АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
2 Августа 2021, 11:15

Тиле яҙмалары (Повесть. Ун беренсе киҫәк).

       Библиялағы мәңгелек ҡиммәттәр­ҙең береһендә: «Не убий!», тип әйтелә, һеҙҙең ҡөрьәнегеҙгә лә моғайын да ошо уҡ һүҙ-ҙәр яҙылғандыр. Алла берәү генә, тик уға төрлө милләт кешеләре үҙҙәренсә табына һәм мөрәжәғәт итә. Үлем икенсе үлемде барлыҡҡа килтерә, ҡанһыҙлыҡ ҡырағайлыҡты тыуҙыра. Кешеләр күпселектең артынан аҡыллы булған өсөн түгел, көслө бул-ған өсөн эйәрә, ғәҙәттә. Беҙ һинең менән ана шул ғәйрәтле дик-татураның интернационалсы ялғанына төрөлгән мәғәнәһеҙ сәйәсәт ҡорбандары. Аҡылыңды юймаҫҡа һәм был йәһәннәмдән имен-аман ҡотолорға тырыш. Бик кәрәк булып китһәм бына минең Мәскәүҙәге адресым һәм телефоным. Һәр һалдатҡа адре-сын өләшеп улты-ра, тип уйлама. Нишләптер һин миңә оҡ-шаның, бәлки был рухи яҡынлыҡтыр. Тегендә, тыныс шарттарҙа осрашырға яҙһын. Хушлашайыҡ.»  

Тиле яҙмалары (Повесть. Ун беренсе киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Ун беренсе киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Ун беренсе киҫәк).

                                                 13 октябрь, 1988 йыл

 

            Афғанлыларҙы күреп йөрөйөм: башлыса урта буйлы, ҡаҡсалар. Йөҙҙәре ҡара­ғусҡыл. Афған еле, афған эҫеһе һәм һа-лҡыны әүәләгән уларҙы шулай итеп. Феодаль ил булғанғамылыр, халҡы аңра һәм наҙан, мәгәр дингә мөкиббән киткәндәр, һәр береһенең кеҫәһендә бәләкәй Ҡөръән китабы бар. Аҙ һүҙлеләр, хәйер беҙҙең менән телдәре телгә йоҡмай аралашмаҫт-ары билдәле. Борон башҡорт тыумыштан уҡ-һаҙаҡ менән оҫта эш ит­кән, ә былар замана ҡоралын яҡшы белә, яҙлыҡтырмай төҙ итеп ата. Һәр береһендә беҙ­ҙең «АК» автоматы, вертолеттарҙы, транспорт самолеттарын Америка «стингер» ҙа­ры менән бәреп төшөрәләр. Ҡоралға мохтажлыҡтары юҡ афғанлыларҙың, ана бит ҡеүәтле ракета комплексын биреүсеһе бар, беҙгә ҡаршы һөсләтеүселәре лә етерлектер.

 

                                               10 ноябрь, 1988 йыл.

 

            Ҡот осҡос күренешкә тап булдым. Үтеп барышлай дисантсылар йыйылған ергә туҡтаныҡ. Улар бер афған егетен ура-тып алғайнылар. Оҙон буйлы ҡаҡса еге­ткә 19-20 йәш­т­әр тирәһе. Беҙҙең һалдаттар уны төрткөләйҙәр, оятһыҙ һүҙҙәр әйтеп һүгенәләр. Бына берәү уны тубыҡландырып тентей башланы. Егет ым-хәрәкәт ярҙамында аҡлана, ҡулын­дағы, таяғына, эрг-әһендәге ишәгенә күрһәтә, минең ҡоралым юҡ, тип әйтергә теләй­ҙер. Тентеүсе ҡулын тегенең юл моҡсайына тәрән итеп ты-ғып ебәрҙе лә автомат па­троны сығарып күрһәтте, иҫбатлаусы дәлил таптым йәнәһе, үҙе күҙ бәйләүсе ише хәйләкәр йылм-ая. Егет ҡырҡылған ағастай ҡоланы ла үҙенең гөнаһһыҙлығын иҫбатлап ерҙе, шунан һалдаттың итектәрен үбергә тотондо. Һалдат уны ҡаты итеп тибеп ебәрҙе һәм салбар төймәл­әрен ысҡындырып, теге, салҡан ятҡан бисараның өҫтөнә кесе хәжәтен сөбөрҙәтте. Дәррәү көлөү тирә-яҡты яңғыратты. Бына һалдат яурынынан автоматын алды ла аҡылын юйыр сиккә еткән аф-ғанлы һәм ишәк яғына оҙон очередь бирҙе. Ишәк үрәпсеп тәгәрәне, ә егет әйләнеп тупрағын ҡосоп йән бирҙе. Автомат мага-зинындағы патрондар атылып бөткәнсе афғанлының кәүҙәһе күҙ алдында ҡанлы түшкәгә әүерелде. Ди­сантсы бының менән генә сикләнмәне. БТР-ҙан ауыр техника өсөн тәғәйенләнгән минаны алып килеп мәйеттең аҫ­тына һалды, нәҙек сымдарҙы ҡул-аяҡтарға тоташтырҙы. Хәҙер уға яҡынлаған кеше шунда уҡ шартлаясаҡ. Ләкин бер сыҙамһыҙы оҙаҡ көтөргә теләмәгән-дер теге дисантсы хәүефһеҙ араға китеп өлгөрөүе булды мәйеткә ав­томаттан ут асты. Көслө шартлау ҡолаҡты тондорҙо. Ит киҫәктәре тирә-яҡҡа һиб­ел­де. Ни ғиллә менәндер минең маңлайыма ла ҡан сәсрәне…

            Ни үле, ни тере түгел ҡайтып индем. Карауатыма ҡоланым. Һалҡын тирҙән гим­настеркам лысма һыу булды. Уҡшыта, баш әйләнә. Кеше юҡлыҡтан файҙаланып ҡы­с­ҡырып илап ебәрҙем. Үкһеүем шашып көлөүгә лә оҡшап ҡуя. Аҡылдан яҙам ши-к­ел­ле. Төндө йоҡоһоҙ үткәрҙем. Һаташа башлаһам күҙ алдыма шайтан, албаҫты ҡиәфәтендә теге һалдат килеп баҫа, ә уның артында яндырылған ҡышлаҡ. Дисантсы балсыҡ өйҙөң стенаһына ҡан менән сыймаҡлап: «Добро пожаловать в ад!» тип яҙып башлай ҙа уны һаҡаллы, сәлләле афғанлы ослап ҡуя. Икеһе лә ҡорбанын тамаҡлаған йыртҡыс һымаҡ уҫал йы­лмаялар. Иртә-геһен рейсҡа сығыр хәлдә түгел инем. Фельдшер тикшергәс ялан госпиталенә оҙаттылар. Ашай ҙа йоҡлай ҙа алмайым. Күҙ алдымдан теге ғәй­епһеҙ егет китмәй. Ни өсөн ҡылынды был ҡанлы драма, ул кемгә кәрәкте? Теге һалдат беҙҙең совет мәктә-бендә уҡыған һәм тәрбиәләнгән. Ҡайҙан килгән уға был фәхшилек һәм ҡырағайлыҡ? Әсәһенең күкрәк һөтөн имеп үҫкәндер, түҙемһеҙләнеп, өмөтләнеп көткән яҡындары, һөйгән йәре барҙыр. Әллә инкубатор шарттарында балалар йортонда тәрбиә-ләндеме?! Ошо енәйәттән һуң уның кеше исемен йөрөтөргә хаҡы бармы?!

            Йоҡлай алмағас йоҡо дарыуы һала башланылар. Хәҙер йоҡлата, юҡ, йоҡо ар-а­лаш һаташтыра. Төнгө тилереүем көндөҙгө ғазапҡа ялғана.  Ошо тетрәндергес ваҡиғанан һуң әйләнә-тирәгә ышанысым кәмене, һәммәһенә шикләнеп, һағайып ҡарай башланым.

                                                

                                               25 ноябрь, 1988 йыл

 

            Госпиталдән сығарҙылар. Көҙгөгә ҡараным. Ябығып, тартылып киткәнмен. Күҙҙә­р­ем быялаланып һүнгән. Сәстәремә һирәк-һаяҡ сал ҡунған. Үҙемде 10, юҡ, 20 йәшкә ҡартай­ған­дай тоям. Дауахананан сығыр мәлдә мине дауалаусы табибым са-ҡыртып алды. Капитан Пыков Михаил Иванович, белеүемсә Мәскәү кешеһе. Үҙ-ен тотошонан тәрбиәлелек, зыялылыҡ аңҡый. Уның эргәһендә тыныс, рәхәт. «Бына нимә, Тимербулат, - тине ул үҙ итеп, яҡын итеп. - Булмышың менән хисле ке-шеһең, бөтәһен дә күңелең менән ҡабул итәһең, йөрәгең аша үткәрәһең, шуның өсөн дә һиңә үтә лә ауыр буласаҡ бында… Тураһын ғы­на әйткәндә беребеҙгә лә еңел түгел. Бында беҙҙе кешелегебеҙҙе һынап, тикшереп ҡарар өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙе ебәргә-ндер тип уйлайым. Кәңәшем шул - кеше булып ҡалырға тырыш, үҙеңде, иптәштәреңде һаҡла, тик сәбәпһеҙ ҡоралға йәбешеп йән алырға, әҙәм ғүмерен ҡыйырға ашыҡма. Библиялағы мәңгелек ҡиммәттәр­ҙең береһендә: «Не убий!», тип әйтелә, һеҙҙең ҡөрьәнегеҙгә лә моғайын да ошо уҡ һүҙҙәр яҙылғандыр. Алла берәү генә, тик уға төрлө милләт кешеләре үҙҙәренсә табына һәм мөрәжәғәт итә. Үлем икенсе үлемде барлыҡҡа килтерә, ҡанһыҙлыҡ ҡырағайлыҡты тыуҙыра. Кешеләр күпселектең артын-ан аҡыллы булған өсөн түгел, көслө булған өсөн эйәрә, ғәҙәттә. Беҙ һинең менән ана шул ғәйрәтле диктатураның интернац-ионалсы ялғанына төрөлгән мәғәнәһеҙ сәйәсәт ҡорбандары. Аҡылыңды юймаҫҡа һәм был йәһәннәмдән имен-аман ҡотолорға тырыш. Бик кәрәк булып китһәм бына минең Мәскәүҙәге адресым һәм телефоным. Һәр һалдатҡа адре-сын өләшеп ултыра, тип уйлама. Нишләптер һин миңә оҡшаның, бәлки был рухи яҡынлыҡтыр. Те-гендә, тыныс шарттарҙа осрашырға яҙһын. Ху-шлашайыҡ.»

                                                                      (Дауамы бар).

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас