Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
9 Октябрь 2021, 09:50

Ҡәһәрле көндәр. (Хикәйә.)

      Та­ңат­а­ры сыҙаманы бул­ыр, ҡау­ҙы­р­лығы ҡалҡып, аҫҡаңлап йүгерә-атлай сы­б­ы­рт­ҡыға ба­р­ып йә­б­е-ш­те лә белекһеҙ үҫмерҙе уҫ­ал ки­ҫәт­те: «Не бей ее, она хорошо по­н­имает че­ло­вечес­кий язык. - Инә­ле­үле тауыш ме­нән һыйырҙы өгөтләп  һөйлән­де. - Ни хәл итмәк, ба­­шҡа са­­ра юҡ, Аҡб­аш, бар инде, ҡа­р­шылашма, беҙ ҙә һи­нең арт­ы­ң­дан ҡу­ҙ­ға­л­абыҙ оҙ­аҡ­ла­м­ай … Ни­­сә йыл­дар дауа­мы­нда бәрәкәтле ағыңдан өҙмә­н­ең, тү­л­еңдән яҙ­ҙыр­ман­ың, рә­х­мәт һи­­­­­ңә… Берүк рәнйемә инде беҙгә, ҡарт елғыуарҙар­ға…» Бәхил­ләш­кәндәй шау та­ра­м­ыш ҡулын һый­­ырҙың ар­ҡаһында ша­п­ыл­­дат­ҡа­й­ны, тегеһе ниһай­әт, аян­ыслы яҙ­мы­ш­ы­­н­ың асылына тө­ш­ө­н­­гә­н­дер,  ылд­ый  ат­лап кит­те, ба­­ш­­ҡаса тиҫкәреләнмәне, мәгәр күҙ күреме ер киткәс мәңгегә хушлашҡандай артына ҡайырылды…  

Ҡәһәрле көндәр. (Хикәйә.)
Ҡәһәрле көндәр. (Хикәйә.)

      Нурбикә әбей иҫкереп емерелергә әҙер биш ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында йә­ш­әй. Ҡарты тере саҡта ауылда көн итә ине улар. Шунан Таңатарына һуғыш вет­е­р­­а­ны бу­л­­­­­­­­­араҡ ҡаланан фатир бирергә иттеләр. Бөйөк Еңеүҙең түңәрәк датаһы алд-ынан яуги­р­­ҙәрҙең тормош кимәлен яҡшы­ртыу тураһында радио-телевидение, гәз­ит-журналдар аша кемуҙарҙан шауларға тотондолар. Баштараҡ ышанып та етеңкерә­мәгәндәр ине ул хә­б­ә­ргә, әммә тиҙҙән бер нисәүгә район үҙәгенән фатир бүл-енеүе хаҡы­­нда ур­­ыҡ-һу­р­ыҡ яң­­­ы­лыҡ ишетелде, шунан ауылдарына ла сират етте, уларҙан ике өй аша йәшәг­ән, тү­ш­әккә башҡаса тормаҫ өсөн ныҡлап  ятҡан Бүкән Шәрифйәнгә, йә­­нә Таңа­т­ар­ына йы­л­майҙы аңғар­м­а­ҫ­тан күк­т­ән төшкән бә­хет. Үҙ хәле үҙенә саҡ, йә­шәүҙән ваз ки­с­кән, ярауы аҫтында ҡа­лған Шәрифйәнгә яҡ­ын­да-ры был һөйөнөс хаҡ­ы­н­да ет­кер­гә­н­­­дә­р­­мел­ер-юҡ­мы­лыр, би­лдәһеҙ, мәгәр тегенең иҫ белгәндән үк ҡалаға кит­еп олағып әле шу­­­н­да йәшәп ятҡан, ауылда фәҡәт һуғым һуйыу осоронда ғына күрен­ге­ләргә күн­ек­кән ал­ы­п­һатар ейәне был юлы бик ҡабалан ҡайтып төштө лә кәрәкле документтар юл­­лап, йүнәтеп, ҡа­­­­ла­­­нан ғы­на тү­гел башҡа­ла­ның үҙенән фат­ир даулап, силсәүит юл­ын та­­­ҡырлап егә­рле сабыулай башла­ны, әйтерһең то­рлаҡ ҡа­р­­татаһына түгел, берҙе өс­кә тәгәрәтеп һа­тыусы за­м-а­на йылғырына бүлен­гән! Уға ҡа­лһа ғүмер буйы ҡәҙерләп ҡо­рған йылы до­­нъ­я­лар­ын ҡал­д­ы­р­ып, бе­рәм­т­ә­ләп йыйған йорт ҡаралтыһын, хужал­ыҡ әй­­­берҙәрен туҙ­ҙы­рып бер ҙә ге­нә ҡуҙ­ға­лғыһы килмәгә­й­не лә бит, ҡарты уны ап­т­ы­р­ау­ға һалып ят тараф­ҡа үр­һә­лә­неп ашҡы­н­ғас, ра­й­он үҙә­ген­дәге тү­р­ә­­ләр ҙә өҙмәй ҙә ҡу­­й­м­ай ди­м­лә­гәс, ни хәл ит­һен, кә­рәк тирәкте йыҡтыра, тигәндәй күнде һуңғы сиктә. Бын­ан ары ауылда ҡал­ы­у­­­ҙан мә­ғ­әнә лә са­ма­лы ине шул: мал бағыу, ҡош-ҡортто ҡа­р­ау йы­­­л­дан-йыл ауы­р­ла­­ш­ты, ер аяғы ер ба­­ш­­­ын­да ят­ҡан, тау түбә­нен­дәге ҡоҙоҡтан һыу ки­л­тереү үҙе бер эт­­­л­ек­кә әүерелде, эр­гә­ләрен­дә күҙ тер­әр яҡын туғ­а­н­да­ры юҡ йә­нә, өҫ­т­ә­­үенә Хоҙай Тәғәлә ба­ла һө­й­өргә насип ит­мә­не. Шуға кү­рә, ни­м­ә­гә юҡ­ҡа ым­һ­ы­­нып, ҡы­ҫыр-ҡуң­а­л­таҡҡа те­р­әлеп өң­өлөргә, ҡу­­­­­ҙғал­ырға ит­те­ләр. Дөрөҫ, йәшәй бар­ып ер­ек­кән төй­әкте, эҫенгән йо­­­­рт-ҡу­ра­ны, ар­а­ла­шып йә­шә­гән ау­ы­л­да­ш­та­р­ҙы ҡал­ды­рып китеүе еңе­л­дән түгел ине. Төйнә­н­е­ү­гә кил­гәндә ун­ы­һы артыҡ мә­­­­шәҡәт тыуҙыр­ма­ны; кейенер-яҫт­а­ны­р, йорт эсен йәмләгән сиге­үле сепрәк-сапраҡ, һауыт-һаба күпме ге­нә ин­де, ҡа­рал­ты ти­г­ә­не лә өҫ­т­әл, ике ул­тыр­ғыс, шифо­н­ер, комод та донъяла барған хәл-ва­ҡ­иғалар­ҙы йылылай  ғына еткереп, тауыш­ла­нып ултыры­у­сы аҡ­лы-ҡара­лы те­л­е­виз­ор. Ун ли­тр һыу һыйҙы­р­­малы, ата-әсәһе­нең тө­ҫө итеп һа­ҡ­л­ап тот­онол­ған ҡом­а­рт­ҡы - йоморо эсле еҙ самау­ыр ҙа ошоғаса ҡәҙерле нәмәгә иҫә-плә­неп, кил­гән-ки­т­кә­н­дең тәне-йә­ненә ҡайнар­лыҡ өҫ­тәп та­­бындары түрен йәмлә­не. Беләл­әр, ҡала ер­е­ндә ҡуҙ самау­ы­рына хә­жәт ҡа­лма­ясаҡ, иллә уны ла үҙҙә­ре ме-н­ән алырға итте­ләр, ни йөҙ ме­­н­ән яҡын­да­рың­ды хәтер­ләт­к­ән нәмәне яттар ҡу­­лына ташлап ҡа­лдырмаҡ. Быҙауларға ет­е­шкән тананы күрше, Иҫәнбәттән килгән йәш ғаиләгә етәкләтеп ҡайтарҙылар, дүрт баш һа­р­ы­ҡ­­ты ос­­һ­оҙ ғы­на хаҡҡа ике яҡ кү­р­шеһе һатып алды, ике тиҫтәнән аш­­ыу та­­уыҡ­­ты, ҡыш­ҡы сел­лә­лә тә­пәйҙәрен өш­өт­өп ту­пысланып ҡа­­­л­­ған ҡарт әтәсте, аталы­ғы менән ше­­шәк ҡаҙҙы  ваҡ­лан­­ып то­р­м­ай ян-тирәләренә бу­ш­лай өләштеләр. Ә бына кү­ҙгә ге­нә ҡарап тор­оу­сы, шау­ҡал ғы­­­на бу­л­һа ла үтә лә һө­тлө Аҡбаш­ты артыҡлап һатыулаш­май ғына күр­ше Влади-мировка ау­ы­л­ын­ан кил­гән бе­леш­енә тот­то­роп еб­ә­ргән саҡта ҡар­ты­ның өтөрөй ҡа­ш­тары бергә тоташ­ып тө­й­өлөп, ма­­ң­лай һы­рҙа­ры бураҙ­на­ланып тәрәнәй­еп китте, ә ун­ың йөрәге әрнеп һыҡ­ра­ны. Аҡ­б­аш та ай­­ы­р­ыл­ыш­ыу­­ҙы то­йоп әллә сүс арҡан менән тә­ртәгә шаҡарып бә­­­й­­лә­гән башын ҡайы­р­ып, ошоға саҡлы уға миһырбанлы мөғәмәләлә булған ху­жа­ла­р­ы­н­ан яҡ­лау өмөт ит­кән­д­әй үҙә­лә­неп ба­ҡыр­ып ал­ды, ауыл осона ет­кә­н­­се дү­рт аяғ­ын үрә тер­әп атларға теләмә­не. Белешенә эй­­әреп ки­л­гән, сей һарынан бөт­кән һипкелле ма­лай­, яһил­лан­ып, һәү­кәште сы­б­ыртҡы менән яр­­ы­р­ға тот­он­­ғайны, йән­д­ә­ре ур­ы­нынан ҡупты, әй­т­ер­һ­ең һиг­еҙ­ҙән үрел­гән ҡаты ҡай­ыш ме­ҫкен  мал һырт­ын тү­­гел, ул­а­р­ҙың ар­ҡаһын ҡа­­й­ы­ҙ­л­ай. Та­ңат­а­ры сыҙаманы бул­ыр, ҡау­ҙы­р­лығы ҡалҡып, аҫҡаңлап йүгерә-атлай сы­б­ы­рт­ҡыға ба­р­ып йә­б­е-ш­те лә белекһеҙ үҫмерҙе уҫ­ал ки­ҫәт­те: «Не бей ее, она хорошо по­н­имает че­ло­веч-ес­кий язык. - Инә­ле­үле тауыш ме­нән һыйырҙы өгөтләп  һөйлән­де. - Ни хәл итмәк, ба­­шҡа са­­ра юҡ, Аҡб­аш, бар инде, ҡа­р­шылашма, беҙ ҙә һи­нең арт­ы­ң­дан ҡу­ҙ­ға­л­абыҙ оҙ­аҡ­ла­м­ай … Ни­­сә йыл­дар дауа­мы­нда бәрәкәтле ағыңдан өҙмә­н­ең, тү­л­еңдән яҙ­ҙыр­ман­ың, рә­х­мәт һи­­­­­ңә… Берүк рәнйемә инде беҙгә, ҡарт елғыуарҙар­ға…» Бәхил­ләш­кәндәй шау та­ра­м­ыш ҡулын һый­­ырҙың ар­ҡаһында ша­п­ыл­­дат­ҡа­й­ны, тегеһе ниһай­әт, аян­ыслы яҙ­мы­ш­ы­­н­ың асылына тө­ш­ө­н­­гә­н­дер,  ылд­ый  ат­лап кит­те, ба­­ш­­ҡаса тиҫкәреләнмәне, мәгәр күҙ күреме ер киткәс мәңгегә хушлашҡандай артына ҡайырылды…

   Фа­т­ир алып би­р­е­ш­е­ү­гә күҙҙәре сыс­ҡанды­ҡы­л­ай бы­л­тайып хәй­ләкәр ян­ған, етеҙ хә­р­әкәт­ле, гелән өтәлә­неп-аш­ыҡҡан­ға­лыр әйт­кән һү­ҙ­­­­­­ҙә­­ре­н­ең ярт­ы­һын йо­топ һөйләүсе ур­та йә­ш­тәр­ҙәге бер үт­е­м­б­ей ирҙе ялла­ны­­лар, ал­­­ыш-бир­еш ҡа­ғ­ыҙ­­ҙа­рын уға ыш­­анып то­т­­­­то­­р­ҙ­о­­лар. Би­рәм ти­гән ҡолона, сығарып ҡу­­­й­ған юлы­на, тигәндәй был ир ҙә ауыл­да­р­­ында көтмәгәндә пә­йҙә бу­лды, те­ге Шәр­и­ф­­йә­н­дең ейән­енең инома-ркаһына һағып ки­л­еп төштө лә кейек еҫ­ен һиҙеп эҙ ҡыуа­латҡан бурҙай эт­т­әй ту­ра улар­ға йү­н­әлде. Ҡултығы­на ҡара дермантин па­пка­һ­ын ҡы­­­ҫтыр­ып ике аҙ­на ти­р­ә­һе ауыл менән ҡала ара­һ­ы­нда йү­­­г­ергә­л­әг­ән шул ир ситтәрәк, ҡарауһыҙ кварталд-арҙың береһендә урынлаш­ҡ­ан, ха­лыҡ те­лен­дә «хр­­у­щ­евка» ат­ам­а­һ­ында йөр­өгән ошо иҫке ха­рабанан ике бүлмәле фатир та­бып би­­р­ҙе. Таң­атары менән бе­­ргә­ләп ба­­­рып ҡа­­­рағанда был ҡойто торлаҡ бу­шаған ине инде, элекке ху­жа­нан мөй­өшкә тау­ҙай өй­өл­гән ар­а­ҡы-һы­ра шеш­әләре, һәм бүлмәләргә елләт­мәҫ­лек ит­еп һең­е­ш­кән тә­­м­әке еҫе ҡа­л­ға­йны. Фат­ир­ға то­рлаҡ тө­ҫө индереүгә лә аҙна са­ма­һы ваҡыт  кит­те. Юғ­­­­ын юл­лап, яҡ­­­шы­­рағын та­п­ты­рып ҡы­я­лманылар, бар­ына шө­­­көрана ҡы­­л­­­ды­л­ар. Өл­­ө­ш­­кә төш­­кә­н­енә  мө­­­рхәт­һе­н­мәй, нәф­сел­әнеп ҡайҙа ғы­­на бар­һын­дар, үҙ­ҙәре то­т­онһа­лар йүн­ле эш ҡы­­­ра ал­­­­­май һемә­й­­­­­еп ҡа­лы­р­ҙар ине әле. Көйрәгән сыра көл-кү­м­ергә ҡалыр­ҙан әүәл, яҡ­­­­­тыраҡ яна баш­л­ай ғәҙ­әттә, шуның ише ҡа­рты ла һуңғы йыл­да­рын­да бу­ш­тан тәк­кә ел­кен­мәг­ән икән, ки­­леп урын­ла­ш­­ып, бер йыл ти­гән­дә ҡа­п­ыл ғы­на үл­еп китте. Ҡап­ыл, тип әй­­т­еүе лә дө­рөҫ үк бул­м­аҫ, ике-өс ай сама­һы һиҙ­ҙер­мәҫ­кә ты­р­ы­ш­ып һыҙ­ып ау­ы­р­ып йөр­ө­нө ул ба­ш­­­­та, ғү­м­ере бу­йы кө-с­ә­неп йөк тартып алға ын­­т­ы­л­ғ­ан ҡыртыш ал­а­ш­а­­лай һу­­ңғы мә­л­гә тикл­ем би­р­е­ше­ргә генә те­ләмә­не. Да­уа­ха­на юл­ын та­­п­ап табип­та­р­ға ла бә­­лә­һен һал­ма­ны, иллә яйлап бә­ҫ­тән сы­ға ба­­рыуы кәүҙә торо­ш­­о­нда һи­ҙелде, бит-йө­­­ҙө­н­дә ас­ыҡ са­ғы­л­ды. Иренә сәйерерәк яң­ғыра­ған ис­емде тик­мә­гә генә ҡу­ш­ма­ған­да­р­­­ҙ­ыр, йө­ҙө ҡу­ң­ыр, сәс­тә­ре шө­м­­өрт ҡара бу­л­­һа ла күҙ­ҙә­ре төп­һ­өҙ кө­м­бәҙ­ҙәй ин­­еләр, ти­м­әк уны ир­тә­н­ге шә­­­­фәҡ ҡыҙ­ыл­лығының дауамы баҙыҡ зәң­гәр­лек ты­у­ҙыр­ған. Шул күҙ­­ҙәрен дә ҡа­ра, шыҡһыҙ көҙ­гө төндөң сә­­хәргә ялғанған мәлендә йо­м­до. Ки­с­ке­һен хә­­л­ен­ең мө­­ш­­көллө­гөн һиҙеп әл­лә, йо­ҡо­һо ки­леү­е­нә һыл­тан­ып аҡ­шамда уҡ ятты. Ул да то­т­­­ҡа­р­ла­нмай эр­гәһенән ур­­ын ал­ғай­ны,Та­ң­а­та­ры ғә­ҙ­әт­енә килеш­мәгән һал­ҡын­лы­ҡ­ты кү­­р­һә­т­еп, кө­ң­гөр-ҡаң­ғ­ыр гәп­лә­ш­еп, үт­кән­дә­р­ҙе иҫ­кә төшө­рөп хә­­тер яңыр­таһы ур­ынға бо­­р­о­лоп ҡы­­рғыс­тай ар­ыҡ арҡа­­­һын ғы­на ҡу­й­ҙы. Шу­­­­л­ай шы­м­т­айышып бер килке ят­ты­­л­ар, ул һүҙ башла­ғы­­­һы ки­­л­еү­ен бе­л­­­герт­еп та­м­аҡ та ҡы­р­ғы­л­аға­й­ны ла, те­ге­һе ауыр уф­танып ҡу­йыу ме­нән генә си­к­лән­де. Шу­лай ята торғас ой­оп ки­т­кән, ире һаҡ ҡына ҡа­­­­б­­ы­р­ға­һы­на төрт­тө: «Һин йоҡлайһыңмы ул?» «Атаҡ, йоҡламай ни, ете төн уртаһы ла…» Иҙ­ерәп әүелйе­үенән арына алмай йыбанып ҡына яуапл-аны. «Шуны әйт­мәк­се ин­ем, са­б­ын­лығы­быҙ­ҙан аҡҡан Яманташ ин­е­ш­е­нең һы­у­ын эскем ки­­­лә, ҡар­сыҡ…» Тө­шө­нөп етең­ке­р­ә­мә­гә­н­­гә ҡабаттан һорай һа­­­л­­ды: «Ни ти­нең, шы­па аң­­­­­ла­ма­ным, ҡа­рт, әллә һа­та­шаһың ин­­де?» «Һа­т­­а­ш­­майым, уйлап ятам. Ни­шләптер Аҡҡондоҙға ҡайтҡым килеп кит­те ошо мә­л­дә…» «Бы­нағайыш, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, тигәндәй, үҙең дәрт­ләндең түгел­ме?» « Бер яҡтан һинеке лә дө­рөҫ… Алып-һуғып, бо­л­ар­ып, йыйғанды сәс-баш итеп зерә ҡу­ҙғал­дыҡ шикелле ауы­л­­­­­д­ан, башҡа­л­ар кү­ргәнде күреп нисек тә йә­шәр инек әле… Ыһ-һ-һ-һһ, - телен көр­мәлдереп шулай тине лә, ауыр уфтанып ҡуй­ҙы, - ау­ыҙ ҡор­ғаҡ­һы­ны ҡапыл ғына, йө­рәк тә сабып барған ат­тай дө­бөр­ҙәп алҡым­ға килеп тығыл­ды. Тын ал­ыуы ауыр…» «Вален­т­инаға кү­т­ә­р­е­леп телефун­дан ск­у­рый са­ҡ­ыр­та­й­ым­мы әл­лә?» «Кәр­әкмәй, тәүге тапҡыр тү­гел бит, үт­­ер…» « Ул­айһа хәҙер жи­бы-жибы ғына сәй­­нүк ҡу­­йып еб­әр­әм уны, - ҡартының сәйхурлы­ғын бел­гәнгә әйтте бы­ны, - ирә­үән­ләп сәй һө­рпөлдәтеп алы­р­­быҙ. Һин тыныс ҡына ят­ып тор…» Та­мам йо­ҡоһо ас­ыл­ып түш­ә­кт­ән яйһыҙ туйтаңлап шыуып төшкәс утты ҡа­быҙ­ып аш бү­л­мә­һе­нә йүн­әл­де, ҡабал­а­н­ып газ пли­тә­һен то­­ҡа­н­д­ыр­ҙы, сә­й­нүк ҡуя һа­л­ды ла крандан ҡырлы ста­к­а­н­ға һыу тулты­р­ып ки­ре ки­ле­үенә зәң­гәр күҙ­ҙә­рен түш­әмгә те­рә­г­ән ире шул арала мә­­­ң­ге­л­еккә ты­н­ып ҡал­ғайны.Те­т­рәнде, ал­бы­р­ға­ны, ҡаушаны, ҡа­­­йҙа ба­р­ып тө­ртө-лө­ргә, ни ҡы­л­­­ы­рға бе­лмәй то­ра­т­аш­тай ҡатты ла ҡа­лды шул мә­­лдә, ҡу­л­ы­­­нда­ғы ст­а­­кан төш­өп ки­т­еп сағ­ыу тауыш­лан­ып се­лпәр­ә­мә ки­лде, үҙе сте­н­аға бар­ып те­­р­әлгән ер­­енән яй ғына иҙ­­­ән­гә сү­­­­геп төш­тө. Әле генә, түңәрәк, бөтөн яҙмышын ҡап урт­алай сатнатҡан ҡот осҡос фа­ж­иғә уны ыс­ы­н­­­ба­р­­­л­ыҡ­ҡа алып ҡа­йт­маны, һиҫкәндереп ебәрә­һе урынға киреһенсә, һе­ң­гә­ҙә­теп кәү­ҙ­ә­һен түбәнгә баҫ­ты, зиһен­ен сыу­а­лтты. Им­гәк­ләп, эске күлдәгенә тыша­лып ка­р­­а­уат эр­гә­һенә ки­л­де, саллан­ған башын тү-шәк си­­т­енә те­р­ә­не лә иҫен юға­лта бар­ған ке­­­­ш­еләй тынып ҡа­л­ды, ә мейеһен ауырт­т­ы­­рып һул­ҡыл­д­а­ған йүг­ә­н­һеҙ уйҙа­ры их­ты­­я­р­ы­н­ан тыш ағылды ла ағылды­лар: «Таңатары уны ҡалд­ы­рып китте, һәм кемгә ҡа­л­­ды­рҙы?.. Йыш ҡы­­на, икебеҙ бер тө­п­тән киткән­дә, ар­ыу бу­лыр ине, ти торғайны ла ба­­­һа, һүҙ­е­ндә тор­маны, китте бит ташлап. Ин­де хал­ҡы мы­­жғыған был үгәйҙәй ят, өш­ә­н­дер­гес һа­л­­­ҡын ҡа­лала яң­ғы­ҙы ҡа­й­һылай­тыр, ке­м­дән яр­­ҙам өм­өт итер, те­рәк булы­р­­­ҙ­ай ар­­ҡа­ла­н­ыу эҙ­ләр? Ни ти­­һәң дә ау­ыл­да ҡур­ҡ­ын­ыс тү­­гел ине: сурайып һерәйгән һәр ҡая-та­шы, ау­ы­л­ды урат­ып үҫ­кән  бар­лыҡ ағ­ас-ҡыу­а­ғы та­ныш, хәле­нә инеп эргә­һ­е­н­дә йө­рөп ятҡан ауы­л­­­да­ш­т­а­ры ту­ра­һын­да әйтеп то­ра­һы ла түгел…» Көт­мәг­әндә өҫт­өнә тау­ҙай аҡ­тар­ыл­ғ­ан ҡайғы тә­нен һена­ғас­ҡа әү­ерел­дер­еп ке­­­­нә ҡал­маны, боҙ һу­л­ышын өҫ­тәп йәнен дә ҡор­о­ш­тор­ҙо, илап ебә­рһә ең­е­л­әйеп ҡа­­­­­л­­­ыр ине лә бит, бу­л­мы­шының аҫт-ын өҫкә килтергән юғалтыу күҙ төптә­рен ҡо­ро­т­оп өл­гө­рг­әй­не шул, тағы ҡылығына са­р­ғ­а­л­ыҡ хас тү­гел. Әсәһе лә йыш ҡына: «Ҡуй ин­те, ир­ҙәүкә ҡы­­­л­ыҡ­лыһың бигерәк, ҫин, ил­­ай белә­ҫе­ңме ул, юҡ­мы? », тип ше­лтәләй тор­ға­йны яйы сыҡ­ҡа­нда. Һуғыш йы­лы бер тө­птән үлеп ки­ткән ата-әсә­һен ерлә­­гән са­ҡ­та ла күҙҙәренә йәш килмәй бы­у­­ын­да­р­ы бәлкел­дә­п ая­ҡтан яҙғайны.Ҡа­йһы­ла­й­т­һын, илай белмәй шул. Белм­әй. Бы­­­л­ай­тып туғ­а­­р­ыл­ып, он­от­о­лоп улты­р­ып бер ни ҡы­­­­ла алма­уын төшөн­гәс әк­­р­ен генә ҡуҙ­ға­лып тән­тер­әкләп уры­ны­нан ҡалҡ­ты ла ая­н­ы­слы, һыҙланыулы ҡар­аш­ын ҡарт­ында ту­ҡ­т­ат­­ты, шу­н­ан йо­­­ҡа ир­е­н­дәрен һи­ҙ­­елер-һиҙе­л­мәҫ ҡы­й­м­ыл­датып, ләх­әүлә­һен әй­теп ус­ын ба­­ла­уыҙ төҫөн ала ба­рған ма­ң­л­айға баҫ­ҡа­й­ны өш­ән­де­ргес һа­лҡын­лыҡ то­­йоп ҡу­­л­ын тар­т­ып ала һа­л­ды. Ар­а­ла­ры­на фан­илыҡ менән ба­ҡ­­­ый­лы­ҡты сик­лә­гән кү­ҙ­гә күр­е­нмәҫ ша­­­­р­­­­ш­ау тарт­ыл­ып өл­гө­ргәйне. Унан баш­ҡа кем ге­нә тот­онһон инде, быя­ла­ла­н­ып һү­н­гән күҙ­ҙә­рҙе йо­­м­до­р­ҙо ла өркә-ҡур­ҡа үтә лә ят һәм кү­нег­елмә­гән, һәм шул уҡ ва­ҡ­ыт­та һис тә кү­неп бу­л­м­ай тор­ған шөғ­өлгә то­тон­до: ир­ен уры­н­ы­нан ҡуҙға­тып ик­­енсе ур­ы­нға шы­­­л­дыра ал­­­ма­ҫы бил­дәле, шу­ға ағ­ас ка­р­­ау­ат­тан яҫт­ыҡ­тар­ҙы юр­ғанды ал­ып, тү­шәнер тү­шәкте ге­­нә ҡа­лды­рып урын йү­н­әт­те, эс­ке кей­ем­дәр­ҙән ҡай­сы ярҙам­ын­да ҡо­­т­олған­д­ан һуң, ба­я­ғы ҡай­нап сыҡ­ҡан сә­й­нүккә һа­л­ҡын һыу өҫтәп йылы­м­ыс­ла­т­­ып, кө­л­­­һыу­ал­­­ла­һын өҙ­л­өк­һөҙ ҡа­б­атлай-ҡаб­атлай еү­еш таҫ­тамал мен­ән ҡата баш­ла­ған кә­ү­ҙә­не һө­р­төп ал­ды, то­то­н­ол­ма­ғ­ан прос­т­ы­­ня­ны үл­­с­әп бесеп кәф­ен­лек әт­м­әләп ыҙ­­алай-йон­с­ой шу­ны урын-ер­енә ет­керҙе. Бы­л­ар­ҙы әйт­ер­һең дә ул түгел, ни­ндәй­ҙер ят кеше ат­­ҡа­ра: хә­рә­к­әттәре кө­с­­өр­­гә­н­ешле, яһал­ма. «Ғү­м­­е­­ре бу­йы бә­пес ҡабул итергә кү­нек­к­ән ти­лбер ҡул­дарына ҡо­тһоҙ шөғөл атҡа­р­­ыр­ға ла си­­­рат етте… » За­лдағы һәм йо­ҡо бүлмә­һ-ен­дәге көҙгө­ләр­ҙе аҡ япма менән ҡаплағас ка­­рауат янына ул­тыр­ғыс та­ртып шу­­­­нда су­ҡ­айҙы.

Автор:Хайдар Тапаков