АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
14 Августа 2021, 14:26

Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме беренсе киҫәк).

       «Кәрәкле сумманы табыр яйың бармы, ағай? Һиҙемләүемсә һеҙ уның яҡыныһығыҙ, шуға һо-райым» Өлкән үк йәштәге таб-ип миңә ағай, тип өндәшә, ысынлап та бабай ише күренәмдер. Әлеге мәлдә ул мөһим дә кәрәк тә түгел. «Табырға тырышыр-мын, энекәш», тинем. «Ҡасан?» «Ошо арала…» «Тураһын әйтәм, күп аҡса кәрәк…» «Мин аңланым һеҙҙе…»

Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме беренсе киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме беренсе киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Егерме беренсе киҫәк).

                                            9 март, 1991 йыл.

 

            Бөгөн йома көн Әминә сессияға юлланған. Эштән һуң күрмәлекле кейем-дәремде кейеп алдым да арғы оста йәшә-гән Зәйнулла ағайҙарға киттем. Гөлбикә апай ҙа өйҙә икән. Йылы ҡаршы алдылар. Сәй өҫтәле хәстәрләп ебәрҙеләр. Зәйн-улла ағай ымлағайны Гөлбикә апай түрбаш яғынан аҡбаш сығарып өҫтәлгә тыпылдатты.

            – Араҡы эсмәйек, Зәйнулла ағай.

            – Етди һөйләшеүгә килгәнһең, әләйгәс. - Зәйнулла ағай көлөмһөрәне. - Тыңлайбыҙ.

            – Яусы диңгеҙ кисерә, тиҙәр, үҙемә үҙем яусы булып килдем, ағай!

            – Сит-ятҡа ҡушмай, туранан тура үҙең яусылауың ҡыйыулыҡ әлбиттә, тик яусылатҡаның нимә ти һуң?

       Юғалып ҡалдым:

            – Әллә Әминәнән ул турала һораманымсы.

            – Иң тәүлә унан белешергә ине, шунан беҙҙән. Өйләнеү үтә лә яуаплы эш. Сөнки икенсе яртыңды ғүмерлеккә һай-лайһың. Мөнәсәбәтегеҙгә асыҡлыҡ индереп һөйләшегеҙ, әгәр ҡыҙ риза икән, беҙҙең ҡаршылығыбыҙ юҡ, шулаймы әсәһе?

            – Знамы шулай, Сәмиғә апай менән күпме ғүмер кисерҙек, һин дә күҙ алдында үҫкән бала. Килешәһегеҙ икән, беҙ ни ҡуш ҡуллап. Ҡыҙ баланың ваҡытында, ултыраҡҡа ҡалмай кейәүгә сығыуы хәйерле. Бәхетегеҙ, ырыҫығыҙ эйәртеп йөрө-һөн һеҙҙе!

            – Бына һиңә бытбылдыҡ, был ни фатихаһын биреп тә ҡуйҙы, - тине шелтә-ләгән­дәй Зәйнулла ағай.

            – Уйымдағын әйттем. Фатиха бирһәм дә яҙыҡ түгел. Икеһе лә үҙебеҙҙең ба-ла ла… - Гөлбикә апай ҙа бирешергә теләмәй.

            Күңелем күтәрелеп ҡайтырға йыйынғайным, Зәйнулла ағай эйәртә сыҡты:

            – Ҡустым, Әминәнең имен-аман ҡайтыуын көтәйек әле. Сессияһына ла иртә ҡуҙғалды. Республика дауаханаһында тикшереләһе бар.

 

                                               19 март, 1991 йыл.

 

            17 март халыҡтың фекерен алыу үткәрҙеләр. Ысын һайлауҙан айырмаһы юҡ. Һайла­уҙа шәхсән кемделер һайлайһың, бында «эйе» һәм «юҡ» тапҡырына тамғаңды ҡуяһың. Һайлаусыларҙың был тиклем дә дәррәү ҡуҙғалғанын күргәнем юҡ ине. Телевизорҙан хәбәр ҙә иттеләр, халыҡтың 78% Союзды һаҡлап ҡалыу яғында. Ә ауылда күрһәткес  99,9%. Бер проценттың кемлеген дә беләбеҙ - һәр башланғысҡа ҡаршы Рәхмүшйән. Эшкәртелмәгән эт ҡайышы, тиҫкәренән бөткән нәмә, һайлау та-мамланыуға бер минут ҡалғас тауыш бирә бит ул, шунан ләззәт ала. Тыуғанда ла моғайын яҡты донъяға аяғы менән килеп йонсотҡандыр әле. Ә тотош ил буйынса һөҙөмтә бик һәйбәт, йәшәйбеҙ былай булғас!

 

                                              21 март, 1991 йыл.

 

            Әминәне дауаханаға һалғандар. Шул хаҡта Гөлбикә апай килеп әйтте. Сире етди­ҙер, хатта сессия тапшырыуын да көтмәгәндәр. Гөлбикә апай өмөт менән ми­ңә төбәлде: «Әллә барып урайһыңмы, Тимербулат? Беҙҙең икебеҙҙең хәл дә үҙе-беҙгә саҡ шул: ағайың оҙон юлда ят һауала йүтәлдән быуыла ла ҡуя, минең быуындар ебәр­мәй, йәнә Өфөнө ҡыҙыра алмаҫ-быҙ, унда булғаныбыҙ юҡ…»

 

                                               28 март, 1991 йыл.

 

       Өфөгә барып ҡайттым. Республика дауаханаһының ҡан ауырыуҙары бүлегенән эҙләп таптым Әминәне. Осрашыу урыны-на әкрен генә баҫып сыҡты. Күҙ төптәре ҡа­ра көйөп сыҡҡан. Оҙаҡ ултыра алманы кире инеп китте. Артынса уҡ табип күрен-еп кабинетына саҡырҙы. Әминәнең сәләмәтлеген аңлатты, яңы ғына химиотерапия тамам­лан­ған икән. Диагнозы ҡот осҡос - лейкоз, ҡан рагы! Ҡотҡарыуҙың ғына түгел уның хәлен еңеләйтеүҙең берҙән-бер юлы електе алмаштырыу. Күп сығымдар талап иткән процеду­ра. «Кәрәкле сумманы табыр яйың бармы, ағай? Һиҙемләүемсә һеҙ уның яҡыныһығыҙ, шуға һорайым» Өлкән үк йәштәге табип миңә ағай, тип өндәшә, ысынлап та бабай ише күренәмдер. Әлеге мәлдә ул мөһим дә кәрәк тә тү-гел. «Табырға тырышырмын, энекәш», тинем. «Ҡасан?» «Ошо арала…» «Тураһын әйтәм, күп аҡса кәрәк…» «Мин аңланым һеҙҙе…»

            Гөлдәриәнең телефонын йыйҙым. Трубканы ҡалын тауышлы ир алды:

– Алё! Здравствуйте, слушаю вас?

– Гульдария дома?

– Представтись пожалуйта?

– Односельчанин. Ауылдашы булам.

– Гуль, тебя спрашивают.

– Да! - Гөлдәриәнең тауышы ишетелде.

– Привет!

– Привет. Һин ҡайҙа?

–  Өфөлә. Тимер юл вокзалындамын. Телефон-автоматтан шылтыратам. Беҙгә осрашырға ине?

– Әле бит ваҡыт һуң. Шулай уҡ кисектермәҫлек йомошмо? Бәлки иртәгә иртәнсәк?

– Юҡ, бөгөн. Хәҙер. Кәрәкмәһә һуңлап шылтыратмаҫ инем. Яңы ғына йо­моштарымды бөттөм. Ваҡытыңды оҙаҡ алмам, күп тигәндә ярты сәғәт.

– Улайһа 10-15 минуттан килеп етермен. Вокзалдың ҡала яҡ ишектәре тапҡыры­нда көт!

            Гөлдәриәне әллә ҡайҙан таныным. Төймәләре эленмәгән йылҡылдап торған шәшке тун кейеп алған, аяҡтарында тубыҡтарының юғары яғын ҡаплаған ҡиммәтле итектәр. Яурындарына бөҙрә сәстәре һибелгән. Яңы ғына матурлыҡ са­л­он-ынан сыҡҡан фотомодель тиерһең. Эргәмә килде лә төбәлмәй генә әйтте:

            – Ресторанға инәйек, бында үткенсе пассажирҙар араһында һөйләшә алмаҫбыҙ.

            Индек, сисенеп эскә үттек. Урта өҫтәлде биләнек. Гөлдәриә кире ҡаҡҡыһыҙ тонда иҫкәртте:

            – Мин һыйлайым. Быныһы бәхәсһеҙ. - Меню папкаһына күҙ һалып ашамлыҡ­тарҙы атаны. Килтерҙеләр. Гөлдәриә та-ғы ла ризыҡҡа ҡағылманы, ваҡыт-ваҡыт килешле итеп буялған ирендәренә минераль һыу һалынған бокалды тигеҙеп-тиге-ҙеп кенә ала. Асыҡһам да тамағыма аш үтмәй, ихтирам йөҙөнән салатта соҡонам.

            – Гөлдәриә, хәлдәрең нисек?

            – Һәйбәт. Ә бына һинең кисекмәҫтән саҡырыуын бер аҙ ҡурҡыуға һала.

            – Афғанда бер тапҡыр янғандарҙы ҡабаттан тоҡандыр­ыу мөмкин түгел. Сей утын менән бер бит беҙ, быҫҡыйбыҙ, әммә янып китә алмайбыҙ.

            – Улайһа йомошоң ниҙә? Оҙаҡлап ултыра алмайым, ирем тышта машинала көтә, эргәһендә Гөлшат.

            – Ир кешегә түбәнһенеүгә тиң йомош, Гөлдәриә, кисекмәҫтән матди яр­ҙамың кәрәк!

            – Күпме?

            – Төштәремә лә инмәгән аҡсаны һорайым - 70 мең!

            – Эйе, әҙ аҡса түгел. Ни өсөн кәрәк?

            – Дауаланыу өсөн, операция өсөн!

            – Кемгә?

            – Әминәгә.

            – Зәйнулла ағай менән Гөлбикә апайҙың ҡыҙы әләйгәс. Кемең була? - Гөлдәриәнең ҡарашы көнсөл янып китте.

            – Ауылдашым.

            – Был аныҡ яуап түгел. Булмаҫтайҙы таптыраһың. Һиңә тигәндә уйларға булыр ине, ә бына тотош ауылға ярҙам итә алмайым.

            – Шул ғына ине йомошом. Улайһа ошо ерҙә хушлашайыҡ.

            – Бәлки һине ҡунаҡханаға урынлаштырырғалыр?

            – Кәрәкмәй. Ике сәғәттән беҙҙең яҡҡа поезд ҡуҙғала, шуның менән ҡай­там.

            – Сәләм әйт.

            – Тотош ауылға әйтәйемме? Әллә айырып-айырып ҡынамы?

            – Айырып-айырып ҡына. Атайыма, әсәйемә әйт.

            Гөлдәриә икеләнгәндәй урынынан ҡуҙғалмай. Ишек төбөнә килдем. Итәғәтле ҡыланып баш эйҙем:

            – Ваҡытһыҙ борсоғаным өсөн берүк кисерегеҙ, мадмуазель!

            Сығып тимер ултырғыста бөгөлөп төштөм. Гөлдәриәнең алдында текә ҡыланһам да хәлдәрем үтә лә хөрт. Әминәгә бер нисек тә ярҙам итә алмайым! Ана шул уйҙан ғы­на ла эсемә өшәндергес һалҡынлыҡ тула.

            Ҡайтып төшөү менән Зәйнулла ағайҙарға барҙым. Әминә сирләп киткән, тинем уратып, ебәргән күстәнәстәрен тап-шырыуымды әйттем. Тағы нимә тип кенә өҫтәргә? Телем әйләнмәй. Үҙҙәре ишетерҙәр әле.

                                                                             (Дауамы бар).

 

                                                            22

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас