Әҙәби мѳхит
17 Октября 2021, 16:35

ТАПАЛҒАН ҺӨЙӨҮ

--Эй, улыҡайым, иҫән булһаң, бөгөн һиңә 12 йәш булған булыр ине,--тип иланы ҡәбер янында Альбина.

ТАПАЛҒАН ҺӨЙӨҮТАПАЛҒАН ҺӨЙӨҮ
ТАПАЛҒАН ҺӨЙӨҮ

--Эй, улыҡайым, иҫән булһаң, бөгөн һиңә 12 йәш булған булыр ине,--тип иланы ҡәбер янында Альбина.

Улы был донъяла өс көн генә йәшәп өлгөрҙө. Әммә Альбина уны онота алмай, бына инде 12 йыл дауамында һәр көн уның тыуған көнөндә зыяратҡа килә. Ошо йылдар арауығында ниҙәр генә кисермәне йәш әсә.

18 генә йәшендә ғашиҡ булып, ата-әсәһенең ай-вайына ҡарамай, кейәүгә сыҡты ул. Тәүге ике йыл ниңәлер ауырға ҡала алмай йонсоно. Йонсоно тип әйтеү ҙә дөрөҫ булмаҫ, иғтибар ҙа итмәне ул, йәшлеге менән аңлап та етмәгәндер. Аҙаҡ ҡәйнәһенең, туғандарының һүҙ ташығанын, төрттөргәнен тоя башланы. Үс иткәндәйме, әллә бәхеткәме ул ауырға ҡалды! Бәхетенең иге-сиге юҡ ине! Туғыҙ ай елеп тигәндәй үтте. Тик сабыйҙың тыуыр көнө яҡынлашҡанда нимәлер булды, анализдар ҙа насар тинеләр. “Угроза” тигән булып дауаханаға ла һалдылар. Бала тыуыуын тыуҙы, йөрәге насар тинеләр. Альбина уларҙы ишетергә лә теләмәне, балаһының йәшәренә ышана ине. Тик өсөнсө көнөнә йән бирҙе сабый... Йәш әсә өсөн бөтә донъя ҡараңғыланды. Бала табыу йортонан буш ҡул менән сығыуҙан да ауыр тойғо булмағандыр...

Йәнбирҙе тип исем ҡушып, ерләнеләр баланы. Альбина көн дә тиерлек зыяратҡа барҙы. Ире ҡайғыһын араҡы менән “йыуҙы”. Альбинаны ата-әсәһе алып ҡайтып, өгөт-нәсихәт уҡып, тынысландырып, зыяратҡа йөрөгән юлын кәметтеләр.

--Ҡыҙым, йәшһең бит әле, булыр сабый һөйөр мәлдәрең дә, бөтөрөнмә улай, улай ныҡ ҡайғырһаң үҙең ауырыу булыуың ихтимал. Тыныслан! Һап-һау балалар табырһың, әллә нисәүҙе табырһың әле,--тине әсәһе. Ун бер балаға әсәй булған, өсәүһен ер ҡуйынына биргән өләсәһе лә шул һүҙҙәрҙе ҡабатланы: “Булыр, бәхетең алда әле”.

Зыяратҡа юлын кәметте, тынысланды. Тик ваҡыты-ваҡыты менән ике туған һеңлеһе Зөһрәне эйәртеп барғыланы ул. Зөһрә менән бәләкәйҙән игеҙәк һымаҡ уйнап үҫтеләр, улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торалар. Альбинаның ҡайғы-хәсрәтен ул ғына ныҡ аңлай һымаҡ ине...Шуға Зөһрәнән ул бер нәмәһен дә йәшермәне...

Бер йылдан Альбина йәнә ауырға ҡалды. Тәүгеһендәге һымаҡ тыныс йөрөмәне, борсолдо, табиптарға йыш барҙы, ниндәй генә витамин-дарыу яҙһалар ҙа эсте, хатта барыһы ла яҡшы булыуға ҡарамаҫтан, дауаханаға һалыуҙарын һорап, үтенеп ятҡылап та сыҡты. Улы тыуҙы! Бәхеттең етенсе ҡатында ине ҡатын. Шөкөр, быныһын күк таҫмалы юрғанға төрөп, күтәреп сығырға тура килде бала табыу йортонан... Ҙур гөлләмә тотҡан ире ҡаршы алды. Барыһы ла яҡшы ине.

Йоҡоһоҙ төн, тынғыһыҙ көндәр башланды. Әммә Альбина һис зарланманы, үҙен иң бәхетле әсә итеп тойоу уға оло кинәнес бирә ине. Тик бына ире генә үҙгәрҙе. Өйҙә һирәк күренгеләне, төндәрен, йә таңға ғына ҡайтыр булды. Альбина тыныслығын юғалтты. Ир сер бирмәне, йә эштә тотҡарланам тине, йә дуҫтары менән булыуын әйтте... Артабан да иренең ошо әкиәттәренә ышанып йәшәгән булыр ине әле, әгәр хәбәр еткермәһәләр... Хәбәрҙең дә ниндәйе бит әле! Уның ире Зөһрә менән осраша! Эйе, эйе, ике туған һеңлеһе Зөһрә менән! Альбинаның был хәбәрҙән күҙ алды ҡараңғыланды. Үҙ ҡылығы өсөн үҙе яуап бирерлек хәлдә түгел ине. Машинаға ултырып, ҡайһы юлдан Зөһрә йәшәгән йортҡа барып етеүен дә иҫләмәй ул. Зәкиә апаһының (әсәһенең һеңлеһе, Зөһрәнең әсәһе):

--Етер, Альбина, етер, үлтерәһең бит,--тип яу һалып илауына “уянып” китте.

Эйе, ул Зөһрәнең сәсенән һөйрәп йөрөп туҡмаған, этә төрткән, типкеләгән.

Уларҙың һуғышҡанын күргән бер кем дә ҡасандыр был ике ҡыҙ бер һауыттан ашап, бер карауатта йоҡлап үҫкән ике туған ҡыҙҙар тип һис уйламаҫ ине.

Альбина алты айлыҡ сабыйы менән айырылды. Ата-әсәһенең ярҙамы, үҙенең сослоғо менән улын аяҡҡа баҫтырҙы. Улына бөгөн 10 йәш. Ә ер ҡуйынында ятҡан улына 12 йәш тулған булыр ине...иҫән булһа...

Тормош дауам итә.

Шуныһы ғына үкенес: Альбина башҡа кейәүгә сығам тип ауыҙ ҙа асманы. Һоратыусылар булды, тик йөрәге туңған уның, ирҙәргә ышанысы ҡалмаған. 18 генә йәшендә бар донъяны аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа сорнаған һөйөүен ергә һалып тапанылар бит...

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас