Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
22 Сентябрь 2021, 09:14

Дусар ителгәндәр (Һигеҙенсе киҫәк.)

        Гөлсөм шаулы урамға сыҡты ла, ҡайһы яҡҡа атларға белмәй, икеләнеп туҡтап ҡалды. Тормошона мәғәнә биреүсе, хыялдарын төйнәүсе ниндәйҙер ҡәҙерле әйбер­ен юғалтҡандай тойҙо үҙен. Бар тирә-яҡ бушап ҡалғандай, уйҙары ла иләҫ-миләҫ, тарҡау. Халыҡ мыжғып торған ҡалала япа-яңғыҙы, хәленә инеүсе, аңлаусы булһасы...

Дусар ителгәндәр (Һигеҙенсе киҫәк.)
Дусар ителгәндәр (Һигеҙенсе киҫәк.)

       Гөлсөм ҡаты итеп ишек шаҡыуға тертләп уянды. Ырғып тора һалды ла кеҫ-әһендәге аҡсаның яртыһын яҫтыҡ аҫтына тыҡты, көҙгөгә һирпелгәндән һуң ғына ишектең биген асты.

       Бүлмәгә Луиза инде. Өҫтөндә атлас халат, ғәҙәттәгесә ентекләп биҙәнгән, сәстәрен лакка ҡатырырға өлгөргән, ҡабарып тора. «Тутыйғош...»

       — Оҙаҡ йоҡлайһың, һылыуҡай.

       — Һуң ҡайттым.

       — Беләм. Тимәк, бушҡа йөрөмәгәнһең. Күпме эшләнең?

       Яуап булмағас, иркен атлап төпкә үтте, тартыныуһыҙ ҡыланып, эленеп торған куртканың кеҫәләрен тикшерә башланы. Эҙләгәнен тапты.

       — Оһо, валюта! Молодец! - Аҡсаны тотошлай йомарлап, кеҫәһенә тыҡты. - Тотонорлоҡ аҡсаң бар, һиңә артығы кәрәкмәй. Былай барһа, бик тиҙ бирәсәгеңде түләп бөтөрәсәкһең. Шунан һуң дүрт яғың ҡибла. Ысынлап әйтәм. - Йолҡолған нәҙек ҡаштар ҡыйылып, юғарыға сөйөлдө, матур күҙҙәр хәйләкәр көлдө.

       «Алдай...»

       Кәрәген алғас, бында ҡалыуҙы урынһыҙ һанаған Луиза, сығыу яғына йүнәлеп, боролмай ғына әйтте:

       — Бына нимә, клиенттарыңды бында килтерә алаһың. Шарт - урам берәҙ­әк­тәрен түгел, тәрбиәле, аҡсалыларҙы саҡыр. Тик таксаны юғарыраҡ ҡуй. Кварт­пла­та. Был аҙнала медосмотр үтергә икәнен дә онотма.

       Ишек ябылды. Гөлсөм таш һындай һеңгәҙәп ултырыуында булды. Ҡайҙа килеп эләкте һуң ул? Был тоҙаҡтан ысҡына алмаясаҡ...

       Сәнғәт институтына уҡырға инеүе еңел түгел икән. Бигерәк тә ауылдан килгән­дәргә. Махсус әҙерлеклеләргә өҫтөнлөк бирелә, мәктәп партаһынан сығып тәүәк­кәлләүселәр һирәк, юҡ кимәлендә. Өҫтәүенә, сәнғәт кешеләренең балалары күп. Телевизорҙан ҡарап һоҡланған билдәле артистар, мөгөҙһөҙ һыйырҙай, бала-ларын етәкләп, кабинеттан-кабинетҡа инеп-сығып йөрөп ятҡан көндәре.

       — Баймырҙина, әҙерлән!

       Тәҙрә төбөнәрәк баҫып, сиратын көткән Гөлсөм турайҙы. Былай ҙа ентекләп үт­екләнгән арзан күлдәгенең итәген тартыштырҙы, тирләгән маңлайын ҡулъяу­лығы менән ҡоротто, бар әҙерлеге шул булды. Ҙур ишекте асып, эскә үтте. «Ниңә шул ҡәҙәрем ауыр итеп яһағандарҙыр, ябылыу белмәҫ класс ишеге бигерәк еңел була торғайны...»

       Күҙ йүгертте. Оҙон өҫтәл артында комиссия ағзалары ултыра. Алдарына янып торған роза сәскәләренән күркәм гөлләмә ҡуйылған. «Сәхнәгә генә түгел, бында ла килтергәндәр». Олпат иргә ҡараны ла иҫе китте. Халыҡ һөйөүен яулаған билдәле артист уның алдында ултыра. Тылсымлы, мөғжизәле донъянан килгән тиерһең, төҫө лә, үҙен тотошо ла башҡа.

       — Һаумыһығыҙ...

       — Үт, үт, һеңлем. - Ир мөләйем өндәште, һылыу ханымдар сәләмде алманы, йәшерәге хатта ҡаштарын ризаһыҙ төйөп, ауыҙын ослайтты.

       «Баштан уҡ оҡшаманым...»

       — Аллаға тапшырайыҡмы, Баймырҙина? - Халыҡ артисы уртаға баҫып, ҡулдарына урын таба алмай ыҙаланған Гөлсөмдө уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарырға теләгәндәй, ипле мөрәжәғәт итте. – Тәүҙә бейеп күрһәт!

       Бер яҡ ситкә тәҙрә төбөнә ҡуйылған магнитофондың төймәһенә баҫты. Унда бейеү көйө урынына “Шайморатов генерал” йыры ҡуйылған икән дә баһа. Бер ни аңламағандай урынында тыбызыҡланы, теге ағайға ҡарап алды, баш күтәрмәй алдарындағы ҡағыҙҙарында соҡонған теге ҡатындарға һирпелде.

          Халыҡ артисы көлөмһөрәне:

       - Ниңә бейемәйһең?

       - Бейеү көйө түгел бит. Һеҙ кассеталарҙы бутанығыҙ шикелле...

       - Бер нимәне лә бутаманыҡ. Артист халҡы көтөлмәгән хәлдәрҙә юғалып ҡалырға тейеш түгел. Бына әле ошо йыр көйөнә килештереп бейеп китһәң ул һинең файҙаға ғына булыр ине. Сәхнәлә аптыранып ҡалған артисты тамашасы аңламай, ҡабул итмәй. Ә хәҙер  яратҡан берәй шиғырыңды һөйләп күрһәт!

       — Мостай Кәрим. «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа».

       Гөлсөмдөң тауышы ҡалтырап сыҡты, тамағын ҡырып алды:

                                                                              Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,

                                                                            Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн

                                                                            Әрней минең иҫке бер яра...

Аяҡтары аҫтында ер убылып барғандай тойолдо. «Был тиклем дә тулҡынланғаным юҡ ине...» Тамам. «Килеп сыҡманы, образға инә алманым. Их, ауыл сәхнәһендә булһам, сатнатыр инем, билләһи...»

       — Баймырҙина... - Уйланып торғандан һуң, ир телгә килде. - Тәрән драматик әҫәр һайлауың хуплауға лайыҡ, ләкин уны ошолайыраҡ уҡырға кәрәк.

       Артистың тауышы сыңлап китте, күк күкрәнеме ни! Сыңланы ла шиғырҙың серле ҡапҡаһын һаҡ ҡына асып, уның донъяһына алып инде: ҡар яуған йонсоу көн дә эргәлә генә, шағирҙың ҡорос йөрөткән иҫке яраһының һыҙлауы ла йөрәккә үтерлек. Китсе, мәктәп китабындағы шиғырҙы яттан белһен инде!

       Йәш ханым йәнә өнһөҙ ризаһыҙлығын белдерҙе.

       «Быға бер нәмә лә оҡшамай. Ултыра нишана, күҙле бүкән булып... Йөрөйһөңдөр шунда эләк-һаҡ, аяҡлы имгәк булып сәнғәт донъяһында. Бөгөн һинең ише талантһыҙҙар менән донъя тулған!  Шәп булғасың, тор ҙа һөйлә!»

       — Аңланыңмы инде? - Ир кире урынына ултырҙы. - Сәнғәт институтына инеү өсөн төҫ-баштың килешле булыуы тәүшарт түгел. Юрий Никулинды ғына алайыҡ, уны ла уҡырға алмай йөҙәткәндәр икән, йәнәһе лә, сәхнәгә яраҡһыҙ. Кергән тәки тырышып. Әгәр шунда хата китһә, сәнғәтебеҙ ниндәй талант эйәһен юғалтыр ине. Ярай, ситләштек. Баймырҙина, һинең сәнғәт юлын һайлауың ҡыуаныслы хәл, әлбиттә, сөнки сәнғәт - ул матурлыҡ, нәфислек, гармония иле, серле мөғжизәләр утрауы. Уны һайлағандар дан-шөһрәт ҡаҙанырға килмәй унда, ә тамашасы күңеленә игелек ор­ло­ғо сәсергә, уны яҡтыға, юғарыға әйҙәргә, уға фиҙакәр хеҙмәт итергә килә. Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тип әллә ҡасан әйтелгән һүҙҙәр бөгөн дә бик актуаль яңғырай. Шуға ла унда ҡабаланып керергә ашыҡма. Ныҡлап әҙерлән, икенсе йыл ҡабаттан килерһең. Килерһең бит?

       «Тәрбиәле икән, рәнйетмәй генә кире ҡаҡты ла ҡуйҙы».

       Гөлсөм тыңлаулы бала һымаҡ баш ҡаҡты.

        — Бына килештек тә. Һау булып тор.

       Теге йәш ҡатын йөҙөнә тантана, һауаланыу билдәһен сығарҙы, ул уның имтиханды үтә алмауына өнһөҙ ҡыуана ине шикелле.

       Гөлсөм шаулы урамға сыҡты ла, ҡайһы яҡҡа атларға белмәй, икеләнеп туҡтап ҡалды. Тормошона мәғәнә биреүсе, хыялдарын төйнәүсе ниндәйҙер ҡәҙерле әйбер­ен юғалтҡандай тойҙо үҙен. Бар тирә-яҡ бушап ҡалғандай, уйҙары ла иләҫ-миләҫ, тарҡау. Халыҡ мыжғып торған ҡалала япа-яңғыҙы, хәленә инеүсе, аңлаусы булһасы...

       Ҡаршылағы паркка табан атланы, эскәмйәләрҙең береһенә ултырҙы. Салт аяҙ көн яҡтыһы ла һүрәнләнер икән. Күңелһеҙ.

       — Абитуриентка бошонамы? - Ҡараһа, эргәһенә һылыу ғына ҡатын килеп ултырған, имеш. - Бирешмә, йәшәү дауам итә!

       Ҡатындың өҫтөндә модалы күлдәк, көнөн матурлыҡ салонында ғына үткәр-гәндер, ентекләп биҙәнгән, ҡул тырнаҡтарын игәп-осларға ла биниһая ваҡы­ты ки-ткәндер әле. Гөлсөм абайламаҫтан һорай һалды:

       — Апай, һеҙ ҙә ошо институтта эшләйһегеҙме?

       — Эшләүен эшләмәйем. Әммә теләһә ҡайһы ваҡытта иркенләп инеп сығырға мөмкинлегем бар, күп уҡытыусылар - яҡын таныштарым, теләһәң, һиңә лә ярҙам итә алам.

       — Нисек итеп, бөгөн үкме? - Ауыл ҡыҙын әүрәтергә күп кәрәкме инде, эргә-һендә ултырыусыға ышаныс менән төбәлде.

       — Бөгөн үк булмаҫ. Һөйләшергә, яйларға кәрәк.

       — Улайһа, мин көтөргә риза.

       — Көтөгөҙ. Иртәгә ошо урында осрашырбыҙ. Кәрәк була ҡалһа, адресымды ҡал­ды­рам. - Ҡатын бәләкәй генә ҡул сумочкаһынан ҡағыҙ киҫәге сығарып сый-маҡланы ла китергә йыйынды. - Әйткәндәй, йәшәргә урының бармы һинең?

       — Ҡунаҡханала туҡтағайным.

       — Нимәгә ҡунаҡхана! Минең фатир иркен, яңғыҙмын, иптәш булырһың. Бер бүлмә тотошлайы менән һиңә!

        Бер ҡатлы ҡыҙ таныш түгел ҡатындың артынан эйәрҙе.

                                                                                        (Дауамы бар.)

 

Автор:Хайдар Тапаков