

20 ғинуар, 1990 йыл.
Ниһайәт үткән йылдың ноябрь айы өсөн эш хаҡы бирҙеләр. Магазиндан барып бер ярты араҡы һәм ҡабырлыҡ ризыҡ һатып алдым. Һатыусы Нәзирә йыйылып киткән бирәсәктәремде ҡайырып түләтте. Кеҫәм төбөндә тағы бер аҙнаға етмәле бол ғына ҡалды. Ошонда килеп ҡабаттан бурысҡа батырға тура килә. Иң йүнһеҙ ир моғайын да ҡатын-ҡыҙҙан үтескә алалыр ул. Ни тиклем түбәнселек! Эңер мәлендә Айҙар килде. Өйләнмәй йөрөгән һәүерек инде шунда. Кис буйы ҡатын-ҡыҙҙар менән булған енси бәйләнештәрен ҡабартып һөйләп маҡтанып ултырҙы. Һүҙ араһында унан һорай ҡуйҙым:
– Ҡасан да булһа үлеп ғашиҡ булғаның бармы һинең?
Аңламағандай аңшайып ҡарап ултырҙы. Яуап бирмәне. Эйе, ярата белеү талант, кемгә бирелә, ә кемгә юҡ. Йәшәйеш тә бит мөхәббәтле һәм мөхәббәтһеҙҙәргә бүленә. Мөхәббәтлеләр төҙөйҙәр һәм ижад итәләр, ә мөхәббәтһеҙҙәр ҡыйраталар һәм яндыралар. Аҡ фәрештә менән ҡара фәрештә ише инде улар…
23 ғинуар, 1990 йыл.
Гөлдәриәнән ҡыҫҡа яҙылған хәбәр алдым. «Үткәндә һиңә үпкәләп сығып киткән булдым. Һиҙҙең, боҙоҡ уй менән бар-ғайным. Түшәккә һалманың. Рәхмәт. Әгәр шулай итһәң бөгөн мин һине ысынлап та яратмаҫ һәм үҙемде күрә алмаҫ инем. Һин киң күңелле, таҙа, керһеҙ хисле Гөлшатыма лайыҡ атайһың. Әгәр бөгөн Хоҙай Тәғәлә яңынан йәр һайларға рөхсәт итһә, мин һине генә һайлар инем. Ирем затлы кейенә, һәр ваҡытта галстукта, мәғлүмәтле, мәҙәниәтле, белемле, ә миңә бөтә бул-ған етешһеҙлектәрең һәм гөнаһтарың менән һин кәрәкһең. Бар ошонан аҙаҡ ҡырҡ сыраҡлы ҡатын-ҡыҙ холҡон аңлап һәм тө-шөнөп ҡара… Башҡаса борсомам. Тормош бит ул, бик тә кәрәкһәм шылтырат, ҡулымдан килгәнсе ярҙам итергә тырышыр-мын. Саҡ.» Иң аҫҡа телефон номеры яҙылған.
24 февраль, 1990 йыл.
Кисә Совет Армияһының көнөн билдәләнеләр. Ауыл клубына йыйҙылар. Мәктәптә хәрби дәрестәр алып барған уҡ-ытыусы доклад менән сығыш яһаны, шул уҡ уҡытыусылар концерт ҡуйҙылар. Бүләк иткән пакетты ҡайтҡас асып ҡараным: ҡырыныр өсөн крем да арзанлы таҫтамал һәм бер ярты араҡы һалғандар. Бүләктәре ярарлыҡ, ә араҡы өҫтәүҙәре артыҡ. Ми-нең артымса уҡ Ислам менән Рафиҡ күренделәр. Теге яртыны сығарып ултырттым. Былар үҙҙәренең көмөшкәһен ҡыҫтырып килгәйнеләр. Тағы эскелек…
11 июнь, 1990 йыл.
Күңел төшөнкөлөгөнә биреләмме, әллә яңғыҙлыҡ бәләһеме - белмәҫһең, үҙ-емде үтә насар тоям. Уҡыуҙан айырылдым. Көндәлеккә ҡағылғаным юҡ. Сания апайға барып күрендем. Медпункт фельдшеры нимә генә әйтә алһын? Район дауаханаһына барып ҡайт әле, ти.
19 июнь, 1990 йыл.
Район дауаханаһындағы невропатолог бик ентекләп һорашҡандан һуң психиатрға ебәрҙе. Ә уныһы бик илтифатһыҙ ҡыланды, ҡабул иткән мәлдә үҙ йомо-шо артынан өҙлөкһөҙ инеп-сығып йөрөнө. Миңә тилегә ҡараған һымаҡ итеп ҡарай, һорауҙары ла килделе-киттеле, мәғәнәһеҙ. Бының үҙенең “ҡыйығы” ҡыйшайғандыр, тип уйлап ҡуйҙым. Кире, теге невропатолог ҡатынға индем, ниндәй ҙә булһа ярҙам алып ҡайтырға кәрәк бит. Башыңдың ауырыуы, ваҡыт-ваҡыт аңыңдың томаланыуы алған яраңдың касафаты, ти. Дарыуҙар яҙып бирҙе. Бер юлы военкоматҡа ла һуғылдым. Үткәндә саҡырып ҡағыҙ ебәргәндәр ине. Бында күңеллерәк хәбәр көткән. Миңә пенсия тәғәйенләйҙәр. Артыҡ күп документтар ҙа кәрәкмәй: хеҙмәт кенәгәһе, хәрби билет һәм паспорт, тағы наградалар танытмаһы. Орден-миҙалдарымды, танытмалар һалынған ҡумтаны Армиянан ҡайтышлай юғалттым, тип алдаштым. Ялғанлай белмәгәс ҡолаҡтарыма саҡлы ҡыҙарып киттем. Минең менән әңгәмәләшкән ҡыҙ быны һиҙмәне. Ярай әле наградалар номерҙары, бирелгән датаһы менән хәрби билетҡа яҙылғайны. Шулар ҡотҡарҙы.
4 июль, 1990 йыл.
Еләк бешкән. Бөгөн иртән аттарҙы төнгөлөктән алып ҡайтышлай элек әсә-йем ҡыҙырырға яратҡан туғайлыҡҡа туҡ-талып атымдан төшөп эйелгәйнем, аяғыма баҫа алмай йөгөнөкләп йөрөй башланым. Бармаҡ башындай еләктәр түшәлеп ята. Туйғансы ашаным, шунан фуражкама тирә башланым. Күстәнәсемде Зәбихә инәйгә кереттем. Йүнләп йөрөй алмай ул. Аяҡ юлын көскә таный, шуға өй тирәһендә генә ҡымғырлай. Уның көнө хәҙер миңә ҡалып бара. Йәй буйына ҡоро ағас ташыйым да шуны ҡул менән бысып ике өй араһына өйәм. Миңә лә етер, Зәбихә инәйгә лә. Күстәнәсемде тешһеҙ ауыҙына оҙатҡас оҙ-аҡ ҡына мөйтәңләп ултырҙы ла йөҙө яҡтырып китте: «Аллаға шөкөр, бына еләгенән дә ауыҙ иттек…» Ҡайһылай һәйбәт, бәл-әкәй генә шатлыҡты ла ҙур ҡыуаныс итә белә оло кеше, шөкөр итә.
6 август, 1990 йыл.
Мине уратҡан мөхиттән, ундағы ғәҙәттәрҙән баш тартыу шул тиклем дә ауыр. Үҙеңдән үҙең ҡайҙа ғына ҡасаһың? Күршең һуҡыр булһа күҙеңде ҡыҫ, тигәндәй башҡалар ҡылғанды ҡабатлап, уларға эйәреп йәшәргә мәжбүрмен. Китапханаға барҙым. Унда Маһисара апай эшләй, шөғөлөнә мөккибән киткән кеше. Хәҙер бында юлды онота баралар тип, шуға көйәлә-нә. Халыҡ китаптан айырыла. Үткәндә мәктәптең иҫке китапханаһы урынлашҡан тапҡырҙан үттем. Йорттоң бер стенаһына макалатура өйгәндәр, шунда уҡ эшлектән сыҡҡан китаптар туҙырап ята. Йорт тыҡрыҡ мөйөшөндә урынлашҡан, эргәһенән соҡор-саҡырлы, батҡаҡлы оло юл үтә. Ниндәйҙер бер ылау батҡан да соҡорона китаптар тултырып сығып киткән. Шул мәлдә оңҡот шофер тормош ауырлыҡтарынан, тормош батҡаҡлыҡтарынан китап арындырыуы, хаҡында уйланымы икән? Китапха-нанан Л.Н. Толстойҙың «Тере мәйет» китабын алып ҡайттым. Ҡулыма әллә нишләп шул әҫәр килеп эләктесе…
9 август, 1990 йыл.
«Тере мәйет» тәге Федя Протасовтың яҙмышы ҡайһылыр кимәлдә минекенә оҡшаған. Тик айырма шунда ғына, Про-тасов быуат башында йәшәгән, ә мин уның аҙағында көн итәм. Оҡшашлыҡ - йәмғиәттә барған үҙгәрештәр. Быуат башында беренсе рус революцияһы булған, хәҙер беҙҙә шундай уҡ болғанышлы заман. Үҙгәртеп ҡорабыҙ тип йәмғиәтте емермәйбеҙ микән? Шуны тойомлайым.
(Дауамы бар).