Әҙәби мѳхит
26 Августа 2021, 06:06

Ер шарын яҡшы күңелле кешеләр әйләндерә.

       Әҙәм балаһын кеше кеше итә...

Ер шарын яҡшы күңелле кешеләр әйләндерә.Ер шарын яҡшы күңелле кешеләр әйләндерә.
Ер шарын яҡшы күңелле кешеләр әйләндерә.

       Бик борон бер аҡыл эйәһе былай тип һандыраған имеш: “Көнитмеш ныҡ үҙгәрҙе, халыҡ шашты, йәштәр аҙҙы, бындай барыш менән барһа заман ахырына ла күп ҡалмай!”

            Ул аҡыл эйәһенең әйткәндәренә лә бер нисә быуат уҙҙы, шөкөр теребеҙ бит әле, тере генә түгел, тереклек тә итәбеҙ! Гелән мин яҡшы кешеләргә ышанып, уларҙың ҡасан да булһа ярҙамға килерҙәренә өмөтләнеп йәшәнем һәм йәшәйем. Ә яҡшы кешеләр бөтмәгән, бөтмәҫ тә. Улар бит донъяны тотоп тора, һис ҡасан ем-ермәй, киреһенсә төҙөй, тормошобоҙҙо йәмләй, матурлай, йылы һәм яҡты итә. Мәктәптә эшләп йөрөгәндә, республика кимәлендә үткән уҡытыусылар ярышында аб-солют еңеүсе булғас, телевидение хәбәрсеһе интервью алғанында минән былай тип һораны:

       - Ярышта һеҙгә кем ярҙам итте?

       - Яҡшы кешеләр, - тинем, - был еңеүҙә уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ!

        Был донъяға тыуғас та үҙенән-үҙе атлап китмәгәнмен бит, әсәйем ҡалаҡ тоторға өйрәткән, айтай баҫырға ярҙам иткән, шунан етәккә эшкингәс дөйөмләштереп әйткәндә халыҡ ҡарамағына тапшырған, ә улар миңә белем бирҙе, әҙәм фиғеленә яраҡлаштырып әүәләне, әлеге бейеклеккә күтәрҙе. Әҙәм балаһын кеше кеше итә. Мостай ағай әйтмешләй уңдым мин кешеләрҙән, тик кешеләр минән уңдымы икән?! Бына быныһы инде мине өҙлөкһөҙ борсоған, тынғылыҡ бирмәгән һорау.

      Ошо ерҙә студент саҡ иҫкә килеп төштө. Сибайҙа уҡығандар май байрамына тип ҡайтырға сыҡтыҡ. Беҙҙең һуңғы туҡталыш - Сиҙер ауылының һырты. Шунда төшәбеҙ ҙә ары 30-40 саҡрым йәйәүләп китәбеҙ. Туғанлылар апай-ағайҙарын матай менән ҡаршы ала. Бер аҙҙан бер үҙем тороп ҡалдым, сөнки мине ҡаршы алыр яҡыным юҡ. Шуға йөк атылай баш баҫып атлай бирәм. Бер мәл эргәмә матай килеп туҡтаны. Ҡараһам -  минең менән уйнап үҫкән Амур дуҫ. “Нишләп йөрөйһөң?” тим. “Һуң, һине алырға килдем!” Сүгәләп ултырҙым да шатлыҡтан илап ебәрҙем.

       Супермаркетҡа инһәм мотлаҡ бесәй аҙығын һатып алам, ә ишек ауыҙында мине йортһоҙ бесәйҙәр көтөп тора, танып бөткәндәр, йүгереп килә һалып етәләр. Ас-ылда мин дә ошо бесәйҙәр хәлендәмен – әйләнә тирәләге кешеләрҙән һәр саҡ йылы ҡараш, һөйөнсө, һөйөнөслө һүҙ, хәбәр көтәм, уларҙың игелекле, йомарт ҡулда-рына ымһынып төбәлгәнмен!

      Көнитмеш ныҡ үҙгәрҙе, халыҡ та, тик тормош дауам итер ул, сөнки ер шарын яҡшы күңелле кешеләр әйләндерә.

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас