АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
2 Августа 2021, 04:31

Ике республиканы аяҡҡа баҫтырҙы

Үткән ялдар Эске эштәр министрлығының Сибай бүлексәһе өсөн ҡыҙыу булды. Полиция хеҙмәтенә үҙен Миша Сидоренко тип танытыусы малай шылтыратҡан һәм Ҡазандағы 175-се гимназияға тағы ла ҡораллы кешеләр инеүе, әлеге ваҡытта һөжүм итеү барғанлығын хәбәр иткән.

Ике республиканы аяҡҡа баҫтырҙыИке республиканы аяҡҡа баҫтырҙы
Ике республиканы аяҡҡа баҫтырҙы

Үткән ялдар Эске эштәр министрлығының Сибай бүлексәһе өсөн ҡыҙыу булды. Полиция хеҙмәтенә үҙен Миша Сидоренко тип танытыусы малай шылтыратҡан һәм Ҡазандағы 175-се гимназияға тағы ла ҡораллы кешеләр инеүе, әлеге ваҡытта һөжүм итеү барғанлығын хәбәр иткән. Сибай полицияһы был хәбәрҙе Татарстандағы коллегаларына еткергән. Ҡазан полицияһы шунда уҡ күтәрелеп хәбәр ителгән урынға йүнәлгән. Шуныһы ҡыуаныслы, гимназияла төҙөүселәрҙән башҡа бер кем дә булмаған.
Әлеге ваҡытта ике республиканың да хоҡуҡ һаҡсылары шаяртҡан малайҙы эҙләй.

Террор тураһында шаяртыу өсөн бик етди саралар күренә. Уйындан уймаҡ сыҡмаһын өсөн, ата-әсәләр, балалар менән был темаларға әңгәмәләшеү үткәрһәгеҙ ине.

 

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас