Әҙәби мѳхит
4 Августа 2021, 11:39

Тиле яҙмалары (Повесть. Ун өсөнсө киҫәк).

         Тағы ла өс егетте юғалттыҡ. Береһен яҡындан белә инем, минең менән килгәйне бында. Һәммәһенә миһырбанлы ҡар-аған, шиғри йәнле егет ине. Буш ваҡыттарында мөхәббәт, тыныс тормош тураһында шиғырҙар яҙҙы. Яҙа ла мине ҡыҙыл мөй-өшкә саҡырып шуларҙы күрһәтә. Илһамланып, бирелеп китеп уҡый ҙа, бөткәс өмөт менән төбәлә: «Йә, нисек?» «Шәп, - тим яҙылғанды бөтә тәрәнлегендә аңлап еткермәһәм дә, - һин ыс­ын шағир!» «Ихлас әйтәһеңме?» «Һуң ихлас булмай тағы!» «Армиянан ҡайтам да ошо шиғырҙарҙы китап итеп баҫтырып сығарам!» Ана ниндәй юғары хыялдар менән йәшәй ине Анд-рей. Шиғыр үлде, шағир йәнле кеше үлде. 31 декабрҙә генә бер-береб­еҙҙе Яңы Йыл менән ҡотлаған инек бит. Ҡурғаш таб-утҡа һалып «200-сө йөк» менән оҙаттыҡ. Ни сәбәптән 200-сө йөк, тип аталалыр инде илгә ҡайтарылған был ҡәһәрле ҡурғаш табуттар, шәхсән үҙем генә ике тиҫтәнән ашыу ошо ҡурҡыныс йөктө аэродромдарға илттем. Афғанстанда бер беҙ генә түгел бит. Андрейҙың табутын ҡосаҡлап өҙлөкһөҙ иланым. Тыйыусы ла, йыуатыусы ла, ғәйепләүсе лә булманы.    

Тиле яҙмалары (Повесть. Ун өсөнсө киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Ун өсөнсө киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Ун өсөнсө киҫәк).

30 декабрь, 1988 йыл.

 

            Почта менән өс открытка килтерҙеләр. Әсәйем, Гөлдәриә, класташым Зин-нур Яңы Йыл байрамы менән ҡотлағандар. Әсәйемдең ҡотлауы ла хәл-әхүәл аңла-тыуға тартым. Мәктәптә уҡығанда Зиннур менән һыйышмай, аҙым һайын эләге-шергә әҙер инек. Сит яҡта дошманыңдың эте лә ҡәҙерле тиҙәр бит, шуныһы ысы-ндыр.

            Гөлдәриәнең хаты йомаҡ менән бер: «Суҡ! Килер йыл һиңә тик уңыштар ғына ал­ып килһен! (Үткәндә яҙған Саҡ менән Суҡ бәйетенә ишаралауылыр) Гөл-шат ҙурайып килә инде, кеше таный хәҙер. Төҫө миңә оҡшаған, шуға уны ныҡ яр-атам. (Төҫө һиңә оҡшаған, тип яҙырға теләнеме икән әллә?) Ә мин саҡ, үҙемде мә-жбүр итеп йәшәп ятам әле. Етеш, бай тормош, саф хистәрҙе, мөхәббәтле йәшәүҙе бер нисек тә алыштыра алмай. Изге теләктәр менән: Саҡ.» Бына һиңә ҡотлау, ни-сек теләһәң шулай аңла һәм ҡаб­ул ит. Открытканы тағы ла танауыма яҡынайт-тым. Һанһыҙ саҡрымдар, нисәмә ҡулдар аша үткән, барыбер унан Гөлдәриәнең йылыһы һәм хушбый еҫ­е килә.

 

                                                     1 ғинуар, 1989 йыл.

 

            Беҙҙәге тәбиғәтте аҡ юрған япҡандыр инде. Бала саҡта шул ҡар тауҙарынан саңғыла шыуаһың да яңылыш йығылып китеп йомшаҡ мамыҡҡа сумаһың. Ҡар һалҡынына ҡытығың килеп рәхәтләнеп көлөп ебәрәһең. Өҫ-башың ап-аҡ, бар донъя ап-аҡ, болотло күктән аҡлыҡ һәм паклыҡ ҡойола. Шул мәлдең ҡәҙерен бында килгәс кенә күҙ алдына баҫтырҙым. Ә Афған-станда ҡар яуа ла ыңғайы бер быс­ратып иретеп тә ҡуя. Яңы Йыл байрамының төп билдәһе, ҡото шыршы был тарафтарға мәңге килеп етмәҫ ҡунаҡ. Ҡарһыҙ һәм шыршыһыҙ Яңы Йыл - кейәү егетһеҙ, кәләшһеҙ үткән туйға бәрәбәр.

 

                                                     7 ғинуар, 1989 йыл.

 

            Тағы ла өс егетте юғалттыҡ. Береһен яҡындан белә инем, минең менән кил-гәйне бында. Һәммәһенә миһырбанлы ҡараған, шиғри йәнле егет ине. Буш ваҡ-ыттарында мөхәббәт, тыныс тормош тураһында шиғырҙар яҙҙы. Яҙа ла мине ҡыҙыл мөйөшкә саҡырып шуларҙы күрһәтә. Илһамланып, бирелеп китеп уҡый ҙа, бөткәс өмөт менән төбәлә: «Йә, нисек?» «Шәп, - тим яҙылғанды бөтә тәрәнлегендә аңлап еткермәһәм дә, - һин ыс­ын шағир!» «Ихлас әйтәһеңме?» «Һуң ихлас булмай тағы!» «Армиянан ҡайтам да ошо шиғырҙарҙы китап итеп баҫтырып сығарам!» Ана ниндәй юғары хыялдар менән йәшәй ине Андр-ей. Шиғыр үлде, шағир йәнле кеше үлде. 31 декабрҙә генә бер-береб­еҙҙе Яңы Йыл менән ҡотлаған инек бит. Ҡурғаш табу-тҡа һалып «200-сө йөк» менән оҙаттыҡ. Ни сәбәптән 200-сө йөк, тип аталалыр инде илгә ҡайтарылған был ҡәһәрле ҡурғаш табуттар, шәхсән үҙем генә ике тиҫтәнән ашыу ошо ҡурҡыныс йөктө аэродромдарға илттем. Афғанстанда бер беҙ генә түгел бит. Андрейҙың табутын ҡосаҡлап өҙлөкһөҙ иланым. Тыйыусы ла, йыуатыусы ла, ғәйепләүсе лә булманы.

 

                                                    10 ғинуар, 1989 йыл

 

       Дисантсыларҙың рәхимһеҙ рәүештә афған егетен язалағандарын күреп ҡотом осҡайны, ә бөгөн күргән урта быуат ҡы-рағайлығын ябай тел менән генә аңлатырлыҡ түгел. Шул йәлләт ижадын күргән һәммәһе быуындары тотмай ергә сүгәләне, ике ус­лап йөҙҙәрен ҡушусланы. Бер аҙҙан кемеһелер аҡылдан шашҡан кешеләй иңрәп ебәрҙе, кемеһелер ҡоҫҡолоғона быу-ылды, кемеһелер иҫтән яҙып тәгәрәне.

            Дошмандар беҙҙең частең эргәһендә йөк машинаһын ҡалдырып киткәндәр. Ҡайһы­лайтып тауыш-тынһыҙ ғына яҡ-ынлағандарҙыр, шунан һиҙҙермәй юҡҡа сыҡ­ҡандарҙыр, бер Хоҙай ғына белә. Шикле машинаны башта ентекләп саперҙар тикшерҙе. Мина та­б­­ылманы. Ул саҡта ниндәй уй менән ҡалдырҙылар икән быны? Һалдаттар кузовҡа күтәрелеп тыштарына русса хәрефтәр менән «Подарок из ада» тип яҙылған бер нисә тоҡто төшөрҙө. Һаҡ ҡына бауҙарын тағаттылар. Һәр береһе-нең эсенән үҙ тире­ләренә төрөлгән һалдат мәйеттәре килеп сыҡты. Дошмандарҙың был язалау алым­ын ишетеп белә инем, ул «Ҡыҙыл ләлә», тип атала. Иң тәүҙә әсирҙәрҙе наркотик ярҙа­мында иҫертәләр. Шунан тереләй килеш бил тапҡырынан тиреләрен һуйып баш аша ҡаплап тоҡ һымаҡ итеп бәйләп ҡуялар. Наркотиктар йоғонтоһонан айыҡҡан бисаралар һыҙлан-ыуҙан, ҡоттары осоуҙан аҡылдан шашып, бик аҡрын ғына йән бирә. Каф­ырҙың интегеп үлеүе изге эшкә тиң, ошо язаны урын-еренә еткергән кеше шундуҡ ожмахҡа эләгә йәнәһе лә. Ауылда саҡта һарыҡ тиреһен һыҙырыусы Әхмәҙ­улла бабайҙы күргәс башым әйләнеп киткәйне, был юлы йәнем, рухым, эске донъям һуйылғандай булды.

            Беҙҙе командирҙар майҙандан ҡыуҙылар, унда бары медицина хеҙмәткәрҙәре генә ҡал­ды. Шыуышып, йөгөнөкләп тиерлек таралыштыҡ. Кискеһен ашханаға саҡыр­манылар, хәйер ошо ҡот осҡос күренештән һуң унда кем генә барһын ин-де?! Тилерәм, аҡылдан шаша барам шикелле. Хәҙер миңә әжәл дә ҡурҡыныс тү­гел, тик бына ошондай яҙмышҡа дусар бул-ырға ғына яҙмаһын, бар теләгем шул. Үлеп киткән осраҡта ауырыу әсәйем йәл. Ул кемдең ҡулына ҡарап ҡала?

 

                                                  15 ғинуар, 1989 йыл.

 

            «Батырлыҡ өсөн» миҙалын таҡтылар. Теге саҡтағы «Похвальный лист» өсөн ба­рған ығы-зығыны хәтерләп алдым. Мәғәнәле, маҡсатлы бүләктең баһаһы ла юғары ине шул. Ә бында алған орден-миҙалдарҙың ана шул төшөнсәләре юҡ. Ни өсөн бүләкләйҙәр? Ниндәй маҡсат менән бында баҫып индек? Кем өсөн ҡан ҡоябыҙ, йән бирәбеҙ? Был һорауҙарға аныҡ ҡына итеп бер кем дә яуап бирә алмайҙыр. Тиҙҙән Афғанстандан беҙҙең ғәскәрҙәр сығарыласаҡ, тигән хәбәр йөрөй, ысынмылыр ул, бушмылыр, һәр хәлдә һуғыш хәрәкәттәре туҡтамай.

                                                                       (Дауамы бар).

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас