Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Сентябрь 2021, 08:51

Дусар ителгәндәр (Ун беренсе киҫәк.)

        Һаҡалтай шешә төбөндә ҡалған конъякты йотто ла өндәшмәй ултырҙы. Бер аҙҙан өнө лә, төшө лә буталған был яңғыҙ әҙәм ыңғыраша-һаташа йоҡоға талды...

Дусар ителгәндәр (Ун беренсе киҫәк.)
Дусар ителгәндәр (Ун беренсе киҫәк.)

       Аҡбай ҡала тормошона үтә лә ауыр күнекте. Унда-бында өҙлөкһөҙ елгән машиналар ағымынан ҡотолормон тимә. Төндә лә туҡтамайҙар, исмаһам. Әллә нишләп шул машиналарҙан ҡурҡа, аңламай, хәлбүки ниндәйҙер эт һиҙемләүе оло юлдан йыра­ғы­раҡ йөрөргә ҡуша. Бөтә төр техниканан таралған һөрөм, оҙон торбаларҙан болоттай булып асманға һуҙылған, бер өлөшө томандай ер өҫтөн япҡан төтөнгә болғанып, ауыр, тонсоҡторғос еҫ хасил итә. Ҡар ҙа аҡ түгел бында, ниндәйҙер ҡара ҡоромға уҡмашҡан бысраҡ һоро төҫтә. Иң үҙәккә үткәне - ашарға аҙыҡ табып булмауы. Ауылда, исмаһам, темеҫкенеп йөрөһәң, мөнйөрлөк һөйәккә булһа ла юлығаһың, ҡыш һуғым һуйған осорҙа бигерәк тә муллыҡ. Бында ни ул һөйәк­тәрҙе ҡайҙа ташлай торғандарҙыр, әллә бөтөнләй ит ашамай микән ҡала халҡы? Ҡайҙа ҡарама, тимер-томор ҙа, ҡайҙа баҡма һалҡын таш стеналар. Ҡалала шуныһы ғына һәйбәт: һине белеүсе лә, күреүсе лә, иғтибар итеүсе лә юҡ, таш та бәреп тормайҙар. Әйҙә үҙ көнөңдө үҙең күр!

   Бик асыҡҡан мәлдәрендә ҡала ситендәге сүплеккә барып килә лә ҡалған ваҡы-тын ҡала ҡыҙыра, ашханалар тирәһендә урала, артҡы ишек төбөн өңдөһәң, ҡаб-ырлыҡ ризыҡ сыға барыбер.

Сатнама һыуыҡтар башланғас, ниндәйҙер ҙур тимер келәттең аҫтына өң хәстәр­лә­не. Бында тимер һалҡыны бәреп торһа ла, әсе елдән ышыҡ. Ята торған урынын түңәрәкләп соҡоно, аҫтына ян-яғынан ҡоро сүп-сар тартты, эс йөнөн йолҡоп шунда һа­лды. Ҙур ҡош ояһына тартым өң ғәләмәте әҙер. Тиҙҙән әсә була-сағын һиҙә Аҡбай, ана бит ҡорһағы ныҡ бүл­тәйеп, кәүҙәһе ауырайып, имсәктәре һөткә тулышып китте. Шуға ла яҡындағы ашхана тирәһендә генә урала, йә теге миһырбанлы ҡыҙҙың ҡулынан аҙыҡ көтә, сүплеккә барырлыҡ хәле юҡ.

       Буранлы төндә тулғаҡ ғазаптарын кисереп, көсөктәрен тыуҙырҙы. Инде бәләкәй генә дүрт йән эйәһе көнө-төнө имсәктәрен һура. Ас көйөнсә ниндәй генә һөт төшһөн?! Тәнен генә түгел, йәнен дә һуралар төҫлө. Ни генә тимә, әсә хөкөмөнә инеү, үҙеңдең кәрәклегеңде тойоу - татлы ғазап. Аҙна самаһы көсөктәрен ҡосаҡлап ятҡас, артабан сыҙамы ҡалманы Аҡбайҙың, аҙыҡ эҙләп сығып китте.                                                           

       Еңел машина тормоздарының әсе һыҙғырғаны ишетелде. Ерән осаһын бәүел­дереп ҡаршы китте, асылған тәҙрәнән эскә башын тыҡты ла шундуҡ кире алды, ризаһыҙлығы күренеп тора. Эстән көньяҡ акценты менән өндәштеләр:

— Эй, һин, кил бында!

Гөлсөм аңламайынса тороуында булды.

— Һиңә әйтәм, ҡыҙым!

       Кабинаға инеп ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы, эргәһендәге әҙәмгә күтәрелеп тә ҡараманы ҡыҙ, бында бер теләк менән генә киләләр, бөтәһе лә бер ҡап та бер һап.

       Урамдар буйлап әйләнгеләнеләр ҙә таныш ҡунаҡхана янына туҡтанылар.

— Килеп еттек! - теге әҙәм юл күрһәтеп алдан атланы, хатта тупһанан күтәрелгәндә ярҙамлашҡандай беләгенән тотто, ишекте асып алдан үткәрҙе.

       Номерға инделәр. Ир курткаһын, кәпәсен һалды ла ҡунаҡсыл, йылы ғына ҡар-аш ташлап ҡыҙға өндәште:

— Тартынып торма, түргә уҙ!

       Тартынмай Гөлсөм, уның шөғөлө шул. Килешле генә тышҡы кейемдәренән ҡотолоп, матур ғына атлап төпкә үтте, көҙгө ҡаршыһына баҫып, бит-йөҙөн күҙҙән үткәргәс, былай ҙа ҡыҫҡа юбкаһын тағы ла төпкәрәк тартып, ҡыҙғылт колготкалы аяҡтарын юғарыға сөйөп ишеп ике ҡәнәфиҙең береһенә ултырҙы ла ҡыйыу ҡарашын һыуытҡыстан һый­ҙар­ын алып, өҫтәлгә теҙгән иргә йүнәлтте.

       Ир 50-55 йәштәр тирәһендә, әҙерәк бөкөрәйеңкерәп торған мыҡты кәүҙәле. Ыҫмалалай ҡара бөҙрә сәстәренең сикә өлөшөнә, ыҡсым һаҡал-мыйыҡ остарына һиҙелер-һиҙелмәҫ сал ҡунған. Был уның йөҙөн аса, олпатлыҡ өҫтәй. Танауы итләс, тумжыҡ, соҡорайып торған ас яңаҡтары уны бигерәк тә айырып күрһәтә. Йәмерә­йеңке ҡаштары аҫтына аҡыллы ҡуңыр күҙҙәре йәшеренгән. Киң, яҫы маңлайы уның зиһенендә тәрән аҡыл ятыуына ишаралай.

— Табынға яҡынла, ҡыҙым.

       Тегеһе ҡымшанмағас, Һаҡалтай ҡулынан тотоп, уға ҡалҡынырға ярҙамлашты, ҡәнәфиҙәрҙе ашамлыҡтар ҡуйылған бәләкәй өҫтәлгә яҡынайтты:

— Инде ултыр, бына ошолай яйлы булыр. Кем тип өндәшәйем?

— Гуля.

— Мосолман исемеңде әйт.

— Гөлсөм.

— Матур исем, ә һин уны ят телгә ауҙарып, боҙоп ултыраһың. Ауылданмы?

— Эйе.

— Шулайҙыр тип уйлағайным да. - Бәләкәй рюмкаларға конъяк тултырҙы. - Эсәйек.

— Рәхмәт, мин эсмәйем.

— Бөтөнләйме?

— Бер тапҡыр булды, шунан башҡа ауыҙыма ла алғаным юҡ.

— Дөрөҫ эшләйһең. Элек мосолман ҡыҙҙары иҫерткес эсемлектәргә яҡынлау  түгел, йөҙҙәрен дә сит-яттарға күрһәтмәгән.

   Гөлсөм ирекһеҙҙән аяҡтарын төшөрҙө лә юбкаһын көслөк менән аҫҡа ҡарай тартты, иҙеүен матҡып түштәрен боҫормаланы, тик һатырға тәғәйенләнгән ағза-лаларын йәшерә генә алманы.

   Һаҡалтай төп күтәрә эсте лә тын да алып тормай икенсеһенә ҡойҙо. - Ә мин эсәм, ҡыҙым, ҡайғынан эсәм.

       Кәүҙәһен йомшаҡ ҡәнәфигә сумдырып, ҡарашын билдәһеҙлеккә төбәне. Ма-ңлайында, ҡаш остарында артыҡ беленмәгән һырҙары тәрәнәйҙе, күҙҙәрендә хәсрәт сағылды. Он­от­олоп ултырғандай итте лә бер-бер артлы ике рюмканы тағы ауыҙына оҙатты.

— Мин һине нишләп бында алып килдем, беләһеңме?

       Гөлсөм өндәшмәне.

— Кистәрен яңғыҙ ҡалыуы ҡурҡыныс, шуға иптәш кәрәк булды. Зыяным тей­мәҫ, борсолма. Былай отолмайһың бит, һалҡында ҡатып торғансы, йылыла ултыр, һораған хаҡынды түләрмен. – Ишек төбөнә эленгән курткаһына ымланы. -  Шуның түш кеҫәһендә портмоне бар, аҡса күпме кәрәк шунса ал. Ысынын ғына әйткәндә аҡса кәрәкмәй миңә. Башҡалар шул аҡса өсөн әҙәм балаһының күҙҙәрен соҡоп алырға, ас бүреләй боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙер, ә мин ул дәүләт билдәһе һуғылған ҡағыҙҙарға битараф. Күңел асыу өсөн бисә кәрәкһә, анау Ерәнде килтергән булыр инем.

       Ир күҙҙәрен йоммай ғына ҡайҡайҙы, йоҡлай тиерһең. Бына ул, башын ҡалҡыт­ып, Гөлсөмгә үткер ҡарашын ҡаҙаны:

— Әйт әле, һиңә ошо илдә йәшәүе ҡурҡыныс түгелме? - Аҙыраҡтан үҙе үк яуап бирҙе. - Миңә ҡурҡыныс, бик ҡурҡыныс, сөнки мин яңғыҙмын, ғаиләм дә, илем дә юҡ минең. Туҙҙырҙылар... Кеҫәһенә тығылды. - Тартырға мөмкинме?

— Мәйелегеҙ.

       Төтөнгә эйәреп, Һаҡалтайҙың күңелен өйкәгән, кемгәлер һөйләнергә тейешле йөрәк сере тышҡа урғылды.

— Сығышым менән Кавказданмын. Хәйер, ҡиәфәтемә ҡарап та яңылышмаҫҡа мөмкин. Бәләкәйҙән тәбиғәткә ғашиҡ булып, һүрәт төшөрөргә әүәҫләнеп үҫтем. Беҙҙә, Кавказдағы ожмах мөйөшөндә, рәссам булмау мөмкин түгел. Тыуған яғымда сәнғәт институтының графика факультетын тамамланым, өйләндем. Һөнәремде камиллаштырырға теләү тойғоһо тәүҙә Ленинградҡа алып килде, шунан - Мәскәү­гә. Бер ай өйҙә торһам, ике-өс ай ситтә. Европа илдәрендә, үҙебеҙҙә күргәҙмәләрем ойошторолдо. Былар үҫеш кимәлемде билдәләгән ваҡиғалар булды. Янып, сәмлән­еп ижад иттем. Һуңғы йылдарҙа тормошом артҡа тәгәрәне. Сәбәбе - Кавказ ваҡиғалары. Тәүҙә уларға артыҡ әһәмиәт бирмәнем, ҡайтып киткән саҡтарымда ла тыуған ҡалам тыныс ине әле. Өҫтәүенә, телевидение ла ундағы ваҡиғаларҙы шымартып күрһәтеп, тынысландырып торҙо. Хәлдәр ҡапыл ҡырҡыулашып киткәс, ҡайтыр юлым быуылды. Ҡырҡ михнәт менән ҡайтыуыма өйөбөҙ емерелгән, урын­ында тауҙай кирбес өйөмө генә ята. Ҡатынымды, ҡыҙымды күпме генә эҙләһәм дә, таба алманым. Белеүсе лә, күреүсе лә юҡ, шулай булмай, һәр кемдең үҙ ҡайғыһы башынан ашҡан: өйҙәр яндырылған, емерелгән, урам тулы мәйеттәр, ундай саҡта кеше ҡайғыһымы! Ҡулыма ҡорал тотторҙолар, күрмәйһеңме, һин түгел, ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр көрәшә, үсеңде ал, тинеләр. Тау халҡында ҡанлы ҡон ҡайтарыу йолаһы бар, әммә һуғышыуҙан баш тарттым. Ышан миңә, ҡурҡаҡлыҡтан түгел. Кеше ғүмерен ҡыйғандан һуң, нисек итеп ҡулыма бумала, буяуҙар алайым, картиналар яҙайым? Ижад менән ҡан йәнәш йәшәй алмай. Ояһы туҙҙырылған ҡош­тай ҡаңғырып йөрөнөм-йөрөнөм дә кире Мәскәүгә киттем.

       Унда ла көн бөттө: махсус иҫәпкә ҡуйҙылар, ҡабат-ҡабат тикшерҙеләр, кәрәк­кән-кәрәкмәгәнгә саҡыртып ҡына торҙолар, үҙем менән ҡорал-маҙар йөрөтмәйем­ме лә нәҫел-нәсәбем террорсы түгелме, йәнәһе. Аптыратҡастары, бында күсеп килдем. Күсеүем дә шартлы инде, сумаҙанымды ҡосаҡлап, ҡунаҡханала йәшәйем. Ялланып һүрәт төшөрәм, мәҙәниәт һарайҙарын биҙәйем.

       Һаҡалтай өндәшмәй ултырҙы, яңынан тәмәкеһен тоҡандырҙы, конъяк һалып эсте.

— Һөйөклө ҡатыным, яратҡан ҡыҙым күҙ алдымдан китмәй. Бумала йә ҡәләмгә тотонһам, улар ҡаршыма килеп баҫа, беҙһеҙ нисек ижад итә алаһың, тип әйтәләр төҫлө. Ғаиләм ярты йәнемде алып китте, күңелемдә ҡайҙан ғына илһам тыуһын. Ялланып эшләп ҡулдарым ҡатты, трафаретҡа тартым һүрәттәрҙән артығын булдыра алмайым. Эштәремде маҡтайҙар, заявкалар күп. Аптырайым, зауығы самалы, ялтырауыҡҡа ҡыҙыҡҡан, ярлы күңелле, ижадты аңламаған быуын үҫеп еткәндер, моғайын. Мода артынан ҡыуалар, ә ысын сәнғәтте, матурлыҡты аңла­май­ҙар. Һәммәһен аҡса хәл иткән болалы осорҙа йәшәйбеҙ. Илде ҡайғыртмайҙар, кеҫә ҡайғырталар, бөгөнгө көн менән генә йәшәйҙәр. Үҙгәртеп ҡора торғас, бөйөк державанан сит илдәр мыҫҡыл иткән бахыр дәүләт тороп ҡалды. Шул ил инде һуңғы сиктә һылыулығын һатып, аҡса тапҡан фәхишәләй тәбиғәт байлыҡтарын ситкә оҙатып көн күрә. Тағы ла бер нисә йылдан беҙҙән нимә тороп ҡалыр? Ил тигәнем дә яҙғы боҙ киҫәгеләй ҡырҡҡа ыуалырға тора. Тауҙарҙа террорсыларға ҡаршы көрәш һылтауы менән халҡымды ҡыралар. Үҙ халҡын үлтергән дәүләт үҙ тамырҙарына балта саба, уның киләсәге юҡ. Шул ябай хәҡиҡәтте лә аңламайҙар микән ни?! Халыҡты мәғәнәһеҙ сәйәсәт күптән туйҙырҙы, уға эш, икмәк, йәнә киләсәккә өмөт кәрәк. Кешенең өмөтөн һүндерһәң, ул маргиналға әүерелә: мил­ләтсе лә, йәшәр ере лә, һөнәре лә, патриотик тойғоһо ла булмаған маргиналға. Беҙ маргиналдар! Ҡурҡыныс! Ҡурҡыныс ҡына түгел был ил фажиғәһе, милләт ҡазаһы.

       Һаҡалтайҙың һүҙҙәре Гөлсөмдө тетрәтте, уның да башында уйҙар ҡайнаша, тик әйтә генә алмай. Тәжрибәһеҙ ҡыҙ сәстәренә сал ингән, ҡайғыһынан алйыған ирҙе нимә тип кенә йыуатһын. Ул ҡыйынһынып ҡына:

— Китәйем инде... — тине.

— Юҡ! - Һаҡалтай ҡырҡа әйтте. - Ултыр әле, ашыҡма. Миллионлы ҡалала эс серемде һөйләр кеше булмағанға алып килдем һине. Үтеп барышлай ҡарайым - һин өшөп тораһың... Минең ҡыҙым да һылыу, ҡыйыу, ут бөрсәһеләй булды. Исеме Фатима ине... Эсемдәген бушатҡас, нисектер еңел булып ҡалды, юғиһә, аҡылдан шашырға мөмкин. Тыңланың, рәхмәт. Ҡабатлап әйтәм, насарлыҡ ҡылмам, ҡурҡма. Бик йоҡоң килһә, бынау карауатҡа башыңды төртөп тор. Ә мин бында ғына...

       Һаҡалтай шешә төбөндә ҡалған конъякты йотто ла өндәшмәй ултырҙы. Бер аҙҙан өнө лә, төшө лә буталған был яңғыҙ әҙәм ыңғыраша-һаташа йоҡоға талды.

 

Автор:Хайдар Тапаков