Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
15 Сентябрь 2021, 09:25

Дусар ителгәндәр (Өсөнсө киҫәк.)

        Урамдарҙан йә уңға, йә һулға ҡайырылып, машина оҙаҡ барҙы. Рулде ҡулында уйынсыҡтай уйнатҡан айыуға тартым кәүҙәле әҙәм юл буйы һөйләшмәне, боролоп та ҡараманы, әйтерһең дә, һарыҡты һуйырға һатып алды ла ҡул-аяғын бәйләп тунарға китеп барыуы.

Дусар ителгәндәр (Өсөнсө киҫәк.)
Дусар ителгәндәр (Өсөнсө киҫәк.)

       Гөлсөм майҙан арҡыры үтте лә сауҙа йортоноң уттары сағыуыраҡ балҡыған еренә баҫты, урам менән йортто айырып торған бетон кәртәгә янтайҙы.

       Куртка кеҫәһенән затлы сигарет сығарҙы, шартына килтереп буялған ирендәренә ҡымтыны, йыбанып ҡына тирә-яғын байҡағандан һуң ҡабаланып үтеп ба-рыусы егеткә өндәште:

— Парень, огонька не найдется?

       Егет ҡарһаланып кеҫәһен ҡапшай-ҡапшай шырпыһын эҙләп тапты ла, ут тәҡ­дим иткәс, башын баҫып ары атланы, исмаһам, күтәрелеп ҡараһасы. “Мәжнүн, эшкинмәгән...” Төтөн үҙәк буйын әсетеп үтте, ауыҙына тәмһеҙ көйөк тәме таралды, күңеле болғанды. Атып бәрергә ине лә, ярамай, шулай кәрәк.

       Арыраҡ уның һымаҡ уҡ берәү баҫҡан. Егерме биш-утыҙ йәштәр самаһындағы, сәс­тәрен ерәнгә буяған, ат һымаҡ ҙур кәүҙәле, тирмәндәй осалы, мул түшле ҡат­ынды йыш осрата. Ерәндең дә урыны ошо, тик кәсебе төшөмһөҙ. Уҡаһы ҡойола ба­ш­лағандың кемгә генә хәжәте булһын. Үткәндә уны ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ике тапҡыр «алдылар». Икеһе лә ҡойто ғына кейенгән берәҙәккә тартым әҙәмдәр ине. Ерән­мәй­енсә нисек итеп ундайҙарҙы ҡабул иткәндер. Ике ҡыҙ сиратты дауам итә. Мәк­тәп партаһынан да сығып өлгөрмәгәндәрҙер. Йүнләп биҙәнә лә белмәйҙәр. Иғти­бар­ҙы йәлеп итер өсөн саманан тыш ҡысҡырып һөйләшәләр, шарҡылдап көлә­ләр: боҙоҡ боҙорға әҙерләнгән шуҡ балалар, тиерһең.

       «Ә мине Луиза тиҙ өйрәтте... Уның мәктәбе...»

       Ерән, мыймылдата баҫып, Гөлсөмдөң эргәһенә килде лә зәһәр ыҫылданы:

       — Эй, кобыла, больше предупреждать не стану, это моя территория!

Гөлсөм ҡылъяймаған төҫтә тороуында булды, сигаретын һурып, төтөнөн ерән­дең битенә өргәс, төпсөгөн ситкә быраҡтырҙы, йөҙөнә һауаланыу билдәләре сығарып, теш араһынан һыҡты:

       — Пошла отсюда, капуста!

       — А я тебя, стерва, кислотой плесну.                                                                               

       — Не пугай, меня пасут.

        Ерән ян-яғына ҡаранды ла кире урынына барып баҫты. Шөрләне булыр.

       Гөлсөм тертләп китте: йөрәге дарҫлап типте, эсенә һалҡынлыҡ йүгерҙе. Әле һи­б­ел­мәгән кислотанан һаҡланырға теләгәндәй йөҙөн ҡапланы. Ҡурҡыныс! Ал-дашып торған була, уны кем генә һаҡлаһын да кем генә яҡлаһын. Был шаулап торған мил­ли­онлы ҡалала ул япа-яңғыҙы бит. Луизаның өйрәткән һүҙҙәрен, хәрәкәт-тәрен ҡаб­атлап тороуы, ә бар булмышына өркәк ауыл ҡыҙы йәшеренгән.

       Эргәгә иномарка килеп туҡтаны, тәҙрәһенең быялаһы асылды, эстән ярым ҡараңғылыҡтан ҡалын тауыш гөрөлдәне:

       — Девушка, покатаемся:

       — Два часа прогулки стоит пять кусков!

       –  В рублях, или зелененькими?

       - Это завасит от вашей щедрости…

       – Почему так дорого?

       – Тариф соответствует уровню…           

       —  Садись.

       Урамдарҙан йә уңға, йә һулға ҡайырылып, машина оҙаҡ барҙы. Рулде ҡулында уйынсыҡтай уйнатҡан айыуға тартым кәүҙәле әҙәм юл буйы һөйләшмәне, боролоп та ҡараманы, әйтерһең дә, һарыҡты һуйырға һатып алды ла ҡул-аяғын бәйләп тунарға китеп барыуы.

       Бына, ниһайәт, ҡала ситендәге бер ҡатлы йорт янына килеп туҡтанылар. Ма­ш­и­наның мороно төртөлөүен генә көтөп торғандарҙыр, ҡапҡа шылып, тауышһыҙ ғына асылып китте, ентекләп ҡары көрәлгән ихатаға үттеләр.

       Машина ишеген көмөрөһө ныҡ беленеп торған ҡураныс кәүҙәле кеше асты ла ялағай шыйылданы:

       — Добрый вечер, Феликс Андреевич!

       Сәләм алынманы. Айыу кәрәҙле телефондан ҡайҙалыр шылтыратҡас башын ҡал­ҡытмай ғына һораны:

       — Күңел асалармы?

       — Уларҙың кәйеф-сафа ҡороу ҡайғыһы китте. Һеҙҙе көтәләр.

       — Бала-саға, һе-һе-һе... - Айыу көлһә лә, йөҙө көлмәне, үҙгәрешһеҙ ҡалды. - Бына нимә, йомошоң булһа, эскә үҙең генә инерһең, башҡаларға шаулама. Батя-ның ҡолағына төшөрөүҙәре бар, уның был мәсьәләлә ҡырыҫлығын беләһең. Минең менән! – Бойороҡ тонында бойорҙо Айыу.

       Айыу машинанан сығып өй яғына ҡарай  атланы. Гөлсөм дә ҡабаланып уның артынан юрғаланы. «Бойороҡҡа буйһонған эт һымаҡ екереүгә эйәреп китеп бар инде. Эстә дәрттәре ҡыҙышҡан хәшәрәттәр көтә...» Ул һиҙгәйне - унда күмәктәр. Теләктәрен, фантазияларын тормошҡа ашырыуҙы талап итәсәктәр, береһе икенсеһен уҙҙырырға теләп шашасаҡтар.

       Өй бер ҡатлы булһа ла, хан һарайындай иркен бүлмәләрҙән тора. Уларҙа гәл­сәр ташлы, төрлө ҙурлыҡтағы ҡиммәтле люстралар балҡый, оҙон коридорҙың буй­ы­­нан-буйына йомшаҡ келәм түшәлгән, сит ил йыһаздары күренә. «Йәшәй бе­ләләр... Барыһын да хәләл аҡсаларына һатып алмағандарҙыр...»

       Төпкө залдан сит ил музыкаһы ағыла, инеүгә уртала мул ризыҡ, шешәләр тулы оҙон өҫтәл артында ултырған икәү күренде, өсөнсөһө ситтәрәк торған креслоға сумған да ҡулындағы идара итеү пультына иғтибарһыҙ ғына баҫҡылай, мөйөштәге телевизор кадрҙары йыш алмашынғанға унда нимә күрһәткәндәрен дә айырырлык түгел. Ныҡ төтәткәндәрҙер, өҫтә шыйыҡ томандай күкһел пәрҙә тир-бәлә.

       — О-о-о, кемде күрәм! - Инеүселәрҙе креслола ултырған әҙәм күрҙе, ҡулында­ғын ситкә ырғытып, аяғүрә баҫты. - Филя беҙгә тигәнде килтергән дә! Шуның хө­р­м­әтенә тотайыҡ! - Ул коньяк шешәһенә үрелде.

       Төнәп ултырыусы икәү ҡымғырлағандай иттеләр ҙә алдарындағы тулы рюмка­ларға тексәйҙеләр.

       Айыу ҡулындағын ауыҙына түңкәрҙе, сытырайманы ла. Курткаһын һалып ыр­ғыт­ҡас, креслоға сумды, грушаға тартым башының өҫкө өлөшөнә йәбешкән күҙ­ҙәрен оятһыҙ тексәйтеп Гөлсөмгә ҡаҙаны, ҡалғандар ҙа уға ҡушылды.

       Бөтә тәнде ҡапшаған оятһыҙ ҡараштарға күптән күнеккәйне Гөлсөм, бында ла ҡойо­лоп төшмәне, тыныс ҡына тора бирҙе.

       “Был өсәүҙең һәр ҡайһыһына 15-20 йәштәр самаһылыр. Буй-һындары ла шый­ыҡ, иҫерткес эсемлектәрҙән бәлйерәп төшкәндәр. Көҙгө әтәстәр... Айыуҙан сәләмә­т­лек рухы аңҡый, кәүҙәһе беше, ныҡ. Ул хәлле, оҙаҡ йонсотасаҡ. Тәжрибәле фәх­и­шәләй фекер йөрөтәм, батҡаҡлыҡ ҡайһылай тиҙ һурып алды...”

       — Һылыу... – “әтәстәр”ҙең берәүһе телгә килде.

       — Цыц! - Айыу ҡәтғи туҡтатты. - Исемең нисек?

       — Гуля.

       — Таҙаһыңмы?

       — Эйе.

       — Бына нимә, Гулечка, әгәр мине, шул иҫәптән быларҙы бысратһаң, ер аҫ­ты­нан булһа ла табып, бысаҡҡа ултыртасаҡмын, ҡалала бәйләнештәрем яйға һалын­ған. Был минең рәсми киҫәтеүем.

       — Борсолмағыҙ.

       — Ярай... - Айыу ҡабаттан Гөлсөмдө баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. - Вовик, һылыу тинеңме? Момент тикшерәбеҙ уны. Сисен!

       Гөлсөм быға тиклем бындайға тап булмағанлыҡтан баҙап ҡалды.

— Кемгә әйтәләр, стриптиз! - Бая ҡаршы алыусы әҙәм уғата теремекләнде, тулҡынланыуҙан тауышы сыйылдап сыҡты.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков