АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
2 Ноября 2021, 12:50

Туй дауам итә. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

              – Шул шәхси эшҡыуарлыҡты асыуы еңел булған тип уйлайһыңмы? Күпме да­к­­у­­минттар тултырҙым, төн йоҡламай ра-йонға саптым, өҫтәүенә тәүлектең те­л­ә­һә ниндәй мәлендә пажар­никта­ры, санэпидимстанцияһы, распатребнадзуры, тағы әл­лә кемдәр бәйләнергә, юҡтан ғы­на етешһеҙлек табып штраф һалырға әҙер. Өндәш­мә­­­һ­ендәр, сүптән сүмәлә өймәһендәр өсөн уларҙың һәр береһенең ауыҙын томалап ҡа­лъя һоғондороу фарыз. Кибет асҡансы мин Ғәлиә генә инем, хәҙер күптәр Ғәлиә Сә­ләх­е­т­диновна, тип кенә ебәрәләр, ызнашит ихтирам итәләр, автаритет ҡаҙанғанмын тимәк, ә ул бу­ш­тан ғына кил-мәй. Эш яйға һалынғас туйып һикерә башланың, Ғәлиулла, аша­ғ­ан се­ү­әтә­ңә төкөрәһең. Әгәр мин һаман да яғылмаған кол-опта завколоп вази­фа­һында бил бө­к­­һәм, ә һин мөғәл­лимлегеңә барып һаман да үҙең­дең дә, балаларҙың да башын шул хи­саплауҙарың ме­нән ҡатырһаң әллә ҡасан ярлы­ға та­янып дөмөгөр инек!             – Әй, һиңә һүҙ әрәм иткәнсе! - Ғәлиулла шарт та шорт баҫып сығып китте.    

Туй дауам итә. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)Туй дауам итә. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)
Туй дауам итә. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

      Төшкә тиклем кибеткә тиҫтәгә яҡын кеше һуғылды, башлыса ошо аҙна башында пе­н­­сияларын алған ҡарт-ҡоро ла эскегә әүәҫ ир-ат. Ауылда ошоноң ишеләр генә ҡа­­лды хәҙер, йүнсел йәштәр, тормоштарын үҙ­гәр­тергә һәләтлеләр әллә ҡасан ин-әһеҙ ҡал­ып туҙыра­ған ҡорт күселәй сит яҡтарға таралып, туҙырап бөт­тө. Хәмито-втарға ош­олары ла еткән: көн­кү­реш тауар-ҙарын, өҫтәлгә ҡуйырлыҡ наҡыҫ аҙыҡ-түлекте, йәнә баш тө­ҙәт­е­р­лек һыра-ар­аҡы­һ­ын ташып өлгөртһәләр, шөкөр, яраған. Са-уҙаларын тиҫтә йыл са­ма­һы дауам ит­те­реп аҡ­са, бол төйнәштереп алырҙар ҙа юллы, йәшәү шарт­та­ры ҡу­ла­й­лы­раҡ ергә күс-ерҙәр. Ә бөт­ө­ү­гә барған Сабир ауылының яҙмышы күптән хәл ите­л­гән.

       Ғәлиә төшкө ашын ҡайтып төп йортта үҙе генә ҡапҡыланы ла кире, түң ба­шы­н­дағы элекке рабкооп магазины бинаһы-нда урынлашҡан кибетенә аш­ыҡты, ишек алдындағы мунсалай ғына иҫ­ке йортта тереклек иткән бейеменең хәлен белергә лә форсат тапманы. Ә ул ихатала кү­­ренмәне, һуңғы көндәрҙә  ауырыҡһынып, йыш ятаҡлай шул.

      Ире юлдан ҡайтып көтөүҙәге мал-тыуарҙы ҡаршылап япты ла киске аш янында хәбәр ҡуҙғатты:

            – Көнөн билдәләнек тә ул, кемдәргә өндәшәбеҙ? - Өҙә-йырта һөйләшеүенән тойом­л­а­й, Ғәлиулланың кәйефе китеп көйһөҙләнгән сағы. Бына ул сынаяҡ аҫтына ҡой­ған сәйен аш­ыҡ­май ғына һе­м­е­реп ҡуйҙы ла яҫы ҡаштарын төйөрөп ситкә ҡа-раны. - Төш мәл­ен­дә әсәйҙең хәлен бе­леп сыҡһаңсы, йылдай оҙон көндә ауырыу кешегә ауы­ҙ кибеп ятыу еңелме?!.

            – Атаҡ-атаҡ, бер баҫаһы урынға ике баҫып йүгермәләүемде белә-күрә бәйләнә­се. Төш мәлендә эштә инем, әпсәңдең ауыҙы кибеп ятһа мин бүре башын ашар сиккә етеп прилавка артында ас торҙом. - Ул бирән ҡор­һа­­ғ­ын көслөк менән эскә тартып күрә­лә­тә алдашты. - Ауырый тиһең, сырхаһа , духтыр тү­гелмен, ҡайһ-ылай итәйем, запуй мәлендә фильшер Раз­ифа бикәмде бороп индереп ҡараттым да, ә ул бейемеңдең ҡар­тлығы еткән, мөҙөргән, күпкә бармаҫ, ти­гән кәнкритный, әкә-ншәтельный ди­а­гноз ҡу­йҙы.

            – Мужыт уны район бальницаһына апарып тикшертергәлер?

            – Эйе, тикшерҙеләр, ти тикшермәй ҙә, хәҙерге враштар хөкөмәттең яңы күрһәт­мә­һе нигеҙендә етмеште үткәндәрҙе бө­т­ө­нләй ҡабул итмәйҙәр ти, патаму што беҙҙәге уртаса йәшәү оҙонлоғо алтмыш­тан да уҙ­май бөгөнгө көндә. Ә әпсәң…

            – Бейем, тиң!

            – Ярай, ярай, һәр әйткәнемдән йөй эҙләмә, йәме, бейемдең шул сикте уҙғанына ни ғү­­мер!?

            – Хоҙай тарафынан ғүмерҙең кемгә күпме бирелгәнлеген бер кем дә алдан күҙаллай алмай… Ти­к­шертергә кәрәклекте лә аптырағандан әйтеүем. Низнай…

            – Күпме тыҡый­ым, йортобоҙ янына кибет һал­айыҡ, тип, ҡолағыңа ла эл­мәйһең, исмаһам тау­а­рҙарыбыҙға күҙ-ҡолаҡ булыр инек. Усаҡлыҡ ҙурлығындағы бу­р­аны күтәреү өсөн ҙур сығым да кәрәкмәй, теләк кенә булһын. - Ғә­лиә һө­йләшеү тем-а­һ­ын үҙгәртә һалып, иң ҡулай һаҡланыу сараһы һөжүм икәнлекте яҡ­шы белгәнгә, күп тап­ҡырҙар сәй­нә­гәнен тергеҙҙе.

       Яңылышманы, был юлы ла ире тиҙ ипкә килде:

            – Туйҙы нишләп йәйге селлә осорона билдәләнегеҙ, борон ундай изге ғәмәлде уң­­­ышты йыйып алып, мал ҡураға ин-гәс үткәрә торғайнылар, ти, әсәйем, - тине ул.

            – Уже пузны, ҡоҙалар менән бергә-бергә хәл иттек тә инде. Ҡалған эшкә ҡар яуа, туйҙы кисектермәй үткәреү беҙҙең файҙаға, шуны онотма. Хоҙай Тәғәләнең бөтә көндәре лә изге, һәм уларҙың һәммәһе лә кеше сәбәп ҡы­­­лып көн итһен өсөн тәғәйен­лән­гән ти, Шәрифйән мулла.

            – Нимә белә ул һинең мулла, тигәнең? Элекке ата атеист һәм совхоз осорон­да­ғы бүлексәнең алыштырғыһыҙ парт­ор­гы. Уның уң ҡулының һыртындағы “Шурик” тигән татуировкаға иғтибар иткәнең бармы? Тимәк Шурик мулла була инде. Бө-гөнгө көндә һәүәҫкәр муллалар, хижаб кейеп гөнаһтарын йәшерергә маташҡан абыстайҙар менән донъя тулған!

            – Унан башҡа изгене йыйын әтрәгәләмдәр, иманһыҙҙар ара­һ­ынан бар, табып ҡара! Ис­­­ма­һам был ҡөрьән тәржемәһен ижекләп булһа ла уҡып йола атҡара, “Тәфтиләү”, “Буранбай”ға оҡшатып көйләп аят уҡый, бөтө­н­ләй дин­һеҙ йөрөгән һымаҡ түгелбеҙ.

            - Улайһа үткәндә нишләп бата уҡытыуҙан ҡырҡа баш тарттың?

            - Йәнәһе лә белмәй, буласаҡ ҡоҙаларың һуң ҡайһы милләттән?

            –    Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, бәлки Шурик мулланы саҡырмауыбыҙ ҙа дөрөҫ булғандыр, ул Йомағәле ҡорҙаштың улы өйләнгәндә йәштәргә бата уҡыйһы урынға ясин сыҡҡан тип ауылдаштар бер килке шаулап алды түгелме?

       Әйтелгәндәр сәпкә тейгән хаҡ һүҙгә дөрөҫ яуап таба алмағас Ғәлиә телен арҡыры тешләне. Тәрән тынлыҡ урын­лаш­ты. Ғәлиулла эшлекле ҡиәфәттә дауам итте:

            – Кемдәргә өндәшәбеҙ, тигәндәй Анжелика ҡыҙым менән Джон кейәүҙән баш­л­а­йыҡ, шунан Себер яғында көн иткән Уйылдан ҡустылар, малайҙары Альберт мен­ән Артур ғаиләләре менән… - Ғәлиә ризалашҡандай ҡыҫҡа, бармаҡтарын бөгә барҙы. - Шунан атай мәрхүмдең ағаһы Ғиндулла, улы Рәхимйән ағай менән Разифа апайҙар…

     Һуңғыларҙы ишеткән Ғәлиә йомған бармаҡтарын тарбайтып ҡорт саҡҡан­д­ай һи­ке­р­еп китте:

            – Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, ярлы туғандарыңды саҡырып нимәлә-рен алмаҡсыһың?

            – Мин уларҙың бер нимәһен дә алырға йыйынмайым!

            – Килеүен килгәс йәштәрҙе бүләкләмәй ҡалмайҙар бит инде, быларың батмусҡа ямаулы­ҡ­тарын һа­л­һ­ы­н­­д­а­р­мы?

            – Туй бит мөлкәт йыйыу сараһы түгел, унда ҡотлап теләктәр әйтеү өсөн киләл­әр!

            – Бушты һөйләмә, йәме, хәҙерге туйҙарҙың эс­­тәлеген һәм үткәреү маҡсатын беләбеҙ, тәүге тапҡыр килен төшөрөп ҡыҙ бирмәйбеҙ. Һуң өйләнешкәндәр ғаилә ҡороуҙарының иртәгеһенә ни­с­ек тә йәшәп китергә тей­е­штәр бит әле. Ә бөгөнгө тормош закундары ҡаты һәм рәхимһеҙ.

            – Һуң беҙ йәшәп алып киттек түгелме? Онотмаһаң туйға бер һыйыр ҙа ике бәр­ән төштө. Ҡалғанын үҙебеҙ йыйҙыҡ, үҙебеҙ таптыҡ.

            – Йәшәп алып киттең шул, миңә, әрһеҙ, йүнсел, эшлекле бисәгә тап килгәсең. Анау күр­ше ауылда уҡытҡан Фәрзәнәгә өйләнһәң икенсерәк һайрар инең! Үткәндә ра­йон үҙәгендә осраттым үҙен, кейгәне тотош прастуйҙан. Шулай булы-уға ҡарамаҫтан тиҡый бит әле, мине күрмәмешкә һалыша.

            – Эйе тап иттем шул, тап иттерҙең…

            – Нимә, һинең аяҡ-ҡулдарыңды бәйләп сараһыҙламаным, үҙең алдан әйен-селәп эште боҙмаҫ кәрәк ине!

            – Бейә кешәнәмәһә, айғыр яҡынлай һалып бармай.

            – Хәләл бисәһен бейәгә тиңләргә нисек теле әйләнә бының. - Ап­аруҡ өндәшмәй тымпайған Ғәлиә абруйын күтәреү маҡсатында биш былтырғы ваҡиға­ла­р­ға күсте. - Әгәр иҫәпләшеүгә китһәк еленләгән, быҙауларға етешкән һыйыр минең яҡт­ан төштө, ә һинеке­л­әр бүл­әк иткән бә­рәндәр ҡыҫыр һәм ҡорсаңғы инеләр. Өйләне­ше­ү­ебеҙгә бер йыл тигәндә еҙнә­й­ем би­р­гән уҫаҡ ағасынан йорт бөтөрөп индек. Яҡындарыма ниндәйерәк бүләктәр өләштең әле? Мәһәр хаҡында әйтеп торма-йым! Әллә өн­дә­шмәй йөрөгәс тә хәтере ҡыҫҡа бының, тип уй­лайһыңмы!

            – Еҙнәйеңә килгәндә лесничествоның ярты урманын һатып эсеп төңкәйҙе, ниңә быларын да өҫ­тә­­мәйһең?

            – Мәрхүмдең ҡәберен ҡуҙытып бисәкәйләнмә берүк!

            – Давай етте! - Ҡулын ҡылыс һымаҡ һелтәп һауаны ҡыйған Ғәлиулла янды-рай ҡалҡып урынынан тороп китте лә асыҡ ишек тупһаһына барып ялпашты, алдына көл һа­уытын ҡуйып, тәмәке тоҡандырып, төтөн ауалатып апаруҡ һүҙһеҙ шымтайҙы.

       Ғәлиә лә тырҫ-мырҫ итеп, сағыу тауышландырып ҡашығаяҡты йыйыш­тыр­ы­рға тот­оноп китте лә бәхәсте дауам итергә саҡырып дорфа ҡыҙыҡһынды:

            – Төтөнөңә ҡарлыҡтыңмы әллә, ништәп өндәшмәйһең?

            – Һине тыңлай башлаһаң ҡарлығырһың да, - Ғәлиулла тәмәкеһен һауытҡа тыз­ып һүндереп башын ишек яңағына терәне. - Ғиндулла олатайҙан, уның улы һәм ҡыҙ­ынан башҡа Сабирҙа яҡындарҙан тағы кем бар? Юҡ! Йомош төшһә шуларға ба­р­абыҙ.

            – Йомош, тимә, кәңәш, тигән. Улар бирерҙән алда иң тәүлә ас беттәй һине та­л­а­рҙар әле. Ғиндулла ҡарттың әхирәткә күсер көнө еткән, Рәхимйән урман алып шу­­ны ҡырҡып, бура бурап һатып ғаиләһен аҫырай, Разифа бикәм медпункта ти-ндәргә алданып бил бөгә. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы дастуйный туғандарың юҡ һинең.

            – Әләйһә әйҙә, район үҙәгенән һинең бар алыпһатарҙарыңды йыйып туй үт­кә­р­әйек.

            – Үткәрһә ни, па крайний мире улар бүләктең кәттәһен һаласаҡтар. Әйткәндәй хәҙер кеҫәләре ҡалындарҙы ҡунаҡҡа саҡырыу муҙыла. Ә беҙҙең яҡта ун­да­й­ҙар­ға кәмир­са­нттар инә, көнитмеш уларға ҡалып бара.

            – Коммерсант, тимә, алыпһатар, тиң, бер тауарҙы бишкә төрләндереп һатып ха­лыҡты алдайҙар. Етештереү яйға һалынмағас, был ҡыҫыр кәсептән дәүләткә ни фа­йҙа?

            – Тәүлә дәүләтте түгел, тамағыңды ҡайғырт. Тағы ла йәнеңдә уҡытыусылығың уяндымы? Беҙҙе һүгәһең дә ул, ә үҙең һуң кем?

            – Һәр хәлдә алыпһатар түгел, ә ябай йөк ташыусы, тауарҙы һуңлатмай апҡ-айтып тапшырыусы! Шәхси эшҡыуарлыҡ документтары һинең исемгә яҙыл­ған, мин ул милеккә дәғүә итмәйем, кәрәге бер тин!

            

            – Шул шәхси эшҡыуарлыҡты асыуы еңел булған тип уйлайһыңмы? Күпме да­к­­у­­минттар тултырҙым, төн йоҡламай ра-йонға саптым, өҫтәүенә тәүлектең те­л­ә­һә ниндәй мәлендә пажар­никта­ры, санэпидимстанцияһы, распатребнадзуры, тағы әл­лә кемдәр бәйләнергә, юҡтан ғы­на етешһеҙлек табып штраф һалырға әҙер. Өндәш­мә­­­һ­ендәр, сүптән сүмәлә өймәһендәр өсөн уларҙың һәр береһенең ауыҙын томалап ҡа­лъя һоғондороу фарыз. Кибет асҡансы мин Ғәлиә генә инем, хәҙер күптәр Ғәлиә Сә­ләх­е­т­диновна, тип кенә ебәрәләр, ызнашит ихтирам итәләр, автаритет ҡаҙанғанмын тимәк, ә ул бу­ш­тан ғына кил-мәй. Эш яйға һалынғас туйып һике-рә башланың, Ғәлиулла, аша­ғ­ан се­ү­әтә­ңә төкөрәһең. Әгәр мин һаман да яғылмаған кол-опта завколоп вази­фа­һында бил бө­к­­һәм, ә һин мөғәл­лимлегеңә барып һаман да үҙең­дең дә, балаларҙың да башын шул хи­саплауҙарың ме­нән ҡатырһаң әллә ҡасан ярлы­ға та­янып дөмөгөр инек!

             -Әй, һиңә һүҙ әрәм иткәнсе! - Ғәлиулла шарт та шорт баҫып сығып китте.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас