Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
14 Октябрь 2021, 18:37

Ҡәһәрле көндәр. (Алтынсы киҫәк. Дауамы бар.)

        Оҙаҡ торҙо баҫҡан ур­­ынында ҡатып, күҙ алдынан Та­ң­атары мен­ән йәшәлгән йы­л­дар кин­о­кадрҙар­ылай ағылды. Тағы ла яб­алаҡлап ҡар яу­­ырға тотондо ла тү­мәләс­те аҡ ҡоса­ғы­на алды. Ҡәнәферҙәр, ут­тай янған ҡән­әферҙәр шул аҡ­лыҡҡа кү­м­е­лергә те­ләмәй те­ре ҡуҙ­ҙай көйрәп яндылар ҙа яндылар…  

Ҡәһәрле көндәр. (Алтынсы киҫәк. Дауамы бар.)
Ҡәһәрле көндәр. (Алтынсы киҫәк. Дауамы бар.)

         Иртәнсәк ҡорғанды тартып тәҙрә аша тышҡа күҙ атты: өй ҡыйыҡтарын, ҡаршы­л-ағы балалар майҙансығын, төнгөлөккә ҡалдырылған маш­и­наларҙың башын, трот-уар­ҙы ма­мыҡтай ап-аҡ ҡар япҡай­ны. Бар тирә-яҡ пакланып, сафланып киткәндәй. Күңелен яҡты уй йыбырлатты: «Та­ң­ат­а­ры изге күңел­ле, ярҙамсыл кеше ине, ана бит, Хоҙ­ай Тә­ғәлә уға аҡ кәф­ен­ен әҙер­ләп тә ҡуйған…» Аш бү­лмәһенә үтеп газ плитәһендә сә­йнү­ген ҡайнатып алды, аш­ағы­­­һы ки­л­­мә­һә лә шулай тейеш булған-лыҡтан өҫтәленә ри­­­­зығ­ын теҙҙе. Уңарсы иш­екте дөбөрҙәттеләр, һиҙемләүенсә үксә менән типтеләр шик­елле. Ин­­еү­се икәү рөхсәт тә һорап тормай арҡыры баҫ­ып төп яҡҡа үттеләр. Ҡураныс кәү­ҙәле, өтөрөй сәсле, өркәк ҡарашлы йә­ш­ерәге кәф­енгә төрөлгән һынды шәйләгәс тә шы­м­та­й­ып зал­дың мөйөшөнәрәк тарт­ыл­ды, ҡулын ҡа­у­шырып арҡыры баҫҡан өлкән­ер­ә­ге ҡыл­ъяймай ҙа битараф ҡиәфәттә мәғәнә­һеҙ һор­ау­ын ҡат­ты:

            – Ваш покойник к транспортировке готов?

            – Әйткәнеңде аңлап етеңкерәмәнем бит әле, балам.

   Аң әҫәре сағылмаған та­шбыҡ күҙҙәрен секрәйткән мәнеһеҙ әҙәм аҫтары сей­лән­гән ос­ло танауын ыуып, ҡутырлы ирендәрен ҡул һырты менән һыпырғандан һуң әйткә­ненә аныҡлыҡ индерергә теләп әсе сыйыл­даны:

            – Мәйетте ерләргә өлгөрттөңмө, ҡортҡа?

            – Әҙер, тип хәлемдән килгәнсе тәрбиәләнем инде…

            – Беҙ ҙә ҡара таңдан һинең проблемаң артынан йөрөйбөҙ. Администрация по­з­вонила коммунальщикам, они - нам, короче, эт эткә, эт ҡойроҡҡа инде. Соҡор…

            – Ҡәберҙер? - тип ҡабаланып төҙәтте Нурбикә.

            – Какая разница, әйҙә һинеңсә итеп әйтәйек, сүмесле трактор табыуға, ҡәбер ҡаҙ­ҙы­ртыуға әллә күпме аҡса китте, хәҙер бульдозерын хәстәрләнем. Так что, с тебя при­ч­итается кругленькая сумма. - Күҙ ҙә йоммай хаҡты бескән Өлкән шулай тине лә нәф­се ҡарашын залдың тү­ренә эленгән орден-миҙалдар тағылған пинжәккә атты.

   Нурбикәнең ғәме был мәлдә икенсе нимәгә йүнәлгәнлектән ҡабаланып һорай һал­ды:

            – Эттергес менән күмергә ирем емтек түгел дә инде.

            – Бабуля, твоего старика можем похоронить как царя, были бы деньги. - Ҡаҡ­ашып ҡатҡан болонья курткаһының замогын ысҡындырып ебәреп үрле-ҡырлы йөр­өп алған һөмһөҙ ир, йүгерек һирпелеп ҡабаттан пинжәк яғына ҡарап алды.

            – Әҙәмсә ерләйек инде, улым, - көнө ошондай әтрәгәләмдәргә ҡалһа ла әҙәпле үтенде, - ләхет таҡ­таһын хәстәрләгеҙ, өҫтәп ерләүсе кешеләр та­бығыҙ.

            – Айн момент! – Теремекләнгән  Өлкән өҫтәл артына ултыра һалып, түш кеҫ­ә­һе­нән блокнот, авторучка сығарҙы ла  иҫ­әп­ләргә керешеп китте. - Ярай, таҡтаны ком­му­нальщиктарҙан алырбыҙ, улары ла бушлай түгел әлбиттә. Живые цветы, то есть, тере сәскәләр кәр­әк­ме?

            – Кәрәк. Ул сәскәләр яратты. Раузаларҙы алығыҙ.

            – Вижу, бабуля, ты щедрая! - Маҡтап алды. - Күрәм, ирегеҙ ветеран, - пинжәк яғына баш ҡаҡты, - имею вви­ду участник войны.

            – Эйе, ябай һалдаттан әфисәргә тиклем үрләп, Мәскәү янынан Берлинғаса һуғ­ыш юлын үткән кеше. Ауылыбыҙҙа, районда абруй, хөрмәт ҡаҙанған ветеран ине ул. Шуның өсөн бит ошо фатирҙы бүләк иттеләр.

     Мөйөштәре дымланып күгәргән тө­ҫһөҙ стеналар, рамдары сереп салшайған, быял­а­ла­ры ҡоршалып бөткән тәҙ­рә­­ләр, ярыҡтары белен­еп, баҫҡан һайын әсе шығырҙаған иҙән һы­нам­ы­ш­лы күҙҙән үткәс ки­нәйә­ле һы­ғ­ымта яһ­алды:

            – Слов нет, за свои заслуги старик получил сполна! Пенсияны ла министерский түләгәндәрҙер әле?

            – Шәкәр-сәйгә еткәс шөкөр итеп йәшәнек.

            – Вот видишь, как страна печется о своих героях. От гордости слезы на­вар­а­чи­ва­ются в глазах. – Өлкән әрһеҙ ҡи-әфәтен хәсрәтләндереп маташты ла эргәһендәге теге Ҡуранысҡа ху­жаларса йомошон ҡушты. - Ты че стоишь как прип­ад-очный придурок, бар, ерлә­ш­ергә брат­ельник­тарыңды эҙләп тап. Хаҡын после выполнения заказа сам скажу. - Те­­геһе ты-ңлаусан малайҙ­ай еңел баҫып сығып киткәс дауам итте. - Ҡа­ртыңдың ҡәбе­ре өҫтөндә залп бирҙе­р­еү воен­ко­м­аттың компе-тенция­һы, уға тығ­ы­ла алмайым. Әйт­кән­дәй, бабайығыҙҙың үл­е­ме хаҡында уларға хәбәр иттегеҙме?

            – Нимәгә ул?

            – Похороны ветеранов обязаны организовать они. Зря этого не делали, да ла­д­но, мы сами как - нибудь. - Башҡараһы мәшәҡәттәрен ҡағыҙға ары теҙҙе:

            – Александров исемендәге армия ор­кестрын саҡыртыу ҙа ҡим­мәткә төшөр, но местный духовой оркестр мо­­гу соор­удить, организовать!

            – Нимәгә ул оркестр?

            – Ну, чтоб чин чином было: классно, красиво, весело…

            – Кеше ерләгәндә нимәгә ул шайтан туйы?

            – Все молчу, ато по шею получу. Гроб кәрәкме?

            – Беҙҙең халыҡты бит икенсерәк ерләйҙәр.

            – Улайһа ҡайһылай итәбеҙ?

            – Тигеҙ, матур итеп йышылған, ҡушарлатып ҡатылған таҡта табығыҙ. Уныһы ла ҡәбер янына алып барғансы ғына...

            – Булды! - Өлкән яҙғандарын хисапларға керешеп китте лә баҡыр күҙҙәрен хә­й­ләкәр ҡыҫып түңәрәкләгәнен әйтте.

            – Ундай аҡсаны ҡайҙан табырмын икән?

            – Әләйһә ниңә, лыбырҙауҙарың менән бер сәғәт буйы башты ҡатыраһың, көн те­ге техникаға, йәғни бульдозерға ҡала!

            ­– Үтенәм, эткес түгел, әҙәмсә ерләйек. Әйҙә, күпме аҡса бар, шуны бирәм.

            – Күпме инде?

     Нурбикә ҡарсыҡ йоҡо бүлмәһенә үтеп комодтағы йыуылған керҙәр араһынан ҡу­лъяулыҡ төр­гәген килтереп сығарып ҡалтыранған ҡулдары менән аҡсаны иҫәпләй ба­шлағайны ту­л­ҡы­н­ланыуынан буталды ғына.

       Артынан эйәреп сыҡҡан Өлкән аҡсаны тартып тиерлек алып ҡағыҙ һумдарҙы күҙ бәй­лә­ү­се ише ҡулдарында йүгертте:

            – Деньги, бабуля, любит счет, притом точность. Миңә һеҙҙең аҡсағыҙ кәрәк, ти­­­һеңме, ундайҙарҙан түгелмен, моя душа чиста как стеклышко! Тәк, бобуля, - иҫәп­ләгәс елкәһен тырнаған булды, - аҡсаң етеңкерәмәй бит, ярай, мин добрый кеше, үҙемдекен өҫтәрмен. - Ҡулындағын ҡабаланып түш кеҫәһенә йәшерҙе. - Будьте готовы, покойника будем выносить к обеду!

Төшкә ҡарай фатирға алам-һолам кейенгән бер нисәү килеп керҙе, ҡулдарында ал­дан хәстәрләп индерелгән, күгәненән һурып алынған ишек. Юғалып ҡалды:

       - Был, ни­мә?

       - Һуң аяҡ-ҡулынан тотоп сығара алмайбыҙ ҙа инде, - тип ҡабаландырҙылар тег­е­ләр, - һеҙҙән башҡа тағы ике урынды хеҙмәтләндерәһе бар!

       - Йүнлерәк башҡа нимә табыл­ма­­н­ымы ни?

       - Слушай, әбекәй, һинең менән церимониться итергә ваҡытыбыҙ юҡ тин­ек бит, ҡартыңды ерләргә теләйһеңме, әллә юҡмы?

       Ары ҡайымлашыуҙың фа­йҙ­а­һыҙ­лы­ғын төшөнгәнгә күрә башҡаса һүҙ көрәш-термәне, ашыҡ-бошоҡ кейенә һа­лып тыш та быш килеп тар подъезд әйләнмәләрендә теге ишек йоратын уңға һулға ҡайыр­ып тү­­бәнгә төшөүселәрҙең артынан эйәрҙе. Сәбәпһеҙ ҡурҡыуын еңә алмаған Ҡу­ран­ыс ошо мәшәҡәттәрҙе ойошторорға ты­рышып егәрле ҡыланып унда-бында йүгергә­ләһә лә төп эшкә ҡағылманы, ә Өл-кән осто-гүҙе юҡҡа сыҡҡайны. Тыш­та кө­ткән «Бе­ло­р­усь»тың тимер арбаһына алып сыҡҡандарын утын тейәгәндәй ашыҡ-бошоҡ уры­н­­ла­ш­тырҙылар ҙа уны трактор кабинаһына ултыртып ҡуҙғалдылар.

         Зыяратта уларҙы көтәләр ине инде. Биттәрен йөн баҫҡан, спорт кәпәсен күҙҙәренә ти­к­лем батыра кейгәне трактор килеп туҡтау менән алама, күреге тиш­ек хромкаһын ҡо­­ласлап һу­ҙып ни­н­дәйҙер иләмһеҙ кө­й­ҙө уй­нап ебәрҙе, уға тере һөлдәгә тартым, ҡол­ға буйлы кәлбе­р­ләк кәүҙәлеһе скрипкаһы менән ҡушылды, өс­ө­н­сөһө, пио­нер ойош­ма­һынан ҡал­ған барабанды муйынына элгәне, таяҡтарҙы дәртле бейетеп дөңгөр ҡағыр­ға тотондо. Хромка хужаһы әҙерәктән урынға тап килмәгән йырҙы моңһоҙ һуҙып ебәрҙе. Бүре олоуына тартым сыйылдауға кемуҙарҙан тегеләре ҡушылды:

                                       Шумел камыш, деревья гнулись,

                                       А ночка темная была.

                                       Одна возлюбленная пара,

                                       Всю ночь гуляла до утра...

        Нурбикә ҡә­б­ер си­­тенә баҫты ла насар төш күреп һаташҡан кешеләй бә­үел­­еп тик торҙо. Ас­арб­аҡ­тар, ты­­рыш­ып, ихлас эшләне. Барыһы ла тамамланғас Ҡу­ран­ыс ҡайҙандыр өс бөр­т­өк ҡә­нәф­ер сә­скәһе килтереп сығарып  түмәләс өҫтөнә һалды, үҙе ғә­йепле кешеләй мы­ғ­ы­р­ҙа­ны: «По­ч­е­му то сегодня розы не продают, ладно, потом при­несем…» Нурбикә әҙе­рләп ки­лтергән хәй­ерен өләште. Шуны ғына көткән төркөм йүгерә-атлай күҙҙән дә юғ­а­лды. Оҙаҡ торҙо баҫҡан ур­­ынында ҡатып, күҙ алдынан Та­ң­атары мен­ән йәшәлгән йы­л­дар кин­о­кадрҙар­ылай ағылды. Тағы ла яб­алаҡлап ҡар яу­­ырға тотондо ла тү­мәләс­те аҡ ҡоса­ғы­на алды. Ҡәнәферҙәр, ут­тай янған ҡән­әферҙәр шул аҡ­лыҡҡа кү­м­е­лергә те­ләмәй те­ре ҡуҙ­ҙай көйрәп яндылар ҙа яндылар…

       Ә Нурбикәнең ҡолағына Таңатарының моңло йыры сағылғандай итте:

                                       Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут күренә,

                                       Юлаусынан ҡалған бер күмер…

Автор:Хайдар Тапаков