҡабаланмай мы­штыр­ҙа­ны. Бөгөн ҡараған фильмда-ғы теге ир ҡайһылай ҙа дәртле ине, ике би­сә­нең күңелен кү­реп, танһыҡтарын ҡа-ндырып иркәк малдай сабып йөр­ө­нө лә…Ундай ҡарыуы таш­ып барған ирҙәр ысынба­р­лыҡта бармы икән ул? Барҙыр, бу­л­маһа күрһә­т­мәҫтәр ине… Ә абышҡаһы кәксәйгән, ҡарта-й­ы­уы еткән алаша. Боролоп ҡар­ап, күҙҙәрен яндырып тү­ш­әк­кә тар­тып алһа ни бул­ған. Үҙе яҡынлап ышҡаңламаһа ҡуҙ­ға­лырға яйы юҡ бит бының. “Ошо мәлдә Ғәлиулланың урынында Вәлитйән ятһа икенсерәк ҡылан­ыр ине мо­ғ­айын. Ҡатын-ҡыҙ ҡайһы саҡ тупаҫ мөғәмәләне, әрһеҙ ҡыланыуҙы үҙ итә бит ул. Абышҡаһы ни, ғү­мере буйы, теге асыуы килеп һалып ебәреүен иҫәпкә алмағанда йә ту­ҡ­марға эшкинмәне, йә…” Башынан аҙғын уй­ҙарын ҡыуырға телә­г­әндәй то­ло­м­он та­ғатып сәсен ялпыл­датып ебәрҙе. Утты һүндереп тү­ш­ә­генә сумды ла ояһына йом­о­ртҡа һалырға йыйынған мысыр тауығылай  урынында мөлкөтөп алды, эркет тоғолай мул түш­ен иренең әле ныҡлығын юғалтмаған яҫы арҡа­һ­ына ышҡыны. Тегеһе ҡым­ша­н­маны ла, йоҡ­ла­ғанға һал­ыш­ты. Ас­ыу­ың килмәҫме ошо ер­ҙә!

    Ғәлиә тамаҡ төбө менән: “Туғандарыңдың барыһына ла әйт, тик бер генә шарт, бү­ләккә һалыр өсөн һыйырҙарын һуйып тотонһондар”, тип бурылданы ла арты менән боролоп иренең шау һөйәк арыҡ арт һынына мендәрҙәй ҡабарынҡы осаһ-

ын терәне.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас