АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
30 Августа 2021, 03:30

"Тикшереүсе"

    ... Табип бүлмәһендә бөгөнгө “обходтан” һуң иҫемде йыя алмай күпме ултырғанмындыр, йәнә телефон шылтыраны. Ҡалтыранған ҡулым менән трубканы күтәрҙем:         - С... с... студент Фәлән Фәләнов т... тыңлай...                       

"Тикшереүсе""Тикшереүсе"
"Тикшереүсе"

       Мин, медицина институтының һуңғы курсында уҡып йөрөгән студент, район дауаханаларының береһендә практика үтәм. Бына бөгөн тәүге тапҡыр үҙаллы деж-урҙамын. Өҫтөмә яуаплылыҡ алғас, үҙемде бер ҡарышҡа үҫеп киткәндәй тойһам да, барыбер бер аҙ шөрләтә. Бер үҙең бөтә дауаханаға күҙ-ҡолаҡ булып ҡал әле! Шөрләмәҫ ерҙә шөрләрһең!

                     Хыялымда был көндө әллә ниндәй хәтәр буяуҙар менән һүрәтләп, үҙемде шуның уртаһында төп фигура итеп күрһәм дә, ысынбарлыҡта иһә барыһы ла тыныс башланды. Шәмбе көн булғас, табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла улай-былай йүгерешмәй, саманан ашҡан ығы-зығы ла юҡ.  

                     ...Һиҫкәндереп өҫтәлдә телефон шылтыраны. “Дежур табип Фәлән Фәләнов тыңлай”, тинем, тауышымды олпатландырып. Ҡулымдағы трубка шатыр-шотор итте лә: “...мдан был, - тигән уҫал тауыш ҡолағыма салынды. - Бүлек мөдире. Көт. Киләм...”

                      Ошо мәл трубка тотҡан ҡулымдың, йәнә тубыҡтарымдың ойоуын, өҫтәүенә тәнемдең еңелсә ҡалтырауын тойҙом. Трубка тәүге һүҙҙәрҙе йотһа ла, той-омланым - тимәк, юғарынан тикшереүсе килә. Йә хоҙа, нимә менән бөтөр был? Нишләп дүшәмбе йә башҡа көн  түгел,, ә мотлаҡ бөгөн килә? Исмаһам, янда берәүһе лә юҡ - еңелерәк булыр ине.

                     Башта сыуалған һорауҙарыма яуап эҙләгәнсе, дауахананың янына “уа-зик” килеп тә туҡтаны. Әй әттәгенәһе, ҡаршыларға өлгөрә алманым бит! Өсөнсө ҡаттан түбәнгә атылдым.

                     Бәхеткә ҡаршы, ҡунағым машинаһынан сығырға өлгөрмәгән ине. Ҡаб-аланып барып, машинаның артҡы ишеген асһам да, ул сығырға ашыҡманы, май бөргән ауыҙын саҡ асып, шоферына күрһәтмәләр биреүендә булды: “...мин бында булған арала палаткаларҙы ал, шампурҙарҙы, боҙ тишкес бырауҙы, ҡармаҡтарҙы онотма, Байгилде Баймөхәмәтовичҡа инерһең, райпо складында туҡталырһың – кәрәкле төргәк бирерҙәр. Шунан “Алға” колхозына шылтырат, малдарҙың нисек ҡышлауын ҡарарға барабыҙ, тиген. Юғиһә, ни рәйесе, ни партком секретары - белекһеҙҙәр - килгән ҡунаҡты ҡаршы ала, оҙатып ҡуя белмәй торған. Бар, ярты сәғ-әттән бында бул!”

                     Шулайтып оҙон-оҙаҡ мыжығандан һуң ғына ул һөҙөргә әҙерләнгән үг-еҙҙеке кеүек күҙҙәрен минең яҡҡа йүнәлтте:

       - Ниңә көтөп тормайһың?

                     Ә үҙе яуап биргәнде лә көтмәй, һимеҙ кәүҙәһен саҡ ҡуҙғатып машина-нан төштө. Төштө лә йыуан, ҡыҫҡа бармағын ишек яғына төрттө:

       - Мынауында “Бөтә ауырыуҙарға ҡаршы киң көрәш йәйелдерәйек!” тип яҙып ҡуйығыҙ. Күргәҙмә агитация ошонан башлана... Насар...

                     Икенсе ҡатҡа күтәрелгәс, әлеге бармаҡ йәнә ишеккә төрттө:

       - Бында нимә?

       - Бала табыу бүлеге.

                     Яуапты ишеткәс, бармаҡ йәнә сөйөлдө:

       - Бында ла лозунг кәрәк. “Бала табыуҙың йыллыҡ планын ваҡытынан алда үтәйек!”, йә булмаһа “йөҙ ҡатындан йөҙ илле бала алыуға өлгәшәйек!” тиһәк тә насар булмаҫ. Бисәләр хәҙер бала табырға иренәләр бит. Ә беҙ килер быуын тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ.

                     Ҡунағым ишек ҡаршыһында бына шундай телмәр тотоп алды, ләкин эскә үтергә теләк белдермәне.

                     Өсөнсө ҡатҡа, терапея бүлегенә күтәрелгәс, тағы ла һораны:

       - Падеж нисек?

       - Ғәфү итегеҙ, аңламаным...

       - Нимә, русса уҡытманылармы әллә? Нисек үләләр, тим?

       - Э-э-э... һәйбәт әлегә. Үлгәндәре юҡ.

       - Ярай улайһа. Ҡарағыҙ уны, падеж пландағынан юғары булмаһын! Халат бир!

                     Уның теләген үтәгәс, һүҙ ҡаттым:

       - Һеҙгә нисәнсе палатаға? - Мөдир яуап бирмәгәс өҫтәнем. - Яҡынығыҙ нисәнсе палатала ята?

                     Үгеҙ күҙҙәр мине тағы һөҙөп алды:

       - Һин имә, мырҙам, тикшереүсегә мәғәнәһеҙ һорау биреп тораһың?

Бүлектәрҙә, палаталарҙа, ғөмүмән, дауаханағыҙҙағы агит-масса эшен ҡарарға кил-дем мин. Әйҙә күрһәт...

                      Шәфҡәт туташы, грипп осоро тип, вәкилдең битенә марля битлек ҡаплағас, ни булһа ла булыр, тинем дә ҡунағымды палаталар буйлап алып киттем. Хәҙер уның йомро пеләш башынан һәм аҡайған күҙҙәренән башҡаһы күренмәй, ул профессорҙы уҡ булмаһа ла, ауырлыҡ менән диссертация яҡлаған кандидатты хәтерләтә ине. Коридорға сығыу менән бөгөлөүҙе белмәҫ бармағы төрлө тарафҡа төртә башланы:

       - Бынауында “Бөтөн көстө грипҡа ҡаршы йүнәлтәйек!” тип яҙып элегеҙ. Ә бынауында...

                     ... Беренсе палатаға кергәндә, ауырыуҙар серем итә, тик ишек төбөндә торған карауаттағы еңел кәүҙәле бер ҡарсыҡ ҡына, тешһеҙ ауыҙы менән ниҙер бышылдап, тәсбих тарта ине. Беҙҙе күргәс, тәсбихен ситкә һалып, тарамыш ҡулдары менән битен һыпырҙы ла ҡурайҙай аяҡтарын карауаттан һалындырҙы.

       - Нихәл инәй?

       - Аллаға шөкөр, балалар.

       - Нимәгә зарланаһың?

       - Зарланаһың тип ни, зарланмайымсы. Бөтәһе лә етә. Ятҡан урыныбыҙ яҡты, йылы. Духтырҙар игелекле, сөбханалла.

       - Ҡайһы ерең ауырта тим, инәй?

       - Ҡайһы еремме? - Һүҙгә әүәҫ әбей ҡабатлап һораны. - Минең ни, ауыртмаған ерем юҡ инде ул. Башым да шаулай, ҡолаҡтарым да ишетмәй, күҙҙәрем дә күрмәй, йүтәлләйем, быуындарым һыҙлай. Төнө буйы йоҡлай алмай сығам...

                     Тикшереүсе аптырағандай ҡарап торҙо ла һорарға булды:

       - Дауалары һуң килешәме?

       - Килешмәгән генә ҡайҙа, бик килешә. Биргән бер дауаларын йотоп ҡына торам. Тик бынау кәнфит һымағын йота алмай интегәм, ауыҙға һылаша ла ҡуя.

       - Инәй, уны эсмәйҙәр бит, һыҙланыу баҫылһын өсөн осаға ҡыҫтыралар. - Мин саҡ көлөп ебәрмәнем.

       - Әй, барыбер түгелме ни, бер тәнгә бара бит, - тип ҡарсыҡ үҙенекен һөйләй бирҙе. - Тағын анау көнөнә ике тапҡыр ҡултыҡ аҫтына ҡуя торған быялалары килешә. Йә, улым, бер килгәндә йөрәгемде тыңлап сыҡ инде. - Ул тикшереүсегә ҡарап шулай тине лә мул күлдәген һалып та ырғытты.

                     Күҙебеҙ алдында шау һөйәк тә һарғылт тирегә ҡалған йоҡа кәүҙәлә буш ҡапсыҡтай һелкенгән имсәктәрҙән хасил ҡот осҡос һын хасил булды, йәнә та-науға ҡырҡыу әруах еҫе килеп бәрелде. Институтта уҡыған дәүерҙә күп ҡатын-ҡыҙ пациенттарҙы ҡабул итергә, уларҙың яланғас тәнен бихисап тапҡырҙар күрергә тура килде, әммә ҡарасҡыға тартым “матурлыҡҡа” тәүге тапҡыр юлығыуым ине. “Йә, хоҙа, бөтә ҡатындар ҙа ошолай бер иш ҡартайһа, өйләнгәнсе өйләнмәй йөрө-үең мең артыҡ! - тигән һипһенеүле уй семетте буйҙаҡ, елғыуар башымды. - Бындайҙы көн һайын күреп ҡотоң оса-оса һуңғы сиктә аҡылдан шашыуыңды көт тә тор!..”

                     Ҡото алынған вәкил ҡабаланып ишеккә ыңғайланы.

       - Ярай, инәй, икенсе ваҡыт тыңлармын. - Шунан миңә боролдо. - Әбейҙең һыҙлаған бер еренә әлеге килешкән быялаларҙы ҡуйығыҙ.

       - Һуң ул бит градусник!

       - Булһын! Әйткәнде эшләгеҙ! - Бойороҡ ҡәтғи яңғыраны.

                     Икенсе палатаның ишеген асыуыбыҙ булды, карауаттарҙың береһендә ятҡан урта йәштәрҙәге һыланған-һыйпанған ерән сәсле ханым урынынан ырғып торҙо:

       - Ах, доктор... - Ул шунда уҡ юлдашымдың ҡаршыһына килеп баҫты. - Тәнем тиремә һыймай төндә үлә яҙҙым бит, билләһи. Йөрәгем һуғыуҙан туҡтағайны, һаман йүнләп эшләмәй, онотҡанда бер һуға. Бына тотоп ҡарағыҙ. - Ул вәкилдең ҡулын көсләп тиерлек үҙенә тартты ла,  итәге үтә наҡыҫ халат иҙеүен асып, мул күкрәгенә терәне. - Йә әйтегеҙ, һуҡмай бит?

                     “Доктор” ҡапыл килеп сыҡҡан был хәлдән һеңгәҙәп ҡалды, күрәһең, ҡулын ханымдың имсәк бала башынан да кәм булмаған йомро күкрәгенә баҫып тора бирҙе. Баяғы уҫал “үгеҙ” күҙҙәре нисектер шаҡмаҡланып китте, улар, кемдәндер ярҙам өмөт иткәндәй, аптыраулы ҡарайҙар ине.

       - Ә ул йөрәк, тигәнең, нисегерәк һуғырға тейеш? - Аныҡ бер кемгә лә тәғәйенләнмәгән һорау бирелде.

                     Ерән яһалма керпекле күҙҙәрен ҡыҫа төшөп асыҡ сағыу итеп буялған нәфселе ҡабарынҡы ирендәрен остайтты:

       - Тюк, тюк, тюк, - тип, - ә минеке, видите ли, не тюкает!

       - Нишләп не тюкает, почему һуҡмай! - Тикшереүсе минең яҡҡа ҡарап аҡайҙы.

       - Һуғырға тейеш...Обязан... Стенокардия...

       - Бөтәһен дә эшләгеҙ. Бөгөн үк, хәҙер үк! Стенокарьераның эҙе лә ҡалмаһын! Чтоб йөрәге сәғәт кеүек эшләһен! Киттек! - Сат йәбешкән ханымдың ҡулын саҡ ысҡындырып, ул ишеккә боролдо.

                     Арттан ханымдың: “Рәхмәт, доктор, ҡулығыҙ бик шифалы икән, тағы ла килегеҙ!” - тигән һүҙҙәре генә ишетелеп ҡалды.

                     Тикшереүсе коридорға сыҡҡас ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәй “шифалы” ҡулына бер килке аптыраулы текәлеп торҙо, уны еҫкәгәндәй ҙә итте.

                     Ошо ике палатаны үтеүгә вәкилдең тәүҙәге һауалығы һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Үҙен юғарынан килгән духтыр итеп ҡабул итеүҙәренә иҫәңгерәг-әйне, шикелле, ул. Шуғалырмы, сираттағы палатаға инерҙән алда бармағы менән ишеккә төрттө:

       - Бында кем?

       - Яңғыҙы бер ағай ята.

                     “Ағай” һүҙе уны тынысландырҙы, буғай, сөнки күлдәктәрен сисеп, йә йөрәген тыңлап ҡарарға ҡушып, ҡотон алмаясаҡтар.

                     Мин палатаның ишеген астым. Яңғыҙ кешелек кенә бүлмәнең түрендә яҫы арҡаһын ҡуйып ултырған ауырыу беҙ ингәс тә боролманы. Уның ағас тирмән тауышын сығарып мышнауын, ҡалын елкәһенең еңелсә һелкенеүен, тумбочка өҫ-төнә өйөлгән мул ғына ризыҡты иҫәпкә алғанда, ул тамаҡ туйҙыра ине.

         - Һаумыһығыҙ!

                     “Тирмән”, ултырғысын ауыр шығырлатып, беҙгә табан боролдо һәм ауыҙына тыңҡыслап тултырылған ризыҡ араһынан “арыу” тигән өн сығарҙы. Сирт-һәң ҡаны сығырға торған быжыр битле, өҫтө өшөгән картуфты хәтерләткән оло танаулы, ата ҡаҙҙыҡы һымаҡ тумалаҡ күҙҙәре сәлгер ҡараған был әҙәмдең йөҙө һис кенә лә ауырыу кешенекенә оҡшамағайны.. Ул ризығын сәйнәп бөтөп, ике тапҡыр ғылҡылдатып йотҡас, ауыҙ-моронон ризыҡ йәйелгән “Сельский труд” гәзит киҫәге менән һөрттө лә ҙур кәүҙәһенә бөтөнләй тап килмәгән нәҙек тауыш менән тикшереүсегә өндәште:

       - Минең ялыу буйынса килдегеҙме?

                     “Ялыу” һүҙен ишеткәс, вәкилемдең йөҙө яҡтырып киткәндәй итте, ул кәрәкле кешеһен тапҡандай, ултырғыс шылдыра һалып, артын терәне.

       - Нимәгә зарланаһығыҙ?

       - Как нимәгә? Ялыуҙа яҙғайным бит инде, насар ашаталар, тип. Бесәй балаһына һалған һымаҡ ҡына биргән ризыҡтары нимәгә етһен! Хәлдәренән килһә, кешене астан үлтерерҙәр ине, но не выйдет!

                     Тикшереүсенең йөҙөндәге юғала башлаған тәкәбберлеге ҡабат төҫмөр-ләнде:

       - Безобразие! Нишләп улай! – Ул миңә тишерҙәй итеп ҡараны.

       - Шу-шулай тейеш... Уның... ней, ашҡаҙаны...гастрит. Шуға диетала ултыра...

       - Ниндәй диета ти ул, ниндәй диета! Кеше асығам, ти, ә һин - “диета”, имеш... Кешене асыҡтырыу, һин әйтмешләй, “диетаға ултыртыу” өсөн ҡабул иттекме ни беҙ аҙыҡ-түлек программаһын! Хәҙер уға ун йыл тула, белергә кәрәк! Совет кешеһе “диета” тигән нәмәне белергә тейеш түгел! Программала шулай яҙылған...

       - Ә ашҡаҙаны...

       - К черту диета, чепуха ашҡаҙан! Тәүҙә кешене туйҙырырға кәрәк, шунан ғына... - Ҡулдарын болғай-болғай, миңә “нотоҡ” уҡый башлаған вәкилем “политин-формацияһын” шул урында ҡырт туҡтатып, беҙгә өндәшмәй генә нимәлер эшләүсе ауырыуға боролдо һәм... күҙҙәрен шар асып ҡатып ҡалды: “ялыусыбыҙ”, салбарын тубығына ҡәҙәр һыпырып, беҙгә ҡарап туңҡайғайны. Ир-аттың ниғмәттәре, ҡатын-ҡыҙҙыҡына ҡарағанда күпкә тетрәндергес икән дә баһа!

       - Һеҙ...Һеҙ... Һеҙ нимә! Минән көлөргә булдығыҙмы?! - Вәкил бурҙаттай ҡыҙарҙы.                                                   

       - Ништәп көләйем, ти. - Ауырыуҙың сыйылдаҡ тауышы ике аяҡ араһынан ишетелде. - Бына ҡарағыҙ әле, килешмәгән уколдарынан янбаштар теткеләнеп бөттө бит. Ялыуҙа был турала ла яҙылған...

       - Хәҙер үк кейенегеҙ!

       - Юҡ, һеҙ янбашымды тотоп ҡарағыҙ.

       - Юҡ! Тотмайым! - Теге “шифалы” ҡулын ҡалҡытты ла икеләнгәндәй тора биргәс  кире төшөрҙө. - Кәрәкмәй ҙә! Мин - яуаплы хеҙмәткәр!

       - Ә-ә-ә, шулаймы? Һин ябай пролетарийҙың тәненә ҡағылырға сирҡанаһыңмы? - Ул боролоп алып, тағы ла әсерәк һүҙҙәр яуҙыра башлағанда, беҙ коридорҙа инек инде. Уның: “...мин һеҙгә күрһәтермен әле! Юғарыға яҙасаҡмын!” - тигән һуңғы һүҙҙәре ҡабаланып ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалды.

                     Мөдир битлеге менән халатын миңә сисеп тотторҙо ла шунда уҡ сығыу яғына ынтылды. Артынан: “Тәрбиәүи эш насар...Еткерермен...” - тигән һүҙҙәрен генә ишетеп ҡалдым.

                     ... Табип бүлмәһендә бөгөнгө “обходтан” һуң иҫемде йыя алмай күпме ултырғанмындыр, йәнә телефон шылтыраны. Ҡалтыранған ҡулым менән трубка-ны күтәрҙем:

       - С... с... студент Фәлән Фәләнов т... тыңлай...

                      

 

                                                     

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас