

Олатайлы булмаһам да, өләсәйле бала сағым хаҡында күп тапҡырҙар яҙғаным булды инде. Берәү генә булһа ла, берәгәйле булған өләсәм, үҙенән һуң иҫләрлек әллә күпме хәтирәләр ҡалдырған. Бөгөн олатай һәм өләсәйҙәр көнө тиҙәр. Шул уңайҙан яҡындарым хаҡында бер нисә иҫтәлекте яҙып китергә теләйем. Ятҡан урындары тыныс, йәндәре йәннәт түрҙәрендә булып, исемдәрен телгә алғаныма риза ғына булһындар инде.
Өләсәй менән муйылға бара торғайныҡ. Зыярат янынан үткәндә ул аят уҡый, мин тыңлап барам. Ҡәберлектәрҙәге йондоҙ һәм ай тамғалалары ни өсөн ҡуйылыуы ҡыҙыҡһындыра ине мине. Һорай торғайным : "Өләсәй, төнөн үлгәнгә ай ҡуйғандармы ул? Ә йондоҙ нимәгә?"
Ул аңлата торғайны. Баҡтиһәң, йондоҙ тамғаһы мәрхүм кеше коммунист , ә ай мосолман булғаны өсөн ҡуйыла икән. Зыярат тирәһендә яңғыҙ йөрөгәндә ҡурҡһаң ошо доғаны уҡы тип ҡағыҙға ҡыҫҡа ғына сүрә лә яҙып биргәйне. Мәңгелек йорт тирәһендә генә түгел, ҡайҙа ҡурҡам шунда эстән уҡыным мин ул доғаны, хатта бала табыу йортонда ла. Иптәш һымаҡ булды, ысынлап та, еңеллек тойола ине.
Көҙ етһә мал тыуар юғалтып өләсәйгә ноҡот һалдырырға килә торғайнылар. Ауылдан ғына түгел, тирә яҡ ауылдарҙан да һорашып эҙләп киләләр ине. Ят кешеләрҙе һорашып, зат ырыуын белешеп, Этҡолда кемдәргә сыбыҡ осо туған булыуын да һорашып ҡала торғайны өләс. Ә өләсәйҙең ноҡот ташын һәр ваҡыт мин ярып ашап бөтә лә ҡуя торғайным))) Сөнки улар өрөктән инеләр.
Ҡапыл ғына кешеләр килеп инеп ноҡот һалыр кәрәк булһа, шифонерҙы бер ике болғап ҡарай ҙа, ҡана картуф ҡына турап һалайым да ҡуяйым, ти торғайны. Өрөгөн ашағаныма мине һис ҡасан әрләмәне. Өләсәйҙең ноҡот ташына йәлсемәүен белеп бер апай Ташкент яғынан матур ғына йомро таштар алып ҡайтып бирҙе. Күкле йәшелле генә таштар ҡарап тороуға хас та кәнфит инде! Ышаналмай ауыҙға ҡабып тешләп тешләп һала торғайным. Оҙаҡ ҡына алып йөрөнө ул ошо таштарын. Аҙаҡ әллә юғалтты, сейә һөйәгенән дә ноҡот тартҡанын иҫләйем.
Ҡарап ултырып үҙем дә ноҡот тартырға өйрәндем. Тик уҡый белмәнем серле таштарҙы. "Күңелеңә бирмәһә, көсләп уҡыуҙан файҙа юҡ",--ти торғайны өләс. Өйрәтеп тә маташты, файҙа булманы.
Гәзитте ауыр уҡыны, уның ҡарауы ғәрәпсә яҙылған китаптарын шыбырҙығы сығып һеүләтә ине. Ул алфавитты ла өйрәтеп маташты. Еңел генә бит ул, һеҙ уҡыған китаптан та рәхәтерәк өйрәнеүе ти торғайны. Әлеге лә баяғы шул күңелемә бирмәгәнде өйрәнә алмағанмын инде...
Ҡәҙер төнөн һаҡлай торғайныҡ өләс менән. Миңә ул һөйләгәндәр ҡыҙыҡ, әкиәт һымаҡ. Ысын булһа ҡалай ҡыҙыҡ инде, төнөн күк йөҙө асылды күрҙегеҙме, ә мин күрҙем тип класташтарға һөйләрмен тип хыялланып тәҙрә яҡтауына баш терәп төнгө күк көмбәҙен күҙәткәнем бөгөнгөләй хәтерҙә.
Тик ятма, эстән теләк телә, белгәнеңсә сүрә уҡы, теләгең изге булһа тормошҡа аша ти торғайны.
Бер нисә аятты яттан белә инем, эстән генә уҡып теләк теләнем.
Ышанаһығыҙмы юҡмылыр, әммә шунда теләгән теләгем тормошҡа ашты. Хоҙайыма, мине өйрәткән өләсәмә мең рәхмәтлемен шуның өсөн.
Өләсәй ниндәй теләктә Ҡәҙер төнө һаҡлағанын ғына һорашырға башым етмәгән. Ул йәшермәҫ ине, моғайын да әйтер ине.
Ә бер төндә мин, өләсәйҙең бер нисә йыл ҡырҙа хәбәрһеҙ йөрөгән улына (ағайға ) ясин сығарғанына шаһит булдым. Тере түгелдер, бығаса исмаһам бер тауыш тыны булыр ине, кем ҡәҙерләп ерләгән тиһең уны, ҡәбер тыныслыҡтары тапмай ятмаһын тием тине. Ә ул ағай тере булып сыҡты. Бәлки өләсәйҙең доғалары уны һаҡлап йөрөткәндер, кем белә...
Түрбашта тыз быз килеп талашып та китә торғайныҡ. Бигерәк ҡатыһың, берәүҙең һыҡраһын һарғайтырһың инде ти торғайны. Һыңғар күҙе етә күрмәгәс шәкәргә маный ярмаһы ауҙарып китә торғайны, йә тоҙ һауытына шәкәр ҡойор ине. Кәстрүлдең эсенә ҡоймай тышына һыу борор ине. Иҙәндәге әрмәк осона эләгеп һауыт һабаһы менән ҡолап китһә лә юрамал ҡылана тип уйлай торғайным. Минең күргәнде күреп, минең йәшемә етһәң, һин нисек булырһың икән ти торғайны үпкәле генә. Хәҙер үкенәм, өләсәм юрамал ҡыланмаған икән...
Балаларымдың олатаһы - ҡайным да, бар ине олатам тип һөйләрһегеҙ мин үлгәс тине лә йөрөнө. Уҙған йыл ҡоролоҡ булғас бесәнлек ере өйрәтәм тип ингән инде, Алтынбайҙа оло ҡарағай аҫтын сабығыҙ, ун күбә төшә ул, ти ҙә ҡабатлай. Үҙе ишетмәгәс, беҙҙең ул ерҙе күптән сабыуыбыҙҙы аңламай. Оло ҡарағай тигәне ҡайһы ерҙер, мин белмәйем, иптәшеп аңлай икән. Баҡтиһәң, бесәнлектәрендә ориентирҙы улар бала саҡтан Оло ҡарағай, Ҡаратал, Саталыҡайын исемле ағастарға ҡарап алалар икән. Ҡайным мәрхүм булғас, атай һөйләгән оло ҡарағай ошо ул тигәс иптәшем оло ҡарағайға иғтибарым артты. Йыуан ҡарағайҙар бихисап та, иң олоһо ғына ул икән...
Картуфлыҡта картуф алғаныбыҙҙы шым ғына килеп кәртә буйынан ҡарап торор ине гел. Баш баҫып йөрөп күрмәйбеҙ ҙә, бер саҡ аңғарып ҡалып һаулыҡ һорашһаҡ: "Ырҙынға бәрәкәәәт, балалар",--тип ҡысҡырып ебәрер ине. Кәтмән итеп куфайкыһы кеҫәһенә картуф тултырһаҡ, һаран, өс бөртөк кенә бирә, тип көлә торғайны. Мәрәкәсел булды.
Быйыл картуф сүпләгәнлә ошо йыл да ҡабатланған күренештең быйыл юҡлығына күңел бошондо...
"Беҙ һәнәккә сәнсеп бесән ташыйбыҙ, олатай күбә башында йырлап тора. Эй күңелле булғайны шунда бесән эшләүе"- тип хәтерләй малайҙарым олаталары менән күбә күбәләгән саҡтарын иҫләп. Малайҙарым эшкинде тип ҡыуанып йөрөгәндер инде ҡайным...
Үлгән өсөн генә телгә алып китмәйем өләсәм һәм ҡайнымды. Әле ғүмер һүткән ҡәйнәмде һәм әсәйемде мөмкин тиклем ҡәҙер итергә тырышам. Өләсәм әйткән "һин ҡатыһың" тигән һүҙен иҫкә алам да, тырт-мырт әйткән һәр һүҙем артынан күңелдәрен күрерлек, улар рәнйемәһен тип һүҙ төҙәтергә тырышам. Оло кеше - сабый кеүек. Остоҡ ҡына йылы һүҙгә лә иреп китә, ҡыуана.
Бөгөн олатай һәм өләсәйҙәр көнө. Өлкән улым бәләкәй сағында өләсәһе мешок төбөнә шәкәр ҡойоп биргәне өсөн : "өләсәй, гел шулай аҡыллы бул" тип теләгән кеүек, мин дә һеҙгә олатай үә өләсәйҙәр, аҡыллы - тәүфиҡле, йор һүҙле, мөмкин тиклем йомарт ҡуллы булыуығыҙҙы теләп ҡалам. Һәм әлбиттә һеҙгә теләгән теләктәрҙе үҙемә лә ҡабул итеп, үҙем үлгәс балаларым: "Бар ине өләс",--тип һөйләүҙәрен теләйем.
Һаулыҡ барығыҙға ла!
МИҢЗӘЛӘ СИРҒӘЛИНА.