Әҙәби мѳхит
20 Августа 2021, 14:06

Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме алтынсы киҫәк).

            Бәлки шуғалыр ҙа сәнғәт белгестәре Винчиҙың серен аҙағынаса аса алмай. Әле лә бәхәстәр бара, әйҙә бәхәсләш-һендәр, юҡты бар итеп иҫбат итһендәр, ә Мона бөтә ваҡлыҡтарҙан юғары ҡалҡып быуаттар төпкөлөнән тере һындай, илаһи йәндәй бөгөнгөгә ҡарауын дауам итә. Бәлки Гөлдәриәнең портретына ла мин үлер алдынан һуңғы һыҙатты һалырмын, әммә ул һыҙат яҡты, нурлы булыр. Көндәлегемә һуңғы нөктәне ҡуям. Мине хәҙер көндәр ағышы, унда барған ығы-зығылар түгел яҙасаҡ портретым ҡыҙыҡһындыра…  

Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме алтынсы киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме алтынсы киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме алтынсы киҫәк).

Март, 2007 йыл.

 

            Гөлдәриәнең һүрәтен яттан яҙа башланым. Өйәнәк йонсотмаған мәлдәрҙә ил­һам­ланып көндәр буйы портрет алды-нан китмәйем. Леонардо да Винчи «Мона Лиза» картинаһын дүрт йыл буйы Италияла яҙа, шунан үҙе менән Францияға ал-ып китеп ят­тар күҙенән ситтә үлер алдынан ғына бөтөрөп ҡуя. Ижад яңғыҙлыҡ емеше, ул өмә менән эшләнмәй. Бәлки шуға-лыр ҙа сәнғәт белгестәре Винчиҙың серен аҙағынаса аса алмай. Әле лә бәхәстәр бара, әйҙә бәхәсләшһендәр, юҡты бар итеп иҫбат итһендәр, ә Мона бөтә ваҡлыҡтарҙан юғары ҡалҡып быуаттар төпкөлөнән тере һындай, илаһи йәндәй бөгөнгөгә ҡара-уын дауам итә. Бәлки Гөлдәриәнең портретына ла мин үлер алдынан һуңғы һыҙатты һалырмын, әммә ул һыҙат яҡты, нурлы булыр. Көндәлегемә һуңғы нөктәне ҡуям. Мине хәҙер көндәр ағышы, унда барған ығы-зығылар түгел яҙасаҡ портретым ҡы-ҙыҡһындыра…

 

                                                                    6

 

            Юлым тағы ла шул ауылға төштө. Тимербулат Хөсәйеновҡа туҡталмай үтһәм яҙыҡ булыр. Хәҙер мин бит уны яҡындан беләм, көндәлектәрен уҡығас серҙәш, фекерҙәш тә һымаҡ хатта.

            Ағас аласыҡ аша тотҡарлыҡһыҙ үткәрҙеләр. Теге ҡатын ихлас иҫән­ләште был юлы. Алсаҡ йылмайып ебәргәйне һөй-көмлө генә икән дә баһа.

       Хөснулла Хәмитовичтың да кабинет ишеге шар асыҡ.

            – Килеремде һиҙеп алдан асып ҡуйғанһығыҙҙыр. Ирәбе, киң күңелле ху-жаларға инеүе үҙе бер ғүмер.

            – Ҡунаҡтарға беҙ һәр ваҡытта ла шат. - Ихласлыҡ күрһәтергә тырышһа ла баш табиптың кәйефһеҙлеге күҙгә таш-лана.

       Һорай һалдым:

            – Ваҡытһыҙыраҡ йөрөп ятып урынһыҙыраҡ хәбәр һөйләйем инде әллә?

            – Ниңә бик тә ваҡытлы. Икенсе яҡтан беҙгә боролоуың урынлы ла әле.

            – Көндәлектәрҙе уҡып сыҡтым. Әҙәби әҫәр һымаҡ ҡабул ителә: теле һутлы. Яҙғандарында мәғәнә, фәлсәфә, фекер бар. Талантлы кеше бөтә яҡлап та талантлы була инде ул. Тимербулат сырхап китмәһә уны ла күреп китергә иҫәп. Күстә-нәсем дә бар. Ананас! - Эргәмдәге пакетҡа ымланым.

            – Эйе, Тимербулат бөтә яҡлап та һәләтле кеше ине…

            – Нисек инде, ине? - Һағайып ҡалдым.

            – Юҡ шул Тимербулат. Вафатына ике аҙна.

       Ингәндәге күтәренке кәйефем һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты:

            – Шул өйәнәгенән айыға алманымы?

            – Юҡ, икенсерәк сәбәп. - Хөснулла Хәмитович ауыр уфтанды. - Янғын бәләһе. Ҙур янғын да түгел инде уйлап ҡара-һаң. Төш мәлендә ҡыҫҡа замыкание һөҙөмтәһендә эшләп ултырған телевизор шартлаған, шунан ялҡын күҙ асып йомған ар-ала обойҙарҙы, тәҙрәләге шторҙарҙы ялмаған, хәҙерге пластик тәҙрәләр көкөрт менән бер, төтөнө көслө ағыу. Бүлмәлә был мәлдә үткәндә һеҙгә һүҙ ҡушҡан Гөлзифа исемле ҡатын бер үҙе генә булған, нишләп сыға алмағандыр инде: әллә шартлау-ҙан шаңҡып мөйөшкә һыйындымы икән, әллә төнөнгә сәсәгәнме – бел-мәйем. Шул хаҡта ишетеп ҡалған Тимербулат бүлмә эсенә ташланған. Нисек зи-һене еткәндер, уныһы бер сер, өйәнәгенән айығып етмәгән сағы ине бит. Төтөн эсенән Гөлзиф-аны күтәреп алып сығып шәфҡәт туташтары ҡулына тапшырған да, эстә кәрәкле әйберем ҡалды, тип кире инеп киткән һәм шунда тонсоҡҡан. Пожарниктар килеп етеп тиҙ һүндерҙеләр ян­ғынды, ағыулы төтөнгә сәсәгән Тимербулатты ғына ҡотҡара алманыҡ. Нисә йыл ҡулынан төшөрмәгән портретын ҡосаҡлап ишек төбөнә ҡолаған. Саф һауаға сығырға бер аҙым ғына ара. Йәшәү менән үлем араһы бер ҡарыш, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Ә теге Гөлзифаға килгәндә аңына һеңешкән һорауҙы йылдар буйы ҡабатлай ине, хәҙер ғәме, хәстәре икенсе. Бына ошондай фажиғәле яңылыҡ.

       Сығышлай түтәл өҫтөнә эйелгән ҡатын ҡалҡып күҙҙәремә өмөт менән төбәлде:

            – Ағай, һеҙ Тимерулатты күрмәнегеҙме?

            – Күрҙем, Гөлзифа. Бына күстәнәс тә ебәрҙе әле. - Ананас һалынған пакетымды тотторҙом.

       Ҡатын ихлас ҡыуанып китте:

            – Ожмахтағы кеше ожмах күстәнәсен ебәрә инде ул. Рәхмәт.

       Аласыҡ ауыҙында Гөлзифаның һуңғы үтенесе ҡолағыма салынды:

            – Тимербулат ағайға әйтегеҙсе зинһар, ҡайтһын, ул булмағас донъя ҡараңғы, һалҡын, ҡотһоҙ!..

 

                                                                                  (Тамам).

 

                                                                              

          

 

        

 

       

 

       

                                                                           

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас