Әҙәби мѳхит
1 Ноября 2021, 04:44

Туй дауам итә. (Хикәйә. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

– Уңайһыҙланыу, әҙәп, кисәге көн төшөнсәһе, бөгөн әрһеҙҙәрҙең һәм йылғырҙарҙың баҙары, шуны маңлайыңа онотолмаҫлыҡ итеп киртеп ҡуй, за­мана башҡа, заң башҡа хәҙер. Һин бит ҡат­ын-ҡыҙ, яйла, майла, хәйләлә, кәрәкле ерҙә балауыҙ һы­ғ­ып ал­һаң да килешер, әм­мә һәр саҡ үҙеңдең яғынды ҡайғырт һәм ҡайыр. Ир-ат, тә­р­тәгә егелеп ауыҙлыҡланған алаша менән бер, бисә­ләр­енән үтеп, бер ҡайҙа бара алмай. Ҡатын-ҡыҙҙы муйын, тиһәләр ҙә башты ул ҡайһы яҡҡа теләй шунда бора.

Туй дауам итә. (Хикәйә. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)Туй дауам итә. (Хикәйә. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Туй дауам итә. (Хикәйә. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

            – Болғанған аштың таты, ҡатнаш никахтың, ҡушылған телдең тәме, йәме ки-тә һуңғы сиктә. - Иҫ­кәрмә яуапһыҙ ҡал-ғас Маһибәҙәр ҡарсыҡ дауам итте. – Кәмейбеҙ, аҙая­быҙ, яйлап-яйлап ҡына маңҡортланып юҡ­ҡа сығабыҙ, эш мына нимәгә бара, килен…

            – Аҙайһа беҙ тут при чум?

            – Һәр береһе һин әйткәнде тыҡып ҡул һелтәй башлаһа бөтмәй ҡайҙа ғы­на бараһың!

       Зитына тейгән Ғәлиә туҙынды ла китте:

– Ана һинең Юлайың күрше ауылдан Мәстүрәне ал­ды, ергә ереккән ға­и­­лә­ ҡо­­рҙолар ҙа ауылда төпләнделәр, йәнәһе лә. Эшһеҙ ҡалған киленең ма­т­ерин­с­к­ий ка­­п­италға ҡыҙығып туптырҙатып бала табыуҙан бушамай. Баланы тыу­ҙы­ра белгәс, уны әҙәмсә итеп үҫтерә лә белергә кәрәк бит әле. Мә­стүрә итәк тултырып бәпәйләп өйҙә ултыра ине, ярай әле яйы сығып мәк-тәпкә йыйыштырыусы эшенә төштө, ә агро­н­ом һөнә­р­ле улың һуң, фермер хужалығы асып йәл­сенеме? Йә техникаһы, йә яғы­у­­лы­ғы, йә сә­с­ергә орлоғо юҡ. Осто-осҡа ялғай алмай  ил ҡыҙыра, хәй­ерсе фермер, тураһы мен­ән әй­ткәндә! Беҙ­ҙең халыҡ киң күңелле, эшсән, әммә хә­й­лә­лә­шә, үҙ яғын ҡайыра бе­л­м­әй. Көн­и­т­­ме­штә баҙар ҡоторғанда милләт арттырайым, ниг­еҙ һаҡлайым, тип ҡы­р­т­алашыу тө­птө һантыйлыҡ!

       Ауыртҡан еренә тейгән Маһибәҙәрҙең йөҙө үҙгәреп китһә лә асыуын йәшерҙе, ғә-ҙәти ҡатын-ҡыҙ кәзекләшеүен бәхәскә олғаштырырға теләмәй ине ул.

             – Килен, шырпы менән тоҙға өҫтәп,  - алдындағы ҡапҡастары асыҡ ҡағыҙ ҡу­м­­таларҙың береһенә төрттө, - бәпестәремде ҡыуандырайым, мынау кәнфиттән әҙерәк үлсә әле. - Һатыусы  һыртын май япҡан йомро ҡулын ҡумтаға тәрән баты-рып ҡармап тауарын үлсәү табаҡсаһына һалған арала ҡарсыҡ хәбәрен яңыртты. - Кәсебеңде Әмерикәнән ебәрелгән тауыҡ боттарын, ҡы­т­ай аламаһын һатыуҙан баш­ла­ғайның, әле килеп кибе­т­ең­де хәмер, эреле-ыуаҡлы һыра шешәләре ба­ҫып ба­­­ра түгелме?

            – Баҫһасы, тағы ла күберәк итеп ташырға самалайым әле, алалар бит, боҙо-ла торған ризыҡ түгел, жидкая валюта, тип атала көнө-төнө зырлап үткәне.

            – Ауылды эскелек баҫты, бар белгәндәре һөйрәлеп йөрөп эсеү ҙә иртәгеһен баш төҙәтеү. Ата улды, әсә ҡыҙҙы танымай, заман ахрыһы…

            – Уларҙың бахмурҙан кипмәгәнлегенә әпәт мин ғәйеплеме? Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Сәрби һымаҡ тауыҡ тиҙәге ҡушып көмөшкә ҡыуып халыҡты ағыуламайым, уны хәләл аҡсама һат­ып апҡайтам. Көсләп, сараһыҙлап ауыҙҙарына ла ҡоймайым, те­­лә­һә­­ләр алалар, теләмәһәләр үҙҙәренең эше.

            – Теләйҙәр шул, шуға ла юлға туҙан ҡундырмай ташыйһығыҙҙыр инде. Йәмғиәтте нәҫ баҫҡан, шуға ла күңел көйөгөн араҡы менән йыуыу ғәҙәткә әүерелеп бара, ә эс­келек йәшәү мәғәнәһен, тормош ҡыҙыҡ­һыныу­ҙарын кәметә. Китапханаға йөрөмәйҙәр, тип зарланып торҙо кисә минең урынға ҡалған Фәриҙә, өҫтәүенә колоп ишегенә ат баш­ын­дай йоҙаҡ эленгән, әҙәм гәзит-журнал яҙҙырыуҙы онотто. Биҙа инде.

            – Һин, инәй, таварищеский судтың рәйесе булып эшләрлек кенәһең, бөтә нимә­не күрәһең, ҡойошҡанға ҡыҫылған буҡҡа оҡшап тығылмаҫ ергә тығылаһың! - Ғәлиә иләмһеҙ хихылданы.

       Маһибәҙәр мыҫҡыллауҙы ишетмәне лә.

            – Ярай, ҡайтайым, былай ҙа оҙаҡ туҡталдым, килен мәктәпкә иҙ­ән йыуырға ба­рам, ти ине, шуға балалар миңә ҡала. Киленде әйтәм, ҡуй инде, юғары белемле була тороп та йыйыштырыусы мәшәҡәтен атҡарһын сәле, аптыраҡ. Биш баланы эйәр­теп йә ҡалаға китә алмайҙар, ә бында йүнле эше юҡ, ашы ла тигән­дәй.

    Маһибәҙәр ҡарсыҡ пакетлы ҡулын алға һоноп, икенсе ҡулындағы таяғы мен­ән иҙәнде юллатып сығыу яғына тәнтерәк-ләне, Ғәлиә “йөрөй кәйефте ебәреп, эсте бошороп, бер аяғым түрҙә, икенсеһе гүрҙә, тимәй аҡыл һата ишшү”, тип тексәйеп ҡарап зәһәр һөйләнеүен сығыусының ар­тынан оҙатты. Ҡолаҡҡа ҡатый башлаған ҡарсыҡ уның әйткән­дәрен иш­е­тмәне лә шик-елле, хәйер, ишетһә лә ул кеше менән ерле-юҡҡа әрепләшәй, тәм­һеҙ­лә­шмәй, итәғәтле, элекке китапханасы шул, ни тиһәң дә.

    Яңғыҙ ҡалған Ғәлиәнең ары эш эшләү теләге китте. Йыуан түмәрҙәй тумһыҡ кә­ү­ҙ­ә­һен прил­ав­каға яр­тылаш аушайтып кеҫә телефонына йәбеште:

            –    Һин ҡайһы тирәлә? - Шылтыратыу иренә тәғәйенләнгәйне.

            –    Сибайҙың оптовкаһында, - тине теге остағы тауыш.

            - Тейә­н­еп бөттөң­мө?

            - Заказдарыңды теүәлләүгә генә лә ярты көн ваҡыт китә.

            - Нишләп улай мыштырланың?..

            –    Тағы нимәләр алайым?

            –    Шул теҙеп списеккә яҙғандарым инде. Ығышһың бигерәк, ә мин һине ҡайтып киләһең икән тип утырам тағы…

            -  Үткәндәгеләй арзан тип ни етте шуны тейәп ҡайтмайым!

            - Бындағы аҡсаһыҙҙар ҡиммәт нимәңде алырға тораларҙыр шу.

            - Улайһа күпсегәнде, ҡызлағанды еҫләнгәнде тейәйемме? 

            - Сруктары сыҡһа ни, бындағыларға бара, ауыл ерендә уны кем уҡый ҙа кем тик­шерә, эстәре күбер, йә китер ҙә, шуның менән үтер… Аҡса үҙенсәлекле тауар, ул туҡтау­һыҙ әйләнештә йө­рөргә тейеш, шул ваҡ­ытта ғына шистый дахут ки-лтерә. Ҡайт та иртәгә таң менән Ҡаҙағ­с­т­ан сығырһың, унда араҡы арзан, ке­йем-һалым ос­һоҙ тиҙәр. По­ка!

   Аҡса иҫәпләргә күнеккән етеҙ бармаҡтар телефон йөҙөндәге һандар өҫтөнән етеҙ йүг­ер­ҙеләр:

            – Анжела, ҡыҙым, привет! Хәлдәрегеҙ нисек, һәйбәт кенә йәшәп ятаһығыҙ-ҙыр? Эшегеҙ баралыр? Балалар уҡыу йылы ҡас­ан ғына бөтә, тип күҙҙәре тоналыр инде. Ни­­ңә килмәнегеҙ? Запуйға, тим. Бындағылар менән генә әүеш-теүеш ит­ергә тура килде. Былай ҙа даунанан ҡайтып күренгәнегеҙ юҡ. Кейәүҙе ебәрмәһәләр, һин бит үҙеңә үҙең ху­жа. Ни­ш­­ләп ҡа­б­а­­л­андыҡмы? Һуң үткәндә кинәйәләп, яҡын-салатып тумбытҡай­ным да, төшөн­мән­ең­ме ни, эш бит ҙурға китеп бара, көҙ­гә ҡал-дырһаҡ, Эмилиябыҙ туй мәл­ендә эйәген кәпәйгән ҡор­һа­ғ­ы­на терәп утырһы­н­­мы, ояты ни тора! Ауылдаштар алдында рисуайға, ыстырамға ҡалырбыҙ шунан! Хәҙерге акселерат йәштәрҙе беләһең бит, мәле­нән алда аван­сы­лап ташлағандар. Ярай, төпсөгөмә әбидә юҡ, егеттең аҡса­лы­һ­ын тышамаҡсы, шуныһы арыу… Ат­айыңмы? Юрғалай шунда ҡушҡанды та­ш­ып… Ҡә­р­тәс­әй­ең ята ер­гә һеңеш­кән өйөн еҫ­лән­де­реп, етмешен урталаны, дөмөк­м­әй ҙә исма­һ­ам. Шул их­ата­ны йәмһеҙ­лә­гән хараб-аны бү­лдизер менән эттереп кенә ыр­ғытыр инем, хә­л­ем­дән генә ки­­лмәй. Таб­ын ҡыҙған мәлдә түшәктә ятҡан еренән то­роп ту­ң­ҡаңлап ин­еп килә был, йәштәр­гә әй­т­ер те­ләг­ем бар, фатихамды еткерәм, ти­се, битһеҙ! Шунан иҫе ин­әле-сы­­ға­лы ҡа­рсыҡ үҙ­ебеҙсә­ләп, ауылсалап ебәр­мә­һ­енме! “Что за Баба-Яга?”, тип ҡунаҡ­тар ки­т­кән аптыра­п, ә атай­­ың ни, улт­ыра әп­сәһенең әйткән­дә­р­­ен баш ҡағып йөпләп. Ми-ңә килеп то­роп уңай­һыҙ, ер тишеге булһа инеп китер инем, билләһи. Шунан ҡартәсәңде эткеләп-төрткөләп тиерлек алып сығып бара инем, соланда тәмәке тартырға сыҡҡан атайың менән тап булыштыҡ. Йыуаштан йыуан сыға, тигәндәй был көтмәгәндә миңә һалып ебәрмәһенме! Мин дә уны-быны абайлап тормаҫтан муй-ынына барып йәбештем. Ҡайнаға арабыҙға инә һалды, юғиһә һауыт-һаба шалты-рау ғына түгел, ҡунаҡтар алдында оло һуғыш сыға ине. Шула­й­ыраҡ бу­л­ып бөттө беҙҙә. Туй кө­нөн йәй урта­һы­на билдәлән­ек… Һеҙ ҙә йыйына баш­ла­ғыҙ ны­ҡлап, хәлле ҡоҙалар, елле ҡу­наҡтар алдында йөҙҙө ҡыҙартмайыҡ! Эйе, мин дә ҡалала рис­та­р­а­нда үткәрәй­ек­ме икән, тип алдан ыжығайным ат­айы­ң, ҡа­йһы саҡ сығын-сы ат­тан былай­ыраҡ, туйҙы атай ниге­ҙендә үткәрәм­дән ары китмә­не… Ярай, яҙға-нын шул өй­өбөҙҙә күрер­беҙ… Эйе табынға хәл­лерәктәр­ҙе йый­ы­р­ға ине иҫәп. Һеҙ бирешмәҫ­һег­еҙ ҙә ул, үҙ­ең ками­р­сант, кейәү ГИБДД-ла, икәүләп ике яҡта клейен-ттәрегеҙҙе һы­ҡһағыҙ, һауһағыҙ моғай­ын да бе­рәй ни­мә килеп сығыр. Минекеләр үҙемә оҡшап әр­һеҙ, талымһыҙ, ә бына ҡайным мәрхү­м­дәр яғы гел ярлы-яб­аға. Фәҡирмен, тимәй үҙҙәрен ҡайҙа ла эре, текә тоталар бит әле, әйтерһең хан вариҫтары. Улты­рырҙар мәжлестә мәс­хәрәгә ҡа­лдырып. Белмәй­ем, атайың ни тейер, уға ҡал­һа саҡыраб­ыҙҙан һа­л­дырыр ин­де… Ту­йға өс йәшник ар­а­ҡы һеҙҙән, өс­­әүһен үҙебеҙ хәс­тә­рләрбеҙ… Ниш­ләп тисе, теге хал­ыҡ бит тотошлайы менән араҡыға бе-ш­кән, йөҙгәнсе, эстәре йәйелгәнсе эсмәһәләр кү­ң­­ел­дәре булмай, беҙҙекеләр ҙә ба-шын шул яҡ­ҡа ҡый­ша­й­т­ҡан. Әйҙә, мас бу­л­ып, ҡоҫҡансы, ғарҡ булғансы ты­­ғын­һ-ын­дар… Эйе, ар­ыуҙан, дазатыр­лыһы­нан ал, бын­дағы мин һатҡан самапал, суррагат бар­май, улар урын­дағы алка­ш­та­р­ҙы ағ­ыу­лау­ҙ­ан арт­м­ай…. Йәнә кән­вирткә һалырҙы алдан ҡайғыр­ты­ғыҙ, ҡабат­лап әйтәм, тегеләрҙән кәм бу­лмаһын, штубы!

       Ҡыҙы Эмилияға шылтыратты:

            – Һаумы, ни хәл, ҡыҙым?

            – Ничего, мам. Все норьмально.

            – Нимә унда ҡаласа бытылдайһың?

            – Алексей рядом…

       Ғәлиә мыжыуын шунда уҡ онотто, һүҙһеҙ ҙә аңлашыла, кейәү бала алдында аң­ла­шылмаған телдә һөйләшеү килешмәгән ҡылыҡ. Мәгәр оҙаҡҡа һуҙмай төп йомошона күсте:

            – Ҡыҙым, кейәүҙең паспырты ҡайҙа?

            – Зачем он тебе?

            – Бер ҙә зачим түгел, эҫе мәлендә алып үҙеңдекенә ҡушып апҡайтып, си­л­сәүит­кә тапшырып ҡуй. Һеҙҙе бит ауылда теркәйҙәр, шуға уларҙың бында, сейефтә бикле ят­ы­уы зарур!

            – Успеется, время еще есть…

            – Арҡыры-торҡоро һөйләмә йәме, эсең һыртыңа сыҡҡан килеш һемәйеп, ярыҡ ялғаш алдында ҡалһаң терһәгеңде тешләргә үрелерһең дә һуң булыр. Йәнә ҡоҙа фатир әҙерләнем, ти ине, алдан пр­а­п­и­скаға инеү яйын ҡара, яҙылып ҡуйһаң, һи­­­­нең рөхсәтһеҙ кире төшө­рә алмаҫ­тар. Ошо эште еренә еткереп закунлаштыр-һаң, ай­ыр­ылышырға тура килгән осраҡта ла фатир ҡап урталай бүленә!

            – Уңайһыҙ, әсәй…

            – Уңайһыҙланыу, әҙәп, кисәге көн төшөнсәһе, бөгөн әрһеҙҙәрҙең һәм йылғырҙарҙың баҙары, шуны маңлайыңа онотолмаҫлыҡ итеп киртеп ҡуй, за­мана башҡа, заң башҡа хәҙер. Һин бит ҡат­ын-ҡыҙ, яйла, майла, хәйләлә, кәрәкле ерҙә балауыҙ һы­ғ­ып ал­һаң да килешер, әм­мә һәр саҡ үҙеңдең яғынды ҡайғырт һәм ҡайыр. Ир-ат, тә­р­тәгә егелеп ауыҙлыҡланған алаша менән бер, бисә­ләр­енән үтеп, бер ҡайҙа бара алмай. Ҡатын-ҡыҙҙы муйын, тиһәләр ҙә башты ул ҡайһы яҡҡа теләй шунда бора.

            – Поговорим вечером, собираюсь на лекцию мам…

            – Ликсиәгә өлгөрөрһөң, әле әйткәндәремә төшөндөңмө?

            – Поняла… - Ҡыҫҡа гудоктар ишетелеп бәйләнеш өҙөлдө.

            – Биғәләш, тыңлап та бөтмәне, - тип асыуланды Ғәлиә.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас