

Беҙҙә өс Нәғимә йәшәне. Үрге остараҡ, йәнә урта тошта, тағы түбәнге яҡта. Ауылда бит шулай, кешенең берен икенсеһенән айырыр өсөн, ҡылыҡ-фиғеленә тап килгән, буй-һынына ярашлы, ылғый ҡылыр ғәҙәттәрен һынландырған, йәшәү рәүешенә тап-таман ҡушаматты ныҡ, ысҡынып төшөп ҡалмаҫлыҡ дәрәжәлә килтереп һылай ҙа ҡуялар. Ҡолағына мулла тарафынан ҡысҡыртылмаған тапҡыр, килешле, ҡылыҡһырлауға тартым ҡушамат бара-тора икенсе исемгә әүерелә лә китә, ул уны көнитмеш ағышында эйәртеп йөрөй-йөрөй ҙә айырылмаҫ тоғро дуҫтай ғүмеренең һуңғы көндәренә саҡлы оҙатып бара. Ҡушамат эйәһе лә тағылған исеменә шул ҡәҙәре өйрәнеп китә, уны әләк, түбәнһетеү сифатында түгел, шулай тейеш һымаҡ итеп ҡабул итә, уға берегә, күнегә, хатта ылығып китә. Ауылыбыҙҙа Зевок Йомағәле, Голяк Әхмәҙулла, Шауғүмер Хөснулла, Сатан Булат , Ҡыйыш Сабир, Ҡара Батис, Ҡара Салих, Кафыр Исмәғил (ҡатыны сыуаш Нюра апай булғанғалыр)дәр йәшәне. Иҫәпләй китһәң ҡушаматтарҙың осо-башына сығырлыҡ түгел. Ҡара булһалар ҙа күңелдәре аҡ һәм саф ине ауылдаштарымдың, тыумыштан күҙҙәре ҡылый булһа ла тормошҡа ҡараштарын тултырып ҡарап, ғәҙел баҡтылар, сатан булһалар ҙа һис ҡасан ҡырын яҡҡа йөрөмәнеләр, ергә ныҡ, ышаныслы баҫып ғүмер иттеләр. Күптән гүр эйәһе инде улар, һәйбәт, эшлекле, итәғәтле кешеләр ине, йәндәре йәннәттә булһын!
Бер саҡ колхоз өмәһе мәлендә Исмәғил дә Исмәғил тип саҡырып һөрәнләйҙәр икән, ә ул ҡайырылған да былай ти икән, йәнәһе лә: “Мында Исмәғилдәр ме-нән быуа быуырлыҡ, Һонтор, тиһәгеҙ ни булған?!” Биғәйбә, ситләштем, шулай итеп өс Нәғимә. Урта тошта йәшәгәнен Бошмаҫ, тип йөрөтәләр ине шикелле, әгәр хәтерем яңылышмаһа. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң юҡ-барға ҡылъяймаған, бошмаҫ әҙәмдәр булмай йәшәйештә, тормоштоң ыҙғыр елдәренә бирешмәгән сыҙамл-ылар, баштарына төшкән бәләне сабырлы күтәрә, үткәрә белгән беше, кеҙеләр генә була. Күпте күргән, күпте кисергән кеше ине Бошмаҫ Нәғимә, әллә күпме ауы-рлыҡтарҙы, ҡара ҡайғыларҙы, сәсте ағартыр юғалтыуҙарҙы кисерһә лә бирешмәне, бөгөлмәне, шуға ла туҡһан йәшен тултырып баҡыйлыҡҡа күсһә лә һис ҡасан төҫ ташламаны, йөҙө һәр саҡ яҡты һәм мөләйем, ауылдаштарына, ғөмүмән тирә-йүнгә мөғәмәләһе ипле һәм ихлас булды. Ундайҙар хаҡында: “Ауыҙы тулы ҡан булһа ла яттар алдында төкөрмәҫ!” тиҙәр. Кешенең олоғайғанын тәрән һырҙар сыбарлаған йөҙөнән, ите бушаҡланыуҙан сырышҡан тән тиреһенән, бәлйерәгән буй-һынынан түгел, ғәм-дәрт тойомланмаған, йәшәү сатҡыһы һүрәнләнеп тоҙ төҫөн алған күҙҙәргә ҡарап билдәләргә мөмкин. Күҙ нуры ҡайтыу - көлгә ҡалып һүнә барған усаҡҡа бәрәбәр. Ә бына Нәғимә инәйҙең матур, ылыҡтырғыс күҙҙәре ҡартайғансы зәп-зәңгәр килеш ҡалдылар. Уларға әйтерһең дә төпһөҙ күк, йондоҙло Йыһан инеп һыйған! Һис тә шаштырмайым, әгәр ышанмайһығыҙ икән, уны күргән-белгән, бергә эшләгән, көн иткән ауылдаштарымдан барып һорағыҙ, улар раҫ-лар. Хәйер, бөгөн Бошмаҫ Нәғимәне хәтерләүсе берәйһе бармы икән? Икеле. Бына мин дә онотҡанда бер ҡайтып күренһәм, йәшелкенсәк сит-ятҡа ҡарағандай итеп баға, йәиһә таныш түгел кешеләй ҡабул итеп ҡырын ҡарап уҙа. Ә асылда мин бит ошо тарафтың яланаяҡ балаһы, ошо тупраҡта шытҡанмын, шытҡас айырылмаҫ кимәлдә тыуған еремә ереккәнмен дә. Ни өсөн ҡайтаммы? Йылыныр өсөн!
Һәр аҙымын үлсәп баҫып урам буйлап килгән Бошмаҫ Нәғимәгә кәпәс кейгәндәр затынан берәйһе тап була ҡалһа ул урынында шып туҡтай ҙа тегене үҙе ба-шлап ихлас сәләмләп үткәреп ебәргәндән һуң ғына ары атлай. Осрағаны өлкән йә-штәме, урта быуынмы, әллә яңы айтай баҫҡанмы, уныһы мөһим түгел. Ул ошо яб-ай ҡылығы менән генә лә ир-атты ҙурлай, уның баһаһын, дәрәжәһен күтәрә белде.
Бошмаҫтың тағы ла бер сәйерерәк холҡо булды, ул ҡош-ҡорто, мал-тыуары менән әҙәм телендә аралашып, өнһөҙ яуапты аңлап, ҡабул итеп гәпләшеп йәшә-не. Иртән йоҡонан уянғас иң тәүҙә тауыҡтары менән аралаша, шунан ҡаҙҙарына, атлыҡсалағы быҙауына сират етә, иң аҙаҡ баҡсалағы муйыл ҡыуағына ҡунған тур-ғайҙарға, ҡыйыҡта теҙелешкән күгәрсендәргә өндәшә. Итәгендә ҡалдырған бойҙа-йын һибеп ебәрә лә һуңғыларына былай ти: “Килдегеҙме, асыҡҡанһығыҙҙыр, мә, ем сүпләп алығыҙ һеҙ ҙә, тауыҡтарҙың алдындағына тейеп, ҡағылып маҙаһыҙламағыҙ! Иң һөмһөҙ ҡылыҡ, яттарҙың аҙығына талашыу ул, насип, өлөшкә яҙылған ризыҡҡа бер ни ҙә етмәй” Урамға сыҡһа Иркә исемле, тоғро эт ише артынан бер тотам ҡалмаған бесәйе менән көңгөр-ҡаңғыр итә. Ярым-ярты, ирһеҙ көн итһә лә яңғыҙлығын шулайтып тулыландыра, йәнселгән, бер сите китек тормошон бөтәйтеп түңәрәк итә белде Бошмаҫ әбей.
Бер көн тракторсы булып эшләгән улы Хәкимйәндә йомошом булғанлыҡ-тан кис, көтөү ҡайтҡас, иртәгәге эштәремде эшләшмәҫме был, тип тегеләргә боро-лғайным ғына ихатала русса аралашҡан тауыш ишеттем: “Трудно тебе живется у нас?! Ничего, скоро станет хорошо, прусты замечательно, привыкнешь, тебя при-мут как своего, обижать не будут. Подойди сюда, щас тебя угощу картошкой, потом теплую, соленую воду налью, хотя и ходишь в лес, прогладалась небось? Не пе-реживай так, все пройдет, образуется... ” Барып инһәм ни күрәм, Бошмаҫ һыйыры менән һин дә мин аралаша икән дә баһа!
Ҡапҡаны асып эс яҡҡа ҡарай атланым:
- Һаумы инәй, нисек йәшәп ятаһығыҙ?
- Иҫәнме, балам, ғәжәп шәп, укурат зәмишәтелне көн итәбеҙ бит әле, һеҙгә лә шуны теләйем!
- Кем менәндер һөйләшәһең түгелме?
- Бәй, һыйырым менән!
- Ә нишләп русса?
- Шулай булмай тағы, был һыйырҙы бит яҙ көнө Васильевкалағы белешебеҙ Петр Динисовичтан һатып алғайныҡ, исеме Ромашка, үтә лә илгәҙәк, зыянһыҙ ха-йуан, туҡал булғас йүнләп һөҙөшә лә белмәй. Уға бында, ҡара башҡорт ауылында йәшәүе еңел, анһат тип уйлайһыңмы? - Тананан яңы һыйырға үткән малға ымла-ны. - Күреп тораһың да баһа, сеп-сей, һарыһына ҡатҡан урыҫ тоҡомонан, тиреһе ҡоба, күҙҙәре йәшкелт. Көтөүгә сыҡты ниһә руссаның ни икәнен белмәгән башҡо-рт һыйырҙары, тана-торпоһо, шуға күңелле тиһеңме Ромашкаға? Ҡайтып инде ниһә үҙ телен һағынған малға гел русса өндәшәм, һүҙ ҡушам. Аптыраған көндән, сараһыҙлыҡтан инде, мин яҡламаһам, мин күтәремләмәһәм, тағы кем ҡайғырта уны! Тиҙҙән өйрәнер, иншалла, башҡортсаны ла һыу урынына эсер!
- Ромашканы әйтәм, бер аҙ булһа ла ыңғайға киләме? - Бошмаҫтың әйткәндәрен йөпләгән булам.
- Зирәк булып сыҡты, шуныһына ҡыуанам, кил, тиһәм егәрле баҫып килә һалып етә, ҡана һөтөңдө һауып алайым, тиһәм янбашын килтереп терәй! - Шул мә-лдә асыҡ ишектән бесәйенең мыяулауы ишетелеүе булды Бошмаҫ ыңғайы бер йо-мошон ҡуша ла һалды. - Самауыр ҡайнаны, тимәксеһеңме? Бар урындыҡҡа һағ-ып көт, хәҙер эсебеҙ йәйелгәнсе сәй һемереп алырбыҙ, шул саҡлы ла сәйхур булырһың, әйтәгүр, эйәңә оҡшап! - Кеткелдәп көлөп алды ла дауам итте. - Бына мин йот йылынан һуң урыҫ ауылы Ивановкала тирмәнселә аслыҡтан үлмәҫ өсөн көнлөктә йөрөнөм. Ул саҡта яңы ун йәшен тултырған, даими туҡланмағанлыҡтан төрт-һәң йығылырға торған тыртыҡ кәүҙәле бала инем. Килеп тороп, үҙәгемә үтеп үҙ телемдә аралашҡым килә, әммә тегендә бер башҡорт булһасы?! Яйын таптым һу-ңғы сиктә.
- Ҡайһылайыраҡ итеп?
- Беҙҙең яҡтан, ауыл яғынан ағылған болоттар менән аралаша башланым көн һайын! Күккә бағам да эй һөйләшәм, эй гәпләшәм, ҡайһы саҡ йырлап та алғыла-йым. Шулай итте ниһәң эс бүҫкәреп ҡалғандай итә.
- Болоттарҙы ҡайһылай итеп айырмаҡ кәрәк, улар бөтәһе лә бер иш инде ул!
- Башың йәш, күп нимәнең нәғеҙенә төшөнөп етмәйһең әле һин! Яу болото ыҫмалалай ҡара, һағыш ҡатышҡаны һорғолт, өмөт туҡылғаны аҡһыл төҫтә була, бик беләһең килһә!
- Ә тыуған яҡтан ағылып килгәнесе?
- Аҡҡош ҡанатылай ҡыйғас-ҡыйғас, урын түренә ҡабартып өйөлгән аҡ мендәрҙәрҙәй ҡатлы-ҡатлы, өрпәктәй еңел ул беҙҙең яҡтың болоттары!
Бөгөн кеше ни сәбәптәндер тәбиғәт менән килешә, уртаҡ тел таба алмай ҡаңғыра, уны емерә, вата, бысрата, ташландыҡ хәлгә ҡалдыра, тегеһе лә яуап итеп йә ҡоролоғон ебәрә, йә ел-дауылын оҙата, унан ҡалһа ҡойма ямғырҙары менән интектерә, ыҙалата. Ә бына ҡош телен аңлаған, мал-тыуар менән ауырлыҡһыҙ аралаш-ҡан, ағас-ҡыуаҡтар хәсрәтен белгән һәм тойған, селтер йылға шауын урын-еренә еткереп тәржемә итә алған Бошмаҫ Нәғимә ишеләр күберәк булһа көн торошо ла, тормош та ыңғай яҡҡа китер, үҙгәрер ине, бәлки.