АТАЙСАЛ
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
8 Августа 2021, 08:42

Тиле яҙмалары (Повесть. Ун етенсе киҫәк).

       Ҡумта уның ҡулына, аҡса минең кеҫәләргә күсте.        Йомошо бөтмәгәнгә оҡшаған:             – Могу устроит тебя на работу. Зарплата сдельная, приличная.             – В качестве кого?             – В качестве… киллера, например. Без занятий скучать не будешь!             – Кеше үлтереп арыным! Етте! Теләмәйем!             – Смотри, тебе решать, если надумаешь, позвони, телефон тот же…

Тиле яҙмалары (Повесть. Ун етенсе киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Ун етенсе киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Ун етенсе киҫәк).

                                                                    15 июль, 1989 йыл.

 

            Бүлексәлә эш ғәҙәттә ҡорһаҡты төш ауғансы ҡояшта ҡыҙҙырыуҙан башлана. Трак­торсылар кантора эргәһендә йыйы-лып тәмәке көйрәтә. Путевка алмайынса эшкә ҡуҙғалыусыны күрмәҫһең. Кисә Искәндәр эшкә шаңҡып килгән дә шуның ба-шын төҙ­әтәм тигәнсе һәммәһе ләх булғансы эскәндәр. Бындай барыш менән ауыл хужалығы оҙаҡҡа ба­рмаҫ, шуны һиҙәм. Яр-ай әле, ике ҡулыма бер эш, тигәндәй: аттарҙы төңгөлөккә ҡыуалайым, иртә таңдан эҙләп алып ҡайтып һоло таратам, шунан малсыларға бүлеп бирәм. Өйрәтеү, тыҡыу кәрәкмәй, һәммәһе яйға һалынған. Күпме генә эш хаҡы түләрҙәр инде. Самалыл-ыр. Бер яҡтан был ғәҙел дә, нисегерәк тир түгәһең, шунса алаһың. Ә беҙҙәге тракторсыларҙың көнө күберәк араҡы хаҡына ауыл халҡына эш эшләп үтә, унан ҡалһа «һул»ға бүлексәнең соляркаһын һаталар.

 

                                                                     19 июль, 1989 йыл.

 

            Сания апай яңынан үҙенә саҡыртып алды. Әсәйемә операцияға кисекмәҫтән барырға кәрәк икән, төйнәнештергәнең бармы, тип ҡыҙыҡһына. Ә минең айлыҡ аҡсам оклад нигеҙендә 100 һум самаһы. То­топ ҡалғандан һуң күпмеһе генә ҡулға ки-леп эләгер инде…

 

                                                                     23 ноябрь, 1989 йыл.

 

       Ҡайҙан аҡса табырға? Башымды бер генә һорау игәй.

 

                                                                      1 декабрь, 1989 йыл.

 

            Ҡулыма көтмәгәндә белдереүҙәр гәзите килеп эләкте. Уны ҡаланан кемеһе алып ҡайтҡандыр. Егеттәр менән эштән һуң бер яртының ғүмерен оҙайтып ултырҙыҡ. Һуңғы осорҙа йыш эсә башланым. Былай еңелерәк, һуҡмыш башҡа аҡыллы, ау-ыр, хәс­рәтле уйҙар һирәгерәк йоға. Шул эске мәжлесенә кемеһелер ҡурған балыҡты теге белдереүҙәр битенә төрөп килтер-гән. Ҡыҙмаса баш менән майланып бөткән гәзит битен илтифатһыҙ ғына ҡараштыра инем күҙем бер бәләкәй генә белдереү-гә төртөлдө: «Орден-миҙалдар һатып алам», һәм телефон номеры күрһәтелгән. Бына бит Гор­бачевтың үҙгәртеп ҡороуҙары нимәгә алып килде: әхлаҡ, намыҫ, әҙәп төшөнсәләре онотолоп алғы планға аҡса, алыш-биреш сыға бара. Шулай ҙа ҡағыҙҙы төрөп кеҫәмә һалып ҡуйҙым, ҡыҙыҡһыныусан ҡараған егеттәрҙән мәрәкәләп ҡотолдом: «Тәмәкегә ҡытлыҡ килә ба­шланы бит, киләһе йыл самосад сәсәм, шуны ошо гәзиткә төрөп тартырға иҫәп» Ҡайтҡас оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙым. Ҡан менән һуға-рылған наградаларым йәл ине миңә. Ярай, түшемә уларҙы тағып та йөрөрмөн, тик әсәйем үлеп ҡалһа был тимер киҫәктәре-нең хәжәте ҡалмаҫ бит?

            Почта бүлексәһенә барып теге номерға шылтыраттым. Көскә тоташтырҙылар. Йәнә ҡаршымда почта бүлексәһе на-чальнигы һерәйгән, өҫтәүенә инеп-сығып йөрөйҙәр, асыҡтан-асыҡ һөйләшеп булмай. Теге оста шатор-шотор иткәндән һуң тоноҡ ирҙәр тауышы ишетелде:

            – Тыңлайым!

            – Мин белдереү буйынса!

            – Ниндәйҙәр?

            – Хәрбиҙәр… - Трубканы усым менән томалап почта начальнигын алдаштырам. - Белдереүҙәр агентствоһы аша хеҙ-мәттәштәремде эҙләйем.

            – Нисәү?

            – Өсәү.

            – Килегеҙ.

            – Бара алмайым шул. Әйҙәгеҙ, иртәнән һуң беҙҙең район үҙәгендә осрашабыҙ. Көндөҙгө сәғәт 2-лә, Үҙәк майҙанда. - Адресымды әйттем.

            – Улайһа тауарға хаҡ билдәләгәндә юл сығымдарын айырым иҫәпләйәсәк-мен.

            – Риза.

 

                                                                 4 декабрь, 1989 йыл.

 

       Кисә район үҙәгенә барҙым. Дауаханаға, тигәс Фазылйән ағай һүҙһеҙ ебәрҙе. Май­ҙанда апаруҡ көтөргә тура килде. Ҡыш яңы башланып торһа ла сасҡау һыуыҡ. Ыжғыр ел үтәнән-үтә һуға. Ниһайәт эргәмә куртка, башына спорт кәпәсе кейгән егет килде:

            – Һеҙ белдереү буйынса көтәһегеҙме?

            – Эйе.

            – Әгәр милицияға еткерһәң, имейте в виду, я посредник.

            – Ҡурҡма.

            – Тауарҙы килтерҙеңме?

            – Үҙем менән.

            – Ҡайҙа һөйләшәбеҙ?

            – Ошонда.

            – Юҡ. Бында үткән-һүткәндәр күп йөрөй, өҫтәүендә күҙ алды. Киттек аш-хана­ға.

       Эргәләге ашханаға инеп төптәге өҫтәлде биләнек.

            – Ниндәйҙәр?

            – Ике «Ҡыҙыл Йондоҙ», бер «Батырлыҡ өсөн».

            – О-о-о!.. - Йыртҡыс күҙле, йүгерек ҡарашлы йылғыр кәүҙәле әҙәм һоҡлан­ыуын йәшермәне. - Күрһәт!

            – Өлгөрөрһөң!

            – Күпме һорайһың?

       Юғалып ҡалдым. Нимә тип әйтергә? Шулай ҙа албырғауымды йәшереп һор-ауға һорау аттым:

            – Ә һеҙ күпме тәҡдим итәһегеҙ?

            – Ҙурҙары 500 һум, тегеһе 250!

                  Терт итеп ҡалдым, бындай аҡсаларҙы тотоп ҡарау ғына түгел, күргәнем юҡ. Икенсе яҡтан уйлап ҡараһаң, награ-даларға минең ғүмерем һыйған, ошо батырлыҡтарҙы эшләгәндә үлеп ҡалыу ихтималлығы ла бар ине. Һатып алыусыға ҡар-а­ным, уның ирендәре ситенә шуҡ йыл­майыу йәбешкән. Тимәк алдаша, ялғанлай, оторға самалай.

            – Алйоттарҙы икенсе ерҙән эҙлә, ҡустым. Пока! - Урынымдан торҙом.

            – Ну, хорошо, иду на уступку, 750-шәр һәм 500!

            – Юҡ, 1000-шәр һәм 750. Был һуңғы хаҡ, и на этом торг заканчиваем.

            – Решено, базара нет, но, если ты не забыл, заранее предупредил, сюда вклю­чаю счетчик дорог и трехразовое питание!

          Ҡумта уның ҡулына, аҡса минең кеҫәләргә күсте.

          Йомошо бөтмәгәнгә оҡшаған:

            – Могу устроит тебя на работу. Зарплата сдельная, приличная.

            – В качестве кого?

            – В качестве… киллера, например. Без занятий скучать не будешь!

            – Кеше үлтереп арыным! Етте! Теләмәйем!

            – Смотри, тебе решать, если надумаешь, позвони, телефон тот же…

                                                                         (Дауамы бар).

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас