Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
23 Сентябрь 2021, 21:05

Беҙҙең былбыл һайрай!..

-Кемгә оҡшаһа ла барыбер түгелме? Килен һайламайбыҙ ҙаһа. Лыбырҙап торғаныңса, пылиткаңды тыҡ. Сәй эсәйек. Ҡыҙым да юлдан килгән, - бабай төйөнсәктәремде күтәреп инеп китә,  артынан эйәрәм...

Беҙҙең былбыл һайрай!..
Беҙҙең былбыл һайрай!..

 Башҡортостандың төнъяҡ-көнсығышында гастрольдар менән сәфәрҙә йөрөйбөҙ. Рәмзилә Әҙелшина* апай әйтмешләй, бил нәҙек, сәс оҙон саҡтарым. Бер ауылдан икенсеһенә, фатирҙан-фатирға йөрөп ятабыҙ. Мине йә Ҡурсаев* менән ауылдың хөрмәтле кешеләренә фатирға индерәләр, йә үҙемде генә яңғыҙ әбейгә ”төшөрөп" китәләр.
-Апай, яңғыҙ ғына ҡыҙыҡайҙы алығыҙ инде,-тип үтенә клуб мөдире.
-Ҡутаааа!..Шулай тей ҙә килә лә тораларсы. Баҫымсаҡ икәнде белеп алдылар ҙа...Быйыл ғына әллә дүртенсе әртис...
Мөдирем автобусға осоп инеп китә лә, “ҡуҙғалдыҡ" тигән ишара яһай шоферға. “Кубань" “ҡыхх-ҡыхх-ҡыхх", тигән ямаҡай тауыштар сығарып, ҡуҙғалып китә. Мин зәңгәр төтөндәр эсендә ауыҙ асып тороп ҡалам. “Зәңгәр томандар артында.."--йыр башыма килә.
-Йәй етһә , әртис менән себен ыҙалата торған!...Ништәп тораң, ин әйҙә...--инәй ҡапҡа яғына ыңғайлай, илағым да, көлгөм дә килеп инәйҙең артынан эйәрәм.
Һарай эсенән ҡалпаҡ кейгән, Чапайҙыҡы һымаҡ остары кәйелешеп торған мыйыҡлы, тәбәнәк кенә бабай килеп сыға, йылмайып минең менән ике услап күрешә. Йәнгә йылы булып китә.
-Әртис ҡыҙмы? Мәслихәт, мәслихәт!!!
-Бабай, ҡыҙҙың физиянимияһы әллә ҡайһы әртискә оҡшап тора. Ҡудашевағамы шул?
-Ташла әле шул бер ҡолаҡҡа ятмаған физияниминияңды! Фәриҙә Ҡудашеваға тиһеңме?--бабай миңә текләп ҡарай-яҡын да килмәгән!
-Бейеүсе Ҡудашеваға ,исеме кем ине әле шул бейеүсенең?. .Ҡарале, иҫкә төшмәйсе...Анау,  ҡайнатып бейей бит әле...
-Кемгә оҡшаһа ла бер түгелме? Килен һайламайбыҙ ҙаһа. Лыбырҙап торғаныңса, пылиткаңды тыҡ. Сәй эсәйек. Ҡыҙым да юлдан килгән,--бабай төйөнсәктәремде күтәреп инеп китә,  артынан эйәрәм.
-Ошо диванда йоҡларһың. Кәнсиртме, ҡыҙым, әллә писсы ҡуйып йөрөйөңмө?
-Эйе, ағай, писсы...спектакль.
-Әбей!!! Бөтә тәмле нәмәләреңде сығар өҫтәлгә. Перәнник, кәмфит, вис! Сирвантыңдан матур тәгәстәреңде сығар!—“Чапай"ҙан фарман булды.
Тәмләп сәй эстек. Балтырғандан бәлеш, , ҡаймаҡ,бал!!!
Йәйҙең көнө йылдай оҙон. Көтөү ҡайтып, ҡатындар һыйырҙарҙы һауып, һөтөн “сеператҡа һалмайынса" спектакль башлау юҡ.
Көйәнтәләп һыуға барҙым, өйҙән ҡаралдыларҙы тышҡа сығарып текмәләренә элеп сыҡтым, иҙәндәрен , тәҙрәләрен йыуҙым, юрған, түшәктәрен ҡаҡҡыслап кире өйгә ташыным. Өй нәйәт булып ҡалды.
Күп кәрәкме ни ололарға-әбейҙең күңеле күтәрелеп китте:
-Бабай, тауыҡ сал!
Мунсаға һыу ташыным,миндеккә барҙым,ишек алдарым һепереп ташланым. Һарай артына сыҡҡас та бесәнлектәре башлана икән,бабайым махорка төргәнсе, бер һыуһын бесән саптым.
Тәмле итеп ит ашап, һурпа эсеп , ике кешелек саҡырыу ҡағыҙы ҡалдырып, клубҡа киттем.  Спектакль бик матур үтте, эстәре ҡатҡансы көлдөләр, ҡыҙғаныс ерҙәрендә иланылар. Колхоз рәйесе оҙаҡ итеп рәхмәт әйтте.
Клубтан сыҡҡанымды әбей менән бабайым ҡултыҡлашып көтөп торалар икән. Ҡупшы итеп кейенешеп алғандар. Валлаһи, танырлыҡ түгел үҙҙәрен. Бабайҙы ике яҡтан ҡултыҡлап , ҡараңғыла һәрмәнеп ҡайтырға сыҡтыҡ.
-Ипләп атлағыҙ,тәкмәсләп китмәгеҙ,--бабай шырпыһын сыя,--анауында үгеҙ ята, өҫтөнә барып менмәгеҙ. Инәһеҙ анауы рәйес, бағаналарға лампышка борҙорһа булмаймы. Ярай әле рәхмәт әйтергә эшкинде әртистәргә.
Күңелле итеп сәй эстек.
-Әй ҡыҙыҡ, әй мәрәкә булды писсығыҙ. Анау Баязитова*** инде килештерҙе.  Эсенә яҫтыҡ тығып алған да.
Ҡурсаев ағай бер ҙә ҡартаймаған, маладиииис.
-Һин уйнаманыңмы, күренмәнең?
-Мин Ҡурсаев ағайҙың әбейен уйнаным бит.
-Ҡутаааа, шулаймы ней? Беҙҙең ҡыҙ ҡасан сығыр , тип көтөп ултырған булабыҙ бит әле. Әй. Ике иҫәүән!
Анау әбейҙең ике ҡулы күм-күк, өшөп кенә ултыра микән ,тип һөйләшкән булабыҙ бит әле үҙ-ара. Эс ҡатты ул көлөп. Ҡыҙым, диванға ятырһың.
Бабай, ҡапҡаңды тағы берҙе тикшереп ин, берәйһе инеп, пакыслап китмәһен.
,,Пакость эшләп китеү буламы икән ул һүҙ?"--мин йоҡларға инеп китәм.
-Ҡыҙым, тор әле, баҡсаға сыҡ,--бабай яурыныма һаҡ ҡына ҡағылып мине уятып китте.
Халат ҡына эләктерҙем дә , баҡсаға индем.
-Былбыл һайрауын тыңла әле, балам. Ҡояш ҡалҡҡан мәлдә, эй өҙҙөрөп һайрай инде ҡошсоҡ!
Иртәнге һауынды тамамлап, күпереп торған һөтлө күнәген тотоп әбей ҙә баҡсаға килеп инде:
--Беҙҙең былбыл һайрай!--бабайына шундай йомшаҡ,наҙлы итеп күҙ һирпеп алды.Кисәге мөдир алдындағы инәй , тимәҫһең.
Тын ғына тора бирҙек.
-Һәүкәш, алама мал...-кемдер йәмһеҙ тауыш тауыш менән һыйырын әрләп баҡса эргәһенән үтеп китте.
-Шулай, ҡыҙым! Кемдең күңелендә нимә бар -шуны түгә . Ана былбыл яңы тыуған көнгә һөйөнөп, моңон түкте.
Анау килен һис бер гонаҫһыҙ һәүкәшен инәнән тыумаға һалып әрләп бара...
-Сәй ҡуя тор, әбей, мин һәүкәште апарайым көтөүгә.
-Әйҙә, ҡыҙым, йылы һөтөкәй эсерәм...
Автобус өй тәңгәленә туҡраны ла оҙаҡ итеп сигнал бирҙе. Мөдир минең әйберҙәремде елтерәтеп алып сығып китте. Әртистәр ҡайтҡанға ҡыуанып йөрөй!! Әбей менән бабайым оҙата сыҡтылар. Мең-мең рәхмәттәр уҡып, юлым төшһә, тағы ла килермен, тип вәғәҙәләр биреп , автобусға индем, тәҙрә аша ҡул болғаным. Инәйем күҙ йәштәрен һөрттө, бабайым калпағын сисеп , болғап тороп ҡалды.
,,Ҡыххх,ҡыххх.."-автобус ҡуҙғалып китте.
“Зәңгәр томандар артында..." тағы йыр иҫкә төштө.
Сәфәрҙәремдең иң матур иҫтәлеге булып ҡалдылар улар.
Ике былбыл.

С.Әбдрәхимова.

(*Рәмзилә Әҙелшина--Башҡортостандың халыҡ артисы,**Хәмзә Ҡурсаев--Башҡортостандың халыҡ, РФ-ның атҡаҙанған артисы,***
Зифа Баязитова -Башҡортостандың халыҡ артисы)

Автор:Резеда Валиева