Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
24 Сентябрь 2021, 09:50

Дусар ителгәндәр (Унынсы киҫәк.)

       Гөлсөм һеңгәҙәп оҙаҡ ултырҙы. Иртәнге ҡояш бүлмә эсен яҡтыртты, тәҙрә рамдарының шәүләһе иҙәнгә төштө. «Шәүләләр рәшәткәгә оҡшаған… Бикһеҙ төр­мәгә килеп эләктем, былай булғас...» Форточканан яңылыш осоп ингән күбә­л­әк тыш­ҡа, иреккә сығырға ынтылып, ҡанаттарын быялаға бәрҙе лә бәрҙе...  

Дусар ителгәндәр (Унынсы киҫәк.)
Дусар ителгәндәр (Унынсы киҫәк.)

       Гөлсөм, ҡатынға эйәреп, бик бай йыһазландырылған фатирға инде. Бында бөтә нәмә замана зауығына тап килтереп урынлаштырылған. Бәләкәй генә ауыл өйөнән кил­гән йәш ҡыҙға былар барыһы ла әкиәт һарайындағылай тойолдо, шуғалырмы, ин­гәс тә юғалып ҡалды, ишек төбөндә тапанып тороуында булды. Ҡатын, ванна бүл­мә­һ­енә инеп, һыуҙы шаптырҙатып асып ебәрҙе, кухняға үтеп, газ плитәһенә сәй ҡуйғас, яғымлы ғына тауыш менән ҡыҙға өндәште:

       — Тартынма, үт, хәҙер ваннаға һыу тулһа, йыуынып алырһың. Был бүлмә һинең ҡарамаҡта. - Уң яҡтағы бүлмә ишегенә күрһәтте.

       Гөлсөм тартынып ҡына түргә үтте.

       Ҡатын өҫтөндәге күлдәген һалып ташланы, борғаланып-һырғаланып трюмо алдында әйләнгеләргә тотондо: кәүҙәһен ентекләп тикшерә, ҡояшҡа янып һорғолт төҫкә ингән тығыҙ, шыма тәнен тотҡолап ала. Ҡәнәғәт ҡалғас, массаж тарағын алып тарап, сәстәрен ялпылдатып ебәрҙе, ҡолаҡ һырттарына хушбуй ышҡыны, ирен­дәрендәге помаданы яңыртты. Һылыу икән!.. Урамда иғтибар ҙа итмәгән дә баһа.

       — Апай  һеҙ артисткамы?

       — Мине, Луиза апай, тиген. Артистка уҡ булмаһам да, улар араһында йөрөй­өм заманында.

       Сәй эскәндән һуң Гөлсөм ваннаға инде лә эстән бикләнгәс кенә сисенә башла­ны. Стенаға беркетелгән ҙур көҙгөлә һыны сағылды, Луиза ише борғоланып алған булды, шул ыңғайы пырх итеп көлөп ебәрҙе. Ваннаға йәнәшәләп ҡуйылған тумбочка өҫтө эреле-ваҡлы крем, аллы-гөллө шампунь һауыттары менән тулған.

       Ул еҫле һабынды ғына алырға баҙнат итте. Йылымыс һыуҙа йәне ирегәндәй тойолдо, рәхәтлектән күҙҙәрен йомдо.

       Ишек шаҡынылар.

       — Һылыуым, нишләп бикләнеп ултыраһың, бында икебеҙ генә бит. Ас, арҡаң­ды ышҡыйым.

       — Кәрәкмәй, мин үҙем генә.

       — Ас инде, ас, оялма.

        Луиза ингәс, яланғас ҡыҙҙы баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе:

       — Бына һин ниндәй икәнһең... Йөҙөң генә түгел, кәүҙәң дә бынамын тигән, бешкән еләктәйһең, өҙ ҙә ҡап. Һинән файҙа сығасаҡ!

       Гөлсөм яңы урында аҙна самаһы йәшәһә лә, Луиза уны бөтөнләй борсоманы, Хат­та уның барлығын онотто ла шикелле. Йоҡоһон туйҙырып сығып китә лә кис һуң ғына кемделер эйәртеп ҡайтып инә. Гөлсөмдөң яттарҙың шәхси тормошонда ни эше бар, ҡыҙыҡһынмай ҙа. Аҙыҡ-түлек артынан да магазиндар ҡыҙыраһы түгел, һыуытҡыс тулы ризыҡ. Кеше елкәһендә йәшәп ятыуы уңайһыҙ һымаҡ булғанға, йоҡоһонан тора ла былай ҙа ялт итеп торған бүлмәләрҙе йыйыштырырға керешеп китә, шунан һуҙылып ятып, көнө буйы китап уҡый. Барыйға, өләсәһенә хат яҙып һалды, кире адресын ғына яҙманы, оҙаҡҡа килмәне бында. Ә Луиза апаһы әллә нишләп уҡырға индереү тураһында башҡаса һүҙ ҡуҙғатманы. Шул турала һүҙ ҡуҙғатҡайны, өҙөп кенә яуап бирҙе:

       — Ундай сетерекле мәсьәлә тиҙ генә хәл ителмәй, яйын тура килтерергә кәрәк.

       Бер мәл, шәмбе көн кис, ике йәш егетте эйәртеп ҡайтып инде хужабикә. Егет­тәрҙең ҡулында шешәләр, төрлө һый-ниғмәттәр тултырылған пакеттар.

       — Бөгөн тыуған көнөм, ҡунаҡтарымды бергә алып килдем, - тип ҡыҫҡа ғына аңлатты Луиза.

       Күркәм, мул итеп табын әҙерләшкәс, Гөлсөм бүлмәһенә инде, ят егеттәрҙең араһында ултырырға тартынды.

       Артынан уҡ Луиза күренде:

       — Артыҡтарҙы саҡырманым, ултырма улайтып, мә, бынау күлдәгемде кей ҙә...

       Бойороҡҡа тартым өндәшеүгә ҡаршы килә алманы ҡыҙ. Һонолған күлдәкте йәһәт кенә кейә һалды, сәстәрен рәткә килтерҙе лә көҙгөгә күҙ һалды. Китсе, ниндәй хәлдә тора һуң ул, итәк тубығынан күпкә юғары, иҙеүҙән дә күкрәктәренең яртыһы тиерлек күренә.

       — Апай, ҡуй...

       — Тартынма, бына тигән, класс! Артистка булырға бөгөндән өйрән!

       Егеттәр ҡыҙмаса булып та алған. Мыйыҡлыһы, үҙен Альфред тип танышты-рғаны, Луизаның эргәһенә килеп һыйынды, ҡулын тартыныуһыҙ-ниһеҙ уның ба-лтырына һалды. Луизаның иҫе лә китмәне, шулай ултырырға ризалыр, күрәһең. Йәшерәге Гөлсөм тирәһендә һырпалана, теле телгә йоҡмай, комплименттар әйтә, алдына ашамлыҡтар ҡуя, өҙлөкһөҙ бейергә саҡыра.

       Луиза көлөп кенә ҡуйҙы:

       — Артур, с тебя двойная цена, за свежие фрукты платят дорого...

       Сираттағы бейеүҙән һуң Артур, фужерҙарға шарап тултырып, алдындағыһын юғары күтәрҙе:

       — Предлагаю тост за прекрасных дам... - Ул бөгөлөп-һығылып оҙон-оҙаҡ бәйләнешһеҙ телмәр тотто, һүҙ ыңғайы ҡулын Гөлсөмдөң биленә һалды, һыйпаған­дай итте. Ҡыҙ ситкәрәк шылды.

       — Дон-Жуан, как ты красиво говоришь, после таких слов трудно отказаться... — Луиза кешәнәп көлөп ебәрҙе, Гөлсөмдөң ҡулына фужер тотторҙо. - Эсәбеҙ түңкәргәнсе!

       — Мин эсмәйем.

       — Ихтирам итмәйһеңме, тостың яртыһы минеке бит.

       — Эскәнем юҡ шул.

       — Ошоно ғына бөткәнсе йот та башҡаса ҡыҫтамайбыҙ.

       Ысынлап та, нимәгә тартынып тора әле, ике-өс йотомдан иҫермәҫ, моғайын.

       Эсемлек үҙәк буйын хәтәр яндырып төшөп китте, йылымыс ағым ҡан тамырҙа­ры буйлап аҡты, биттәренә ялҡын бөрктө, кәйефе күтәрелде, бүлмә эсе лә яҡтыраҡ, уны уратҡан кешеләр ҙә һөйкөмлөрәк күренде.

       Табын кыҙҙы, Гөлсөм әҙәп һаҡлаһа ла, ҡалғандар магнитофондан ағылған көйҙө баҫырға теләгәндәй ҡысҡырып һөйләшә, шаулайҙар, тотанаҡһыҙ ҡыланалар. Луиза пары менән ҡосаҡлашып ултырыуы етмәгән, асыҡтан-асыҡ оҙаҡ итеп үбешә башланы.

       Фужерҙарға тағы мөлдөрәмә тулы шарап, араҡы ҡойолдо.

       — Әйҙәгеҙ, Гуля һылыуҡайҙың яҡты киләсәге өсөн әсәбеҙ. Унан бөйөк актриса сығасаҡ! - тип ҡысҡырҙы Альфред.

       Гөлсөм был юлы ялындырып маташманы, уға изгелек теләп әсәләр ҙә баһа.

       Башы әйләнеп китте. Бүлмәләге йыһаздар ҙа зыр әйләнеп бейей төҫлө. Бигер-әк килешле итеп әйләндерә вальста Артур, ысын кавалер! Бая йөҙөнә иғтибарлап ҡарамаған да, баҡтиһәң, Барыйға оҡшаған икән.

       Луиза: «Уҡырға керетеүҙе иртәгә үк хәл итәм», - тип ебәрҙе. Төп күтәрә эсте­ләр. Альфред әллә ҡайҙан фотоаппарат сығарҙы. Күмәкләшеп тә, парлашып та фотоға төштөләр. Хәҙер инде Артурҙың алдында ултырырға ла тартынмай Гөлсөм, әрһеҙ ҡулдарҙы ла этәрмәй. Иң аптыратҡаны - фотоаппараттың әҙер фотолар эшләп сығарыуы. Көтөп йөрөйһө лә түгел, ҡыланып төш тә һүрәттәреңде ҡарап кинән. Ҡыҙыҡ.

       Иҫерткес эсемлектәрҙе тәүгә ауыҙына алған Гөлсөм мәжлес аҙағына бөтөнләй бәлйерәне. Артур, ҡыҙҙы күтәреп, бүлмәһенә алып инде, карауатына һалды ла бит­тәренән, муйынынан үбергә тотондо, ҡыпһыуырҙай ҡаты ҡулдары иҙеүгә тығылып, күкрәктәрен иҙҙе.

       — Нимә эшләйһегеҙ һеҙ, кәрәкмәй! - Гөлсөм, бөтә көсөн йыйып, ҡаршылаш­ырға маташты, иламһырап ҡысҡырып ебәрҙе. - Луиза апай...

       Тәмәке, араҡы еҫе аңҡыған һаҫыҡ ирендәр уның ауыҙын томаланы. Ярҙам итмәҫтәрен тойған ҡыҙ ярһып иларға тотондо. «Ай!..» Ниндәйҙер тупаҫ ауыртыу тәнен өттө, йәне ҡара упҡынға осто...

       Гөлсөм ауырлыҡ менән күҙҙәрен асты. Башы шаулай, теле аңҡауына йәб-ешкән, үҙен аяуһыҙ туҡмалғандай хис итә, бөтә кәүҙәһе ауырта. Бүлмә эсен күҙҙән үткәрҙе. Яҡтырған. Бөтә нәмә үҙ урынында, тик уның эске кейемдәре, теге затлы күлдәк иҙәндә ята. Йөрәген һыҙлатып, кисәге мәхшәр иҫенә төштө. Бүлмә ишеге асылды, ярым-яланғас Луиза күренде, ҡулында рюмка.

       — Нисек йоҡланың?

        «Оятһыҙ, белмәгән булып ҡылана!..»

       — Кисә саманан арттырыңҡырап ташланыҡ шул. Мә, ошоно эсеп ебәр, еңеләйеп китерһең.

       Гөлсөм стена яғына боролдо.

       — Һе, һөйләшкең дә килмәйме? - Луиза өҫтәл эргәһендәге ултырғысты тартып ултырҙы, рюмкаһын өҫтәлгә ҡуйғас, килешле итеп фильтрлы сигаретын тоҡан-дырҙы.

        Гөлсөм асыуынан ырғып торҙо ла ҡабаланып кейенә башланы, сумкаһына барлы-юҡлы әйберҙәрен тултырып, ишеккә табан уҡталды.

       — Ашыҡма. - Луиза тыныс ҡына элекке хәлендә ултыра. - Паспортыңды алырға оноттоң түгелме?  Ә ул миндә.

       Тәүәккәл ҡыланған ҡыҙҙы шаңҡытты был яңылыҡ. Ул әкрен генә боролоп, инәлеп һораны:

       — Бирегеҙ...

       — Бирәм, әлбиттә. Шуныһы - ҡайтып етеүеңә бынау фотолар артыңдан барасаҡ: ауыл Советына, мәктәп директорына. Участковыйға ебәрергә мөмкин. Улар бит һинең һымаҡ фәхишәләрҙе иҫәпкә алырға бурыслылар. Табында төшкән фотолар иҫ китерлек түгел-түгелдеккә, ә бына донъяғыҙҙы онотоп, мөхәббәт диңгеҙендә йөҙгән мәлегеҙ бигерәк шәп... - Луиза елпеүес һымаҡ тотҡан фотоларҙы уға һондо.

Быныһы инде тамам һеңгәҙәтте Гөлсөмдө. Ул хәлһеҙләнеп иҙәнгә сүкте:

       — Апай, харап итмәгеҙ мине, ҡайтарығыҙ.

       — Аллам һаҡлаһын, харап итеү түгел, һиңә сирткәнем дә булманы, минең иҫәптә нисәмә көн йәшәйһең, һуҡыр тин аҡса һораныммы? Юҡ! Кисә Артур менән булған хәлгә лә үҙең генә ғәйепле. Хәйер, ғәйепләргә мин прокурор түгел. Бөгөн йәштәр енси мөнәсәбәткә бик иртә инә, сексуаль революция осоронда, циви­ли­зация­лы дәүләттә йәшәйбеҙ бит.

       «Фәхишәләр фәлсәфәһе, боҙоҡтар, шаҡшы күңеллеләр психологияһы...» - тип эстән генә яуап бирҙе ҡыҙ, әммә ҡысҡырып әйтә алманы. Телгә бөткән, йышылған был ҡатынды һүҙ көрәштереп еңеп булмаҫы көн кеүек асыҡ. Өҫтәүенә, Луиза унан  күп  яҡтары менән юғарыраҡ:  йәше  менән дә, тормош тәжрибәһе менән дә, уңа-й­лы ҡала фатирында рәхәтләнеп йәшәүе менән дә. Ошоға тиклем ул сафлығы, күңел бөтөнлөгө менән унан күпкә өҫтөнөрәк тойола ине, ә хәҙер... Кешенең йәнен үлтереү, уға бысраҡ яғыу тиҙ, күҙ асып йомғансы икән дә баһа. Әле кәүҙәһе бөтөн, ағзалары теүәл һымаҡ, әммә йәненән яҡты уй-фекерҙәре, юғары хыялдары ҡасҡ-ан, күңеле китек.

       Луиза рюмкалағы араҡыны сытыраймай ғына йотоп ҡуйҙы, артынан төтөн һурҙы ла Гөлсөмдөң янына килде, яурындарынан тотоп торғоҙҙо, карауатына ултыр­ыр­ға ярҙамлашты ла ҡаршыһына баҫты:

       — Тыныс ҡына хәл итәйек, илау-һыҡтау, истерика ярҙам итмәйәсәк. Ҡайттың да икән, ти, ауылда ни бар һиңә? Һауынсынан да перспективалыраҡ эш таба алма-я­саҡ­һың. Быныһы көн кеүек асыҡ. Ярай, эшләнең дә икән, ти, хәйерсе тиндәренә бил бөгөп, 5-10 йылдан һуң кемгә әүерелеүеңде күҙ алдына килтер! Бында бөтә ҡулайлыҡтары булған ҡала, талантыңды асыу өсөн мөмкинлектәр киң. Вәғәҙәм көсөндә ҡала, институтҡа инер­гә ярҙам итәсәкмен. Уның өсөн аҡса кәрәк, күп аҡса. Бөгөн бит абитуриенттар белемдәр­ен күрһәтеп түгел, кәрәкле кешегә мәмәй төртөп уҡырға инә.

       Һөйләшкеһе килгән мәлелер, тауышын күтәреңкерәп, йәнә дауам итте:

       — Мин фәхишә, уны бер кемдән дә йәшермәйем, ә эш урынын файҙаланып, кеҫә ҡалынайтыусылар кем? Төҫтәрен үҙгәртеп, демократ булып, түрәлектә ҡалған элекке коммунистар һуң? Бөйөк державаны кем хәйерсе хәленә ҡалдырҙы? Батып бар­­ған караптан кем нисек теләй, шулай ҡотола, мине гөнаһтарымда ғәйепләргә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Йылғырҙар, дәүләт милкен һатып, байып ҡалырға тырыша, ә минең һатыр нәмәм - матур йөҙөм дә йәш тәнем. Олоғайһам, ул тауарҙың да хәжәте ҡалмаясаҡ. Фәхишә булыуыма ғәйепле түгелмен, бел уны, мине ҡатын-ҡыҙ итеп аҫырай алмаған, түбәнлеккә этәргән дәүләт ғәйепле! Беләһеңме беҙҙең илдә кем иң төп бур? Дәүләт! Ул һәр беребеҙҙе өҙлөкһөҙ талай, түбәнселеккә төшөрә, хәйерсе хәленә ҡалдыра. Беҙҙе бит өҙлөкһөҙ алданылар һәм алдайҙар. Ҡайҙа вәғәҙәләгән яҡты киләсәк, коммунизм, юғары эш хаҡы, әҙәмсә йәшәү шарттары, ғәҙел йәмғиәт? Улар бөтәһе лә буш һабын ҡыуығы!

         Луиза ярһый төштө, һүнгән сигаретын атып бәрҙе, икенсеһен тоҡандыра алмай аҙапланды. Тоҡандырҙы. Бүлмә буйлап ары-бире йөрөп алды, ултырғысты тар-тып, кире өҫтәл янына ултырҙы, терһәкләнеп, сәстәрен бармаҡтарына араланы.

— Ә бит мин өмөтлө генә пианистка инем, абруйлы конкурстарҙа ла ҡатнаш­тым. Ғаиләмдең дә булыуы ихтимал ине. Уларҙың береһе лә ҡалманы инде бер ҡасан булмаясаҡ та. Пианисткамын, ә бүлмәмә музыка ҡоралы ҡуйылмаған. Пара-доксмы? Сөнки уны үҙемде һатҡан һымаҡ һаттым, тормаһын күҙ көйөгө булып тинем. Бөгөн мине теләгәнсә уйнаталар, ха-ха-ха... - Әсе көлөү яңғыраны.

       Йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап, оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы. Шунан сәстәрен төҙәткәндәй итте, тороп көҙгө ҡаршыһына баҫты. Йөҙө әүәлгесә битлек хәленә ҡайтҡайны. Нервыһы, мускулы һелкенмәгән шыма, матур битлек.

       — Әле минең эмоциональ һөйләгәнде, саманан аштырып хискә бирелеүҙе лирик ситләшеү тип ҡабул ит, - Луиза Гөлсөмгә сифатлы тауарға ҡарағандай текәлеп торҙо. - Ҡала ерендә һинең һылыулыҡ менән аҡса эшләүе ҡыйын булмаясаҡ. Мә, кисәге өсөн гонорар. - Карауатҡа ҡағыҙ аҡсалар ырғытты, ҡырыҫ әйтте. - Хәтереңә һеңдереп ҡуй, Баймырҙина, тапҡан аҡсаңдың яртыһы һәр ваҡыт минеке буласаҡ! Йәнә төрлө фокустарҙы яратмайым, улар файҙаһыҙ. Алдағы көндәреңде белгең килһә, шуны әйтә алам, аҡыллы ҡыҙға оҡ­ша­ған­һың, һинән ниндәй хеҙмәт талап ителгәнен аңланың шикелле. Бына ошолай ике йыл эшләйһең дә уҡырға керетәм, теләмәйһең икән, дүрт яғың ҡибла, мин һине белмәйем, һин мине, тигә-ндәй. Һөнәрҙең серҙәренә килгәндә, уныһына өйрәтермен, тәүге сирҡанысты алдың бит инде, күҙ аҫтарың тикмәгә генә күгәреп тормайҙыр. Ҡыҙлыҡһыҙ ҡыҙ булмай, бөгөндән һин йәш ҡатын, ә йәш ҡатындың вазифалары ла икенсерәк. Күнегерһең, айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр.

       Гөлсөм һеңгәҙәп оҙаҡ ултырҙы. Иртәнге ҡояш бүлмә эсен яҡтыртты, тәҙрә рамдарының шәүләһе иҙәнгә төштө. «Шәүләләр рәшәткәгә оҡшаған… Бикһеҙ төр­мәгә килеп эләктем, былай булғас...» Форточканан яңылыш осоп ингән күбә­л­әк тыш­ҡа, иреккә сығырға ынтылып, ҡанаттарын быялаға бәрҙе лә бәрҙе...

                                                                                                    (Дауамы бар.)

 

Автор:Хайдар Тапаков