АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
12 Октябрь 2021, 18:26

Ҡәһәрле көндәр. (Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)

   Кендек бауын эшкәртеп киҫеп баланы ҡулына алды ла, арҡаһынан еңелсә генә ҡаҡ­ҡылағайны теге нәҙек тауыш менән тызылдап та ебәрҙе.  Тағы шуға иғтибар итте, ба­ла­ның маңлай тап­ҡы­рының яртыһын һоро миң япҡайны...  

Ҡәһәрле көндәр. (Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Ҡәһәрле көндәр. (Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Сығып ҡапҡа ауыҙында көткән «Волга»ның арт яғына инеп ултырҙы. Ҡуҙғалып киттеләр. Һаҡалтай башҡаса һүҙ ялғаманы, ауыҙына һыу уртлаған да фаралар һәр­м­әп яҡтыртҡан юлға тишерҙәй итеп төбәлгән. Бер сәғәт тирәһенән алыҫта уттары бал­ҡыған ҡала күренде, мәгәр машина тау битләүен балҡытҡан нурҙарға сумырға телә­мә­не, йылға аша һалынған кү­п­ергә етәрәк һулға ҡайырылып тигеҙ рәттәргә теҙелгән коттедждарҙы теүәлләп кит­те лә шуларҙың ҡыҙыл кирбестән һал-ынған ике ҡатлыһы­ның тимер ҡапҡаһына килеп төртөлөп ту­ҡ­таны. Ниһайәт Һаҡалтайҙың ҡыҫылған дүрткел эйәге яҙылды:

            – Ошонда йәшәйем.

       Улар машинанан сығыуға ҡапҡа ауыҙында йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа сибек кәү­ҙәле үҫмер күренде. Ул йүгерә-атлай яҡынланы.

            – Тынысмы? - тип һораны Һаҡалтай.

            – Тыныс, тип… хужабикә… Ҡапҡаны асайыммы?

            – Юҡ. Әйҙәгеҙ. - Һуңғы әйтелгәндәр уға төбәлгәйне.

       Коттедждың беренсе ҡатындағы зал эсе зауыҡ менән йыһазландырылғайны: иҙ­әндә йомшаҡ келәм, түшәмдә тоноҡ янған, әммә бәлләүерен әллә нисә төҫтә бал­ҡыт­ып йыл­ҡы­л­­даған затлы люстра, ҡаршыла йомшаҡ мөйөш, ян-яҡта ҡыҙыл ағ-астан эшлә­н­­гән, эсенә ҡиммәтле вазалар урынлаштырылған шкафтар. Бөтә нимә урынында, ар­т­ыҡлыҡ, йә етешмәгәнлек күҙгә ташланмай. «Ә-ә-ә, аңлашылды, бы-на ни өсөн бая Һа­ҡ­­а­л­тай уларҙың өй эсен түбән­һетеп күҙәткән икән…» Бын­дай бай торлаҡҡа тәү тап­ҡ­ыр ингәнлектән юға­лыңҡырап ҡалып туҡталғайны йорт хужа­һы икенсе ҡатҡа кү­т­ә­р­ел­гән баҫ­ҡы­с­ҡа ымланы:

            – Ҡатыным унда, әммә эшкә тотонорҙан алда һеҙҙең менән ҡайһы бер нимәләр хаҡында һөйләшеп алаһы бар, кабинетыма рәхим итегеҙ. - Кимәленә шартын тап кил­тереп был еңел генә «һеҙ»гә күсте.

       Стена ҡырлауындағы кәштәләренә ҡалын китаптар теҙелгән, уртаға өҫтәл, уны тирәләп йо­мшаҡ ҡәнәфиҙәр ҡуйылған бүлмәгә алып инде. Урынына һеңеп ҡайҡайғас бер бы­уа һынап текәлде:

            – Бына күрҙегеҙ, - ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе, - һеҙ уйлағансы ҡурҡыныс кеше түг­ел­мен, әҙәмсә көн итәм.

    Сумаҙанын ҡайҙа ҡуйырға белмәй урынында тапанған Ну­рбикәгә урын тәҡдим ит­мәне хужа һәм ул ғына ла түгел уның барлығын онотҡан­дай сикәләрен ҡушуслап ой­оп киткәндәй итте. Тегеһе сабырһыҙланып һорарға мәж­бүр булды:

            – Миңә эшемде башларғамы?

            – Юҡ! - Шыбырҙап тиерлек әйтелгән тауыш ҡырыҫ һәм ҡырҡыу яңғыраны.  - Ҡа­баланмағыҙ. Тыңлағыҙ баш­та. Ҡаты­ным минән егерме йәшкә йәшерәк. Хата ебәр­ҙем был то­рмошта, хата… - Ошо ергә еткәс бирешкәндәй тештәрен шығыр-ҙатты. - Хи­с-тойғоларға алданып, аҡ­ыл түгел йөрәк ҡушыуына буйһоноп фәхишә-гә өйлән­д­ем. Йәнәһе лә гөнаһһыҙ сәскәне бысраҡ­лыҡтан аралайым инде.  Әшәкелек, хаяһыҙлыҡ, хашшаҡ киреһенсә үҙ­емә ки­леп һылашты. Кейәүҙә була тороп ҡатыным минең өҫтән йөрөп уйнаш иткән, ауырға ҡалды. Был беҙҙең мил­­­ләт өсөн ауыр гөнаһ ҡына түгел, ирҙе һанламау, уның юғарылығын түбәнһетеү ҙә. Элегерәк ун­дай һеперткеләрҙе башҡалар фәһем алһын өс­өн башта урам буйлатып йөрө-төп, һуңынан таш менән бәргесләп үлтергәндәр. Йәл, элекке заман түгел. Ҡыҫҡа­һы, хәҙ­ер төп бурысығыҙҙы еренә еткереп ба­шҡараһығыҙ, һәм ба­ла… үле кил­еш тыуа!

            – Ни…нимә тинегеҙ? – Көтөлмәгән бойороҡто аңламағандай тотлоғоп ҡалды.

            – Һеҙ яңылыш ишетмәнегеҙ, бала үле тыуырға тейеш.Ҡурҡмағыҙ, ҡалғаны ми­­­­­­­нең эш, кәрәкле, аҡларлыҡ документтар юллауҙы яйлармын. Әйттем бит, был бала уй­на­ш­­тан яралған зат.

       Тамам шаңҡыны Нурбикә, төшөрөп ебәреүҙән ҡурҡҡандай  ҡулындағы сумаҙа­н­ын һаҡ ҡына иҙәнгә ҡуйҙы ла быуынһыҙланып эргәһендәге ҡәнәфигә һаҡты.

            – Мин… мин… кеше үлтерә алмайым! Был… был… мөмкин түгел!

            – Уйнаштан яралған зат үҙен әҙәмгә иҫәпләй алмай.

            – Донъяға тыуһа тимәк ул кешегә әүереләсәк… - Көтөлмәгән бәләгә тарыуын ас­ыҡларға теләгәндәй ҡабатланы. - Мине ҡайҙан эҙләп таптығыҙ?

            – Эй, бер ҡатлы йән, әйттем бер тапҡыр, осраҡлы ел алып барҙы мине һеҙгә. Йә, ризамы, ошо эште еренә еткереп атҡарһаң ҡарт көнөңә ҡәҙәр мохтажһыҙ йәш­ә­р­һең. Үлтереүгә килгәндә, муйынын быуып тонсоҡтор, тимәйем дә баһа, тап яйын, һәм бөттө китте, һеҙ бит медицина хеҙмәткәре!

            – Ҡатынығыҙ алдында гөнаһҡа бата алмайым…

            – Өндәшмә ары. Беҙ, мосолмандар өсөн ҡатын ирҙең күләгәһе генә, шуға хаҡ мосолмандың ҡатыны фәҡәт ҡаранан ғына кейенеп йөрөргә бурыслы! Бер ҡатлы йән шул күләгәмде яраттым, уға ышандым… Ир булараҡ иң әүәл уй­наш­сыны үлтере­ргә тейешмен дә бит, ҡулым бармай. Зөләйхәһеҙ нисек йәшәрмен… һәм һатлыҡ йән менән ары нисек көн итермен, эш бына нимәлә. Ә теге, мине мәсхәрәгә ҡа­лдырған ир йораты язаһын алды, тулыһы менән алды. Үлтермәнем уны, бары ирлек сифаттарынан ғы­на яҙҙырҙым. Әйҙә бестерелгән үгеҙ фиғелендә ыҙаланһын ғүмере буйы. - Һаҡалтай бер аҙға ғына тынып ҡалды ла яралы йыртҡыстай ыңғырашты… - До­нъялағы иң ҡим­­мәт нимә тоғролоҡ, ул аҡсаға һатылмай!

            – Бая Гиппократ анты тураһында әйттегеҙ, эйе, бирҙек беҙ уны. Һәр медицина хеҙ­мәткәренең иң беренсе бурысы - ау­ырыу­ҙы үлтереү түгел, уға ярҙам ҡулын һуҙыу, ғазаптарын еңеләйтеү. - Миһырбанлыҡҡа, шәфҡәтлелеккә ҡайтарырға тел-әп өҫтәне. - Һеҙ бит дини кеше!

            – Эйе, дини! Изге китапта ла теләһә ниндәй гөнаһ, көфөр Аллаһы Тәғәлә тар­а­ф­ынан яз­аһын аласаҡ, тип яҙылған.

       Был мәлдә Нурбикәлә иҫен йыйып өлгөргәйне. Урынынан торҙо, күлдәк итәктәрен тартыштырҙы:

            – Төнгө ел һеҙҙе яңылыш килтергән, мин һеҙҙең йомошто үтәр кеше түгелмен. Хәҙер үк кире илтеп ҡуйығыҙ!

            – Килешә алманыҡ әләйгәс?

            – Юҡ!

            – Мәйелегеҙ… - Һаҡалтай урынынан ҡалҡты.

            – Һеҙ…һеҙ… минән үс аласаҡһығыҙмы?  - Баштағы янауҙы онота алмай һор­а­ны.

            – Ҡулымдан күп нимә килә тинем түгелме? - Һаҡалтай һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы.

       Шул мәлдә залда улай-былай йүгереп үткән аяҡ тауыштары ишетелде, береһе ка­б­инет ишегенә яҡынланы. Ҡабалан шаҡынылар. Һаҡалтай һиҫкәнеп китһә лә, ығы-зығының сәбәбен төшөнөп алды шикелле,  һыртын ҡуйҙы.

       Ҡара күлдәк кейгән, ҡара шәл ябынған урта йәштәрҙәге ҡатын күренде. Йөҙө борсоулы.

       «Тапҡан бит хеҙмәтсене лә. Торғаны шәүлә, күләгә… », тип уйлап ҡуйҙы Нурбикә.

            – Ниңә рөхсәтһеҙ индегеҙ? - Ҡапыл ҡайырылған  хужа ҡаштарын төйөп ас­ыу­лы екерҙе. Баяғы ише кәкес танау тартыша биреп ҡуйҙы - Күрмәйһеңме, миндә бит ҡунаҡ бар!

            – Хужабикәнең, ҡатынығыҙҙың хәле ҡырҡа насарланды. - Баҙнатһыҙ яуап иш­е­телде.

            – Насарланһа, бында минең ни ҡыҫылыш, бала табыу йортона алып барығыҙ, икенсе машина гаражда тора.

            – Мөмкин түгел, толҡаттың һыуы китте. Акушерканы бында саҡыртайыҡ. Зинһар…

            – Бар сыҡ!

      Ҡатын тауыш-тынһыҙ ғына баҫырға тырышып ишек артында юғалғас Һаҡалтай тишерҙәй итеп Нурбикәгә төбәлде.

            – Мин барыбер һеҙ әйткәнде эшләмәйәсәкмен! - Нурбикә баҫҡан урынынан ҡы­мшанманы.

            – Бар, туранан-тура бурыстарығыҙҙы башҡарығыҙ. Шуның өсөн алып килдем бит!

            – Баланы ҡабул ғына итәм…

            – Ни сәбәптән юлыҡтым әле һеҙгә?! Теләһәгеҙ ни ҡылығыҙ, тик мине тыныс­л­ыҡ­та ҡалдырығыҙ берүк! Үт­е­н­әм… - Һаҡалтай ярһы­ған үгеҙҙәй үкерҙе лә арты ме­нән боролоп ике ҡолағын томаланы.

   Икенсе ҡаттағы йоҡо бүлмәһендә йүгергеләгән теге, хеҙмәтсе-күләгә кәрәк-яр-аҡты әҙ­е­р­ләп бөткәйне. Ул инеп күп тә тормай тулғаҡ ғазабынан ҡара тиргә төшөп тырпы­р­ап ятҡан ҡатын ауырлыҡ­һыҙ бушанды.

   Кендек бауын эшкәртеп киҫеп баланы ҡулына алды ла, арҡаһынан еңелсә генә ҡаҡ­ҡылағайны теге нәҙек тауыш менән тызылдап та ебәрҙе.  Тағы шуға иғтибар итте, ба­ла­ның маңлай тап­ҡы­рының яртыһын һоро миң япҡайны.

 

Автор:Хайдар Тапаков