АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
21 Сентябрь 2021, 09:38

Дусар ителгәндәр (Етенсе киҫәк.)

       Мәрфуға больницанан көҙ еткәс кенә сыҡты. Һылыу йөҙө һурылған, ҙур көләс күҙҙәре һүнгән. Ҡулындағы биләүҙәге бала тызылдап иланы ла иланы. «Донъяға ваҡытынан алда тыуҙырыуҙарына үпкәләнеме, әллә тибелгән ере ауыртамы икән?» Аҡбай ҡыҫҡа эт аҡылы менән шулай уйланы.

Дусар ителгәндәр (Етенсе киҫәк.)
Дусар ителгәндәр (Етенсе киҫәк.)

       Аҡбай өйгә эңер төшкәс кенә ҡайтты. Тәҙрәләрҙән йәнде йылытҡан яҡтылыҡ һибелмәй. Ихата бушап ҡалған, күсенгәндән аҙаҡ була торған болалыҡ һиҙелә: алып китергә яраҡһыҙ ваҡ-төйәк әйберҙәр вайран булып сәсрәгән, ҡағыҙ киҫәктәре елдә туҙырай. Шуларҙың араһында ҡул-аяҡтары ботарланған, бер күҙе сыҡҡан ҡур­саҡ ята. Таныш нәмә. Хужаның ҡыҙы Рәсимәнең ҡурсағы. Оҡшаш яҙмышлылар. Ет­лек­мәй тыуған зәғиф бала бер аҙ йәшәргә лә өлгөрмәйенсә үлеп киткәйне бит. Хужа аҙналап ситтә йөрөп эшләне, ҡайтҡас, шул ҡәҙәре өйөндә була ла тағы юғала. Ҡатыны Мәрфуға - клубта мөдир, уның эше, ғәҙәттә, кис башлана ла төн уртаһы­нда бөтә. Шуға ла иптәш булһын типтер, күрәһең, Аҡбайҙы эйәртә. Уға күнегәһе түгел, өйрәнгән, клуб күтәрмәһенең аҫтында сабыр ғына көтә, тәҙрәләрҙә ут һүнеп, һуңғы аяҡ тауышы ишетелдеме, егәрлеләнеп хужабикәһенең  алдынан төшә. Килештерә, унда-бында сабыулап өрөп алған була, күҙҙәрен яндырып, төнгө һунарға сыҡҡан бесәйҙәрҙе пыр туҙҙырып ҡыуалай.

        Өйҙә оҙаҡ ваҡыт бала тауышы ишетелмәне. Шуғалырмы, өй тирәһе ҡойто күренә. Яңы әйберҙәр, ҡаралты һатып алыуҙамы бәрәкәт, йәме, йылыһы булмағас донъяның. Икеһенең дә сырайы йәмрәйгән, күләгәле.  Ҡотһоҙ, шатлыҡ-ҡыуаныс-һыҙ йәшәп ятҡан саҡтарында хужа йөрәкһенеп йөрөй башламаһынмы! Сәбәбен тиҙ төшөндө Аҡбай - хужабикәнең ҡорһағы бүртә, шул үҙгәреш быларҙың йәшәүенә мәғәнә бирә, көйләй-яйлай икән. Буласаҡ әсәнең дә йөҙөнә нур ҡайтты, хәрәкәт­тәре лә эләккеләй орҙо-бәрҙе түгел, һаҡ ҡына, эсен дә бик йыш наҙлы итеп һыйпап ҡуя. Ваҡыт үтә торҙо, быларҙың үҙ ғәме, үҙ хәстәре.

       Хужа вахтанан төндә һуң ҡайтҡайны, иртән иртүк магазинға бара һалып, эреле-ваҡлы төргәктәр күтәреп тә сыҡты. Ундай һатып алыуҙар был өй өсөн ғәҙәти күренешкә әүерелде инде, кемуҙарҙан ташыйҙар.

       Дәртле аҙымдарға ҡатарлап, Аҡбай ҙа кинәнеп юрғаланы. Ҡаршыға һыуҙан ҡайтып килеүсе Һорландың хужабикәһе осраны.

       — Фәнил, һаумы. Ырамлы баҫаһың, төшөрөп алдыңмы, был төргәктәр кемгә?

       — Төшөрөү ҡайғыһы юҡ әле. - Хужа һаулыҡты алмай ғына үтеп китергә йыйынды, Нәзирәне өнәп бөтөрмәгәнлеге күренеп тора.

       — Тиҙҙән артаһығыҙ инде. - Көйәнтә юлға арҡыры ҡуйылып, юл быуылды. - Малай көтәһеңме, әллә ҡыҙмы?

       — Миңә барыбер. Иң мөһиме - сәләмәт булһын.

       — Шулайын шулай. Кемгә оҡшар икән тыуыр балаң?

       — Кемгә булһын, миңә! - Фәнилдең йөҙө һағайҙы.

       — Ҡарыулы егеттәр клубта етерлек... Кис етһә, ярһыуҙарына сыҙаша алмай йөрөгәндәрен күрәһең.

         Яндырай, шырпылай тоҡанырға әҙер иргә етә ҡалды, ҡыҙарҙы-буҙарҙы, аҫ­тыр­тын йылмайып торған Нәзирәгә башҡаса һүҙ ҡатманы, кинәт боролоп, магазин­ға йүнәлде. Унан төргәктәрен ҡалдырып, араҡы ҡыҫтырып сыҡты, ауылдан алыҫ түгел күренеп торған тау битләүендәге сауҡалыҡҡа ҡарай атланы, Аҡбай эйәрергә иткәйне, зәһәр ыҫылданы:

       — Пшёл!

       Сара юҡ, Аҡбайға ҡайтып китергә генә ҡала. Ҡурҡып, ниндәйҙер хәүеф көтөргә кереште, күр ҙә тор, ғауға ҡубасаҡ өйҙә. Бәләкәй ҡапҡа эңер төшөр алдынан ғына шығырланы. Фәнилдең сәстәре туҙған, йөҙө аларған, ҡарауы ҡурҡыныс. Ла-яҡыл иҫерек. Болғаңлап өйгә инергә иткәйне, бер аҙҙан аҡырған, шунан илаған тауыштар ишетелде. Ишек асылды, ир ҡатынының сәсенән матҡып алған. Сыҡты ла ҡоласын киреп, тупһанан елтерәтте. Бисара таһыр-тоһор түбәнгә тәкмәсләне.

       — Уйнаш!

       Апаруҡ бейектән осоп, аяҡтарын имгәткән ҡатын йөгөнөкләп торорға маташ­ты.

       — Яңылышаһың...

       — Кемдән?

       — Һинән!

       — Ниңә улайһа урам төрлө хәбәрҙәргә тулған?

       — Хоҙай алдында ант итәм, ғәйбәт...

       Ҡайтарып булмаҫлыҡ гонаһ ҡылынасағын һиҙгән Аҡбай, үҙен-үҙе онотоп ырылдап, хужаһының итек ҡунысына барып йәбеште, ҡат-ҡат өрҙө, бәлки, аңлар:

       — Ялған... ялған... ялған... р-р-р-р-р...

       — Кит бынан!

       Ҡаты кирза осо ныҡ ҡына эләкте. Икенсе тибеү ҡатындың ҡорһағына тура килде.

       — А-ааа-аһ! - Үҙәк өҙгөс иңрәү һауаны ярҙы, Мәрфуға эсен ҡосаҡлап йәнәсыҡҡа тәгәрәне-тәгәрәне лә тынып ҡалды.

        Ир ҡылған эшенә баһа бирерлек хәлдә түгел ине шикелле. Тупһа күтәрмәһенә ултырҙы, ныҡ эсеүҙән миңрәүләнгән йөҙө таш һымаҡ ҡатып ҡалды.

       Мәрфуға ҡуҙғалғандай итте, юҡ, итәге аҫтында нимәлер йыбырлай икән дә баһа. Нәҙек кенә, бесәй сыйылдағандай өн ишетелде.

       Фәнил утҡа бешкәндәй һикереп торҙо. Ҡарағусҡыл быжыр йөҙө ҡағыҙҙай ағар­ҙы. Ул, ике ҡулын алға һоноп, ҡатынына яҡынланы, күҙ асып йомған арала башын томалаған араҡы шауҡымы ҡайҙалыр сығып осҡайны.

       — Бисәкәй, кит улайтып ятма, тор. Холҡомдо беләһең дә, ҡурҡытыр өсөн генә ҡыланғайным.

       Уныһы иҫһеҙ-оҫһоҙ ята бирҙе, итәк аҫты яңынан ҡыймылданы, сыйылдау ҡабат­ланды, туҙанды юлаҡлап, сат араһынан ҡан һарҡып сыҡты.

        Фәнил ергә тубыҡланды:

       — Мәрфуғам!..    

       Яуап булмағас, өтәләнеп ҡайҙалыр сығып йүгерҙе. Сыр-сыулап күрше ҡатын­дар килеп инде, аҡ халатлы кеше күренде, артынан носилка тотоп эйәргәндәр. Бә-ләкәй генә беләк буйындай ҡыҙыл нәмәне аҡ биләүгә биләнеләр.

       Фәнил өлтөрәп йүгергеләне:

       — Әйттем, ауыр күтәрмә тип, мунса яғырға мәшәҡәтләнеп йөрөгәнендә йығылған.

       Ошо көндән йәштәрҙең тормошо кирегә тәгәрәне. Әсә менән бала оҙаҡ ваҡыт ҡайт­маны, хужа кеше үҙ хужалығында ғына яңғыҙы мөштөрҙәй. Күләгәләй кәртә-ҡу­ра тирәһендә йөрөштөрә лә өйөнә инеп бикләнә. Аҡбайға ла ашау һирәк тәтей, уны­һы ла ҡатҡан-ҡотҡан икмәк һынығы. Ашау нимә, ул больницала ятҡан Мә-рфуғаны, етлекмәй тыуған ҡыҙ баланы йәлләй. Һиҙә, ныҡ ауыр уларға. Төн­дәр­ен өңөнән сыға ла күктә йондоҙҙар диңгеҙендә ғәмһеҙ йөҙгән тулған айға төбәлеп үкһеп-үкһеп иларға тотона:

       —  У-у-ууу-ы-ы... У-ууу-ы-ы-ы…

       Фәнил дә йоҡламай икән, тышҡа сығып, эргәһенә килеп сүгәләне:

       — Аҡбай, хәлдәрең нисек? Илайһыңмы? Миңә лә ҡыйын, үтә ҡыйын. Барыр ерем, батып үлер  күлем юҡ... - Ирҙең күҙҙәренән һаран йәштәр һығылып сыҡты ла шырт биттәре буйлап түбәнгә тәгәрәне.

       Иртән эшенә китеп барған Нәзирә ҡапҡа аша баҡсала соҡонған Фәнилгә ҡысҡыр­ҙы:

       — Этеңде аттыр, төнө буйы шомға һалып олоп сыҡты. Эт олоуы тигенгә түгел, йортҡа бәлә-ҡаза килә.

       — Этте түгел, һине атырға кәрәк, ҡара йылан!

       — Атаҡ-атаҡ, олоуҙың ырымға килешмәгәнен генә әйтеүем, тормошоғоҙға ни ҡыҫылыш. Абышҡамдың Мәрфуғаң менән йәш саҡтарында ғишыҡ-мишыҡ тотоу­ҙар­ында мин минауат штули.

       — Күҙемдән юғал, йыбытҡы!

— Атырға йыйына! Атырһың атмай ҙа. Участковый Таһирға барып, ғариза яҙам әле. Алдан белеп торһон. Ишшу бында...

       Мәрфуға больницанан көҙ еткәс кенә сыҡты. Һылыу йөҙө һурылған, ҙур көләс күҙҙәре һүнгән. Ҡулындағы биләүҙәге бала тызылдап иланы ла иланы. «Донъяға ваҡытынан алда тыуҙырыуҙарына үпкәләнеме, әллә тибелгән ере ауыртамы икән?» Аҡбай ҡыҫҡа эт аҡылы менән шулай уйланы.

       Фәнил ирәбеләнеп ҡалһа ла, тиҙҙән был икәү яңынан оҙаҡҡа юғалып торҙо. Ҡайттылар, тағы киттеләр. Шулай ҡыш буйына. Йәй еткәс, хәлдәре арыулана төш­тө. Йыш ҡына кистәрен өсәүләп баҡса буйындағы ултырғысҡа сығып ултырыр булдылар. Рәсимә (баланың исеме шулай ине) әсәһенең алдында, кәүҙәһе ҡурсаҡтай ғына, бөтөнләй үҫмәгән. Балаларға хас ҡыҙыҡһыныуы ла тойолмай, атаһы шал­ты­р­ат­ҡан төрлө уйынсыҡтарҙа ғәме лә юҡ, һәммәһенә битараф ҡарап тик ултыра. Рәсимәнең тыуған көнөнә ҙур ҡурсаҡ һатып алып бирҙеләр.

Көтмәгәндә өйҙә йәнә шау-шыу ҡупты. «Әллә тағы ҡаңғыралармы? Хужаһы һаман да аҡылға ултырмаған әләйгәс…» Яңылышты, өй янына тәреле машина ки-л­еп туҡтаны, табип ҡатын ҡабаланып инеп китте. Был юлы машина бер кемде лә алып китмәне. Инеүсе яңғыҙ сыҡты, йөҙө борсоулы ине. Аңланы Аҡбай, йөнтәҫ йөн араһына боҫҡан күҙҙәренән йәштәре субырҙап аҡты.

       Фәнил күренде, кәүҙәһе саманан тыш бөкөрәйгән, яурын­дары ауыр йөк күтәр­гәндәй һалынҡы. Ҡулында әлеге ҡурсаҡ, аяҡтарын көскә һөйрәп, рәшәткәгә бар-ып һөйәлде.

       — Кемгә тип йыйҙым был тиклем мөлкәтте, ә? Нимәгә кәрәк?! Бер кемем дә юҡ минең, бүтән булмаясаҡ та! Ҡәһәр һуҡҡыры яҙмыш!.. - Ҡурсаҡты йән асыуына яҡындағы мунса стенаһына бәрҙе лә бөгөлөп төштө. Илауға көйләнгән ҡурсаҡ һуңғы тапҡыр сеңләп алды: «Э-э-э-эң-ә-ә-ә...» Резина менән тоташтырылған ҡул-аяҡтар тирә-яҡҡа һибелде...

       Йылы донъялары туҙҙы Фәнил менән Мәрфуғаның. Һуңғы сиктә күсеп кит­теләр ана. Уңырҙармы ситтә? Бер Хоҙай ғына белә...

       Аҡбай ихатала темеҫкенде лә ашар ризыҡ тапмағас, ояһына инеп бөгәрләнеп ятты. Төн шомло. Яңғыҙың булғанға шулайҙыр. Йылы, яҡты, хужалы өйҙө генә һаҡлауы күңелле, кәрәк мәлдә ашатыусың, ҡурсалаусың барлығын беләһең.

       Өрөү ишетелде. Бәй, Һорланы бар ҙа баһа уның, бөтөнләй онотоп ебәргәнсе. Тауыш биреп, Аҡбайҙы саҡырып ултырыуылыр әле. Шул яҡҡа ҡарай сапты. Ҡапҡа ауыҙында ултырған дуҫына барып һырпаланды, моронон яланы. Тегеһе лә ҡыуанып китте. Ҡабырға терәшеп төн уҙғарҙылар. Иртәнсәк биҙрәһен беләгенә элеп, һыйыр һауырға сыҡҡан Нәзирә һимеҙ өйрәктәй байпаңлата баҫып, улар эргәһенә килде лә күҙҙәрен секерәйтеп, оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң, Аҡбайҙы танығас, сәрелдәп ебәрҙе:

       — Ах, емтек, ҡарун киткәс, беҙгә эйәләгән! Зөфәр, Зөфәр, тим, сыҡ әле.

       Арттан бисәһенән ике башҡа оҙон, мыҡты кәүҙәле, күрмәлекле булһа ла, күп эсеүҙән шешенеп бөткән ир күренде.

       — Нимәгә мыжыйһың таң тишегенән? Былай ҙа баш ярылып бара, уфф...

       — Әҙерәк эс! Нисә көн кипкәнең юҡ шул самогондан. Һиңә донъя ла кәрәкмәй, бисә лә. Ана, ҡарауһыҙ өйгә берәҙәк эттәр эйәләй.

       — Был Фәнилдең эте ләһә. - Зөфәр иҫе лә китмәй ауыҙын алаптай асып иҫнәп алды.

       — Шуныҡы булмай... Яңы кетәккә ингәйнем, тоҡомға ҡалдырам тип йөрөгән сыбар әтәс юғалған, йөндәре генә боролдап ята, ошо ашағандыр. Ас эт мал-тыуарға ҡанығыусан. - Нәзирә күрәләтә алданы. - Ауыҙыңды асып ултырһаң, аҙна-ун көндән тауыҡтарың ҡалмаҫ әле.

       — Ҡаңғыртма, һиндә әтәс ҡайғыһы. - Зөфәр ғәмһеҙ ҡул һелтәне лә кире инеп китте.

       — Ырауанъян, түшәктә рәте, тормошта ғәме булмаған ирҙе аҫырап үтте ғү-мерем заяға. Мин булмаһам, был нимә эшләр ине икән, ҡыутомшоҡ! - Нәзирә ти-реһенә һыймай туҙынды-туҙынды ла Аҡбайға таш алып тондорҙо. - Кит бынан, инде килеп йөрөһәң, йәнеңде алам!

Аҡбай, ҡойроғон бот араһына ҡыҫып, урамға сығып һыпыртты.

 

Автор:Хайдар Тапаков