Әҙәби мѳхит
12 Августа 2021, 13:31

Тиле яҙмалары (Повесть. Егерменсе киҫәк).

            Сатнатып яуап бирҙем: «Әминә кемме? Минең буласаҡ ҡатыным! Бына ул сессиянан йөрөп ҡайта ла өйләнәбеҙ!» Ҡы-ҙға ҡараным. Үткән­дәге албырғауы күренмәй, хатта әйткәндәремдән ҡәнәғәт ҡалғандай йылмая биреп тә ултыра. Тантана-лы өлөш бөткәс сәйгә ҡалып тормай ҡайтырға сыҡҡайным артымдан Сәғиҙә еңгә күренде. Ҡыуып етте лә еңемдән тартып туҡтатып сер һөйләгәндәй бышылдауға күсте: «Өйләнеүгә килгәндә артыҡ ҡыҙыулатма улай. Ашыҡҡан ашҡа бешкән, ти. Сиркәшкә бит Әминә, балнис юлынан ҡайтып инмәй» «Беләм. Уныһы ҙур бәлә түгел. Минең тәндә лә ямау өҫтөнә ямау. Ике сирлене бергә ҡушһаң моғайын да сәләмәт ғаилә барлыҡҡа килер!»   

Тиле яҙмалары (Повесть. Егерменсе киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Егерменсе киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Егерменсе киҫәк).

                                                                          12 август, 1990 йыл.

 

            Пенсия килеп төштө. Түләү тәғәйенләнгән көнөнән иҫәпләнгәс апаруҡ ҡына йы­й­ылған. Бирәсәктәрҙе ҡайтарҙым. Әҙерәк ҡалды ла әле. Бер яғынан бушлай килгән ни­мә, иш янына ҡуш, икенсе яҡтан 20 йәшеңдә дәүләт түләгән хәйерсе аҡсаһына ҡарап ултыр инде. Күрше райондағы бер танышымдың өҫтөнән асфальт һала торған каток үткән. Аяҡһыҙ ҡалды. Шуның әйткәне хәтерҙә: «Ҡазаланыуым минең файҙаға әле, аҡсаға ҡытлыҡ заманда исмаһам болһоҙ ултырмайым. Тик мә-шәҡәте шунда зәғифлегем хаҡында йыл һайын әллә күпме ҡағыҙҙар йыйып комиссия үтергә мәжбүрмен. Һуң аяғымдың ҡаб-аттан үҫеп сыҡмаҫы бөтәһенә мәғлүм…» Аптырамалы фәлсәфә, аптырамалы һығымта, ә аяҡһыҙҙың аяғы, һуҡырҙың күҙе юҡ-лығы хаҡында йыл һайын справка йыйып ултырыусы бюрократтарҙың эшмәкәрлеге бер ҡалыпҡа ла һыймай. Беҙҙә донъяны ҡабул итеү икенсе, бер-беребеҙгә булған мөнәсәбәт әҙәмсә түгел. Салыш көҙгөләр до­нъяһында көн итәбеҙме ни.

 

                                                                     17 сентябрь, 1990 йыл.

 

            Хәбәр һөйләүгә, аҡыл һатыуға күсеп алдылар, эшләүсе кеше юҡ. Ауыл ху-жалығы бөлгәндән-бөлә бара. Сәсеүлек ерҙәре ҡыҫҡара, булғаны ла тейешенсә эшкәртелмәй, ашлама индерелмәй. Яҙғы баҫыу эштәренең ҡулай ысулын уйлап тап-тылар: һөрмәйенсә сәсәләр, үҙҙәренсә гумус ҡатламын һаҡлайҙар. Ә йыйып алған уңыш элеккенән ике тапҡырға түбән. Туп-раҡ был тиклем дә уңдырышһыҙға әүерелгәс гумус ҡатламын һаҡланың ни ҙә һаҡламаның ни. Шул түбән уңыштың әллә ни саҡлыһы эшкә ашмаған комбайндан ситкә осоп ҡала, йыйып алынғаны ырҙын табағында ятып серей. Ғабдулла Туҡай яҙған заманалар килде:

                                                                   Ерҙе аҙ-маҙ тырмалап,

                                                                   Сәскән инем, урған инем…

 

                                                                        26 декабрь, 1990 йыл.

 

            Сәйәсәт менән шөғөлләнмәгән кеше юҡтыр ул хәҙер, һәммәһе һағыҙ һымаҡ шуны сәйнәй, шулай ҙа хәбәр һатыуҙан әҙәм ялҡты шикелле, көслө ҡуллы етәксе кәрәклеге хаҡында йыш һөйләйҙәр, ә булдыҡһыҙҙар юғарыла ултырыуын дауам итә. Дауыл сы­ғып китеүе ихтимал. Ә ҡойонда ҡый, сүп-сар юғарыға күтәрелә ғәҙ-әттә.

 

                                                                         2 март, 1991 йыл.

 

            17 мартта Союзды һаҡлап ҡалыу хаҡында халыҡтың фекерен алыу үткәрә-ләр. Көн һайын тиерлек райондан бер кеше килеп әңгәмәгә йыя, үҙҙәренсә өгөт-нәсихәт һөйләп аңлатыу эше үткәрәләр. Өҫтәүенә өй беренсә агитатор билдәләп ҡуйғанд­ар. Беҙҙең тирәгә Әминә тәғәйенләнгән. Бүлексәгә һауынсы эшенә төшкә-ненә икенсе генә йыл. Көләс йөҙлө яғым-лы ҡыҙ. Сибәрлеге күҙгә бәрелеп бармаһа ла һөйкөмлө. Эштән ҡайтҡайным, артымса уҡ Әминә килеп инде. Ҡулында гәзит-журналдар. Блокнотына ҡарай-ҡарай, ҡыҙара-бүртә Союздың кәрәклеге хаҡында ентекләп, факттар килтереп аңлатырға то-тондо. Ә мин итәғәтлек һаҡлап тыңлағанға һалыш­ам. Политдәресен тамамланы ла башын түбән эйҙе: «Һөйләп бөттөм. Һор-ау­ҙарығыҙ бармы?» «Бар. Әгәр һоратһам миңә кейәүгә сығыр инеңме, Әминә?» Тамам албырғап телдән ҡалды ҡыҙ, шунан аҡланғандай әйтте: «Сыға алмайым шул. Бөгөн агитация менән тағы ла дүрт өйгә инеп сығаһым бар» «Уларҙы теүәл-ләп бөткәндән һуң, ризалығыңды бирер­һеңме?» «Тиҙҙән яҙғы сессия, әллә күпме имтихандар, зачеттар тапшыраһы… Мин бит ситтән тороп институтта уҡыйым…» «Улайһа килештек, сессияңды тамамла ла мин һине кәләш итеп алам». Бер ни тип тә яуап бирмәгән ҡыҙ өтәләнеп сығып китте. Әминәнең артынан ишек ябылғас бер килке иҫемде йыя алмай ултырҙым, үҙемә үҙем һорау бирҙем: «Көтмәгәндә-уйламағанда нимә һөйләп ташланың тағы?» «Ә ниңә һөйлә­мәҫкә, матур ҡыҙ ул Әминә!», тип яуапланы күңелем. Шуны һиҙәм, Әминәгә оҡшайым шикелле, юғиһә 23 феврал­дә миңә бүләк әҙерләмәҫ ине. Бүләге лә елле, башҡа малсылар ҡырыныу станогы алғанда миңә галстук тағылған матур күлдәк эләкте. 8 мартта лайыҡлы яуап ҡайт-арырға йыйынам. Совхоздан эш хаҡын көтөү файҙаһыҙ. Уның ҡар­ауы пенсия алыу көнөм 5 март.

 

                                                                            6 март, 1991 йыл.

 

            Район үҙәгенә барып әйләндем. Универмагта матур биҙәкле крепдишин туҡыма һаталар икән. Хаҡы ҡиммәт нәмәгә артыҡлап ынтылмайҙар. Мул итеп шуны үлсәп йырттырҙым. Шунан парфюмерия бүлегенә инеп француз хушбыйы һатып алдым. Булыуын булғас шартына тап килһен.

 

                                                                       8 март, 1991 йыл.

 

            Һеңгәҙәттем ферманың ҡатын-ҡыҙҙарын! Мөдирҙең бисәһе Сәғиҙә еңгән­ең былай ҙа ташбыҡ күҙҙәре шаҡмаҡланды: «Бынағайыш! Беҙгә прастуй яулыҡтар, ә Әминәгә хан бүләге! Кем әле ул шул тиклем?» Һорау Әминәгә бүләк тапшырып то-роусы миңә тәғәйенләнгәйне. Сатнатып яуап бирҙем: «Әминә кемме? Минең буласаҡ ҡатыным! Бына ул сессиянан йөрөп ҡайта ла өйләнәбеҙ!» Ҡыҙға ҡараным. Үткән­дәге албырғауы күренмәй, хатта әйткәндәремдән ҡәнәғәт ҡалғандай йылмая би-реп тә ултыра. Тантаналы өлөш бөткәс сәйгә ҡалып тормай ҡайтырға сыҡҡайным артымдан Сәғиҙә еңгә күренде. Ҡыуып ет-те лә еңемдән тартып туҡтатып сер һөйләгәндәй бышылдауға күсте: «Өйләнеүгә килгәндә артыҡ ҡыҙыулатма улай. Ашыҡҡан ашҡа бешкән, ти. Сиркәшкә бит Әминә, балнис юлынан ҡайтып инмәй» «Беләм. Уныһы ҙур бәлә түгел. Минең тәндә лә ямау өҫтөнә ямау. Ике сирлене бергә ҡушһаң моғайын да сәләмәт ғаилә барлыҡҡа килер!» «Үҙе абынған иламаҫ, тиҙәр бит, яҡын еңгәң булараҡ әйтмәнем түгел, әйттем…» Ҡайтҡандан алып туғанлығын тәүге тапҡыр иҫенә төшөрҙө.

                                                                            (Дауамы бар).

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас