АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
13 Сентября 2021, 06:35

Дусар ителгәндәр (Повесть. Беренсе киҫәк.)

       Әҙәми заттарҙың күҙҙәре тон­до һуңғы осорҙа, берәүҙәренең - юҡлыҡтан, икенселәренең - өҫтәренә бушлай яу­ған байлыҡтан. Мөйөш һайын теләнселәүсе, ҡый һауыттарында соҡоноусы хәй­ер­селәр күбәйҙе бөгөн. Үҙҙәре уҫал, үҙҙәре ҡырағай кейектәй яһил  килеп тороп. Үткәндә сүп-сар араһынан килеп сыҡҡан бер түтәрәм икмәк өсөн ике ҡарт һуғыша яҙғансы талашҡайны. Ҡарауы ҡурҡыныс, күҙҙәренә ҡан һауған, таяҡтарын болғап, хәтәр һел­тәнәләр. Шунан аҙаҡ унда барыуҙан ни фәтүә. Замана... Нәҫ баҫты йә­шәйеште, кешеләр бөлә, шуғалырмы бер-береһен ашап алып баралар. Яҡындағы аш­хананан тәмле еҫ тарала. Үтеп-һүтеп йөрөгәндәр уны тоймайҙыр ҙа әле, уны һиҙер өсөн эт бул­ырға кәрәк. Ас эт...

Дусар ителгәндәр (Повесть. Беренсе киҫәк.)Дусар ителгәндәр (Повесть. Беренсе киҫәк.)
Дусар ителгәндәр (Повесть. Беренсе киҫәк.)

       Һыуыҡ. Ҡайһылай ҙа һыуыҡ. Бар тирә-яҡ ҡышҡы селлә хаҡим­лы­ғы­на буй­һо­н­оп шы­ҡ­ыйып ҡатҡан. Күктәге берәм-һәрәм тоҡанған йон­доҙ­ҙар ҙа өшөп ҡал­тыр­ай­ҙар төҫ­лө. Күптән боҙға әүерелгән улар, сөнки тү­гелгән нурҙарынан да өшәндергес һал­ҡын­лыҡ бө­р­көлә. Йондоҙҙарҙың бәғзеләре туңдырыу­ға сыҙамай сәсрәп ватыла, ҡойроҡло юл ҡал­дырып, түбәнгә атыла. Айҙың да ҡап яртыһы кителгән. Былайтһа ул да оҙаҡҡа бар­­маҫ, ҡойолоп төшөп бө­т­өр, моғай­ын.

       Әсе ел ойошҡан йөнлө тирене, арыҡ кәүҙәне үтәләй һуға, ҡалтырата. Ҡал­тыр­а­т­ыр ҙа, нисәнсе көн ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапҡаны юҡ. Фай­ҙа­һыҙ­ға ҡала урамдарын ҡыҙыра, сүп-сар һауыттары тирәһендә темеҫке­нә, йомарланған ҡағыҙ киҫәктәре, тәмәке төпсөктәре, буш шешәләрҙән башҡаһы күҙгә салынмай. Эт йөрөй-йөрөй ҙә ҡабаланып өңөнә ҡайта. Унда, яртылаш тығылған тимер келәт нигеҙенең төбөндә, бер-береһенә һыйынышып- йомар­ланып көсөктәре көтә. Уларҙы арлы-бирле имеҙә лә кире ҡала урамдарына ашыға. Асмәйел көсөктәр әсәһен ебәргеһе килмәй эйәрә, нигеҙ ярығынан сығырға самалай. Эт ырылдай, көсөктәрен теш­ләп ала, мороно менән тегеләрҙе кире эс яҡҡа этә. Ауырт­тырмай ҡылана, ҡурҡытырға маташыуы инде шунда. Аҙыҡ табыуы ауыр. Тама­ғын хәстәрләп сабыулаһа, ни асыу, имсәгенә һөт төшһөн өсөн ашарға кәрәк, туйғансы ашарға. Кисә урамда уйнаған баланың ҡул­ынан яңылыш төшөп киткән перәник киҫәгенә уҡтай ташланып эләктереп алғайны ла, бармаҡ башындай ғына нәмә асығыуҙы баҫманы, киреһенсә оторо ярһытты ла ебәрҙе.  Ни тиһәң дә йәй миҙгелендә еңел: халыҡ та  урам тулы, көндәр ҙә  оҙон, йылы.  Ҡыш етһә, һәммәһе туптай кейенеп ала ла бөршәйеп туҡтал­ыш­тарҙа эркелә. Автобус йә трамвай  күренеүе була, шунда  ябырылалар, ишектәре  көскә ябылғансы тығылып ҡайҙалыр китәләр. Йәйрәтә баҫып, ял итеп йөрөүсене күрмәҫһең. Бигерәк тә сасҡау һыуыҡтарҙа. Ха­л­ыҡтың да йөҙө төмһәргән, асыулы. Ас кешенең асыуы яман, тигәндәй, уларҙың күп­тәренең көнитмеше шәптән түгелдер. Элгәрге тормошто бөгөнгөгә сағыш­тыр­ып булмай, күк менән ер араһылай айырма. Сүплектә йәйен-ҡышын ҡара ҡарғалар, берәҙәк эттәргә ҡатарлашып, ҡулдарына шыптыр моҡсай тотҡан ҡарт-ҡоро бутала. Өҫ-баштарында алам-һолам уҡ булмаһа ла, иҫке йоҡа пальтолар йә сепрәк куртка­лар. Ҡыш сығып ҡара, шуларҙы кейеп. Йөҙҙәрендә хәсрәт. Араларында миҙалдар­ын бишмәт тышына уҡ тағып алған асҡаҡ әҙәм йыш осрай. Тимер киҫәгеңде ҡаҡ маңлайыңа беркетеп ҡуйһаң да күрмәйәсәктәр, бел уны! Әҙәми заттарҙың күҙҙәре тон­до һуңғы осорҙа, берәүҙәренең - юҡлыҡтан, икенселәренең - өҫтәренә бушлай яу­ған байлыҡтан. Мөйөш һайын теләнселәүсе, ҡый һауыттарында соҡоноусы хәй­ер­селәр күбәйҙе бөгөн. Үҙҙәре уҫал, үҙҙәре ҡырағай кейектәй яһил  килеп тороп. Үткәндә сүп-сар араһынан килеп сыҡҡан бер түтәрәм икмәк өсөн ике ҡарт һуғыша яҙғансы талашҡайны. Ҡарауы ҡурҡыныс, күҙҙәренә ҡан һауған, таяҡтарын болғап, хәтәр һел­тәнәләр. Шунан аҙаҡ унда барыуҙан ни фәтүә. Замана... Нәҫ баҫты йә­шәйеште, кешеләр бөлә, шуғалырмы бер-береһен ашап алып баралар. Яҡындағы аш­хананан тәмле еҫ тарала. Үтеп-һүтеп йөрөгәндәр уны тоймайҙыр ҙа әле, уны һиҙер өсөн эт бул­ырға кәрәк. Ас эт...

          Кәнтәй ҡый һауытының ҡаҡлан еренән ел өрмәгән яғына сығып бөгәрләнеп ятты ла моронон сатына йәшереп, тәпәйҙәре менән ҡапланы. Былай йылыраҡ. Ау­ыҙ­ына ҡара һыу эркелде, ҡалтырауҙан тештәре шаҡылданы, тамаҡ төбөнән өр­өүгә тартым «Ы-ы-ы-ыһ...», тигән өн сыҡты. Өрөүҙе онотто күптән. Кемгә өрә­һең, һаҡлар хужаң, ҡурсалар мөлкәтең бармы? Хәтерләй, көсөк сағында әле килеүселәрҙең ҡотон алып ҡаршыларына абалап сыға торғайны. Күҙҙәре яна, ҡойроғо юғарыға сөйөлгән, ҡурҡытырға теләп, тырнаҡтарын батырып, туҙанды сапсып-сапсып алған була. Шөрләйҙәр, ҡапҡа төбөндә икеләнеп туҡталалар, өйҙәгеләргә һөрәнләйҙәр. Хужаһы баһаһын белеп, ашыҡмай ғына сыға ла уға өндәшә: «Аҡбай, тыныслан, марш ояңа, минең дуҫтарҙы танымай башланыңмы?» Уға шул һүҙ ҙә еткән, бара һалып хужаһының итек ҡуңыстарына ышҡына, мөлдөрәтеп юғарыға ҡарай, ҡунаҡты  мөр­хәт­һенмәүен күрһәтеп, шикле ырылдап ҡуйырға ла онотмай. Тиҙҙән сеүәтә сығ­а­р­а­саҡ­тар, тоҙлоҡло һурпаны ялап кинәнгәндән һуң, күҙҙәрен йомоп, кетерҙәт­еп татлы һөйәк ким­ер­әһең. Бәхетле көндәр гел генә шулай дауам итер һымаҡ ине лә бит...

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас