

Июль, 1994 йыл.
Аныҡ ҡына числолап яҙырлыҡ яңылыҡтарым да кәмегәндән-кәмей бара. Йәшәйештең мәғәнәһе бөттө: эш эҙләп ау-ылдан китә башланылар. Бүлексәлә эш тә аш та ҡалманы. Сәсеү ерҙәре юҡ кимәлендә, малдарҙы ҡайҙалыр ҡыуҙылар, ат һа-райында ике-өс алаша тороп ҡалған. Үткәндә ялан кәртә эргәһенән үтешләй шуны күреп йәнем әсене. Һөрмәгәс, сәсмәгәс кешеләрен нимә менән аҫырарға уйлайҙыр ил етәкселеге.
31 декабрь, 1999 йыл.
Быныһын аныҡ числолап яҙам. Ельцин властан китте. Уның етәкселек итеү дәүере өс ваҡиға менән хәтеремдә уй-ылып ҡалды: Ленин броневиктан сығыш яһаған ише, танкы башына үрмәләп маташты, ҡара ҡоромға батырып Аҡ йортто ат-ты һәм һуңғы батырлығы һуҡмыш баш менән ниндәйҙер Африка илендә ҡотороп барабан ҡаҡты. Был юлы мир алдында бәл-йерәгән, бахыр ҡиәфәтендәге йонсоу ҡарт ултыра ине. Йәлләтергә маташты, хатта күҙҙәрен йәшкәҙәтеп тә алды шикелле. Уның ғына сәләмәтлеге түгел, илдәге хәлдәр мөшкөлдөр, юғиһә үҙ теләге менән тәхеттән төшә буламы…
Август, 2005 йыл.
Ауыл теше төшкән ауыҙға оҡшаған. Күп өйҙәр урынында түмәләстәр генә ята. Ерҙәр сәселмәй ине бит, хәҙер баҫ-ыуҙарҙы сәүел яба башланы. Ә асыҡ урындарҙа билсән мамығын туҙырата. Хәҙер дәүләт өсөн ауылда талар нимә ҡалманы, тиҙҙән бөтөрөү өсөн сират мәктәптәргә, медпункттарға етер. Улар ҙа юҡҡа сыҡһа дөмөктөк, һүндек тигән һүҙ.
Июль, 2007 йыл.
Психоневрология интернатына урынлашырға тәҡдим иткәстәре дауаланыу йәһәтенән кәңәшләшер яҡын кешем бул-мағанлыҡтан Армияла госпиталдә дауалаусы табип Пыков иҫкә килеп төштө. Табырыма артыҡ өмөтләнмәһәм дә, блокноты-мда һаҡланған телефон номерынан уға шылтыратып ҡарарға иттем. Трубканы ҡатын кеше алды. Михаил Ивановичты теле-фонға саҡырыуҙы үтенгәс, ғәжәп, уның тауышын ишеттем. Иҫәнлегемде ишеткәс ҡыуанып китте, Мәскәүгә килһәң, әйҙә ос-рашайыҡ, ти. Итәғәтлеләр һәм тәрбиәлеләр ситтә, төпкөлдә йәшәйҙәр, Мәскәүҙә түгел, тип шаярыу ҡатыш әйткәндәрен иш-еткән бар ине. Шөкөр, унда ла зыялылар бөтмәгән икән әлегә. Ҡыҫҡаса ғына нисек йәшәүемде һорашты. Шылтыратыу сәбә-бен әйткәс кәңәшен бирҙе: «Тотош йәмғиәт аҡылдан яҙған осорҙа сырхап китеүеңә аптырайһы түгел. Имгәнеүең Афғанста-нда алған яраң эҙемтәһелер. Яңғыҙым ҡалдым, тиһең бит, бар һин ул интернатҡа. Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға килешһең, исмаһам унда ауырыу булһалар ҙа кешеләр араһында йөрөрһөң. Әҙәм балаһы йәмғиәттә йәшәр өсөн тыуа. Йомошоң төшмәһә лә шы-лтыратып тор, тел ярҙамы күрһәтермен» Хәлемде ябай итеп кенә төшөндөрҙө. Ҡаршы килмәнем. Ҡайҙа тереклек итһәң дә барыбер түгелме ни. Нишләптер оҙатырға килеүсе табылманы. Ауылдаштар бесәндә шул, уларҙа минең ҡайғымы. Бер Аҡт-ырнаҡ йөрөнө унда-бында сабыулап. Айырылышыуыбыҙҙы тоялыр, күҙҙәренән субырҙап йәш аға, өҙлөкһөҙ ҡулдар-ымдан, битемдән ялай. Машина ҡуҙғалып киткәйне артыбыҙҙан ҡыуа төштө. Ике-өс саҡрымдан һуң арыны, ул бәләкәйләнгәндән-бәләкәйләнә барып офоҡта ирене, юҡҡа сыҡты. Күҙҙәрем тағы еүешләнде. Илаҡ бер мәмәйгә әүерелдем.
Август, 2007 йыл.
Башта килергә теләмәй ҡаршылашһам, ҡырҡ һылтауын тапһам да бында ҡурҡыныс түгел икән дә баһа. Иректә таныт-маһыҙ тилеләрҙең һантыйлығына аптырағансы бындағы танытмалы тилеләр менән йәшәүе, аралашыуы күпкә мәғәнәлерәк һәм фәһемлерәк.
Сентябрь, 2007 йыл.
Аҡтырнаҡты ҡайғыртып күршегә, Ғәзимгә хат яҙып ебәргәйнем. Ҡатыны Мөнирә яуап биргән: күпме генә тырышһа-лар ҙа Аҡтырнаҡты үҙҙәренә алып ҡайта алмағандар, шуға Ғәзим беҙгә барып эттең ояһын яңыртҡан, көн һайын ашатып тор-алар икән. Ә Аҡтырнаҡ ауыл осона, минең киткән яҡҡа ҡарап көнө буйы тилмерә лә кис һуң ғына ҡайтып инә. Әҙәм балала-ры ла бер-береһенә ошолай тоғро һәм мәрхәмәтле булһаларсы.
Октябрь, 2007 йыл.
Бында төрлө яҙмышлы кешеләр йыйылған. Килеүем минең файҙаға, ҡара упҡынға сумыуым йыш ҡабатланһа ла ҡараулымын, көрсөктән сығырға ярҙам итәләр. Ауырыуҙан арыныу менән Гөлдәриәне тыуған көнө менән ҡотланым. Бул-мышым менән мин дә тоғро эт. Гөлдәриә минең өсөн ай ҙа ҡояш та.
(Дауамы бар).