АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
9 Августа 2021, 13:43

Тиле яҙмалары (Повесть. Ун һигеҙенсе киҫәк).

       Гөлдәриәгә һынап һирпелеп алғас уйымдағын әйттем: «Бар, иреңә ҡайт, Гөлшатҡа ҡайт!» Үпкәләгәндәй текә баҫып хуш-лашмай ҙа сығып китте. Ҡабаланып баҫҡан аяҡ тауыштары шығырҙап, юҡ, ыңғырашып алыҫлаштылар.

Тиле яҙмалары (Повесть. Ун һигеҙенсе киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Ун һигеҙенсе киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Ун һигеҙенсе киҫәк).

                                                                   10 декабрь, 1989 йыл.

 

      Көтмәгәндә урамда Гөлдәриәне тап иттем. Эштән ҡайтып килә инем. Атымды туҡ­­таттым. Гөлдәриә көймә һымаҡ кескәй санаға ултыртып ҡыҙын этеп килә. Һикереп сананан төштөм. Атым мине көтөргә теләмәй урам буйлап атланы.

            – Привет! - Гөлдәриә йылмайҙы. - Осрашыр көнөбөҙ ҙә бар икән…

            – Һаумы. Ҡасан ҡайттың?

            – Кисә. Иртәгә ирем килеп ала. Хәлдәрең нисек?

            – Ашау - байҙан, үлем - Хоҙайҙан!

            – Йә инде, исмаһам минең алда шәп күренергә тырышма. Бына ошо инде Гөлшат. - Көймәгә ымланы.Ҡараным. Бала үтә лә миңә оҡшағайны. Тотлоға-тотлоға һүҙ башланым:

            – Ул… бит…

            – Ул миңә оҡшаған, фәҡәт миңә. Был темаға һөйләшеүҙе туҡтатайыҡ. - Ҡырыҫ бүлдерҙе лә дауам итте. - Хәлег­еҙҙе ишетеп ятам: апай сирләй, һин аҡсаһыҙ эштә йөрөйһөң дә тапҡан-таянғаныңды эсәһең икән.

            – Фариза апай еткерҙеме? Ә быныһы инде минең эш. Минең шәхси эшем, бер кемдеке лә түгел!

            – Өфөлә лайыҡлы эш таба алам, академик. Бәлки килерһең?

            – Сирле әсәйемде бында ҡалдырырға бойорорһоғоҙмо, ҡөҙрәтле батшабикә!

            – Мыҫҡыл итергә тырышма, файҙаһыҙ. Әйтәм бит, эшкә урынлаштыра алам. Апайҙы үҙең менән ал. Дөйөм ятаҡтағы бүлмәлә йәшәп торһағыҙ бер ни тиклем ваҡыттан фатир мәсьәләһен дә ыңғай хәл итергә мөмкин. Минең бер һүҙле икәнемде яҡшы беләһең, быныһын шикләнмәйенсә әйтә алам. Вәғәҙә- иман, килештекме?

            – Рәхмәт тәҡдимегеҙгә. Эш тинегеҙ, кем сифатында? Һеҙгә лә киллер кәрәктеме? Һау булып тороғоҙ!

            – Ҡара уны, һуңынан үкенәсәкһең. Бында һаҙлыҡ, шуны онотма. Бер килеп йотасаҡ ул һине…

 

                                                                  14 декабрь, 1989 йыл.

 

            Әсәйҙе Өфөгә оҙаттым. Аҡса табыуымды ябай аңлаттым: Афғанстанда хеҙмәт ит­кән өсөн военкоматҡа ебәргәндәр. Әсәйем үҙе алдаша белмәгәс тиҙ ышанды. Район үҙ­әг­ендә автобусҡа ултыртҡан мәлдә йөҙөнә ҡараным. Өмөт сатҡыһы күре-нмәне унда. Күҙҙәре һүнгән. Йәнә 13 числола оҙаттым. Шуныһы эсте бошора. Ырымдарға ышанып бармаһам да һәммәһенә битараф ҡараш, 13 һаны күҙ алдынан китмәй…

 

                                                                  31 декабрь, 1989 йыл.

 

       Өфөнән ҡот осҡос хәбәр ебәргәндәр. Әсәйем операциянан һуң уянмаған. Мәңге­гә. Сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаған, тағы ла йөрәге насар ине бит, наркозды күтәрә алмаған. Был хәл 25 де­кабрҙә булды. Ҡаттым, илай ҙа алманым хатта. Һенағастай тик йөрө­нөм. Совхоз директоры барып-ҡайт­ыу өсөн бортлы машина бүлде. Ярты тәүлек тигәндә саҡ Өфөгә барып еттек. Ҡу­наҡханала ҡунырға тура килде. Төнө менән дауа­ханаға барыуҙан эш сыҡмаҫ. Ике кешелек комната һал­ҡын һымаҡ. Ҡайҙан-дыр ел өрә. Шуғалырмы ҡалтырата.

       Иртәгеһен әсәйемде ҡабул иттем. Дауаханаға үтеүҙәре еңел, ә бына үлеп ҡалған кешене ҡырҡ ҡаршылыҡ менән тапшы-рҙылар. Әллә ниндәй документ­та­р­ға ҡабат-ҡабат ҡултамға ҡуйҙырттылар. Гөлдәриә килеп етте. Моғайын да ауыл­дан хәбәр иткәндәрҙер. Ярҙам итеүселәре бергә. Әсәйемдең (мәрхүмә тип әйтергә тел дә әйләнмәй) кәүҙәһе ҡоштай еңел генә. Ҡоштай кәүҙәнән ҡоштай йәне пыр­ыл­дап осоп сығып киткәндер инде. Еңел һөйәкле, тилбер хәрәкәтле, эшсән, ихлас кеше ине бит ул. Ҡуҙғалырға йыйынып бөткәс ниндәйҙер ашханаға барҙыҡ. Эйәрсәндәр дөйөм залда ур­ынла­ш­ты, беҙ айырым кабинаға индек. Гөлдәриә алдындағы ризыҡҡа ҡағылманы ла, моңһоу итеп ҡарап тик ултырҙы. Шунан саҡ ишетелерлек итеп әйтте: «Гөлшат һинең ҡыҙың, Тимербулат… Сәмиғә апай тимәк уның ҡартәсәһе була.  Бөгөнмө, иртәгәме дөрөҫөн бе­лергә тейеш-һең. Бәхет байлыҡта түгел, тип теге саҡ яҙғайным бит әле, шул хаҡиҡәткә тағы ла бер тапҡыр инандым, сөнки әхи­рәткә күс-кәндә кәфенгә кеҫә текмәйҙәр. Бер нимәне лә үҙең менән алып китеп бул­май. Бер килеп бәлки беҙгә лә зыяратта йәнәш ят-ырға тура килер… Бер нимә хаҡында ғына үт­енәм. Эсмә.»  Әсәйҙе оҙатырға ярты ауыл йыйылды. Тупраҡ бәрелгән ләхет таҡ-таһы түгел, минең йөрәгем урынынан ҡу­бып гөрһөлдәй: «Гөрҫ…гөрҫ…гөрҫ…»

            Бөгөн әсәйемдең етеһен уҡыттым. Магазин аҙығын алып күрше-күләндәге ҡарт-ҡороно йыйҙым. Зәбихә инәй белгә-нен уҡып битен һыпырҙы. Хәйер өләштем. Аятҡа килгәндәрҙе оҙатҡас иҫемә төштө, бер нисә сәғәттән Яңы Йылды ҡаршыла-рға кәрәк икән дә баһа! Яңғыҙмын. Кем генә миңә инеп-сыҡһын инде… Бер «аҡбаш» тың ҡурғашын тешем менән ҡайырып ситкә төкөрҙөм дә ҡоғорлайынан күтәреп эсеп апаруҡ бүҫкәртеп ҡуйҙым. Иҫертте, бар тирә-йүн зыр әйләнә башланы…

 

                                                                  1 ғинуар, 1990 йыл.

 

       Ауыҙым кипкән, йәнде сығарып баш сатнай. Өй эсе һалҡын, ҡотһоҙ.

 

                                                                  7 ғинуар, 1990 йыл.

 

            Кисә кис ишегемде ҡаҡтылар. Гөлдәриә икән. Һалҡындан биттәре алланып киткән. Үҙе менән аҡ болотло һалҡын сафлыҡ эйәртеп алып инде. Өйөм бола, йыйыш­тыр­ыуһыҙ. Өҫтәл өҫтөндә буш шешәләр, йыуылмаған һауыт-һаба өйөлгән, ҡатҡан ик­мәк ҡатыһы, тәмәке төпсөктәре лә етерлек. Башҡала ҡунағы алдында уңайһыҙ. Шул, өҫтәлдәге «тау» ҙы бер юлы биҙрәгә һыпырып түрбашҡа илттем. Ҡырын ятҡан ултыр­ғыс­ты ҡалҡытып ҡунағыма урын тәҡдим иттем. Өй эсенә тәмәке көй-өгөнөң еҫе һеңгән, уныһынан бер нисек тә ҡотолорлоҡ түгел. Гөлдәриә тирә-яғын ятһынып күҙәтә, үҙен тотошо ла сәйер. Бер-ике ки­скә Яңы Йыл байрамдарына тип ҡайт­ҡан икән. Һөйләшеү килеп сыҡманы, ләүкеп һүнергә йыйынған шәмде һүн-дерергә теләмәгән ише ултырҙыҡ инде, көйһөҙ әңгәмәне һуҙып. Ҡатын-ҡыҙҙың уй-теләген күҙҙәренә ҡарап тоҫмалларға мөм-кин. Гөлдәриәгә һынап һирпелеп алғас уйымдағын әйттем: «Бар, иреңә ҡайт, Гөлшатҡа ҡайт!» Үпкәләгәндәй текә баҫып ху-шлашмай ҙа сығып китте. Ҡабаланып баҫҡан аяҡ тауыштары шығырҙап, юҡ, ыңғырашып алыҫлаштылар.

                                                                              (Дауамы бар).

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас