АТАЙСАЛ
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
27 Августа 2021, 04:27

Переговор

   Әүәлге бормалы, батарея ярҙамында эшләгән телефондар беҙҙең өсөн үтә лә ҡәҙерле ине, сөнки улар беҙгә ҡыҫҡа, әммә мөһим, һағыныулы һүҙҙәрҙе еткерҙе. Күҙ эйәрмәҫ бәйләнештәр осоронда мин нишләптер ябайҙың иң ябайы булған шул аппараттарҙы һағынам, тағы сым һуҙылған телеграф бағаналарын. Йәбешкәк ау ише доньяны сырмаманы улар, ҡан тамырҙарылай ауыл-ҡалаларҙы бер урынға тупланы, тоташтырҙы, бәйләнештәрҙе ялғаны.  

ПереговорПереговор
Переговор

       Хәҙер бәйләнештең тиҙлегенә, мәғлүмәт таралыуҙың етеҙлегенә иҫең-аҡылың китер! Бер нисә секунд арауығында урыныңдан шылмай, ҡымшанмай ғына ви-деошылтыратыу функцияһына баҫып әллә кемдәр менән һөйләшергә һәм аралашырға мөмкин. Һин уны эргәңдә терәлеп ултырғандай асыҡ күрәһең, ул да үҙ си-ратында күҙе тишелерҙәй булып һиңә текәлә, күҙләй, күҙәтә. Хас та аквариум эсендә бер ниндәй маҡсатһыҙ йөҙгән тәтәй балыҡ ише көн күрәбеҙ инде. Ҡайҙалыр боҫорға, йә йәшеренеп ҡалырға тамсы ла мөмкинлек юҡ. Ифрат күп, саманан ашҡан мул нәмәнең ҡәҙере китә ғәҙәттә, бәҫе төшә, шуға күрә кеҫә телефонының нин-дәйен генә һатып алмайҙар, ҡиммәттең иң юғарыһына, ҡушарлатып ике ҡонан һатып алыр хаҡҡа ынтылалар. Һуң ҡиммәтле телефондан ипле, наҙлы һүҙҙәр ишетел-мәҫе, ғәҙәткә инә барған битрараф, көсөргәнешле аралашыуҙың сифаты күҙ менән ҡаш араһында яҡшырмаҫы көн кеүек асыҡ! Ғәжәп, сәйер шул әҙәм балаһының булмышы, усында ятҡанына мөрхәтһенмәй булдырған һайын күҙе тоноп, зиһене буталып, аңы юйылып булмаҫтайҙы булдырғыһы килә. Баҙар иҡтисады тыуҙырған мәңге ҡанмаҫ ҡанығыумы был, әллә тыйып алғыһыҙ нәпсеме, бер Хоҙай белә!

       Сибай медицина училищыһына уҡырға китеп бер аҙна үтеүгә әсәйем минең хәлде белергә теләп һөйләшергә саҡырҙы. Уныһын да почта аша “Вы на следующей недели приглашаетесь на телефонный разговор” тигән, йомарлап ырғытҡандан һуң яңынан тәңкләнгән, һарғайып ҡатҡан извещение аша еткерҙеләр. Һөйләшеү урыны, көнө һәм аныҡ ваҡыты күрһәтелгән. Аҙға ғына ла һуңларға ярамай, тимәк.

       Шул, бер аҙнаны нисек тә үткәрә алмай күҙҙәрем тондо. Сабырһыҙланып көтөп алған көнөм етте, ниһайәт. Эңер төшөүгә беренсе участканан ҡала үҙәге яғына һөйләшеү пунктына йүнәлдем, ә ул, хәйерһеҙ, бутҡа уртаһына батҡан һары майҙай үҙәктең иң үҙәгендә, ике ҡатлы йорттоң аҫҡы яғында урынлашҡан. Хәйер-сегә ел ҡаршы, тигәндәй, ҡала менән беҙҙең барактарҙан хасил ҡасабаны бүлеп һуҙылған тимер юл аша сыҡҡайным ғына, ҡаршыма бер төркөм ҡала егеттәре баҫҡ-анлығын абайланым, хас та табыш аңдыған ас бүреләр. Мине генә көтөп торалар, тиерһең. Юлымды бүлделәр, береһе, ҡолғалай кәлберләге, алғараҡ сығып, серт иттереп аяҡтарым аҫтына төкөргәс ҡәтғи талап итте:

       - Эй, парень, курить дай!

       - Не курю!

       - Тебя так примерного, образцового мальчика воспитали что ли? Тогда денег гони!

       - И денег нет!

       - А если мы проверим?

       - Бесполезно, ничего не найдете. Если честно, не люблю когда роются в чужих вещах, выворачивают карманы посторонних.

       - Решил учить уму разуму?! В лоб дам!

        Сәғәтемә күҙ аттым, былар менән һүҙ ҡуйыртыу шыпа ла ғына минең файҙаға түгел.

       - В лоб дай, и отпусти, я на переговоры опаздываю!

 Минең бер ҡатлы яуабымды ишеткән ҡала егеттәре һаһылдашып көлөп ебәрҙеләр, араларынан, “тупой баран” “деревеньский козел” тигән ауаздар ишетелде.

       - Переговоры говоришь, если мы щас вынесем тебе приговор, а? - Кәлберләк бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә пинжәге кеҫәһенән тәмәке сығарғайны, араларындағы бер ялағайы шырпы сығарып тоҡандыра һалды.

        Әһә, тимәк был, ошо өйөрҙөң башлығы, һүҙ сурытып сурға ҡалып ҡуйыуың бар, бәләһенән баш аяҡ, шуға өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙем.

       - Ты че молчишь как рыба, я тебя спрашиваю?!

        Шул мәлдә төркөмдән арыу ғына кейенгән егет алғараҡ сығып ҡул һелтәне:

       - Ребята, давайте не будем ломать ему рога. Пускай живет, по крайней мере, пока. Не видите что ли, как он одет? Скорее всего он сын какого нибудь скот-ника, победителя социалистического соревнования, в лучшем случае передового тракториста по вспашки зяби. - Миңә мөрәжәғәт итте. - Иди своей дорогой, пацан, больше к нам в гости не пожалуй, от греха подальше!

      Шулай итеп мине ярлыҡанылар, ҡулсанан ысҡындырҙылар. Ары атланым.

      Бына, теге һөйләшеү пункты. Эскә индем, унда төйөп тыҡҡандай халыҡ. Һөй-ләшеү кабиналары икәү генә, унда барған әңгәмә тотош залға асыҡтан-асыҡ ише-телә. Кабиналарҙың миңә яҡынына кәүҙә ҙурлығы яғынан арҡырыһы ла буйы ла бер сама ҡатын тығылған да аллы-гөллө итеп сәрелдәй, ул ял йортонда ятҡан ире менән һөйләшә ине булһа кәрәк: “Ты там особо не резвись, домой приедешь на растояние определю запах чужой кобылы, с ходу выявлю твои “левосторонние” гас-троли! И еще, завтра же мне покупай импортные панталоны и бюстгальтер. Ты знаешь, у нас их огнем не сыщешь! Какой размер? Как будто не знает, панталоны -56, бюстгальтер самый последний... Бери их с запасом!.. ”

        Теге ҡағыҙ киҫәген бәләкәй тәҙрә аша тотош булмышы беҙҙәге Һарытай яланында үҫкән көнбағыштай һары ҡатынға һондом, ә ул әсе ҡапҡандай һимеҙ, һалпыш биттәрен йыйырып, бысаҡ менән телгәндәй йоҡа ирендәрен остайтып ризаһыҙ яуапланы:

       - Не ты один здесь, тебе еще часа полтора ждать!

   Пункттағы һәр һөйләшеүҙе тыңлай башлаһаң ваҡыт ағышы ла һиҙелмәй икән ул, сәғәт ярым тигәнең тиҙ арала үтеп тә китте. Бына, ниһайәт, Һарытай Көнбағышы ҡорт саҡҡандай яр һалды:

       - Тапаков! Вторая кабина! Вам три минуты времени!

    Урынымдан ҡубып кабина яғына ҡарай ынтылдым, һәм ыңғайы бер күрше кабинанан сығып килгән йәш ҡыҙҙы төртөп йыға яҙҙым. Теге сайҡалып китте лә миңә ашарҙай итеп таҫырайҙы:

       - Куда прешь как угарелый!

       - Прошу прощения, я нечаянно!

       - Нечаянно! Под ноги смотреть надо!

       - Под ноги смотреть не в состоянии, я очарован, окалдован вашей красотой! - Урта йәмһеҙ ҡыҙҙы күктәргә ашырып маҡтап ташланым.Тәмле, танһыҡ ризыҡ ҡаптымы ни, тегенең өнө тығылды.

    Аяҡ аҫтын абайлап тороу ҡайҙа, инеү менән сарсап һыуға ынтылған мосафирҙай трубкаға йәбештем:

       - Алё! Алё!..

      Теге ос шатыр-шотор итте лә бөтөнләйгә тынды:

       Көнбағыш сәхнәгә баҫҡан конферансье ише тантаналы иғлан итте:

       - Обрыв провода! Переговоры завтра в это же время!

       Нихәл итмәк, күнергә генә ҡала. Иртәгеһен тағы ла билдәле ваҡытта билдәле һуҡмаҡтан киттем. Әмәлгә баҡҡандай юлымды бүлеп кисәге төркөм баҫҡан. Әллә ҡайҙан күреп өлгөрөп теге, интеллигент булмышлы егет ыңғайы бер  ҡыҙыҡһынды:

       - Я тебя вчера предупредил, опять глаза мозолишь! Снова на переговоры?

       - Да.

       - А что так?

       - Вчера провод оборвался, сказали, сегодня соединят.

       - А если не соединят?

        - Должны, на это надеюсь. 

       - Надежда - это святая штука, но она редко сбывается, к большому сожалению. Слушай, - Интеллигент әҙәмсә һөйләшеүгә күсте, - мы рядом живем, - асфальт юл ашаһындағы өйҙәр теҙмәһенең береһенә ымланы, - пошли к нам, у нас домашний телефон. Позвоним, не считая минуты от души поговоришь. Знаем, у тебя денег нет, и поэтому данное предложение принимай как подояние, подояние бедному!

       - Не получится. Во первых я не бедный, во вторых у нас один телефон на все село. Из почты надо звонить в соседнюю деревню, оттуда соединят с коммутат-ором районного центра, и так далее...

       - Хорошо живете, однако, как в раю, честное слово. Да ладно, иди, успехов тебе!

            Уңыш ҡайтанан урап үтте. Трубканы алыуым булды теге оста әсәйемдең үҙәләнеп өндәшеүе ишетелде:

       - Һаумы, балам!

       - Һаумы, әсәй! – Бәйләнеш ҡапыл өҙөлдө. Һиҙемләүемсә оҙаҡҡа өҙөлгәндер. Көнбағыш ауыҙына һыу уртлағадай өнһөҙ оҙатып ҡалды.

       Әүәлге бормалы, батарея ярҙамында эшләгән телефондар беҙҙең өсөн үтә лә ҡәҙерле ине, сөнки улар беҙгә ҡыҫҡа, әммә мөһим, һағыныулы һүҙҙәрҙе еткерҙе. Күҙ эйәрмәҫ бәйләнештәр осоронда мин нишләптер ябайҙың иң ябайы булған шул аппараттарҙы һағынам, тағы сым һуҙылған телеграф бағаналарын. Йәбешкәк ау ише доньяны сырмаманы улар, ҡан тамырҙарылай ауыл-ҡалаларҙы бер урынға тупланы, тоташтырҙы, бәйләнештәрҙе ялғаны.  

       Юлымды бүлгән теге егеттең хаҡлы икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инандым, эйе, беҙ ожмахтағылай йәшәгәнбеҙ икән дә баһа, әммә уның ҡап уртаһында көн иткәнлегебеҙҙе һиҙмәгәнбеҙ ҙә, тоймағанбыҙ ҙа!  

 

 

  

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас