1 март, 1989 йыл.
Был юлдарҙы Термиздан яҙам. Тимербулат Хөсәйенов өсөн һуғыш тамамланды. Мин хәүефһеҙ ерҙә. Палата ла, түшәм дә, инеп-сығып йөрөгән кешеләр ҙә аҡ төҫтә. Күктән төшкән гөнаһһыҙ фәрештәләргә оҡшатам медицина хеҙмәткәрҙәрен. Аҡ халат кейгәндәре өсөн генә түгел. Һанһыҙ көндәр иҫһеҙ ятҡанмын. Самолет менән бында килтереүҙәрен, реанимация бүлегендә үлем менән йәшәү араһында ятҡанлығымды күрмәнем дә, белмәйем дә. Маңлайымда тәрән яра эҙе бар. Хәҙер бөтәшеп тә килә инде ул. Барыбер үҙәккә үтеп һыҙлай. Яра ғына түгел, тотош башым ярылып килә. Бигерәк тә төндә. Йоҡо дарыуы бирәләр. Файҙаһы самалы. Бында 26 ғинуарҙа булған хәлдән һуң килеп эләктем.
Ул көндө Кабулға барғайныҡ. Ҡала буйлап 15-20-ләп һалдат бергә йөрөйбөҙ. Ҡоралдарыбыҙ үҙебеҙ менән. Магазиндар тулы патрон, икешәр гранатабыҙ ҙа бар. Баш ҡала оҡшаманы, тотош мөхит урта быуаттыҡына тартым. Үткән-һүткәндәр ҙә артыҡлап күҙгә салынмай. Улары ла беҙҙе күрһәләр ҡабаланып ситкә тартыла һалалар, әйтерһең йоғошло, сирҡаныс ауырыу менән сирләйбеҙ. Баҙарға һуғылдыҡ. Ананас һатып алдым. Иҫ китмәле тәмле емеш икән ул, тәүге тапҡыр ауыҙ итеүем. Кейем-һалым һатҡан рәттәр буйлап үттек. Бер ниндәй тауар ҙа тәҡдим итмәйҙәр. Баштарын баҫып, күрмәмешкә һалышалар. Бына алдан атлаған егет маңлайын ҡушуслап салҡан ҡоланы. Кем атты ҡайҙан атты, хатта атыу тауышын да ишетмәнек. Түңәрәккә баҫып автоматтарыбыҙҙы тирә-яҡҡа йүнәлттек. Бынауынса халыҡ араһынан снайперҙы ҡайҙан тапмаҡ? Маңлайына атылған теге һалдат урында уҡ йән биргәйне. Машинаға тейәп алып ҡайттыҡ. Әллә ҡайҙан дисантсылар килеп сыҡты. «Кем?» тип аҡырҙы капитан дәрәжәһендәге. Ул һуҡмыш һымағыраҡ та күренде. «Белмәйбеҙ…» «Беҙҙең һәләк булған һәр һалдат өсөн ошо ҡәһәрле ер һәм ошонда йәшәгәндәр ғәйепле, шулаймы, һалдаттар?» «Шулай, шулай», тип шаулаштылар йыйылғандар. «Ҡон ҡайтарабыҙмы?» «Ҡайтарабыҙ!» Утҡа кәрәсин һибәләрме ни, һәр әйтелгән һүҙ һалдаттарҙы ярһыта, ғәйрәтләндерә бара. Өйөр психологияһы солғаған был төркөм, тиҙҙән теҙгендән ысҡынып, идара итә алмаҫлыҡ ҡоторған ағымға әүереләсәк, тип уйлап ҡуйҙым нишләптер.
Бына иллегә яҡын ҡораллы һалдат шаулашып кире, Кабул урамдарына йүнәлдек. Теләкһеҙ генә иң арттан эйәрҙем. Ни хәл итәйем, мин дә шул шашҡан өйөрҙөң бер вәкиле бит… Тәүге осраған биш-алты кешене стенаға терәп аттылар. Ха-лыҡ ҡурҡышып йорттары яғына йүгереште. Ҡайҙа ғына ҡасһындар инде, уларҙы пуля ямғыры ҡыуып етеп тәкмәстерә, ҡапҡаларын ябып өлгөргәндәрҙең ихаталарына гранаталар оса. Урта йәштәрҙәге ҡатынды, шунан 10-12 йәштәр самаһындағы үҫмерҙе атып йыҡтылар. Мин дә төркөм менән бергә йүгерәм, шаулайым, тик ке-шеләргә тоҫҡап атырға ҡул бармай, патрондарҙы һауаға осорам. Ҡурҡып ҡасһындар, йәнәһе. Дисантсы менән бер ихатаға боролдоҡ. Бында туй бара икән дә баһа! Йыйылған ҡунаҡтар ҡурҡышып телдән ҡалған, түрҙә кейәү менән кәләш ул-ты-ра, аяғөҫтө баҫып та өлгөрмәнеләр. Мейемдән йәшен тиҙлегендә уй үтте: «Нимә эшләйем мин, әле тормош көтә лә башламаған ғаиләне үлтерәм бит, ошонан аҙаҡ ҡайһылайтып йәшәрмен, яҡындарымдың күҙенә нисек итеп ҡарамын?» Алға уҡталып егет менән ҡыҙҙы кәүҙәм менән ҡаплап дисантсыға инәлдем: «Әйҙә ҡалдырайыҡ…» «Нимә? Ошолар бит һинең иптәшеңде үлтерҙе!» «Ә һуң быларҙың ғәйебе ниҙә! Ярлыҡайыҡ!» «Кит!» «Китмәйем!» Теге ике парҙы артыма йәшерҙем. «Һуңғы тапҡыр киҫәтәм!» «Юҡ!» «Ну смотри, сопляк!» Дисантсы енләнеп сығып китте. Мин ишек төбөнә килеп, кире ҡайырылып, ғәйепле кешеләй аҡландым: «Ғәфү итегеҙ берүк, ваҡытһыҙ бимазаланыҡ. Байрам итегеҙ!» Шул мәлдә эргәмдә шартлау яңғыраны. Күҙҙәрем алдында ут балҡыны ла йәнем ҡараңғы оҙон тун-нелдән осоп билдәһеҙлеккә мәтәлде.
Күҙҙәремде асҡанда эргәмдә сал сәсле, урта йәштәрҙәге аҡ халатлы ҡатын ултыра ине. Иҫкә килеүемде күргәс һүрәнке йылмайҙы, йылы устарын маңлайыма баҫты: «Хәлдәрең нисек, балам?» Үзбәксә әйтте, барыбер аңланым. «Һәйбәт… Мин ҡайҙа?..» «Һуғыштан алыҫта, минең ҡарамаҡта…» Ҡатындың йөҙөнән, күҙҙәренән йылылыҡ һәм яҡтылыҡ бөркөлә. Бөтә әсәләр ҙә мәрхәмәтлеләр, изгеләр. Ә нишләп һуң беҙ, уларҙың балалары, шул тиклем дә кешелекһеҙбеҙ, ҡанһыҙбыҙ, ҡаты бәғерлебеҙ? Ҡаты яралы ике һалдат менән бер палатала ятам. Береһенең тубыҡтан түбән яғы юҡ. Яралары бөтәшмәй интектергән аяҡтарҙы төбөнән ҡырҡырға йыйына табиптар. Ауырыу ҡаршы, өгөтләүҙәргә ыжламай ҙа, кемдең генә яр-ты кәүҙәле ҡалғыһы килһен! Икенсеһенең яраһы еңелерәк, ул сулаҡ, бер ҡулы юҡ. Бер ҡулһыҙ булыу, еңел түгел әлбиттә, әммә һуғыштың яҙылмаған закондары, иҫәп-хисабы башҡасараҡ шул. 40-сы ғәскәрҙе Афғанстандан сығарыуҙары хаҡындағы тапшырыуҙы ҡабат-ҡабат күрһәтәләр. Тән генә түгел, йән ғазабыбыҙҙы, күңел көйөгөбөҙҙө яңыртып үткәндәргә ҡайтып әйләнгәндәй булабыҙ, сөнки афған яу юлы - беҙҙеке, минеке, уныҡы, уларҙыҡы, шулай булғас айырым ғаиләләр генә түгел, тотош ил иңенә ятҡан афәт. Теге, беҙ ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡталып үткән тимер күпер таныш, күреп белмәһәм дә Афған һуғышының баш командующийы Борис Гром-ов та яҡын һәм ҡәҙерле. Командующий ҙа бит ошо һуғыш мәлендә бер төптән ғаиләһен юғалтып япа-яңғыҙы тороп ҡалды. Бына ул күпергә баҫып: «Минең артымда бер совет һалдаты ла ҡалманы», тип ант итә. Ай-һай, ышанғы килмәй. Был хәрби командирҙың вәғәҙәһенә оҡшамаған, уға шулай тип әйтергә ҡушҡандарҙ-ыр. Машиналарға, бронетранспартерҙарға тейәлеп һалдаттар үтә. Шуға иғтибар иттем, йөҙҙәрендә нур, эске балҡыш тойолмай. Тере мәйеттәр ҡымғырлаймы ни! Һине бында, Союзда ниндәйерәк яҙмыш көтә, афған тамуғын үткән һалдат?..
(Дауамы бар).