Барый Ҡыҙҙар тауында көтә ине инде. Батмустай яланғас ҡалҡыулыҡта әллә ҡайҙан суҡайып күренә. Гөлсөмдө шәйләгәс, ҡаршыһына йүгерә-атлай килеп ет-те.
— Киттекме?!
— Киттек!
Тәүҙә ҡарҙан асылған тау битләүенән йәнәш атланылар. Егеттең йөҙө моңһоу. Ҡыҙҙың да башында билдәһеҙ һорауҙар ташҡыны: «Ни булған уға бөгөн? Күҙенә лә элмәйенсә ғазаптарға һалды-һалды ла әле килеп үҙе осрашыу тәҡдим итте. Тикмәгә түгел, әйтер һүҙе барҙыр. Яратам, тип әйтеп ҡуйһа...» Ул сағында өнө илер-ткес төшкә әүерелер. Шуғалырмы, ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтырға теләгәндәй аҙға ғына күҙҙәрен йомоп туҡтап ҡала, еүеш маңлайына йәбешкән сәс бөҙрәләрен төҙәтә, унан ҡарашын юғарыға сөйөп, төпһөҙ зәңгәр күккә баға.
— Арыныңмы?
Гөлсөм, Барыйға бәхетле йылмайып, һирпелеп кенә ала, «арыманым», ти ҡарашы.
Егеттең дә иләҫ-миләҫ сағы, аяғы аҫтына иғтибар ҙа итмәй.
— Барый, һыяға төшәһең бит.
— Диңгеҙ тубыҡтан булғанда, һыя нимә генә!
Абайламағанға һалышып, яйын килтереп етәкләшеп алдылар. Муйыллы туғай аша үткәндә лә, Аҡтау ҡаяһына күтәрелгәндә лә ҡулдар ысҡынманы. Бына ул иң бейек түбә, ошо ерҙән бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Әллә ҡайҙан борғаланып, Һаҡмар аға - торғаны диңгеҙ инде, диңгеҙ: боҙ ҡапсығын ярҙарына сығарып быраҡтырған, урыны-урыны менән уйһыулыҡтарҙы тултырып йәйрәп ята. Ҡомло утрауҙы бөтөнләй йотоп уҡ ҡуйған, тирәктәре генә бил быуарҙан һыуға батып тора. Ҡаяға һыйынып ҡына ҡуш ҡайын үҫкән. Йылымыс ел уның әлегә яланғас тәлгәштәренән бөрө еҫен һыпырып алып, танауға килтереп бәрә.
Һандыҡланып ятҡан таш өҫтөнә ултырҙылар. Һүҙҙәр онотолған. Кәрәкмәй. Былай ҙа рәхәт уларға.
— Гөлсөм...
— Әү.
— Мин армияға китәм. Кисәге почта менән повестка килтерҙеләр. Машинамды тапшырам да иртәнән һуңға юлға.
Ҡыҙҙың хыял диңгеҙендә йөҙгән күңеле тайҙай тулап китте. Ниҙер әйтергә уҡталды ла нишләптер тыйылды, егеткә мөлдөрәп ҡарап ҡуйыуҙан ары китмәне.
— Йәштәрҙе йыйып, кисә үткәр, ти ҙә ул минекеләр. Теләк юҡ, урынһыҙ шау-шыуҙы яратмайым. Йөрөп ҡайтҡас, күрергә килерҙәр.
«Барый китә... Унһыҙ нишләрмен? Ауыл урамдары, йәштәр менән лыҡа тулы клуб бушап ҡалыр бөтөнләй... Тормошомдоң бер мөйөшө кителер, йәшәүҙең ҡы-ҙығы, мәғәнәһе китер, бүҫкәреп ҡалыр…». Гөлсөмдөң тамағына әсе төйөр килеп тығылды. Ул, илап ебәреүҙән ҡурҡып, урынынан торҙо ла тауҙан түбәнгә табан атланы.
— Гөлсөм, туҡта әле, мин бит әйтеп бөтмәнем. - Артынан эйәрә төшкән Барый ҡабаланып ҡыҙҙың ҡаршыһына баҫты:
— Ни... миңә хат яҙып торорһоңмы?
Тегеһе башын ғына һелкте.
— Гөлсөм... Мин һине яратам... Ысынлап...
Тал сыбыҡтай бәүелеп торған ҡыҙ башын егеттең яурынына терәне. Барый ҡы-йыуһыҙ ғына Гөлсөмдөң сәстәренән һыйпаны, шунан янып барған битенән үбеп алды. Аһ!.. Эргәлә генә ҙур, көслө йөрәк «яратам, яратам» тип ярһып тибә, ҡуш ҡайынға ҡунып, ниндәйҙер ике ҡошсоҡ сырҡылдашып ҡыуана, иреү тупраҡ, тулышҡан бөрө еҫенән баш әйләнә, юғарыла, бик бейектә зәңгәр сатыр балҡый. «Көтмәгәндә башҡа ишелеп төшкән бәхет тигәндәре ошолор...» Гөлсөмдөң мейеһен урыҡ-һурыҡ уйҙар йыбырлата ла йәнен-тәнен иреткән йылы ағымға ҡушылып юҡҡа сыға.
Ике көндән Барый армияға китте. Иптәштәре, һауынсы ҡыҙҙар гармунға ҡушылып йырлап, ауыл урамынан автобус туҡталышына йүнәлгән мәлдә Гөлсөм, ҡапҡа артына боҫоп, һөйгәнен күҙ яҙлыҡҡансы күҙәтеп торҙо ла өйгә инеп мен-дәренә ҡапланды ла күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.
Мәктәпте тамамлағас, уҡырға ҡайҙа барырға тип аптыраманы Гөлсөм. Бала саҡтан уҡ күңелендә йәшереп йөрөткән хыялы бар - актриса булырға теләй ул. Теләй генәме, ул уның тормош хыялы, ынтылған йәшәү мәғәнәһе. Һылыулығын, башҡа ҡыҙҙарҙан айырылып торғанлығын да белә, Хоҙай Тәғәлә һәләттән дә мәхрүм итмәгән уны. Шулай булмаһа, мәктәптә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап ҡуйылған концертта класс етәксеһе Айһылыу апай уның сығышынан һуң юҡҡа ғына күҙ йәштәрен һөртөп ултырған тиһеңме! Былай үҙе лә Муса Йәлилдең «Вәхшәт» шиғырын һөйләгәндә тауышы ҡалтырап китә: сабыйын ҡосаҡлап, үлемен көтөп, соҡор ситендә баҫып торған ҡатынды күҙ алдына килтерә, уларҙы бына-бына шартлаясаҡ атыуҙан ҡурсаларға теләгәндәй, ҡулдарын һоноп алға уҡтала... Премьеранан һуң ул, арыған ҡиәфәттә, ләкин сикһеҙ бәхетле йылмайып, сәхнә түрендә тора, башҡа артистар ситтәрәк, юғарынан төшкән ут көлтәһе төп ролде башҡарыусыны ғына яҡтырта, ҡосағы тулы аҫыл сәскә гөлләмәләре... Ә улар тамашасылар яғынан яуа ла яуа... Тик ошо әкиәти хыялын тормошҡа ашырыу юлын ғына белмәй: кем уҡытһын, ниндәй аҡсаға? Шулай бошаланып йөрөгәнендә бер көн иртәнге сәйҙе эскәс, өҫтәл тирәһен йыйыштырып сығырға ғына боролғайны, урынынан ҡуҙғалырға ашыҡмаған өләсәһе уға яратып ҡарап ипле генә итеп өндәште:
— Тотҡарлан әле аҙыраҡ, тормош мәшәҡәттәренә бирелеп һөйләшкәнебеҙ ҙә юҡсы ошо арала. - Ейәнсәре, урындыҡҡа ултырып, башын баҫҡас, дауам итте. - Нишләп балтаң һыуға төшкәндәй шымтайып йөрөйһөң әле ошо арала?
— Юҡсы, бөтәһе лә һәйбәт.
— Бала күңеле далала икәнен яҡшы аңлайым. Оянан осор мәлең еткәнен һиҙеп эсем һыҙа. Сәйнәп икмәк ҡаптырып, кәзә һауып эсереп терелттем һине, шау һөйәктән, ҡоро тиренән генә торған сибек кенә бәпес инең. Әсәйең, үлә барыбер, тип уйлағандыр, ә мин Хоҙай ярҙамына инанып тырыштым үҙемсә. Бирешмәнең, үҫтең, үҫеү генә түгел, аҡҡошҡа әүерелдең. Өйрәк бәпкәһеләй ғүмер буйы эргәмдә йөрөһәң ине лә бит... Иғтибар итмә алйыған әбей фәлсәфәһенә, һеҙгә үҫергә, беҙгә сүгергә... - Әсмәнең төҫһөҙ күҙҙәрендә тәрән моңһоулыҡ сағылды, аҫҡы ирене тартышҡандай дерелдәне. Ул яулыҡ осо менән ауыҙын ҡапланы ла, һағышын баҫырға теләгәндәй, күңелле мәлде хәтерләп кеткелдәп ебәрҙе. - Яңы атлап йөрөгән сағың, ҡапыл һыуға батҡандай юғалдың да ҡуйҙың. Күрше-күләнгә йәүкәләп бөттөм, таба алмайым, илайым килеп тороп. Кисҡырын шифоньерҙы асып ебәрһәм, шунда ятаһың йоҡлап. Эргәңдә ҡағыҙ өйөмө, кәнфит һурып, ектән ҡарап тик ултырғанһың, төнәп киткәнсе.
Көлөшөп алдылар.
— Һине ташлап ҡайҙа ғына барайым. - Гөлсөм аҡланғандай әйтте.
— Улай тимә, йәшәремде йәшәгәнмен, тышау, һалыҡ булып ултырғым килмәй.
Әсмә туйтаңлап ҡалҡынды, ыңғыраша-тыһылдай ҡатҡан быуындарын ыуып мәшәҡәтләнде, быялаһы бер нисә урындан сатнаған, бер яғының ҡолаҡҡа ятыр ҡулайламаһы өҙөк күҙлеген эҙләп табып кейҙе лә, урындыҡ мөйөшөндә торған бәләкәй ҡумтаны алып, соҡонорға тотондо. Таушалып бөткән һаҡлыҡ кенәгәһен килтереп сығарҙы.
— Бына, балам, книжкә. Һине уҡытам тип ғүмерем буйына туплаған аҡсам ошонда, артыҡ күп булмаһа ла, тәүге осорҙа ярап ҡалыр.
— Ниндәй яҡшы кеше һин, өләсәй! - Гөлсөм, ырғып тороп, әбейҙе ҡосаҡланы.
Уныһы ах та ух килде:
— Ойпалама улайтып, билемде ауырттыраһың, ен, Алла, Алла, былай ҙа тубыҡтарым һыҙлай. - Үҙе ейәнсәренең ҡыуанысынан ҡәнәғәтлек кисерәлер, кинәнеп көлә.
Гөлсөм тышҡа йүгерҙе. Сығышлай почта йәшнигенә ҡыҫтырылған гәзиттәрҙе алып һелкеткәйне, араһынан өсмөйөш штамп һуғылған хат килеп төштө. Ул хатты үбеп алды.