АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
31 Октября 2021, 04:31

Туй дауам итә. (Хикәйә. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.)

       – Милләт, тел айырған быуат күптән үтте, хәҙер хөрриәт, кем кем­гә теләй шу­ға өйләнә һәм кейәүгә сыға! - Аҡланған-дай теҙеп китте. - Әйҙә, ауылдың те­ге осонан тө­­ш­­­әйек әле: Һыҡмыр Ғәлим­йәндең ҡыҙы чеченға кейәүгә сыҡты, Бүкән Әх-мәттең ма­­л­а­йы хахлушканы кәләш­лек­кә алған, тип ишетелә, Бызмыр Зиннурҙың төпсөгө әр­м­ә­н­ме, әллә грузинмы, шуртым белһен, шуның менән көн итә. Хисаплай китһәң беҙҙең ауылда ғына ла пулный интернац­ио­н­ал! Ошонан аҙаҡ беҙ кемдән кәм?!  

Туй дауам итә. (Хикәйә. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.)Туй дауам итә. (Хикәйә. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.)
Туй дауам итә. (Хикәйә. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Хәмитовтар Сабир ауылында абруйлы, ихтирам ҡаҙанған ғаиләләрҙән иҫәплә-нә. Шул Хәмит­ов­та­рҙың төпсөк  ҡыҙы Эми-лия ҡол­ға­лай буйлы, нәҙек оҙон муйы-нға ултырған сө­рәкә башлы, һалам­дай таралып һибелгән һары сәсле, аҡ­һыл ҡа­ш­т­а­ры аҫты­на боҫҡан сәгер күҙле, ҡылыс танаулы, ас яңаҡ­лы, оҙон­са биттәрен һип­ке­лдәй сәселеп ҡыҙыл сәбертке япҡан егетте май байрамдар­ы­на эйәртеп ҡай­т­ып күре­н­еп киткәйне, бер ҙә ти­­кмә­гә булмаған эйәртенешеп йөрөүҙәре, эш өйләне­ш­еү­гә бар­ғ­ан. Һөйләшеп-ки­лешеп туй кө­н­өн йәй уртаһы­на, селләнән алда бил­дә­лә­г­әндәр. Шәхси киб­ет­ендә һатыу иткән Ғәл­иә һөйләшә килеүселәрҙе оҙатҡандың иртәгеһенә үк ингән-сыҡ­­ҡа­нға ошо хаҡта шаштыр­ып һөй­ләп тор­ҙо. Иртәнсәк кибет ишегенең ау-ыҙында Сүстекәй Наҙгөл әхирәте күренгәйне төп эшен онотоп оҙон-оҙаҡ хәбәргә күсте:

            – Табыныбыҙ дан үтте. Үҙебеҙ һәммәһен урын-еренә еткереп әҙерләнгәс, килгән ҡунаҡтар ҙа балыуан булғас өҫтәл-ебеҙ һығылып торҙо, һиңә әйтәйем. Күгәрсен һөтө генә етмәй икән тиһәк, ҡоҙаларыбыҙ “Птишье малака”һына ҡәҙәр килтер-гәндәр. Эмилия бәпесем ырыҫы, өлөшө менән тыуған, төшөр урыны тап-таман, улар­ға тигән ҡала үҙәгендәге ике бүлмәле фатирға хәтәр евроремунт үткәрелеп, ҡиммәтле ҡаралтыһы урынлаштырып әл­лә ҡас­ан уҡ әҙер­ләп ҡуйыл­ған. Хәҙер ул, за-кунная гарадская булып, өс­ө­н­сө ҡаттың луджыяһынан үткән-һүткәндең түбәһе­нә төкөрөп кенә көн итәсәк, үәт! Ив­ан Вас-ильевич ҡоҙа ҙур урындарҙа эшләп, затлы крислалар биләп һиммәте менән хөрмәт ҡаҙанған кеше, хөкөм­әт кеше­л­ә­ре, арҙа-ҡлы түрәләр, йоғонтоло етәкселәр ме­нән типә-тиң итеп һөй­л­ә­шә, аралаша, ҡа­­тышып йәш­әй икән… - Була­саҡ ҡоҙаһының би-ләгән ва­зифа­һ­ын ан­ыҡ ҡына әйтә алм­ай уйланып тора биргәс яҡ­ы­нсалатып төшөндөрә. - Ни­ф­ть, газ ме­н­ән бә­йле ун­ың мә­шәҡәте, ыз­нашит, төшөмлө урын. Ма­р­ия Петровна ҡо­ҙ­а­­ғы­й­ыбыҙға килгәндә, ул - дамахәзәйкә. Бәй, абышҡаһының эш ха­ҡы тауыҡ сүпләп бөтөрә ал­м­аҫ­ кимәлдә вайран килеп сәсел­­еп ят­ҡ­анда уға нә­мәҫтәкәйгә йонсоп бил бөг­өргә? Ке­йәүкәйебеҙ ҙә кү­рер күҙгә ит­ә­ғәтле, ты­й­н­аҡ, бер ҙә генә елғыуар ҡала ыш­пана­һына оҡшама­ған. - Ғәлиә ауыҙы ситтәренә йыйылған күбек-те баш һәм сәтәкәй бармаҡтары менән һыпырып ҡуйҙы. - Иван Вас­и­ль­евич улына уныһ­ын-быныһын өйрәтеп гелән эр­гәһен­дә генә йөр­өтә, ти, бө­тә сетер­ек­ле, яуаплы йомоштарҙы фәҡәт уға ҡу­ша, йәнәһе лә. Тимәк бер көн ки­леп, ҡо­ҙа­быҙ пи­нсейә-гә сыҡ­­­ҡас, кейәү­е­беҙ шул крисланы биләүе бик тә ихтимал. Их­ти­м­ал, тимсе, хәҙер ней эте лә, бете лә  йы­лы ур­ы­нын әҡрә-бәһенә ҡалды­р­ы­рға ынтыла, зам­ан­аһы шу. Кейәүебеҙ ҡы­ҙы­быҙ­ҙы ысынлап яраталыр, етәктәге ужым быҙауылай күҙ­ҙәренә генә ҡа­р­ап тора, һәр әйткәнен һүҙһеҙ үтәргә әҙер…

       Кибеттең ишек ауыҙында ауылдың арғы осонда улы, килене менән көн иткән, әле һикһәнен ҡыуалатҡан Маһибәҙәр ҡар-сыҡ күренде. Ул ике ҡатындың ауыҙға ауыҙ терәп ләззәтләнеп ғәйбәт сәйнәүҙәрен ишетмәгәндәй йы­шылып бөткән имән та-я­ғын туҡылдатып прилавкаға яҡынланы, сепрәк кәшелүгенән ҡалын лупалы күҙле­ген сығарып кейеп, күрәғара күҙҙәрен се-крәйтеп бер килке кәштәләге тауарҙарҙың йәр­лек­тә­рен күҙләне, улар­ҙ­ың ҡай­һы берҙәренең хаҡын хәтер­е­нә һеңдереп ҡал-ырға те­лә­гә­ндәй  бышылдап уҡы­ны ла хатта.

            – Ни кәрәк, ҡортҡа? - Сит кеше инеү һылтауынан шыпырт ҡына сығып ҡасҡан әхирәтен ризаһыҙ ҡа­­­­­­р­ап оҙатҡан Ғә-лиә, төртәңләйһең ваҡытһыҙ, ҡамасаулап, тигән ҡиәфәттә тамаҡ төбө менән екерҙе.

            – Ни кәрәк, тип, шул, әйләнгән һайын тотонолған тоҙ-шәкәр, шырпы артынан килдем.

            – Килһәң ал, нимә торонбаштай һерәйҙең?!

            – Улайтып этеп алып барма, бисмиллаға индем бит әле. - Ҡарсыҡ дорфа мөғәмәләне ишетмәгәндәй һәүетемсә һораша бирҙе. - Күптән күҙгә-башҡа күренгәне юҡ, бейемең ни хәлдә?

            – Һау! - Бурҙай эт абалағандай яуап ишетелде.  

            – Һай, эшһөйәр булды ла һуң Сәбилә әхирәт, ире Фазлетдин менән йәнәш төшөп, яры­ш­­ып бес­ә­нен дә сапты, кәбә-нен дә ҡойҙо, бынан етмеш саҡрымдағы  Күркәтауҙа айлап ҡуна ятып, ҡул бысҡыһы менән ҡа­р­ағайын да йыҡты, колхоз өсөн утын-әрҙәнәһен дә әҙерләне. Ир-ат башҡарыр ауыр хеҙмәт йәштән елкәһен баҫҡас бирешмәй ҡайҙа ғына барһын?! Һау, тиһ-ең дә ул, уның ауы­р­ып торғанлығын ишетеп, белеп йөрөйөм, ейән-ейәнсәрҙәргә тыша­лып өйҙән сығып бу­ламы, әйтәгүр. Онотмай минән сәләм күндер, сулала барып сығырмын.

– Киләм, тисе, йонсома улайтып, һеҙҙең остан беҙгәсә күпме ара?! Һин түгел мин әле эшкә килеп ҡайтҡансы арманһыҙ булам.                

   Маһибәҙәр нурһыҙ, тоҙ төҫө ингән күҙҙәрен ҡабаттан тирә-яғына йүгертте:

        – Тауарҙарыңа йәбе­ш­тер­е­лгән хаҡтар, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәрҙ-әй көнләп түгел, сә­ғәтләп арта инде әллә. - Һатыусының теләкһеҙ ҡабул итеү­енә, тарһыныулы тызырайыу­ы­на ҡы­лъ­яйманы ла, әң­гәмәһен икенсе юҫыҡҡа йү­н­­әлт­те. - Кө­ндө әйт­әм, би­ге­рәк ҡыҙ­­ҙыра, өтөп алып бара. Яҙ башынан ямғыр осм­о­т­он күр-мәне тереклек, ағас-ҡы­у­аҡ һул­ып, үл­­ән-ҡыяҡ кибеп бөттө, ер өҫтө ҡыҙған та­ба менән бер. Әү­ә­ле иртәле-кисле Һаҡмар өҫ­т­өн ҡу­йы томан яба торғайны. Көн һайын Аҡтау түңенән ауылды күҙләүҙе ғәҙәт иткәнмен, бөгөн ир­­т­­әнсәк шунда күтәрелгәйнем уйһыулыҡтарҙа аҡ шаршау түгел шәүлә иш-ара­ты ла күрен­м­әне, тимәк йылға ла һай­ыға бара. - Бөрсөк-бөрсөк тир йы­л­т­ыраған йыйырсыҡлы ма­ңла­йын усына йо­м­ар­лаған ҡулъяулығы ме­н­ән ҡоротоп әй­ткән­дә­рен дө­й­ө­мләштерҙе - Әҙәм балаһы ла аҙ­ҙы, тәбиғ­әт тә сама бе­л­м­әй шашты… Ҡиә-мәт көнө еткәнме ни, ҡайҙа ҡарама эшһеҙ тинтерәгән һәүеректәр ҙә эс­ке­­се­ләр, баҫыу­ҙарҙа ашлыҡ урынына ша­­й­тан таяҡтары һе-рәйгән, күкте лә, ерҙе лә ҡара си­­ңерткә тубы яп­ҡ­ан, ҡырғын яуы килә, тиерһең…

            – Ерле-юҡҡа һүҙ сыбалтаһың, һинең ни хәсрәт, буштан-буш килгән пинсең-де кимереп тик ят, малым юҡ ҡурала, ҡайғ­ым юҡ буранда, тигәндәй башҡаларҙа эшең, хәсрәтең булмаһын!

            – Ул пинсейә тигәне шул итһеҙ енсек һөйәге менән бер, кимерәһең - тәғәме телгә йоҡмай. - Шау тарамыш та һөйәк-кә ҡа­л­ып өҙлөкһөҙ дерелдәгән ҡулдағы теге кәшелүктә тим­ер тиндәрҙең сылтырауы ишет­е­л­де.- Бөгөн бер кемдең бер нимә-лә эше лә, ғәме лә, ҡайғы­һы ла юҡ. Һәммәһенә ҡул һелтәп ҡараған бошмаҫ йәнгә әүерелдек, шу­ға тәбиғәт беҙҙән үс алып пәрей туйын бейетә… Туй, тигәндәй, һеҙ ҙә ҡыҙ бирәбеҙ тип, ҙурҙан ҡубып, йы­й­ы­н­ып ятаһығыҙ икән, тип ишет­кә­й­нем?

   Урынһыҙ сағыштырыуға турһайған Ғәлиә килделе-киттеле һөйләшеүен да­­уам итте:

            – Атаҡ-атаҡ, пәрей туйын нишләп беҙгә килтереп һыланың әле, унда беҙ­ҙең ни ҡыҫылыш? Күреп тороғоҙ, туйҙың бынамын тигәнен, башҡаларҙың ынтылып та хәленән килмәгәнен үткәрербеҙ әле!  

            – Шулай ғына була күрһен инде, килен, юғиһә ҙур йыйында төрлө хәлдәр ҙә йыш ос­рап ҡуйғылай, ҡырҡ ата балаһы, ете-ят кешеләр бер урынға йыйыла ни ти-һәң дә. Ҡыҙ баланың тү­р­к­ендә­ге тормошо шулай ҡыҫҡа ғына, татлы төш һымаҡ ҡы-на була шу. Оло йыйынға әҙерләнәһегеҙ ҙә ул, әйттереү йолаһын атҡарҙығыҙмы, бата уҡыттығыҙмы?

            – Иҫкелек ҡалдығына йәбешеп ятыу нимәгә? Һөйләштек-килештек!

– Никах бит ул ҙур яуаплылыҡ, уның ҡанундары ерҙә түгел, күктә, Алла ҡа-шында әшкәртелә… Үҙегеҙ ҡарағыҙ әләйгәс, мин ни әйттем дә бөттөм…Ҡайһы яҡ­тарға юлла­на Йәмилә ҡыҙым? Кей­әү баланың исеме нисек?

            – Йәмилә булырға фермалағы әсегән һөт еҫе һеңгән һауынсы түгел бәпесем, ул тиҙҙән ҡалалағы юғары уҡыу йорто­ноң иканамическийын бөтөрә. Эмилия  бо-ронғо гректарҙан кил­гән дан исем бик беләһең килһә!

            – Ҡаф тауы артынан килгән грек исемен ҡушҡансы үҙебеҙгә хас матур исемдәр бөткәнме, Йәмилә булғас Йә­м­и­лә ин-де! - Маһибәҙәр ҡарсыҡ үҙенекен тыҡыны һәм баштағы һорауына яуапты асыҡ ишет­е­ргә те­ләп, яҙып ябынған яулығын бер яҡҡа һыпырҙы ла, әле ишетеү һәләтен бөт­өнләй үк юғ­­­­­алтмаған ҡолағына шау тарамыш ҡул осон ялғаны.

– Ҡабатлап һорайсы, бөтәһен дә әле генә ишетеп торҙоң да. Гурытҡа китә ҡы­ҙым, үәт! Ҡоҙабыҙ Иван булғас улының минең абышҡаның исемен йөрөтөп Ғәлиулла бу­лмаҫы билдәле. - Иренә лә ыңғайы бер ҡылыҡһырлама яһаны. - Хә­йер, Ғәлиулла атлылыр кәүҙәләре уҫлаптай, төҫ-башҡа дастуйын булһалар ҙа ғәҙәттә йыуаштар. Ә йыуаш, баҫалҡы ке­ше баш­л­ыса мә­к­тәп тир­ә­һендә йө­рөүсән. Иремде мат­ематика уҡытыуынан саҡ айыр­ып алып сауҙаға борҙом бит, юғи­һә һаман да шунда дәр­естәр уҡытып, төндәр буйы дәф­тәр тик­ше­реп, план төҙөп ме­йе се­ретеп ҡартайыр, шунан кәкерәйер ине әле.

            – Йүнле уҡыу эләкмәһә лә Фазлетдин дә зиһенле, отҡор ир ине, шуға ла бит һуғыштан һуң ауыр йылдарҙа колхоз рәйесе итеп һайланылар үҙен, ары силсәүит башлығы ва­з­и­фаһында ауылдаштарына күпме игелектәр эшләне, йәне йән-нәттә булғыры. Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй Ғәлиулла улым да үтә шәп уҡытыусы булды, килеп тороп ба­лаларҙы, ә балалар уны яратты, хеҙ­мәтен ауылда ғына түгел, районда, хатта республикала бел­деләр һәм баһаланы­л­ар.

            – Белһәләр һуң? Баһалауға килгәндә лә һанһыҙ шөһрәт ҡағыҙҙарына күмеп, тү­ш­­енә атлишник значо­г­ын тағып алд-аштырыуҙан ары китмә­не­ләр. Уның, ташҡа үлсә­йем, ашау-эсеүҙән дә ар­т­маған эш хаҡына ҡарап ултырһаҡ фәҡ­ир­лектән әл-лә ҡасан ая­ҡтарыбыҙҙы һуҙыр ин­ек, билләһи. Хәҙер исмаһам тауар ташып кө­н­дәрен үткә­р­һә лә ғаиләгә күпме файҙа килә. Ул ташый, мин һатам, ил­лә төп ауырлыҡ ба­р­ыбер  килештереп сауҙалашҡандың иңенә төшә. Ғәлиулла юғары белемле математикмын, ти­һә лә ҡара хисап-шут­л­ауға маһирлығы самалы, диб­ит-кр­иҙит тигән төшөнсәне, алыш-биреш хә­й­лә­л­әрен, һатыу өлкәһендәге финанс серҙәрен белмәй, оң­ҡот, уға ҡалһа тот­ошон бер юлы бисплатны та­р­а­тырға әҙер. Ғаиләбеҙ мөл-кәтен дә теүәл, бөтөн итеп мин тотам бит ул, юғиһә һәммәһе тырым-тырағай китер ине. - Ҡар­с­ы­ҡ­тың һуңғы биргән һор­ау­ын әле генә иҫенә тө­шөрҙө шикелле. - Кейәү бала­ның ис­еме Әликсәй Иванович, беҙҙеңсә яб­айлаш­ты­р­ып әйтһәң Алүшә була!

            – Ләхәүлә, - тип һуҙҙы тешһеҙ ауыҙын мөйтәңләткән Маһибәҙәр ҡарсыҡ, - Иван мен­ән Мария, Алёша, тигәс, үҙебеҙ-ҙең милләт менән туғанлашмайһығыҙ була, әләйгәс? Төшөндөм хәҙер, бына ни өсөн бата уҡытмағанһығыҙ икән…

            – Милләт, тел айырған быуат күптән үтте, хәҙер хөрриәт, кем кем­гә теләй шу­ға өйләнә һәм кейәүгә сыға! - Аҡлан-ғандай теҙеп китте. - Әйҙә, ауылдың те­ге осонан тө­­ш­­­әйек әле: Һыҡмыр Ғәлим­йәндең ҡыҙы чеченға кейәүгә сыҡты, Бүкән Әхмәттең ма­­л­а­йы хахлушканы кәләш­лек­кә алған, тип ишетелә, Бызмыр Зиннурҙың төпсөгө әр­м­ә­н­ме, әллә грузинмы, шурт-ым белһен, шуның менән көн итә. Хисаплай китһәң беҙҙең ауылда ғына ла пулный интернац­ио­н­ал! Ошонан аҙаҡ беҙ кем-дән кәм?!

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас