+12 °С
Дождь


Тотош донъяны тажзәхмәт тип аталған сир ялмап алған. Пандемия үтер ул, сөнки һәр нимәнең ҡасан да аҙағы, тамамланышы була. Әгәр аңына килеп мәлендә сараһын күрмәһә әҙәм балаһын, ғөмүмән йәшәйеште кешенең бер-береһенә күрһәтелгән һалҡын битарафлығы, күрә алмаусанлығы, ҡара уйы, ҡанһыҙлығы, иман-һыҙлығы, ауыҙлыҡтан ысҡынған нәфсеһе харап итәсәк. Бына былар - иң ҡурҡыныс йоғошло вирустар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларға ҡаршы әлегә дауа уйлап табылмаған. Тиҙ арала табылыуы ла икеле. Табылған хәлдә лә кисекмәҫтән вакцинацияға барығыҙ, тип дәррәү өгөтләүселәр булырмы икән?..