Әҙәби мѳхит
18 Августа 2021, 13:38

Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме дүртенсе киҫәк).

            Урман-ҡырҙарға сығыуымдың сәбәбе - йәмғиәттә тәртип бөттө, ә бына тәбиғәт үҙ урынында: ваҡытында ҡояш сыға, миҙгелдәр алмашына, ям­ғырҙар яуа, хатта осраҡлы иҫкән елдең дә мәғәнәһе һәм кәрәге бар төҫлө. Ҡымырҫ­ҡалар мәш килеп ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә, уларға реформалар ҙа, үҙгәртеп ҡороуҙар ҙа, Президенттар алмашыныу ҙа кәрәкмәй. Уларҙың яйға һалынған, бер ваҡытта ла үҙ­гәрмәҫ көнитмеше бар. Шулай булғас кейектәр донъяһы кешенекенән күпкә камилыраҡ һәм аҡ-ыллыраҡ…  

Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме дүртенсе киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме дүртенсе киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме дүртенсе киҫәк).

                                                                        19 февраль, 1992 йыл.

 

            Францияла Олимпиада уйындары тамамланыуға бара. Беҙҙең СНГ спорт-сылары аҡ (олимпиада флагы) аҫтында сығыш яһайҙар. Дошманға бирелгән ос-раҡта аҡ флаг күтәрәләр бит, шул иҫкә килеп төштө нишләптер. Элек спорт яр-ыштарын сәмләнеп ҡарай торғайным, был юлы күңелдә ундай ҡомар юҡ. Ә беҙ-ҙекеләр бирешмәйҙәр барыбер: саңғысылар Рәйсә Сметанина. Любовь Егорова, Елена Вяльбеләрҙең намыҫ өс­өн трассаға сығыуҙары, еңеүҙәре батырлыҡҡа торо-шло!

 

                                                                         20 июнь, 1992 йыл.

 

            Ауырыйым. Онотолам, һәм ваҡыт үтеү менән кире айығам… Ҡара упҡынға сум­ыуым йышайғандан йышая һәм оҙағы-раҡҡа һуҙыла бара. Шул ауырып киткән мәлдә Аҡтырнаҡты ас итмәгеҙ, ҡарағыҙ инде, тип күршеләргә әйтеп ҡуйғанмын. Рә-хмәт, үҙемде күҙгә элмәһәләр ҙә эт­емде ситнәтмәйҙәр. Ауырыған мәлдә үҙемә ашау ҙа эсеү ҙә кәрәкмәй, шуғалырмы, ҡаҡ һө-йәккә ҡалып килеп айығам. 

 

                                                                         17 июль, 1992 йыл.

 

            Эштән киттем. Нимәгә иҫәпкә бар, һанға юҡ булып йөрөргә. Фазылйән ағай ҡаршы килмәне, йомошоң төшһә тарт-ынмай инеп йөрө лә тине хатта. Белекле етәксе ул. Бүлексәнең эшмәкәрлеге мөшкөлләнгәндән-мөшкөлләнә бара. Ауыл хужалығы ла ил тарҡалған ише тарҡалыр, оҙаҡҡа бармаҫ.

 

                                                                         20 август, 1992 йыл.

 

            Йыш тәбиғәткә сығам. Кәйефле саҡта дәфтәр биттәренә һүрәт тә төшөрәм. Ҡарар күҙгә ыҡсым килеп сыҡһа, күңел күтәрелеп йәшәгеләр килеп китә. Бәлки һүрәт төшөрөү минең булмышымдыр, матур, ҡотло, ғәҙәти көнитмештән ҡалҡыуы-раҡ ерҙә урынлашҡан ҡояшлы донъямдыр. Бөтөнләйгә ҡасырға ине шул мөхиткә, ҡулымдан ғына килмәй… Урман-ҡырҙарға сығыуымдың сәбәбе - йәмғиәттә тәртип бөттө, ә бына тәбиғәт үҙ урынында: ваҡытында ҡояш сыға, миҙгелдәр алмашына, ям­ғырҙар яуа, хатта осраҡлы иҫкән елдең дә мәғәнәһе һәм кәрәге бар төҫлө. Ҡымырҫ­ҡалар мәш килеп ҡышҡылыҡҡа әҙер-ләнә, уларға реформалар ҙа, үҙгәртеп ҡороуҙар ҙа, Президенттар алмашыныу ҙа кәрәкмәй. Уларҙың яйға һалынған, бер ва-ҡытта ла үҙ­гәрмәҫ көнитмеше бар. Шулай булғас кейектәр донъяһы кешенекенән күпкә камилыраҡ һәм аҡыллыраҡ…

 

                                                                         9 ғинуар, 1993 йыл.

 

            Китаптан айырылһаң аҡылдан яҙырға мөмкин. Китапхананан шиғыр китаптарын алып ҡайттым. Уларҙы уҡыуы күпкә еңелерәк һәм уҡылғандар хәтерҙә ҡала. Сәсмә әҫәр уҡыр инем дә ауырып китһәм уҡыуым өҙөлә лә ҡуя…

 

                                                                          15 сентябрь, 1993 йыл.

 

            Йәмғиәттә йәшәп сәйәсәттән ситләшеп булмайҙыр ул. Тормош төпкөлөндә соҡонһам да мин дә ил яҙмышына битар-аф түгелмен. Ә илдәге хәлдәр ҡатмарлашҡандан-ҡатмарлаша бара.

 

                                                                           4 октябрь, 1993 йыл.

 

            Парламенты танкылар менән аттылар. Депутаттарҙы түбәнселеккә дусар иткән, енәйәтсе кимәленә төшөргән ил ет-әкселеге халыҡ тураһында уйлаймы икән? Юҡтыр, уларға халыҡ та, халыҡ һайланыусылары ла кәрәкмәй. Нишләптер Чили-ҙағы Пиночет диктатураһы иҫкә килеп төштө.

 

                                                                         23 ноябрь, 1993 йыл.

 

            Яңылышҡанмын, ил етәкселегенә парламент кәрәк икән дә баһа, исем өсөн генә булһа ла кәрәк. Һайлау 12 декабр-гә билдәләнгән. Октябрҙә парламентты атҡандан һуң депутатлыҡҡа ынтылыусылар табылырмы?

 

                                                                        14 декабрь, 1993 йыл.

 

            Тағы яңылыштым. Мин тилерәмме, әллә йәмғиәт аҡылдан яҙамы, депутатлыҡҡа кандидаттар ифрат күп булып сыҡ-ты. Халыҡ октябрь ваҡиғалары өсөн бойкот иғлан итеп һайлауҙарҙы инҡар итер, тиһәм, эркелеп килделәр. Ниндәй дәүләттә һәм ниндәйерәк халыҡ менән йәшәйем һуң мин?

 

                                                                         6 август, 1994 йыл.

 

            Аҡса күбәйҙе. Пенсияны йөҙәр меңлектәр менән алып килеп тотторалар. Буяҡ еҫе сығып ҡыштырҙап торған, әле генә аҡса һуғыу станогында баҫылған банкноттар. Былай булғас мил­лионерҙарға әүерелеүебеҙҙе көт тә тор. Тик ул аҡсаның бә-рәкәте юҡ, магазиндарҙағы тауарҙар хаҡы йөҙәр меңлектән дә юғарыраҡтар. Тауар менән нығытылмаған аҡсаны алдың ни ҙә алманың ни. Ҡана ла һуң күпләп аҡса етештереү менән генә байып китә алһаҡ…

                                                                             (Дауамы бар).

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас